Рәми Ғариповтың "Торналар" шиғыры буйынса дәрес
план-конспект урока (5 класс)
Урок разработан по изучению стихотворения "Торналар" ("Журавли") Рами Гарипова и предназначен для учащихся 5 класса.. Использованы различные формы и методы усвоения темы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
r.garipov._tornalar.docx | 88.77 КБ |
Предварительный просмотр:
Рәми Ғариповтың “Торналар” шиғырын өйрәнеү.
(V класс)
Ғ.Т. Илембәтова,
Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Маҡсат: Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү.
Бурыстар:
1. Белем биреүсе: Р.Ғариповтың ижады буйынса белемдәрҙе нығытыу һәм системаға һалыу, торна тураһында белемдәрен киңәйтеү, лексик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, омоним, антонимдарҙы ҡабатлау.
2.Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәһен камиллаштырыу, һүҙлек запасын байытыу, фекер ҡеүәһен үҫтереү.
3.Тәрбиәүи: әҙәбиәткә, поэзияға һөйөү тойғоһо уятыу,Р.Ғариповтың ижады менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Уҡытыу методы: проблемалы уҡытыу, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү, проект алымдары.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, тасуири уҡыу, ИКТ ҡулланыу.
Предмет буйынса һөҙөмтәләр: тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе, төшөнсәләрҙе үҙләштереү, системалаштырыу, омоним, антонимдарҙы ҡабатлау, тасуири уҡырға өйрәнеү.
Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.
Шәхси һөҙөмтәләр: тәбиғәттең матурлығын күрә, тоя белергә өйрәнеү, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.
Предмет - ара бәйләнеш: әҙәбиәт, тел, халыҡ ижады, мәҙәниәт, зоология, музыка.
Принциптар: системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек, теория һәм практика берлеге, индивидуаль.
Яңы термин-төшөнсәләр: бригадир, лапаҫ, афәт.
Ҡулланылған сығанаҡтар:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған(башҡорт)телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек/(авт.-төҙ.: В.И.Хажин, Ә.Х. Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев, З.Р.Әминева)-Өфө: Китап, 2020.-296 бит
Йыһазландырыу: компьютер, дәреслек, һүҙлектәр.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу моменты.
1.Психологик инеш.
-Һаумыһығыҙ!
-Һаумы, һаумы!
-Һаулашам- сәләм бирәм,
“Һаумы!” тигән һәйбәт һүҙҙе
Бар донъяға ебәрәм.
2.Фонетик-артикуляцион күнегеү.
Рә-рә-рә – урман буйлап йүгерә,
Ра-ра-ра – ҡулын болғап саҡыра.
Рө-рө-рө – япраҡ ярған бөрө,
Рө-рө-рө – урманда тыныс йөрө.
Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,
Са-са-са – тыпырлап күңел аса,
Са-са-са – дәртләндерәм: «Их, ас-са!»
Са-са-са – бейей шулай башҡортса.
II. Яңы тема өҫтөндә эш.
1.Инеш һүҙ.
-Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, хәҙер ниндәй йыл миҙгеле?
-Эйе, көҙ. “Көҙ” һүҙен ишетеү менән һеҙҙең күҙ алдығыҙға ниндәй картиналар килеп баҫа? (болот, ямғыр, һары япраҡ, әбейҙәр сыуағы, уңыш)
2. Уҡыусыларҙың проект эше.
- Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән картиналар галереяһында икән,
тип күҙ алдына килтерегеҙ. Бында һеҙ төрлө рәссамдарҙың картиналарын, төрлө фотоматериалдар күрәһегеҙ (компьютерҙа).Хәҙер һеҙ үҙегеҙгә оҡшаған һәм һеҙ нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ, шуға тап килгән һүрәтте һайлағыҙ. Был рәссам хаҡында информация табығыҙ, ул нисек итеп көҙ образын шулай оҫта һүрәтләй алыуы тураһында үҙ фекерегеҙҙе яҙығыҙ.
(Уҡыусылар әҙерләнәләр һәм үҙ проекттарын яҡлайҙар)
-Көҙ килеү менән ҡоштар тормошонда ниндәй үҙгәрештәр була?
-Ҡайһы бер ҡоштар йылы яҡҡа китергә әҙерләнәләр.
-Ниндәй ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр? (Экранда ҡоштар һүрәттәре күренә, уҡыусылар уларҙың исемдәрен атайҙар)
(Ҡош тауыштарын тыңлау, ҡоштарҙы таныу.)
-Улар ни өсөн йылы яҡҡа осалар? (Уҡыусыларҙың яуаптары)
3.Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын билдәләү.
-Дәрестең темаһын бергә асыҡлап китәйек. Уҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡ уҡыйым. Әгәр яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, бөгөнгө дәрестә ниндәй ҡош тураһында һөйләшеүебеҙ тураһында белерһегеҙ.
Аяҡтары уның оҙон,
Әйт, ниндәй ҡош, уйлап торма.
Яҙын ҡайта, көҙөн китә,
“Тор-райыҡ” тиһә лә... /торна/
4.Торна тураһында белешмә биреү.
-Уҡыусылар, һеҙ торна тураһында нимәләр беләһегеҙ?
- Торна оҙон муйынлы һәм оҙон аяҡлы бейек ҡош. Баштары ҙур түгел, суҡыштары тура һәм осло. Аҡ һәм һоро торналар була. Улар күбеһенсә һаҙлы урындарҙа йәшәйҙәр. Торна - иң ҙур осар ҡош. Үҙе матур ҙа.
Беҙ бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Торналар” шиғыры өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
5.Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау.
Тәүҙә беҙ һеҙҙең менән шағирҙың тормош юлы һәм ижадына табан сәйәхәт ҡылайыҡ.
Рәми Ғарипов - һүҙ оҫтаһы, ҙур талант эйәһе, тура һүҙле шағир булып танылды. “Үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып – һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара”, - тип яҙа Рауил Бикбаев.
– Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ, ял итергә туҡталыштар билдәләйбеҙ.(Һәр төркөм бирелгән темалар буйынса сығыштар әҙерләйҙәр)
1-се төркөм- шағирҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары.
2-се төркөм- студент йылдары.
Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса 1950 – 1955 йылдарҙа Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Бында уға әҙәбиәт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла киңерәк юлдар асыла, китапханаларҙың байлығына хайран ҡалып, китаптар донъяһына сума.
3-сө төркөм- шағирҙың ижады
1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында “Ленин” исемле беренсе шиғыры баҫыла.1954 йылда сыҡҡан “Йүрүҙән” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы Әҙәбиәт институтында диплом эше була. Был йыйынтыҡ үҙ ҡарашы, һүҙе, моңо булған яңы шағир тыуыуын хәбәр итә.
Хәҙерге көндә уның егерменән артыҡ йыйынтығы бар. Был әҫәрҙәр беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.
4-се төркөм- Рәми Ғарипов-тәржемәсе
Тәржемә эше менән шағир Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда шөғөлләнә башлай, үҙенең егерме йылдан артыҡ ғүмерен ошо эшкә бағышлай.
Ул рус шағирҙарынан иң беренсе С. Есениндың, А.С. Пушкиндың, М. Ю. Лермонтовтың шиғырҙарына мөрәжәғәт итә.
1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле йыйынтығына ун өс шағирҙың егерме ике әҫәре ингән.
Авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың башҡорт телендә 1965 йылда сыҡҡан “Дағстан йондоҙо” китабындағы күп шиғырҙарын Р.Ғарипов тәржемә иткән.
Тәржемә өлкәһендә иң әһәмиәтле эше – 1969 йылда боронғо әҙәби ҡомартҡыларҙан һаналған “Зөһрә менән Алдар” эпосын руссанан башҡортсаға ҡайтарыуы.
5-се төркөм- шағирҙың исемен мәңгеләштереү.
1988 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.
1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.
1989 йылда тыуған ауылында йорт – музейы асылды.
1993 йылда ошо йорт – музейы алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст ҡуйылды.
1994 йылда Өфөлә уҡыған гимназияға уның исеме бирелде һәм 1997 йылда гимназия алдында бюст ҡалҡып сыҡты.
1994 йылда шағир уҡыған гимназияла һәм 1997 йылда Салауат районында Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылды.
Уның тураһында документаль фильм төшөрөлдө, бик күп шиғырҙар, поэмалар һәм пьеса ижад ителде.
6.Р.Ғариповтың «Торналар » шиғыры өҫтөндә эш.
а)һүҙлек эше:
Һауалай-һауаға күтәрелә;
Йомарт-бер нәмәһен дә йәлләмәй;
Кәңәш ҡора-кәңәшләшә;
Лапаҫ-аҙбар;
Афәт- бәлә-ҡаза, һуғыш
б) проблемалы һорау ҡуйыу:
Торналар ҡайҙа китергә йыйыналар һәм ни өсөн?
в) шиғыр өҫтөндә эш:
-уҡытыусының уҡыуы,
-эстән уҡыу;
-хор менән уҡыу;
-сылбыр буйынса уҡыу,
-тасуири уҡыу өҫтөндә эш
г)һорауҙарға яуап биреү:
-Йәй ҙә үтеп китте, ахыры,
Һауалай бит торналар тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
-Ниндәй йомарт ер тураһында һүҙ бара?
-Ни өсөн шағир торналарҙы бригадирҙың ер үлсәгән таяғына оҡшата?
-Лапаҫ-келәт баштарына менде салғы-тырмалар һөйләменең мәғәнәһен аңлатығыҙ.
-Йәй, алыҫ,күк, менде,һау булығыҙ һүҙҙәренең антонимдарын табығыҙ
-Шиғырҙан омонимдарҙы табыу( йәй, күк)
д) торналар тураһында һынамыштар.
Торналар менән бәйләнгән һынамыштар ҙа бар. Һеҙ уларҙы беләһегеҙме?
11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә - ҡыш иртә килер.
