З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендә Һ.Дәүләтшинаның тормошо сағылышы
методическая разработка (10 класс) на тему
З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендәге Һөнәрсе образында Һ.Дәүләтшина тормошоноң сағылышын сағыштырыуҙар, конкрет деталдәр аша күҙәтеү, иҫбатлау, һығымталар яһау.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
z._biisheva_honrse_menn_oyrnsek.doc | 92 КБ |
Предварительный просмотр:
БАШҠОРТОСАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә
Һәҙиә Дәүләтшинаның яҙмышы сағылышы.
(Дәрес-эҙләнеү, 10 класс)
Мораҡ 1-се урта мәктә-
бенең башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Сәхибгәрәева Гүзәл Мөхлис ҡыҙының дәрес проекты
Мораҡ - 2012
Г. М. Сәхибгәрәева -
Күгәрсен районы Мораҡ 1-се урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиёте уҡытыусыһы.
Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә
Һәҙиә Дәүләтшинаның яҙмышы сағылышы.
(Дәрес -эҙләнеү)
Маҡсат: Фәнни эҙләнеү алымы менән З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен тағы бер тапҡыр байҡап сығыу, уға таянып Һәҙиә Дәүләтшинаның трагик яҙмышын, ижадын өйрәнеү;
Эҙләнеү алымдарын үҙләштереү: авторҙар тураһында мәғлүмәттәр йыйырға, йыйғандарын системаға килтерергә өйрәтеү, аналитик фекерләү һәләтен үҫтереү;
Проект эшмәкәрлеге нигеҙендә ижади фекерләүсе уҡыусы тәрбиәләү, яҙыусылар Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина үрнәгендә һәм Һөнәрсе образы аша әхләҡи, һөнәри тәрбиә биреү.
Йыһазландырыу:
Портреттар, китаптарынан күргәҙмә, фильм, компьютер презентацияһы, уҡыусыларҙың ижади эш проекттары, һүрәттәр, карточкалар, дәрес өсөн һорауҙар.
Дәрестең формаһы: Дәрес – эҙләнеү.
Дәрес барышы.
I Ойоштороу мәле.
1. Һаулыҡ һорашыу. Ҡунаҡтар менән дә һаулыҡ һорашабыҙ.
2. Дәресте ыңғай мотив менән тәьмин итеү - мотивация булдырыу .
Дәрестең эпиграфы менән танышыу (Хор менән уҡыу):
“Яҡшылыҡты эшлә лә , һыуға һал-
халыҡ белер,
халыҡ белмәһә, балыҡ белер”.
-Нимә тураһында был мәҡәл? ( Яҡшылыҡ, халыҡ тураһында).
- Ни өсөн шулай әйтелә?
(яҡшылыҡты эшләргә кәрәк)
3. Эҙләнеү дәресенең маҡсат –бурыстарын билдәләү. Уҡытыусы һүҙе.
- Беҙҙә бөгөн - эҙләнеү дәресе. Дөйөм алғанда, эҙләнеү – ул кеше эшмәкәрлегенең бер үҙенсәлеге. Һәр кем үҙенең эшен дөрөҫ, матур итеп ойошторор өсөн, тәүҙә ниндәйҙер кимәлдә эҙләнеү эше үткәрә. Үҙебеҙҙең дәрестә беҙ ҙә һеҙҙең менән эҙләнеү эшмәкәрлегенә өйрәнеүҙе маҡсат итеп алырбыҙ һәм төрлө ысулдар ҡулланып, фәнни эҙләнеү эшен башҡарырбыҙ. Дәрестең темаһы буйынса һеҙгә алдан һорауҙар бирелде, һеҙ шул һорауҙарға үҙ аллы яуаптар эҙләнегеҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ фәнни-эҙләнеү эшен башҡарҙы, кемдәрҙер Интернет ресурстарынан мәғлүмәт йыйҙы. Һәр кем ниндәйҙер эш эшләне. Бөгөн үҙебеҙҙең әҙерлектәребеҙҙе бергә ҡушып, “Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә Һәҙиә Дәүләтшинаның яҙмышы сағылышы” тигән тема өҫтөндә эшләрбеҙ.
Датаны,теманы дәфтәргә яҙып алыу.
Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, мәғәнәләрен аңлатыу:
Плагиат- кеше яҙған әҫәрҙе үҙенеке итеп күрһәтеү, үҙләштереү,
Концепция- (латинса- система, аңлау)-берәй предметты, күренеште, процесты билдәле бер тәртиптә аңлатыу ысулы..
II. Төп өлөш. Эҙләнеү, проект эштәрен яҡлау.
1. Дәрестең эҙләнеү проблемаларын билдәләү: һорауҙарҙы таҡтаға элеп ҡуйыу.
Дәрескә әҙерләнеү өсөн алдан бирелгән һорауҙар:
1. Кем ул Зәйнәб Биишева? 2. Ни өсөн ул “Һөнәрсе менән өйрәнсек” хикәйәтен яҙған? 3. Кем ул Һ. Дәүләтшина? 4. Кем ул ул Һөнәрсе? 5. Һөнәрсе образында беҙ кемде күрәбеҙ? 6. Һ. Дәүләтшина менән З. Биишеваның бөйөклөгө нимәлә? |
- Беренсе һорауҙы уҡыйбыҙ. Кем ул Зәйнәб Биишева?
1-се уҡыусы үҙенең ижади эшенең тезисы менән сығыш яһай:
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (1990 й), шағирә, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968й). Ул 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районындаТуйымбәт ауылында тыуған. Зәйнәб Биишева роман-трилогия ижад иткән күренекле әҙибә. Уның әҫәрҙәре төрлө-төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Ул бик күп китаптар авторы. Зәйнәб Биишева – беҙҙең яҙташыбыҙ, беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Быйыл уның 105 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ.
Таҡтаға үҙе әҙерләп килгән З.Биишеватураһында абтобиографик белешмәне (хронологик канваны) элеп ҡуя.
Зәйнәб Биишева тураһындағы кинонан өҙөк ҡарайбыҙ. (3 минут).Өҙөктә әҙәби тәнҡитсе, әҙибәнең әҫәрҙәрен монографик планда өйрәнеүсе А.Н. Журавлева һөйләй:
“Берәй ғәҙелһеҙлек булһа йәки әхләҡи ҡанундар боҙолғанын күрһә, ул өндәшмәй ҡала алмай ине. Яҙыусылар мөхитендә репрессияға эләккән трагик яҙмышлы яҙыусы –ҡатын-ҡыҙға ҡарата тупаҫ плагиат килеп сыҡҡас, ул үҙенең “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен яҙҙы”һөйләй.
- А.Н. Журавлева телгә алған репрессияға эләгеүсе трагик яҙмышлы яҙыусы –ҡатын-ҡыҙ кем икән? ( Икенсе һорау - кем ул Һ. Дәүләтшина?)
2-се уҡыусы үҙенең ижади эше менән ҡыҫҡаса сығыш яһай:
- Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина – башҡорт әҙәбиәтендә тәүге күренекле яҙыусы - әҙибә. Ул 1905 йылдың 5 мартында Һамар өлкәһендә Ырғыҙ буйында урынлашҡан Хәсән ауылында тыуған. Буласаҡ әҙибә очерктар, хикәйәләр, шиғырҙар ижад иткән, роман яҙған. Хаҡһыҙ рәүештә ҡулға алынып, биш йыл ғүмерен тотҡонлоҡта үткәргән. Ул 1954 йылда вафат була, ә бер аҙҙан уның архивы урлана. 1957 йылда Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы баҫылып сыға. 1967 йылда уға был романы өсөн Салауат Юлаев премияһы бирелә.
Таҡтаға үҙе әҙерләп килгән Һ Дәүләтшина тураһында абтобиографик белешмәне (хронологик канва) элеп ҡуя, икенсе вариантын уҡыусыларға таратып бирә.
- Ижад итә, тотҡонлоҡҡа эләгә, вафат була, бер әҫәре баҫылып сыға, икенсе бер әҫәре юғала... Был һүҙҙәр тураһында уйланып алайыҡ әле... Кемде иҫкә төшөрә, йәки ниндәй әҙәби образ күҙ алдына килә?
-Уны кем менән сағыштырырға була, ни өсөн?
З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек ” хикәйәтендә Һөнәрсе образы менән. Һөнәрсе лә ғүмере буйы ижад итә, ә үҙе Өйрәнсек өсөн эшләй көршәктәрен.
- Кем ул һөнәрсе? (Өсөнсө һорауҙы уҡыйбыҙ.Таҡтала синквейндың беренсе һүҙе-
– барлыҡҡа килә.)
Ижади проектты яҡлау. (2 - 3минут) 3-сө уҡыусы – Шәрипова Регина үҙенең фәнни -эҙләнеү проектының тезистарын уҡый:
- Мин үҙемдең ижади проектымды “Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйтендә күренекле әҙибә Һәҙиә Дәүләтшина яҙмышының сағылышы” тип атаным һәм компътерҙа уның презентацияһын эшләнем. Минең эшем өс өлөштән тора: 1-сеһе – Инеш өлөш, 2-сеһе – төп өлөш, 3-сөһө йомғаҡлау. Инеш өлөшөндә теманың актуаллеге, эҙләнеү эшенең маҡсаты, бурыстары һәм гипотезаһы тураһында һүҙ бара. Бөтәһе тураһында ла һөйләмәй, ҡыҫҡаса ғына маҡсат һәм гипотеза тураһында әйтеп үтәм.
Фәнни – эҙләнеү эшенең маҡсаты. Зәйнәб Биишева ни өсөн был хикәйәтте яҙырға уйлаған, уны ижад итергә мәжбүр иткән ниндәй хәлдәр булған икән тормошта – шуларҙы асыҡлауҙы мин эшемдең төп маҡсаты итеп алдым. Ошо маҡсаттан сығып, мин түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:
- Кем ул ысын һөнәрсе, ул ниндәй булырға тейеш? Ошо һорауға тиҫтерҙәремдең иғтибарын йүнәлткем килде. Уларҙы хәҙерҙән үк үҙеңдең киләсәк һөнәрең тураһында уйланырға саҡырам.Һәҙиә Дәүләтшина менән Һөнәрсе араһында оҡшашлыҡ бармы? Әгәр ҙә булһа, ниндәй оҡшашлыҡ? – шуны асыҡларға тырышасаҡмын.
Фәнни – эҙләнеү эшенең гипотезаһы - ”Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә Һөнәрсе образының тормоштағы прототибы булып Һ. Дәүләтшина тора тип иҫбатларға уйлайым. Артабан минең проектта уның объекты, предметы, методтары һәм ҡулланылған әҙәби әҫәрҙәр тураһында һүҙ бара. Төп өлөшө ике бүлектән тора. Беренсе бүлек -“Һөнәрсе образы һәм Һәҙиә Дәүләтшина” тип атала. Унда “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтенең яҙылыу тарихы тураһында ҡыҫҡаса әйтелә. Кем ул Һөнәрсе тигән һорауға мин тубәндәгесә яуап бирҙем: Һөнәрсе – ул үҙ эшенең оҫтаһы. Ул тынғыһыҙ, һәр ваҡыт ижад итә, камиллаша. Үҙенең ижад емеше менән халыҡты һөйөндөрә. Артабан Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле тормош юлына, ижадына байҡау яһаным. Икенсе бүлектең- исеме тема менән тап килә , ул “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә Һ. Дәүләтшинаның яҙмышы сағылышы” тип атала. Унда мин Һөнәрсенең яҙмышы менән Һ. Дәүләтшина тормошон сағыштырып ҡарайым, конкрет деталдәр аша уларҙың оҡшаш яҡтарын билдәләйем. Был оҡшашлыҡтарҙы таблица формаһында бирәм. Йомғаҡлау өлөшөндә: “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә”- тигән һығымта яһаным. Һөнәрсе менән Һ. Дәүләтшинанан үрнәк алып, халыҡҡа улар кеүек намыҫлы хеҙмәт итергә кәрәк тип яҙҙым. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
(Һөнәрсе тураһындағы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып алыу)
- Тимәк, Һөнәрсе ниндәй кеше булған? (Яуаптар төрлө: тырыш, тынғыһыҙ, намыҫлы, талантлы. Синквейндың икенсе юлын өҫтәп яҙабыҙ)
Һөнәрсе тынғыһыҙ, талантлы. |
2. Эҙләнеү дәресенең гипотезаһын билдәләү. Уҡытыусы һүҙе:
-Ә хәҙер Солангәрәева Динә таратып биргән хронологик белешмәне ҡарайыҡ та Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош баҫҡыстарынан үтәйек, уның һәр этабына туҡталайыҡ, ижадына күҙ һалайыҡ. Һәҙиә апайҙың башынан үткәндәрҙе Һөнәрсе яҙмышы менән сағыштырып ҡарайыҡ. Оҡшаш яҡтарын билдәләйек. Зәйнәб апай ниндәй поэтик деталдәр, кинәйәләр менән һүрәтләй икән Дәүләтшинаның трагик яҙмышын үҙенең хикәйәтендә? Шуларҙы асыҡларға тырышайыҡ.
3. Һорау-яуап рәүешендә оҡшаш яҡтарын табыу, дәлилдәр килтереү.
- Һәҙиә Дәүләтшина ҡайҙа тыуған?
-Һамар өлкәһе Больше –Черниговск районының Хәсән ауылында тыуған.
- Ә Һөнәрсенең йәшәгән ере?
- Кавказ яҡтарында тау өҫтөндә яйлала ултырған ауылда йәшәй Һөнәрсе.
Тимәк, Һ. Дәүләтшина Башҡортостандан ситтә тыуып үҫкәс, З. Биишева үҙ геройын да сит мөхиткә ҡуя. Был – беренсе оҡшашлыҡ.
- Хронологик таблицаны ҡулланып әйтегеҙ әле, Һ. Дәүләтшинаның ижад юлы ниндәй жанрҙар менән башлан?
- Ул “Һылыуҡай -пионерка” кеүек кескәй хикәйәләр, очерктар, “Айбикә” исемле повесть яҙа. Шунан буласаҡ “Ырғыҙ” романының тәүге вариантын ”Ялҡынлы йылдар”ҙы яҙа башлай. Айырым бүлектәрен баҫтырып сығара (“Партизандар”).
- Ә Һөнәрсе башта нимәләр эшләй?
- Сәй эсә торған кескәй касалар эшләй. Шунан һыу ташый торған матур көршәктәр яһауға күсә.
-Быны икенсе оҡшашлыҡ тип ҡарарға яраймы? Ниндәй параллель үткәрергә мөмкин?
Касалар // очерк, повестар,
Көршәк // роман.
- Һөнәрсе нисек эшләй үҙенең көршәктәрен? Ни өсөн уның көршәктәре бик матур килеп сыға?
-Һөнәрсе көршәктәрен эшләү өсөн, тауҙар- урмандар гиҙгән, яландарҙа сәскәләрҙе өйрәнгән, төрлө ерҙәге балсыҡтарҙы, ҡомдарҙы тикшереп ҡараған. Ул тырышҡан, һәр ваҡыт камиллашҡан. Хатта сит ҡалаға барып икенсе оҫталарҙың эшен өйрәнеп ҡайтҡан.
Синквейнға ниндәй һүҙҙәр өҫтәргә мөмкин? (ижад итә, эшләй, камиллаша,)
Һөнәрсе тынғыһыҙ, талантлы ижад итә, эшләй, камиллаша |
- Ә тормошоноң был осоронда Һ. Дәүләтшина Мәскәүҙә редакторҙар курсында, Өфөлә пед. институтта уҡый. 1934 – 1936 йылдарҙа Мәскәүҙә, Минскиҙа СССР Яҙыусыларының съезында, пленумдарында ҡатнаша. Тап Һөнәрсе кеүек: үҫә, камиллаша, ижадташ дуҫтары менән осраша.
-Һ.Дәүләтшинаның яҙмышы нисек үҙгәреп китә? Уның тормошоноң аҫтын өҫкә әйләндергән ниндәй хәл – ваҡиғалар була илебеҙ тарихында?
-1937 йылда репрессиялар башлана. Ул ҡулға алына һәм тотҡонлоҡҡа ебәрелә.
-Шул турала үҙенең проект эше менән Миләүшә Бикбаева сығыш яһай.
- Мин Интернет ресурстарын файҙаланып, нимә ул репрессия тигән һорауға яуап әҙерләнем. Репре́ссия – ул латин һүҙе— баҫыу, тыйыу, иҙеү, ғазаплау, яфалау, ә русса -подавление, угнетение тигәнде аңлата. Википедия һүҙлегендә ул илдә йәшәп килгән йәмғиәт төҙөлөшөн яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында кемдәрҙелер язаға тарттырыу, язалау саралары, тип бирелә. Репрессияның һәр төрө политик яҡтан ҡыҫыу, кеше хоҡуғын боҙоу булып тора. “Жертвы политического террора в СССР” тигән сайтта мин Ғөбәй Дәүләтшиндың һәм Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың исемдәрен таптым, ни өсөн, ниндәй статья менән репрессияға эләгеүҙәрен яҙып алдым -ул һеҙҙең алда. Шулай уҡ репрессияға эләккән башҡа яҙыусылар тураһында ла мәғлүмәттәр таптым. (Миләүшәнең яҙғандарын ҡарау, фекер алышыу.)
- Һәҙиә Дәүләтшина тотҡонлоҡҡа эләгә, ә Һөнәрсе?
- Уға хәйләле, мәкерле уй менән Өйрәнсек килә. Һөнәрсе Өйрәнсеккә ҡол булып китә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уға хеҙмәт итә.
Артабан хронологик белешмәнән ҡарап әйтәләр:
-Һәҙиә Дәүләтшина 5 йыл үткәс, 1942 йылда Темниково лагерынан ҡайта, ә Һөнәрсе ғүмере буйы Өйрәнсектә ҡоллоҡта ҡала, ни өсөн?
Уҡытыусы һүҙе:
-Был осорҙағы тормошо тураһында Ғәзим Шафиков үҙенең “И совесть, и жертвы эпохи” тигән китабында былай тип яҙа: ”Не будь этой постоянной литературной работы, Хадия вряд ли смогла перенести послелагерную каторгу, выпавшую на ее долю”[ ]. Ысынлап та, һаулығы ныҡ ҡаҡшаған Һ.Дәүләтшина ҙур ауырлыҡтар менән Өфөгә ҡайтып етә. Уға бик ауыр шарттарҙа йәшәргә, ижад итергә тура килә. Лагерҙан алып ҡайтҡан үпкә сире көсәйә. Элекке дуҫтары, таныштары, яҡын туғандары – барыһы ла унан ситләшәләр, уға яҡын килергә ҡурҡалар. Ул йәмғиәттән ситкә ташлана... Һәҙиә апай тотҡондан ҡайтһа ла, һаман да “халыҡ дошманы” булып ҡала.
