Главные вкладки
Ишемьярова Гулия Гирфановна
Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп.
Профессия: учитель башкирского языка, логопед
Профессиональные интересы: развитие устной и письменной речи обучающихся, использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка
Увлечения: чтение
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Уфа
Место работы: МАОУ Школа№37 г. Уфа
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ishemyarova-guliya-girfanovna-bashkort-tele-ukytyusyhyО себе
Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, күпме аң, балаларға һәм кешелеккә булған күпме мөхәббәт хистәре туплаған был һүҙҙә... Алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл һәм зиһен менән кескәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе.
Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.
Уҡытыусы - бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк, хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә үрләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.
Мин үҙ фәнемде яратам. Һәр бер предмет уҡытыусыһы үҙ фәне аша бөгөнгө көн проблемаһын уҡыусыларға еткереү һәм уларҙы сисеү юлы өҫтөндә эшләй. Беҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә: балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыу, мәҙәниәтле һәм белемле итеү, кешелеклелек һәм милли тәрбиә үҫтереү.
Балалар менән эшләү – ҙур бәхет ул. Улар уҡытыусыны илһамландыра, ҡанатландыра, ышаныс тыуҙыра. Уҡыусының дәрескә ҡыҙыҡһынып килеүе бик мөһим. Бөгөнгө көндә, бәхеткә күрә, төрлө метод һәм саралар, технологиялар бар.
Уҡытыусы һәр ваҡыт һөнәр белемен ҡамиллаштырырға тейеш, сөнки йәмғиәт үҫеше алға бара. Белем күтәреү курстарында уҡыу, семинарҙарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, коллегалар менән аралашыу – былар барыһы ла педагогик оҫталыҡты үҫтерә. Беҙ һәр саҡ үҙ белемебеҙҙе күтәреү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү генә тейешле һөҙөмтәләр бирә.
Заман һулышы менән бер аҙымда атларға, XXI быуат уҡытыусыһы булырға, уҡыусыларҙы предмет менән ҡыҙыҡһындырырға, иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн яңы технологиялар үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланырға тырышам.
Дәрестән уҡыусы ижад итергә, нимәҙер уйлап табырға теләй икән, ул осҡондо һүндермәйенсә, ялҡын итеп ҡабыҙып ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ балалар менән дәрестән тыш сараларҙа ҡатнашыу бик мөһим. Уларҙың һәр яҡлап ижади таланттары тормошҡа аша.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты