Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү һәм һаҡлау методтары
статья
Башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана...
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
rono_vyst_dokument_microsoft_word_2.docx | 16.27 КБ |
Предварительный просмотр:
Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙә йәмғиәттең роле
Конференция
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү һәм һаҡлау методтары
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иңенә халыҡ яҙмышы, ил, тел киләсәге, баланы шәхес итеп тәрбиәләү кеүек изге лә, яуаплы ла бурыс йөкмәтелгән. Тик барыбыҙға ла мәғлүм, рус теле – илебеҙҙә генә түгел, донъя кимәлендә киң таралған абруйлы тел. Шул тел баҫышып килә, еңеп килә. Ә башҡорт теле уҡытыусылары, бирешмәй, һаман шул туған башҡорт теле тип янып-көйөп эшләй бирә.
Милләтте милләт итеп тотоусы төп сара – ул тел. Башҡорт телле балаға башҡорт телен уҡытыу өсөн бер сәғәт етмәй. Ә башҡа милләт балаларын уҡытыуҙа бигерәк тә. Ҡайһы бер ата-әсәләр башҡорт телен өйрәнеү баланың өлгәш кимәленә насар йоғонто яһай, ваҡытты ала, тип һанай. Уларҙың төп дәлилдәре – бөтә бала ла тел үҙләштереүгә һәләтле түгел, тип һанау. Әммә, башҡа дәрестәр, хатта йыр, рәсем дәрестәре буйынса ла барыһы ла алдынғы түгел бит. Әммә был осраҡта бер кем дә ҡаршылашмай. Шуны иҫтә тотһондар ине: яҡшы уҡыған бала – ул бөтә яҡлап та яуаплы бала. Күкрәк киреп әйтә алам: башҡорт теле лә башҡа фәндәр кеүек яуаплылыҡ талап иткән фән. Математика, рус теле талаптарына күнгән балалар башҡорт теле буйынса белем талаптарына күнергә теләмәй.
Һөйләү телмәрен үҫтереүҙе мин беренсе урынға ҡуя башланым. Сөнки уҡыусылар акцент менән һөйләшә, уҡыусылар башҡорт һүҙенең лексик мәғәнәһен аңламай... һб. Хатта башҡорт алфавитының өндәрен дә дөрөҫ әйтә белмәйҙәр. (һығылма Бил тал сыбыҡтай . Бил - поясница, он – мука, ). Шунлыҡтан, уҡыусыларҙың күреү хәтере (зрительная память) аша яҡшыраҡ теге йәки был теманы үҙләштерә тигән маҡсаттан сығып, инновацион алымдар ҙа ҡулланыуҙы хуплайым. Башҡорт теле дәрестәрендә башҡарылған күнегеүҙәр коммуникатив йүнәлешле, ижади характерлы булғанда ғына, уҡыусыларҙың фекерләү һәләте, телмәр мәҙәниәте үҫешә. LearningApps.Org сервисында электрон интерактив күнегеүҙәр эшләп була. Был социаль сервисты уҡытыусы дәрестә яңы тема аңлатҡанда, нығытҡанда, контроль тикшереү эшләгәндә, викториналар уҙғарғанда, кластан тыш сараларҙа файҙаланып була. Иң тәүҙә регистрация үтеү шарт.
Шулай итеп, заманса технологиялар менән эшләү уҡытыусының үҙ эшенә ижади ҡарарға мөмкинлктәр бирә.
Билдәле педагог Л.В. Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”, - ти. Уҡыусы дәрескә теләк менән килһен өсөн, уларҙа сәм, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ дәрестәр үткәреү мөһим. Шуныһы ҡыҙыҡ: бер класта башҡорт телен белгән һәм аралашҡан балалар бар. Башҡорт телен аңлаған, ләкин үҙ фекерен әйтә алмаған балалар бар. Башҡорт телен аңламаған балалар бар. Ошо йәһәттән, ошо үрҙә һаналған өс төркөмдән һәләтле балаларҙы барлауҙы күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәләтле балалар менән ижади эшләү. Уларҙы тәүҙә эҙләп табыу. Мәҫәлән, иң уңышы тип тапҡан эшем – башҡортса постановкалар әҙерләп сәхнәләштереү. (“Башҡортостан ынйылары” конкурсы ). Ижади сараларҙа ҡатнашыу. ( “Пою мою республику”), ҡыҙығыраҡ һәм яңы конкурстарҙы булдырыу һәм әүҙем ҡатнашыу. (“Уҡытыусым тураһында мәҡәлә” Стәрлетамаҡ филиалы иғлан иткән конкурс), тәржемәселәр конкурсы.
Тик балалар телмәр мәҙәниәтенә әкренләп, оҙаҡ күнекмәләрҙән һуң ғына эйә була. Шуға күрә телмәр үҫтереүҙе системалы алып барырға, башланғыс, урта һәм өлкән синыфтарҙа телмәр үҫтереүҙә күсәгилеште тәьмин итеүҙе лә иҫтә тоторға кәрәк. Хатта балалар баҡсаһынан уҡ башлаһаҡ та яҡшы булыр ине. сөнки балалар баҡсаһында рус мөхите ҡайнай.
Ни өсөн баланың һөйләү телмәрен үҫтереүгә ныҡлы иғтибар итергә кәрәк? Аралашыу даирәһе кәмене. Интернетта ултырыу тере аралашыуҙы алыштырҙы. Балалар һөйләшә белмәү хәлендә. Улар русса матур аралаша тиһегеҙме? Рус теле уҡытыусылары менән аралашҡандан һуң, шуларҙы әйтә алам: үҙ-ара шаблон һүҙҙәр менән һөйләшә торғас, хатта рус телендә лә уй-фекерҙәрен аңлатып бирә белмәйҙәр. Лексик запастары кәмегән. Шулай булғас, был глобаль проблема башҡорт теле уҡытыусыларына ғына ҡағылышлы түгел икән.
Хисаметдинова А.З.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»
Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү
Бөгөнгө көндә һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....
Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре...
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива
laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...