Р. Ғариповтың "Башҡортостан"шиғыры буйынса дәрес
план-конспект урока на тему

Саматова Әлиә Марс ҡыҙы

дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rmi_garipov.doc41.5 КБ

Предварительный просмотр:

Рәми Ғариповтың “Башҡортостан” шиғыры буйынса дәрес

( 5 класс)

Маҡсаттар: Рәми Ғариповтың ижадына байҡау яһау, “Башҡортостан” шиғырын өйрәнеү, Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, уның киләсәген ҡайғыртыусы аңлы, белемле, илен, ерен, халҡын яҡларҙай яңы йәш быуынды тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: слайдтар, ноутбук, проектор, кипкән сәскә.

Дәрес барышы: Хәйерле көн, бишенселәр! Бына ошо сәскәгә иғтибар итегеҙ әле, ниндәй ул?  (уҡытыусы кипкән сәскә күрһәтә)

-һулыған, кипкән.....

Ә ни өсөн ул шундай хәлгә килгән икән?( яуаптар)

Балалар, беҙ был сәскәгә дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтырбыҙ.

Ә хәҙер бөгөнгө дәрестең темаһы менән танышайыҡ.

Экран: Рәми Ғариповтың “Башҡортостан” шиғыры.

                                           

Экран: Башҡортостан картаһы.

-Уҡыусылар, Башҡортостан нимәгә оҡшаған?(яуаптар) Эйе, шағирҙар ҙа уны төрлө һынға оҡшата, мәҫәлән, Мостай Кәрим :

Ер шарының картаһына ҡараһаң яҡшы ғына

Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына,-ти

Экран: Рәми Ғарипов:

Урал күкрәгендә йөрәк кеүек

Башҡортостан-тыуған илкәйем,-ти

Һәм бөгөнгө дәресебеҙҙең эпиграфы ла шулай яңғырай.

-Балалар,ә нимә ул йөрәк? Ул ни өсөн кәрәк?(яуаптар)

-Бишенселәр, ә нимә ул Урал?(яуаптар)

Дөрөҫ, Урал-тауҙар теҙмәһе.

Экран: Беҙҙең эраға тиклем 2 быуатта йәшәгән тарихсы Птоломей төҙөгән картала Урал тауҙары Рифей тауҙары тип аталған.

Икенсе бер тарихсы Дамаст Сигейский һәр ваҡыт төньяҡ елдәре иҫеп торған Риппей тауҙары тураһында яҙып ҡалдырған.

Боронғо рус сәйәхәтсеһе Урал тауҙарын “Каменный пояс” тип атаған

Бына шулай беҙҙең Урал тауҙарына, Башҡортостан тәбиғәтенә, уның йылға-күлдәренә, изге күңелле кешеләренә һоҡланмаған кеше булмаған. Шағирҙар шиғыр яҙған, йырсылар моңло йыр сығарған, рәссамдар уның гүзәллеген һүрәткә төшөргән. Шундайҙарҙың береһе- Рәми Ғарипов

Экран: Рәми Ғарипов портреты.

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә донъяға килгән.

Атаһы- Йәғәфәр Мөхәммәтрәхим улы үҙ заманы өсөн уҡымышлы кеше булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә. 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янында ҡаты һуғышта һәләк була. Ғаиләлә дүрт бала ҡала: Рәми, Рауил, Урал һәм Мәршиҙә. Әсәләре Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы менән етем ҡалалар. Әсәләре бик эшсән була, уны “Салауат районының комбайны” тип йөрөтәләр. Әсәһенә бағышлап ул “Әсәм ҡулдары” тигән шиғырын яҙа:

Экран:

Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ

Һөҙәк кенә тауҙың битендә.

Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?

Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә

-Рәми бәләкәйҙән бик күп уҡырға ярата. Һеңлеһе Мәршиҙә: “Рәми бәләкәйҙәән уҡырға яратты, ҡайҙа барһа ла ҡулынан китабы төшмәне. Ул хатта төндәрен шәм яҡтыһында ла уҡый ине”-тип хәтерләй.

Шул күп уҡып, зирәк, сабыр холоҡло, тыйнаҡ булғаны өсөн уны иптәштәре яратып “Бабай” тип йөрөткәндәр.

-Уның ныҡлап шиғырҙар яҙып китеүендә башҡорт теле һәм әҙәәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Ғималованың кәңәштәре ҙур йоғонто яһай. Ул “Уҡытыусыма” тигән шиғырын яҙа.

Экран:

Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙ

Йөрәгемдең иң саф хистәрен.

Онотмамын һеҙҙе, Мәрйәм апай,

Килгәндә лә ғүмер кистәрем.

-Рәми Ғарипов Мәскәүҙә уҡый, унда уҡығанда украин ҡыҙы Надежда Васильевна Друн менән дуҫлашып китә. Улар өйләнешләр. Улдары Салауат, Азамат һәм ҡыҙҙары Гөлнара тыуа.

Экран:
Надя- надежда-өмөт,

Һин минең өмөтөм.

Беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә тейешбеҙ.

Һиңә минең менән ауыр булыр, әлбиттә.

Иң беренсе һин башҡорт телен өйрәнергә тейешһең

Тел-минең тормошом.

Тип яҙа ул “Студент көндәлектәрендә”

(көндәлекте күрһәтеү)

-Ҡәҙерле уҡыусылар, ә хәҙер дәреслектең 157-се битен асығыҙ. “Башҡортостан” шиғырын уҡыйыҡ.( уҡытыусы тасуири уҡып сыға)

-Әйҙәгеҙ. Бергәләп уҡыйыҡ( күмәкләп хор менән уҡыу)

Шиғырҙың беренсе куплетын бер уҡыусы уҡып ишеттерә.

Башҡортостан сиген үтеү менән,

Тыуып үҫкән ергә етеү менән,

Нур тулғандай була күңелгә,

Йыр тулғандай була күңелгә.

-Ни өсөн күңелгә нур тула? Ниңә йыр тыуа?

Эйе, Рәми күңеле йырлы күңел. Уның шиғырҙарына бик йырҙар яҙылған.

Экран: “Таңдағы йыр”, “Туған тел”, “Көтәм һине”, “Һүҙем бар”, “Сыйырсыҡ”, “Хушлашыу” “Бәхет һуңлап килер ҡунаҡ”, “Минең йондоҙом”, “Шофер йыры”, “Туй йыры”, “Умырзая йыры”, “Кәкүк”, “Салауат батыр”

“Ай-һай Салауат” йырын башҡарыу

Сабып сығып сал быуаттар аша

Сапсындырып суйын саптарын.

Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Ай-һай Салауат-башҡортомдоң ҡаны.

Ай-һай, Салауат-үҙ халҡымдың даны.

-Шиғырҙың икенсе куплетын бер уҡыусы уҡый.

Йәшел бәрхәт төҫлө еркәй генәм,

Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө еркәй генәм.

Иркәләй бит талған күҙемде.

Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.

-Ҡыҙҙар ҡулы ниндәй ул? Күҙҙе нисек иркәләй? Арыған йөҙ нисек ял итә? Йәшел төҫ-ул күҙҙәрҙе ял иттерә торған төҫ.

Йүгереп сығыу менән ҡайындарым,

Онотола барлыҡ ҡайғыларым.

Күреү менән күген Уралдың,

Күҙҙәремә йәштәр уралды.

Ниңә ҡайындар эргәһендә ҡайғылары юҡҡа сыҡты?  Һанап үтелгән өс төҫ нимәне хәтерләтә?

Экран: Башҡортостан флагы

Башҡортостан-беҙҙең Башҡортостан,

Иркең ҡурсып күпме бөркөт осҡан!

Башҡортостан-йөрәк ҡағышым,

Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!

Башҡортостандың иркен ҡурсып(яҡлап) ниндәй бөркөттәр осҡан?

Экран: Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Ҡаһым түрә, Ҡараһаҡал, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Шаморатов генерал, Таһир Кусимов,...)

Нимә ул ҡарғыш?(Ҡарғыш-яман теләк теләп әйтелгән һүҙ) Ерһенмәү тигәнде нисек аңлайһығыҙ?(берәй ерҙе, урынды үҙ итмәү, оҡшатмау, яратмау)

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен?

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшнәһен?

Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,

Башҡа ергә башым эйелмәҫ...

Күңел нисек йәшнәй? Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ(ашалмаҫ) тигәнде нисек аңларға була?

Башҡа ергә башым эйелмәҫ тигән һүҙҙәр нимә тураһында һөйләй? (футболка күрһәтеү, кипкән сәскәне сығарыу)

Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,

Ары торһон йәннәт-ожмахтарың.

Башҡортостан-тыуған төйәгем,

Һиндә ятһын ятһа һөйәгем.

Аһ-ваһтар, йәннәт-ожмах  нимә ул? Ниңә шағир уларҙан баш тарта? Һөйәгем һиндә ятһын тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

Уның теләге ҡабул була, ул үҙ Башҡортостанында донъя ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. 1977 йылда 45 кенә йәшендә шағир донъя менән хушлаша. Уның “Кәкүк” тигән шиғыры ниңәлер ғүмерен аяныслы һәм ҡыҫҡа булыуы тураһында һөйләгән һымаҡ.

“Кәкүк” йырын йырлап ишеттереү.

Әммә уның исеме үлмәй, халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана.

Экран:

1988 йыл- С,Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла.

1992 йыл- Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.

1989 йыл-тыуған ауылында йорт-музейы асыла.

1993 йыл-ошо йорт –музейы алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст ҡуйыла.

1994 йыл- Өфөләге 1-се республика гимназияһына Р. Ғарипов исеме бирелә.

1997 йыл- ошо гимназия алдында бюст ҡалҡып сыға.

1994 йыл шағир уҡыған гимназияла һәм 1997 йыл Салауат районында Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылды.

Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер бер көн, килер ул ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә.

Сөнки мин киләсәк менән бергә,

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....