- Был осорҙа ул нимәләр эшләй?
-Ул ижад итеүен дауам итә. Өҙөлөп ҡалған ”Ырғыҙ” романын яҙып бөтөрә, “Мораҙым” исемле яңы повесы өҫтөндә эшләй.
Ә Һөнәрсе образына килгәндә, ни әйтерһегеҙ?
-Ул матур –матур итеп яңы көршәктәрҙе эшләй ҙә эшләй. Көршәктәре барыбер халыҡҡа барып етер тип ышана.
-Синквейнға нимә тип өҫтәп ҡуябыҙ 4-се юлды?
- Ниндәй генә шарттарҙа йәшәһә лә ысын һөнәрсе ижад итеүҙән туҡтамай - ул матурлыҡ тыуҙыра.
Тимәк, Һөнәрсе –ул ысын ижадсы, тип синквейнды йомғаҡлап ҡуябыҙ.
Һөнәрсе Тынғыһыҙ, талантлы Ижад итә, эшләй, камиллаша Ул матурлыҡ тыуҙыра Ысын ижадсы |
(Синквейнды яҙып алалар, бергәләп, хор менән уҡыйҙар.)
4. Гипотезаны иҫбатлау:
- Һөнәрсе образында Зәйнәб Биишева трагик яҙмышлы Һәҙиә Дәүләтшинаны һүрәтләгән тип әйтә алабыҙмы?
- Беҙ шулай тип әйтә алабыҙ, сөнки З. Биишева, һүҙ оҫтаһы булараҡ, һәр һүҙҙе, һәр поэтик деталде төптән уйлап эш итә. Ул Һәҙиә Дәүләтшина тормошоноң фажиғәһен мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырырға тырышҡан.Хата Һөнәрсенең яҙмышы аяныслы тамамланыуы ла тап Дәүләтшинаныҡы кеүек:
Һөнәрсе | Һ. Дәүләтшина |
Һөнәрсе ҡартайып, үҙ эшенең емешен күрә алмай, донъя ҡуя. | 1954 йылдың 5 декабрендә вафат була. Үҙе иҫән сағында, бер әҫәрен дә баҫтыра алмай. |
Өйрәнсек уның көршәктәренә үҙ исемен ҡуйып, һата башлай. | Архивы урлана. “Мораҙым” повесы икенсе автор исеменән донъя күрә. |
Өйрәнсек батша һарайында йәшәй. | Архивты урлаған яҙыусы обкомда эшләй. |
Күп йылдар үткәс, көршәктә көтөлмәгән үҙгәреш барлыҡҡа килә: унда йәшел ҡыяҡҡа ҡан ҡыҙыл буяу менән яҙылған ”Һөнәрсе” һүҙе балҡып сыға. Халыҡ Өйрәнсекте хурлаған, ләғнәтләгән, ә Һөнәрсене ҙурлаған. | 1956 йылда Дәүләтшинаның исеме аҡлана. Уның урланған повесы табыла, суд була, ләкин был әҫәр икенсе автор исемендә ҡалдырыла. Иле, халҡы әҙибәне хөрмәтләй. |
I I I. Йомғаҡлау.
4. Эҙләнеү эше буйынса һығымталар яһау:
-Һөнәрсе, ысын ижадсы тип кемде әйтә алабыҙ?
- Ысын ижадсы – ул Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина.
Шундай өсмөйөш барлыҡҡа килә:
-Уларҙы нимә берләштерә?
-Халыҡ өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт. Үҙеңде йәлләмәй, бөтә көсөңдө, күңелеңде биреп эшләһәң, Һөнәрсе кеүек йөрәк ҡаныңды ҡушып ижад итһәң, халҡың һине барыбер белер, күрер, ҙурлар.
(Әңгәмәләшеү, миҫалдар килтереү: хикәйәттә Һөнәрсене хөрмәтләп иҫкә алдылар. Тормошта Һ. Дәүләтшина исеме аҡланып ҡына ҡалманы, уға С.Юлаев премияһын бирҙеләр, романы, әҫәрҙәре сығып тора, уның бюсы бар Бөрө ҡалаһында. Ә яҡташыбыҙ, тынғыһыҙ, ғәҙел холҡло әҙибәбеҙ- халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты.)
- Дәрестең эпиграфын ҡабатлау (Хор менән уҡыу):
“Яҡшылыҡты эшлә лә , һыуға һал-
халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер”.
Уҡытыусы һүҙе:
Һ. Дәүләтшина менән З. Биишева- ысын ижадсылар. Уларҙың ижади концепцияһы булып халыҡ, уның героик тарихы тора. “Оло Эйек буйында”, “Ырғыҙ” – романдарҙа был йылғалар тәбиғәт күренеше йәки географик фон ғына түгел, ә халыҡ эскән һыу, йәшәгән ер. Халыҡ тырышҡан, яҡты киләсәк өсөн көрәшкән. Рус әҙәбиәтендә лә бар ундай әҫәрҙәр: М.Шолохов “Тихий Дон”.
- Халҡыңа тоғро хеҙмәт итһәң, халҡың һине онотмаҫ.
IV. Баһалау.
Кемдәр З. Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен яҡшы итеп аңланы, Һ.Дәүләтшинаның тормош юлын үҙләштерҙе – үҙҙәренең көндәлегенә “5” ҡуя, кемдәр төшөнөп етмәгән “4”ҡуя.
V. Өйгә эш.
Һ.Дәүләтшинаның биографияһын бепергә,
“Ырғыҙ” романы тураһында белешмә алып килергә, Ырғыҙ йылғаһы тураһында мәғлүмәт табырға.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.“Зәйнәб Биишева. Ғүмере һәм ижады”. Төҙөүселәре Ҡ. Аралбаев, Тельман Әминов. Өфө , “Китап”, 1998й. 35 бит. Мәһиҙә Игебаеваға яҙған хатынан.25.11.1976.
2.С.А.Алибаев, А.А.Журавлева.”Зайнаб Биишева. Жизнь и творчество”. Уфа, “Китап”, 1993г.
3. Газим Шафиков.”И совесть, и жертвы эпохи”. Уфа, Башк. кн. изд-во,1991г.
4. Газим Шафиков.” Крючья под ребро”. Уфа, “Китап”, 1993г.
5. З. Биишева.”Һөнәрсе менән Өйрәнсек”. Хикәйәт.
6. Башҡорт әҙәбтиәте тарихы (алты томда). 5 том. Өфө, “Китап”, 1993 й.
7. Марат Минһажетдинов. “Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар”. Өфө, “Китап”, 1995 й.
8. Рәшит Шәкүр. “Арҙаҡлы башҡорттар”. Өфө, “Китап”, 1998 й.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"
5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"...
Аҡмулла ижадында социаль мотивтарҙың сағылышы
дәрес өлгөһө...
Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында илһөйәрлек тойғоһоноң сағылышы.
Маҡсат: 1) Поэманың йөкмәткеһе менән танышыу, анализлау. Проект төҙөү, йыйынтыҡ сығарыу.2) Бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ позицияңды яҡлап сығыш яһау оҫталығын арттырыу.3)Тыуған илгә,...
М.Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһында илһөйәрлектең сағылышы
Эш т9р29ре бирелг9н у3ыу материалыУ3ыу материалын 72л9штере7буйынса ет9кселекМа3сат:1)Халы3 ша1иры Мостай К9римде4 тормош юлы 89м ижады мен9н 3ы63аса таныштырыу. 2) “7лм96бай” п...
Презентация "Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы"
Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы....
Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы.
Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы. Маҡсат: уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, шағир менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.Йы...
Методическая разработка урока. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы
Конспект урока...