Башҡорт телен өйрәтеү методтары
учебно-методический материал

Янбаева Алсу Гаяновна

Башҡорт телен өйрәтеү методтары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл metodtar.docx17.93 КБ

Предварительный просмотр:

Янбаева Алһыу Ғаян ҡыҙы

5-се курс студенты эше


Методтарға ҡыҫҡаса  йөкмәтке

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусының эшмәкәрлеге

  1. Аңлатмалы-күргәҙмә методы (мәғлүмәтле-рецептив).

Был методтың төп тәғәйенләнеше- уҡыусыларҙың дәреслек материалдары буйынса, ойошторған мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү һәм уңышлы танып белеү. Аңлатмалы-күргәҙмә методы- уҡыусыларға дөйөмләштерелгән һәм системаға һалынған тәжрибәне алып барып еткереүҙең  иң ҡыҫҡа юлдарының береһе.

1. уҡыу мәғлүмәттәрен төрлө дидактик саралар ярҙамында белдереү: һүҙҙәр, төрлө ҡулланмалар,  шулай уҡ кино һәм диафильмдар . уҡытыусы әңгәмә , демонстратив тәжрибәне  киң ҡуллана

  1. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге , әйтелгән мәғлүмәттәрҙе  аңлау һәм  иҫтә ҡалдырыу, үҙләштереүҙә  тора.
  1. Репродуктив метод

Был методтың төп тәғәйенләнеше- оҫталыҡтың формалашыуы, алған белемдәрҙе урынлы ҡуллана һәм файҙала белеү.

Эшкәртеү һәм төрлө күнегеүҙәр  һәм мәсьәләләр ҡулланыу, программалы уҡытыу.

Уҡыусыларҙың  эшмәкәрлеге күнегеүҙәрҙе һәм төрлө мәсьәләләрҙе сискән саҡта яңы ысылдарҙы ҡулланыуҙа сағыла . Айырым күнегеүҙәр сиселеше төрлө төрҙә мәсьәләләр, алгоритмға эйә булыу,  практик эш.


  1. Проблемалылыҡ методы. Төп тәғәйенләнеше-  дәрестә уҡыусының уҡыу мәсьәләһен дөрөҫ билдәләү, уҡыусылар менән бергәләп сисеү юлдарын эҙләү, уңышлыларын табыу.

Уҡыусылар алдында ҡуйырға мөмкин булған билдәләмә гипотеза һәм ысулдарҙы күрһәтеү, уларҙы тикшереү. Проблемалар ҡуйыу, тәжрибә үткәреү барышында, тәбиғәттә күҙәтеү, логик һығымта. Шул уҡ ваҡытта уҡыусы ҡуллана алған һүҙ, логик фекерләү, демонстратив тәжрибә, күҙәтеү анализы һ.б

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген үҙләштереүҙә, әҙер ғилми  һығымтаны   аңлау һәм иҫтә ҡалдырыуҙа ғына түгел,  ә уҡыусының  логик иҫбатлауында күҙәтеү (гипотеза,  дөрөҫлөктө һәм ялғау тәҡдимтәре иҫбатлау)

  1. Эҙләнеү методы, йәки Эвристик метод. Төп тәғәйенләнеше- һәр аҙым ижади эшмәкәрлек талап итә. Эҙләнеү эштәре, уҡыусылар үҙ-аллы проблемаларҙы  билдәләйҙәр, хәл итеү ысулдарын тәҡдим итәләр.

Уҡыусыларҙы  проблема ҡуйыуға йүнәлтеү, иҫбатлауҙың нисек мөһим икәнлеген күрһәтеү, килтерелгән факттарҙан һығымталар яһау, план тикшереү факттарын төҙөү. Уҡытыусы эврестик әңгәмәне киң ҡуллана, шуның барышында бер-береһенә бәйләнгән һорауҙар системаһын ҡуя, шуларҙың һәр береһе проблеманы сисеүгә аҙым булып тора.

Уҡытыусының белем алыу процессында актив ҡатнашыуын проблеманы сисеү юлдарын тәҡдим һығымталар төҙөүҙе күҙаллай.


5.Тикшереү методы.

Төп йөкмәткеһе –ғилми өйрәнеүҙең уҡытыу методтарын үҙләштәреүҙе  тәьмин итә, уҡыусыларҙа ижади эшмәкәрлек һыҙаттарын үҫтереү, ижади эшмәкәрлектең мотивтарын уңышлы шарттарҙа формалашыуын тәьмин итеү, ҡулланған белемдәрҙе аңлайышлы формалашыуға булышлыҡ итеү.

Уҡыусыларға яңы булған проблемаларҙы тәҡдим итеү,тикшереү һәм башҡа эштәрҙе ҡуйыу һәм  эшкәртеү .

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге үҙ-аллы ҡуйған проблемаларҙы үҙләштереүҙә тора,  уларҙы сисеү юлдарны табыу һ.б .


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад Класстан дашкаар ажылдарны тыва дыл, чогаал кичээлдеринге ооредири болгаш аңаа ажыглаар арга-методтар

Уругларнын боттары номчууру, улустун аас чогаалын чыыры, бот чогаадылга ажылын бижиири, кѳрген  чүүлдеринге үнелел бижиир, номчукчунуң дневнигин чорудары, номчаан чогаалынга хамаарыштыр кроссворд...

Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү.

Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары! Мин Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы Дим районының сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. “Коммуникатив компетенция...

Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло алымдар һәм методтар

Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло алымдар һәм методтар...

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу. Семинар.

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу....