5 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
календарно-тематическое планирование по теме
1. Аңлатма яҙыу
Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. (Рәсәй Федерацияһы. Рәсәй Федерацияһының мәғарифы хаҡында федераль законы. № 273 –ФЗ 29.12.2012 йылдан. – Ростов н\Д : Легион , 2013). Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:
1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.
2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө - 2008.
3) Башҡорт теленән программа.(V-XI кластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.
Беҙҙең мәктәптә уҡытыу тәүге ике программаға нигеҙләнеп ойошторолдо. Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.
Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.
Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-11 кластарҙа алып барыла.
Программа телде өс йүнәлештә
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу
- телдең системаһын өйрәнеү
- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.
2. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.
5-11 класта башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре
Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.
Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙан диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.
Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
- Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
- Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
- Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
- Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
- Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
- Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
- Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
- Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.
Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә, түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:
1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.
2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.
Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);
2. Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).
3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат”,”Аманат”,”Шоңҡар”,”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)
4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)
5. Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
5_gos_bash_.docx | 55.36 КБ |
Предварительный просмотр:
- Аңлатма яҙыу
Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Башҡорт телен уҡытыу законлы нигеҙгә ҡуйылды. (Рәсәй Федерацияһы. Рәсәй Федерацияһының мәғарифы хаҡында федераль законы. № 273 –ФЗ 29.12.2012 йылдан. – Ростов н\Д : Легион , 2013). Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:
1) Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.
2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө - 2008.
3) Башҡорт теленән программа.(V-XI кластар өсөн) БР Мәғариф министрлығы. Ижевск:КнигоГрад,2008.
Беҙҙең мәктәптә уҡытыу тәүге ике программаға нигеҙләнеп ойошторолдо. Икенсе программа менән башҡорт төркөмдәре шөғөлләнә.
Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ.- Ижевск:КнигоГрад, 2008.
Был программа нигеҙендә уҡытыу 5-11 кластарҙа алып барыла.
Программа телде өс йүнәлештә
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу
- телдең системаһын өйрәнеү
- бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота, милли тәрбиә лә ҡарала.
- Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.
5-11 класта башҡорт телен өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре
Рус мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың төп бурысы балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.
Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙан диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.
Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
- Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
- Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
- Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;
- Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
- Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
- Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
- Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
- Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.
Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәткәндә, түбәндәге принциптарға нигеҙләнәнергә кәрәк:
1. Башҡорт теле-балаларҙың башҡорт донъяһына алып инеү асҡысы.
2. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
3. Башҡорт телен фәҡәт ғәмәли үҙләштереү маҡсатынан сығып өйрәнеү.
Шул нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде,уҡығанды,радио-теле тапшырыуҙарын аңларға өйрәтеү (аудирование);
2. Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар,ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү(говорение).
3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге,уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”,”Аҡбуҙат”,”Аманат”,”Шоңҡар”,”Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение)
4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(элементарное письмо.)
5. Башҡорт телен өйҙә,йәмәғәт тормошонда,хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
6.Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп,балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,милли йолалары,башҡорт халҡының күренекле шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге,ижады һ.б. менән таныштырыу,балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт халҡына,үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
- Уҡыу планында предметтың урыны.
Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 5 класта 68 сәғәт (аҙнаһына 2 сәғәт) бүленгән.
Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу. Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) һүҙлек диктанты;
3) ғәҙәти диктанттар;
4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;
5) изложениелар;
6) иншалар.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре | Класс |
5 | |
Күсереп яҙыу | 1 |
Һорауҙарға яуаптар яҙыу | 1 |
Диктант | 3 |
Изложение | 1 |
Инша | 1 |
Бөтәһе | 7 |
Яҙма эштәрҙең күләме
Эш төрҙәре | Класс |
5 | |
Һүҙлек диктанты | 12-15 |
Диктант | 40-50 |
Изложение | 40-45 |
Инша | 45-50 |
Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:
Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
60-70 | 230-250 | 95-110 | 60-70 |
Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.
Диктанттарҙы баһалау.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә.Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш:III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6
Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;
4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.
Тупаҫ булмаған хаталар:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0, 1/2, 0/2.
«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3, 2/3,3/3, 1/5, 0/7.
«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6,
өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.
«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9.
«1» - уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:
«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.
«4» -эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.
«3» - яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.
«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.
Инша һәм изложениеларҙы баһалау.