28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.
Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта.
е) торна тураһында һүрәттәр ярҙамында хикәйә төҙөү
-Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, торна тураһында кескәй генә хикәйә төҙөйөк.(Экранда һүрәттәр)
Был . Уның ҙур, оҙон. Торналар төрлө , менән туҡлана.
Көҙ көнө йылы яҡҡа осалар. Башҡорттар изге ҡош тип һанайҙар.
Был торна. Уның ҡанаттары ҙур, оҙон. Торналар төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Көҙ көнө торналар йылы яҡҡа осалар. Башҡорттар торнаны изге ҡош тип һанайҙар.
ж) релаксация
Әйҙәгеҙ, хәҙер торна моңон тыңлап ҡарайыҡ. Уҡыусылар, торналарҙың тауышы ниндәй ?
-Эйе, бик моңһоу. Улар тыуған илдәренән алыҫҡа киткәндәренә бик бойоғалар. Беҙ ҙә бит тыуған өйҙәребеҙҙән оҙаҡҡа ситкә сығып китһәк, бик һағынабыҙ бит. Ҡоштарҙа ла кешеләр һымаҡ һағыныу хистәре бар.
Әйҙәгеҙ, хәҙер Риза Мәһәҙиев башҡарыуында “Ҡайтыу” йырын тыңлап алайыҡ. Был йырҙа ла торналар яҙмышы кеше яҙмышы менән сағыштырыла.
Р.Мәһәҙиев башҡарыуында “Ҡайтыу “ йырын тыңлау.
з) шиғыр буйынса һығымта:
Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар тип юҡҡа әйтмәгәндәр, сөнки улар
күпме зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә, үҙҙәренең моңло тауыштары менән
беҙҙе ҡыуандыра! Шуға ла уларға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк?
Нисек була ул һаҡсыл ҡараш? (уҡыусылар аңлата).
Боронғо Египетта торналарҙы ҡояш ҡошо тип атағандар.Улар был ҡоштарҙы яратып ҡына ҡалмағандар, хатта өйҙә лә аҫырағандар.Торналарҙы үлтереүселәрҙе үлем язаһына тарттырғандар.
Боронғо Римдә торналарҙың күренеүе яҡшыға юралған. Ҡытайҙа был ҡош оҙаҡ йәшәү атрибуты булып һаналған.Японияла ул үлемһеҙлек, бәхет, сәскә атыу символы булған.Рәсәйҙә торналарҙы “аллах ҡоштары” тип атағандар. Башҡорттар торнаны изге ҡош тип йөрөтә. Шулай уҡ тыныслыҡ ҡошо ла ул. Шуға күрә күп халыҡтар уның тураһында легендалар һәм әкиәттәр сығарған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торналарҙың күп төрҙәре юҡҡа сығыу хәлендә.Беҙ уларҙы һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ, сөнки торналар-беҙҙең ғорурлығыбыҙ.
III. Дәресте йомғаҡлау.
-Бына, уҡыусылар, беҙҙең сәйәхәтебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Сәйәхәтебеҙ файҙалы булдымы?
-Эйе, беҙ сәйәхәттә беҙ күп нәмәләр белдек. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады тураһында белемдәребеҙҙе тулыландырҙыҡ, уның “Торналар” тигән шиғыры өҫтөндә эшләнек, торналар тураһында бик күп мәғлүмәттәр тупланыҡ.
2.Рефлексия, уҡыусыларҙы баһалау.
-Мин бөгөн дәрестә белдем...
-Мин өйрәндем...
Миңә оҡшаны...
Миңә ауырыраҡ булды...
Минең кәйеф...
Үҙ-үҙеңде баһалау:
-Мин бөтәһен дә яҡшы үҙләштерҙем. Иптәштәремә лә ярҙам итә алам («5” билдәһе)
-Мин яҡшы эшләнем. Дәрес материалын аңланым («4» билдәһе)
3.Өйгә эш биреү.
“Торналар” шиғырын ятларға, торна һүрәтен төшөрөргә.
-Һау булығыҙ, дәрес өсөн ҙур рәхмәт, киләһе дәрескә тиклем!
Өҫтәлмә эш.
Рәми Ғариповтың тормошо ижады буйынса тест.
А | Б | В | ||
1 | Рәми Ғарипов ҡайһы районда тыуған? | Баймаҡ | Салауат | Хәйбулла |
2 | Рәми Ғариповтың атаһының исеме нисек? | Йәғәфәр | Рауил | Хәсән |
3 | Рәми Ғарипов 1950-1955 йылдарҙа ҡайҙа уҡыған? | Әҙәби институтта | Педагогия институтында | Интернат-мәктәптә |
4 | Шағирҙың тәүге шиғырҙар йыйынтығы нисек атала? | «Минең антологиям» | “Йүрүҙән” | “Шиғырҙар, поэмалар” |
5 | 1992 йылда Рәми Ғариповҡа ниндәй награда бирелә? | “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме | “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” исеме | С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы |
-
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы буйынса презентация
презентация...