Зәйнәб Биишева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәте. (v синыф)
план-конспект урока (5 класс)

Ишемьярова Гулия Гирфановна

Дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon z.biisheva_master_i_podmaster.doc72 КБ

Предварительный просмотр:

  Тема: Зәйнәб Биишева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәте. (v синыф).

  Маҡсат: 1) З.Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтен анализлау;

2) «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәте нигеҙендә уҡыусыларҙың фекер ҡеүәһен үҫтереү, телмәр байлығын арттырыу;

3) З.Биишеваның  әҫәре аша балаларға изгелек, мәрхәметлек, хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирам тәрбиәләү.

  Йыһазландырыу: З.Биишеваның тормошон һәм ижад юлын сағылдырған альбом, яҙыусының ижадына арналған гәзит, «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәте, карточкалар, китаптар күргәҙмәһе, көршәк, көршәк ярсыҡтары, ҡырҡылған “4”, “5” билдәләре.

                                                 Дәрес барышы

Ойоштороу мәле. Сәләмләү.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
  • Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!

                                                        1-се слайд:

(Психологик комфорт ойоштороу. Яҡшы кәйефле битлек. Уҡыусылар шиғырҙы йылмайып, күтәренке тауыш менән һөйләйҙәр)

  • Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

“4”-ле, “5”-ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

  • Тимәк, кәйефегеҙ күтәренке. Бик яҡшы! Дәресте башлайыҡ.

ІII. І Артикуляцион күнегеүҙәр. Һорауҙарға яуап алыу.

–       Ә хәҙер, уҡыусылар, телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Экранға ҡарағыҙ.

                                                        2-се слайд:

                                     ҒӘ - ҒӨ - ҒҮ             ҠӘ - ҠӨ - ҠҮ          

                                ӘҒ - ӨҒ - ҮҒ             ӘҠ - ӨҠ – ҮҠ

 

                   -    уҡытыусы уҡый;

  • бергәләп уҡыу;
  • беренсе юлын малайҙар, икенсе юлын ҡыҙҙар уҡый.

Һүҙлек диктанты (һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙыртыу, һуңынан бер парта артында ултырған уҡыусылар дәфтәрҙәре менән алмаша, уҡытыусы һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙа, уҡыусылар уларҙы тәржемә итергә тейештәр, бер-береһенең хаталарын табып төҙәтәләр).

III. Өй эшен тикшереү.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ ниндәй әҫәр менән таныштыҡ?

Уҡыусы: «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәһен уҡыныҡ.

Уҡытыусы: Хикәйәнең авторы кем?

Уҡыусы: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева.

Уҡытыусы: Өйгә ниндәй эш бирелде?

Уҡыусы: Хикәйәне аҙағына тиклем уҡып бөтөргә ҡушылды, таныш булмаған һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып килергә.

Уҡытыусы: Һүҙлек дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен дәфтәргә яҙып китәйек.

IV. Һүҙлек эше

     һөнәрсе – мастер

     өйрәнсек – подмастерье

     табыш – доход

     ҡылыҡ – поведение, пооступок

     йоҡа – тонкий (-ая,-ое)

     туҙбаш йылан – уж

Ял минуты. «Был дуҫың менән күреш!» уйыны.

V. Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

          1.     Маҡсатты әйтеү:

-   Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ икән? Моғайын, ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табырһығыҙ тип уйлайым.

3-сө слайд:

                     

                              

            

(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлап ҡарау)

 -    Дәрестә беҙ яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ, яҙасаҡбыҙ, уҡырға ла, уйнарға ла өлгөрәсәкбеҙ.