Билдә ләр | Баһалауҙың төп критерийҙары | |
Йөкмәтке һәм телмәр | грамоталылыҡ | |
«5» | 1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла. 4. Эштең һүҙлеге бай. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан - 5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин. | 3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин. |
“4” | 1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин. | 7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион, 5 грамматик хата |
“3” | 1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 4. Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин. | 10 орфографик, 13 пунктуацион, 8 грамматик хата |
“2” | 1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ. 4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә - 20-нән күберәк хата ебәрелгән. | 12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата . |
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
- уҡыусылар эшмәкәрлеге;
- статистик мәғлүмәттәр;
- уҡыусыларҙың эштәре;
- тест һөҙөмтәләре.
Методтар:
- күҙәтеү;
- яуап һайлау;
- ҡыҫҡа яуап;
- башҡарыу процесын баһалау;
- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;
- портфолио.
Критерийҙар;
- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;
- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;
- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;
- уҡыуҙың темпы;
- әңгәмәлә ҡатнашыу;
- яуаптың дөрөҫлөгө;
- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.
- Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).
Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә).
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;
- уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).
башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; тыңлап аңлауҙа:
уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;
уҡыуҙа:
өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
яҙыу техникаһына эйә булыу;
үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм шәхси хат яҙыу.
башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция.
географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы:
башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү; өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү; ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; үҙ-үҙеңде баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д. Хеҙмәт сфераһында: уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
- Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
Төп йөкмәтке линиялары.
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
- телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
- тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
- социомәҙәни компетенция;
- дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.
Уҡыу курсының йөкмәткеһе
Уҡыу курсының йөкмәткеһе
5 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:
“Һаумы,мәктәп!”,”Үҙем тураһында”,”Йыл миҙгелдәре”,”Башҡортостаныңды беләһеңме?”, ”Кеше.Тән ағзалары.”,”Яңы йыл менән”,”8 Март-ҡатын-ҡыҙҙар көнө”,”Яҙ етте”,”Яҙғы эштәр”.
Грамматика буйынса блок-темалар:”Исем (исемдәрҙең һан,килеш менән үҙгәреше), ”Алмаш”, ”Ҡылым. (зат,һан менән үҙгәреше)”, ”Һан”, ”Лексика. Синоним.
Омоним.Антоним.”
Календарь-тематик планлаштырыу, 5 класс, (аҙнаға 2 сәғәт)
№ | Дәрестең темаһы | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | Сәғәт тәр һаны | Дата | Иҫкәрмә | ||
Планлашты рылған | Үткәрелгән | ||||||
I.Һаумы, мәктәп! Һаумы, уҡытыусым! (9 сәғәт). | |||||||
1 | Яңы уҡыу йылы башланды. Белем көнө. Башҡорт теленең алфавиты. | Дәреслек менән танышыу. Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау, аңлау. Башҡорт өндәрен рус телендәге өндәр менән сағыштырыу. | 1 | ||||
2 | Йәйге каникул. Башҡорт теленең үҙәнсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен таныу, ишетеү һәм дөрөҫ әйтә белеү. | 1 | ||||
3 | Көҙ етте. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Йыл миҙгелдәрен дөрөҫ әйтеү, һүрәт буйынса һөйләү. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы табыу. | 1 | ||||
4 | Көҙгө тәбиғәт. Сифат. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Көҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Ниндәй? Һорауының мәғәнә үҙенсәлеген аңлау, уларға яуап биреүсе һүҙҙәрҙе таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу | 1 | ||||
5 | Минең мәктәбем. Исем. Исемдең күплек ялғауҙары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Һөйләмдәр төҙөү. Исемдең күплек ялғауҙарын үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, дөрөҫ яҙыу. | 1 | ||||
6 | Беҙҙең класс Исемдең һан менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе ишетеү, дөрөҫ әйтеү, мәғәнәһен аңлау. Әңгәмәл ҡатнашыу. Исемдең һан менән үҙгәрешен үҙләштереү. | 1 | ||||
7 | Класташтарым. Да (дә), ҙа (ҙә), ла (лә), та (тә), киҫәксәләрен ҡулланыу. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Әңгәмәл ҡатнашыу. Һөйләмдәр төҙөү. Да (дә), ҙа (ҙә), ла (лә), та (тә), киҫәксәләрен үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу һәм яҙыу. | 1 | ||||
8 | Башҡорт теле дәресе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Уҡытыусы һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү. | 1 | ||||
9 | Күсереп яҙыу “Артурҙың бер көнө” | Һөйләмдәрҙе матур, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу. “Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышы” ҡағиҙәләрен үтәү. | 1 | ||||
II.Үҙем тураһында (7 сәғәт). | |||||||
10 | Танышыу. Үҙем тураһында Хаталар өҫтөндә эш. Исемдең килеш менән үҙгәреүе. | Күсереп яҙыуҙа ебәргән хаталарҙы аңлау һәм төҙәтеү. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Үҙең менән таныштыра белеү. Килеш һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлеген аңлау, уларға яуап биреүсе һүҙҙәрҙе таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
11 | Минең ғаиләм. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү. Әңгәмәлә ҡатнашыу. | 1 | ||||
12 | Минең туғандарым. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше . | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. “Минең туғандарым” темаһына бәйләнешле текст төҙөү. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше үҙенсәлеген аңлау. | 1 | ||||
13 | Ҡайҙа йәшәйһең? Беҙҙең фатир. Алмаш. Зат алмаштары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәткеһе, һүрәттәр буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Зат алмаштарын таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
14 | Көн тәртибем. Эйәлек алмаштары. к-г, ҡ-ғ, п-б тартынҡыларының сиратлашыуы. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Көн режимы тураһында әңгәмәл ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә алыу. Тексты тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Эйәлек алмаштарын үҙләштереү ,телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
15 | Минең дуҫым. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Диалогта ҡатнашыу. Һөйләмдәр төҙөү. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреү үҙенсәлеген аңлау, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
16 | Минең уй-хыялдарым. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Диалогта ҡатнашыу. Һөйләмдәр төҙөү. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәрешен аңлау. | 1 | ||||
III. Йыл миҙгелдәре (9 сәғәт). | |||||||
17 | Йыл миҙгелдәре. Сифаттың исем менән ярашыуы | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Йыл миҙгелдәрен дөрөҫ әйтеү, һорауҙарға яуап биреү. Диалогта ҡатнашыу. Сифаттың исем менән ярашыуын үҙләштереү. | 1 | ||||
18 | “Алмаш” темаһы буйынса контроль диктант «Көҙгө урман». | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығыту. | 1 | ||||
19 | Көҙ билдәләре. Көҙ көнө һауа торошо. Хаталар өҫтөндә эш. Һорау алмаштары. | Диктантта ебәрелгән хаталарҙы аңлау һәм төҙәтеү. Көҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Һөйләмдәр төҙөү. Һорау алмаштарын таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
20 | Көҙгө эштәр. Күрһәтеү алмаштары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Текста күрһәтеү алмаштарын табыу, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу. | 1 | ||||
21 | Баҡса эштәре. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше үҙенсәлеген аңлау, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
22 | Эскурсия “Беҙҙең ҡалала көҙ” Билдәләү алмаштары. Билдәһеҙлек алмаштары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу. Билдәләү һәм билдәһеҙлек алмаштарының мәғәнә үҙенсәлеген аңлау, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
23 | Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! Юҡлыҡ алмаштары | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Һөйләмдәр төҙөү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Юҡлыҡ алмаштарының мәғәнә үҙенсәлеген аңлау ,телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
24 | Инша «Көҙгө тәбиғәт” | Үҙ аллы эшләү. Фекерләргә өйрәтеү. Уларҙы эҙмә- эҙлекле рәүештә яҙыу. | 1 | ||||
25 | Минең яратҡан миҙгелем. Һүҙлектәр менән эш | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусының һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Диалогта ҡатнашыу. Алмаштарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
IV. Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт) | |||||||
26 | Ватаным – Башҡортостан. Яңғыҙлыҡ исемдәр. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү. Тыуған ил, тыуған ер тураһында мәҡәлдәр табыу. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе текста табыу, дөрөҫ яҙыу. | 1 | ||||
27 | Минең Республикам! Уртаҡлыҡ исемдәр. | Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар табыу, дөрөҫ итеп яҙыу. | 1 | ||||
28 | Изложение “Аҡыллы турғай”. | Әкиәтте уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке, һүрәт буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Әкиәт буйынса изложение яҙыу. | 1 | ||||
29 | Өфө- Башҡортостан дың баш ҡалаһы. Хаталар өҫтөндә эш. Һандарҙы ҡабатлау. | Контроль эштә ебәрелгән хаталарҙы аңлау һәм төҙәтеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Тема буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Башҡортса һанай белеү. | 1 | ||||
30 | Салауат Юлаев һәйкәле. Һөйләм төҙөлөшөн ҡабатлау. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү. | 1 | ||||
31 | Башҡортостан байлыҡтары. Һөйләм төрҙәре. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен нығытыу. Интонация буйынса бүленгән һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, уларҙы текстан табыу. | 1 | ||||
32 | Башҡортостанды беләһеңме? Һорау һөйләмдәр. | Уҡытысы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу. Һорау һөйләмдәр төҙөү, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу. | 1 | ||||
V. Яңы йыл менән (8 с.) | |||||||
33 | Башҡортостанда ҡыш. Исемдең күплек ялғауҙары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Исемдең күплек ялғауҙарын үҙләштереү ,телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
34 | Ҡыш күренештәре. Ҡылымдың һан менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау. Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Ҡылымдың һан менән үҙгәрешен үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
35 | Ҡоштарға ярҙам. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Башҡортостан ҡоштарын таныу, уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү. | 1 | ||||
36 | Хайуандар донъяһында. Ҡылымдың 1-се зат ялғауҙары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡ тәрбиәләү. Ҡылымдың 1- се зат ялғауҙарын үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
37 | Ҡышҡы уйындар. Һүрәт буйынса эш. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Ҡылымдың 3-сө зт ялғауҙарын үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
38 | Һорауҙарға яуаптар “Ҡышҡы тәбиғәт” | Үҙ аллы эшләү. Һорауҙарға тулы һәм дөрөҫ яуап биреү. | 1 | ||||
39 | Экскурсия “Беҙҙең ҡалала ҡыш”.Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылымдың 2-се зат ялғауҙары. | Контроль эштә ебәрелгән хаталарҙы аңлау һәм төҙәтеү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Ҡылымдың 2-се зат ялғауҙарын үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
40 | Грипп тейә күрмәһен! Ҡылымдың 3-сө зат ялғауҙары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Ҡылымдың 3-сө зат ялғауҙарын үҙләштереү телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
VI. Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена (5 сәғәт). | |||||||
41 | Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тән өлөштәрен атай белеү. Эйәлек төшөнсәһен үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
42 | Шәхси гигиена. Эйәлек килеш ялғауҙары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғырҙы тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау, һорауҙарға яуап биреү. Гигиена ҡағиҙәләрен үтәү. Эйәлек килеш ялғауҙарын үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
43 | Көн тәртибе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Көн режимы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү. | 1 | ||||
44 | Изложение «Юлбарыҫ менән төлкө” | Әкиәтте уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке, һүрәт буйынса уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү. Әкиәт буйынса изложение яҙыу. | 1 | ||||
45 | Дарыу үләндәре. Ҡылым һөйкәлештәре. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Ҡылым һөйкәлештәрен үҙләштереү. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше мәғәнәһен үҙләштереү, миҫалдар килтереү. | 1 | ||||
VII. 8 Март – ҡатын- ҡыҙҙар көнө (4 сәғәт.) | |||||||
46 | 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Антонимдар. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Антонимдарҙы үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
47 | Минең әсәйем. Антонимдарҙы телмәрҙә ҡулланыу. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғырҙы тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау, һорауҙарға яуап биреү. Һөйләм төҙөү. Антонимдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
48 | Минең өләсәйем. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тексты уҡыу ,йөкмәткеһен аңлау. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Һөәләмдәр төҙөү. Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе, хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү, Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу. | 1 | ||||
49 | Инша “Минең әсәйем” | Үҙ аллы эшләү. Фекерләргә өйрәтеү. Уларҙы эҙмә- эҙлекле рәүештә яҙыу. | 1 | ||||
VIII. Аҙыҡ-түлек. Кейем - һалым. Магазин. Өй. Баҙар. (6 сәғәт.) | |||||||
50 | Аҙыҡ-түлек магазинында. Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. | Иншала ебәрелгән хаталарҙы аңлау һәм төҙәтеү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы уҡыған йомаҡты аңлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ишетеү, таныу, дөрөҫ әйтә һәм яҙа белеү. Икмәк тураһында мәҡәлдәр табыу. | 1 | ||||
51 | Кейем-һалым магазинында. Синонимдар. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Тесты тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Синонимдарҙы үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү. | 1 | ||||
52 | Баҙарҙа. Байрамға әҙерләнеү. Исемдең һан менән үҙгәреше. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Әңгәмәлә ҡатнашыу, диалог төҙөү. Исемдең һан менән үҙгәрешен үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
53 | Сәй эсәбеҙ. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Диалогты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Йөкмәтке буйынса уҡытыусы биргән һорауҙарға яуап биреү. Күплек ялғауҙарын үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
54 | “Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе” темаһы буйынса диктант “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу, үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығыту. | 1 | ||||
55 | Баҡсала уңыш йыябыҙ. Тыуған көн. Телмәр үҫтереү. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Һөйләмдең эйәһе менән хәбәрен таныу, һорауҙар ҡуя белеү. | 1 | ||||
IX. Яҙ етте (6 сәғәт.) | |||||||
56 | Яҙ килә. Омонимдар. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Омонимдарҙы үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, һөйләмдәр төҙөү. | 1 | ||||
57 | Башҡортостанда яҙ. Яҙғы тәбиғәт. Омонимдарҙы телмәрҙә ҡулланыу. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Һүрәт буйынса һөйләү. Омонимдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
58 | Осоп ҡайтыусы ҡоштар. Алмаштар (ҡабатлау). | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Башҡортостан ҡоштарын таныу, уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү. Алмаштарҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү, уларҙы текста табыу. | 1 | ||||
59 | Ҡайтығыҙ, ҡоштар! Алмаштарҙы телмәрҙә ҡулланыу . | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау. Алмаштарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, уларҙы текста табыу. | 1 | ||||
60 | “Исем” темаһы буйынса контроль диктант “Муйыл” | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу. “Башөорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышы” ҡағиҙәләрен үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу. | 1 | ||||
61 | Яҙғы байрамдар. 9 май- Еңеү байрамы Хаталр өҫтөндә эш. Кем? Нимә? Һорауҙары | Диктантта ебәрелгән хаталарҙы аңлау, төҙәтеү. Тексты тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау, һорауҙарға яуап биреү. Һөйләмдәрҙә кем? нимә? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе табыу. | 1 | ||||
Яҙғы эштәр (4 сәғәт.) | |||||||
62 | Яҙғы эштәр. Яҙғы өмәләр. Һандар. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғырҙы тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Ябай һәм ҡушма һандарҙы үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу. | 1 | ||||
63 | Баҡса эштәре. Йы, йе, йо, йө, йү хәреф ҡушымсалары. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙы тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Йы, йе, йо, йө, йү хәреф ҡушымсаларын үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу. | 1 | ||||
64 | Яҙғы сәскәләр. Һандарҙы телмәрҙә ҡулланыу . | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. тексты уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү, һорауҙарға яуап биреү. Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Һандарҙы телмәрҙә ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу. | 1 | ||||
65 | 5- се класта үтелгән бөтә грамматик темалар буйынса контроль диктант ” Батырҙар ниндәй була?” | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу. Йыл буйына үткән ҡағиҙәләрҙе үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу. | 1 | ||||
Яҙғы байрамдар (3 сәғәт.) | |||||||
66 | Яҙғы байрамдар. Хаталар өҫтөндә эш. Грамматика буйынса үтелгәнде ҡабатлау. | Диктантта ебәрелгән хаталарҙы аңлау, төҙәтеү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү. Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. | 1 | ||||
67 | «Ҡарға бутҡаһы» байрамы. Грамматика буйынса үтелгәнде ҡабатлау | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау. Тексты уҡыу, йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Һүҙ төркөмдәрен айырырға өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. | 1 | ||||
68 | Һабантуй байрамы Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарын яуап биреү. Тексты уҡыу, йөкмәткеһе үҙләштереү. Һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү. Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. | 1 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
3 сыйныф рус группасы өчен татар теленнән календарь-тематик план.
1. Дәреслек: Күңелле татар теле/Дүртьеллык башлангыч мәктәпнең 3нче сыйныф рус балалары өчен татар теле һәм уку дәреслеге (ике кисәктә), Р.З.Хәйдәрова, Г.М. Әхмәтҗанова, ...
2 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны...
3нче сыйныфларның рус төркемендә укучы балалар өчен татар теленнән календарь-тематик план Дәреслек авторлары: Р.З.Хәйдәрова, Г.М.Әхмәтҗанов, Л.Ә.Гыйниятуллина
3нче сыйныфларның рус төркемендә укучы балалар өчен татар теленнән календарь-тематик планДәреслек авторлары: Р.З.Хәйдәрова, Г.М.Әхмәтҗанов, Л.Ә.Гыйниятуллина...
6 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙе...
8 класс өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙеңVIII класы өсөн башҡорт әҙәбиәтенән 2016– 2017 уҡыу йылына календарь-тематик план №ТемабиттәрСәғәттәр һаны Иҫкәрмә План буйынса...