Уҡытыусы: Яҡшы. Һүҙҙәр менән дә таныштыҡ. Бөгөн дәрес барышында беҙ «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәрен анализлаясаҡбыҙ. Был әҫәр менән автор ни әйтергә теләгәнен беләсәкбеҙ – был беҙҙең бөгөнгө маҡсатыбыҙ. Тимәк, кем һуң ул Һөнәрсе? Һөнәрсе – ул үҙ эшенең оҫтаһы, Өйрәнсек – һөнәргә өйрәнеүсе кеше. Бөгөн дәрестә һеҙ өйрәнсек булырһығыҙ. Үҙ белемдәрегеҙ менән һеҙ командаларға бүленеп, тылсымлы көршәк төҙөйәсәкһегеҙ. Ә мин – һөнәрсе. Йәғни, һеҙҙе дөрөҫ юлға төшөрөүсе, һөнәр алыуға ярҙам итеүсе. Бына был минең көршәгем. (Уҡытыусы өҫтәлгә ваза ҡуя.) Ул – тылсымлы. Тылсымын дәрес аҙағында белерһегеҙ. (Уҡытыусы көршәктең ярсыҡтарын таратып бирә, һорауҙар бирелә бара, яуап биргән рәт көршәк төҙөй бара.)

Әҫәрҙе анализлау.

Һорауҙарға яуап биреү:

  • Ни өсөн, ауыл халҡы, ғүмер буйы көршәк эшләгән кешегә « Өйрәнсек» тип исем ҡушҡан?
  • Уның көршәктәре нисек булған?
  • Ауылда шундай уҡ оҫталар булғанмы?
  • Ә уның исеме кем?
  • Ни өсөн ауыл халҡы уға “Һөнәрсе” исемен биргән?
  • Ул ниндәй эштәр башҡарған?
  • «Көршәк көршәк булыр инде ул» тигән һүҙҙәр кемде характерлай?
  • Һөнәрсе менән Өйрәнсектең үҙ-ара мөнәсәбәте нисек булған?
  • Ни өсөн?
  • Уны нимәлә күреп була?

Карточкалар менән эшләү. Бирелгән характеристикалар «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтендә ҡайһыһы Һөнәрсегә, ҡайһыһы Өйрәнсеккә тап килә?

     - оҫта

    - йәмһеҙ, тупаҫ көршәктәр

    - тынғы белмәгән

    - ҡомһоҙ

    - ғәмһеҙ

    - һәр ваҡыт эҙләнгән, өйрәнгән.

- «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтен һөйләгән олатайҙың исеме кем?

- Хикәйәт буйынса көршәк ниндәй?

- ҡомартҡы көршәк ҡайһы яҡтарҙан килгән? Хикәйәнән табып уҡып күрһәтергә.

VI. Йомғаҡлау

Уҡытыусы: Уҡыусылар, был әҫәре менән автор беҙгә нимә еткерергә теләне икән?

Уҡыусылар яуабы.

Уҡытыусы. Эйе, тимәк хеҙмәтте яратырға, хеҙмәт кешеһен хөрмәт итергә, ялғандың ҡойроғо ҡыҫҡа икәне онотмаҫҡа, ғәҙел, хеҙмәт һөйгән кеше булып үҫергә кәрәк. Бына таҡтаға ҡарағыҙ, был һеҙҙең көршәгегеҙ – һеҙҙең хеҙмәтегеҙ. Был көршәкте һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ, үҙ көсөгөҙ менән төҙөнөгөҙ һәм белемегеҙҙе күрһәттегеҙ.

Баһалау.

Уҡытыусы. Ә мин әйткән тылсымлы көршәктә баһалар ята. (“4”, “5” билдәләре таратып бирелә.)

Өйгә эш. «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенән мәҡәлдәр табып, мәғәнәһенә төшөнөп, дәфтәргә яҙып килергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

З.Биишева «Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек»

8 синыфта башҡорт әҙәбиәтенән дәрес Тема: З.Биишева «hѳнәрсе менән Ѳйрәнсек» Маҡсат:Уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу. Әҫәр тураһында фекерҙәрен, образдарға мѳнәсәбәттәрен ...

2 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны...

5 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

1.     Аңлатма яҙыу Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикал...

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендә Һ.Дәүләтшинаның тормошо сағылышы

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендәге Һөнәрсе  образында Һ.Дәүләтшина тормошоноң  сағылышын сағыштырыуҙар, конкрет деталдәр аша күҙәтеү, иҫбатлау,  һығымталар яһау....

6 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙе...