Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу. Семинар.
методическая разработка

Сәмиғуллина Миләүшә Рәфәүиз ҡыҙы

Башҡорт теле дәрестәрендә интерактив методтар ҡулланыу.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар!

Мин Сәмиғуллина Миләүшә Рәфәүиҙ ҡыҙы 12-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Яңы уҡытыу формалары, шул иҫәптән дистанцион уҡытыу бөгөнгө көндә популярлыҡ алды. Һуңғы йылдарҙа бар доньяны шаулатҡан пандемия ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дистанцион уҡытыу термины менән олоһон  да кесеһен  дә күҙмә – күҙ осраштырҙы.

Бөгөнгө сығышымда минһеҙгә гугл-формаһын нисек итеп ҡулланып дистанцион форматта эшләп булыуы тураһында һәйлөп үтәрмен.

Мин был эш төрөн үҙемдең практикамда ошо аҙнала дистанцион уҡыу ваҡытында дүртенсе кластар менән эшләгәндә ҡуллана башланым. Был эш төрөн балалар өсөн өй эше итеп алдым. Гугл-формаһында эшләр өсөн иң мөһиме- интернет селтәре, һәм электрон почта булыу.

Нисек итеп эште башҡарабыҙ?

Беренсенән,Гугл формаһына инәбеҙ.

Создать тигән кнопкаға баҫабыҙ.

Артабан Создать пустую форму тигән шаҡмаҡ сыға. Уны асабыҙ.

Унда эштең темаһын яҙып ҡуябыҙ. Тесты по башкирскому языку для 4 классов тип. Шунан 1һанын ҡуеп беренсе һорауҙы яҙабыҙ һәм бернисә яуап тәҡдим итәбеҙ  ( А Б В Г). Бары тик 1 генә дөрөҫ яуапты һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Һәр дөрөҫ яуапҡа 1 балл куйҙым .Мөмкин 2, 3 һәм башҡаса итеп балдар куйыу. Шулай итеп мин 10 һорау төҙөнөм.

Мәҫәлән,ҡайһы төркөмдә һүҙҙәрҙә Ҡ хәрефе төшөп ҡалған, Рус телндә бирелгән һөйләмде башҡорт теленә тәржемә ит, һөйләмдә ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара, ҡайһы һүҙ артыҡ  һәм башҡа төрлө. Һорауҙарҙы үтелгән темаларға ҡарап ҡына төзөйбеҙ.   Дөрөҫ яуапты һайлап алырға кәрәк буласаҡ.

Балаларға кластың ватсап төркөмөнә ошо эшкә ссылканы ебәрәм.Был уларға икенсе аҙнаға өй эше булды. Тесты эшләп бөткәс балалар аҫтағы отправить тигән кнопкаға баҫалар һәм шул уҡ ваҡытта унда үҙҙәре башҡарған эшкә нисә балл йыйғандарын күрә алалар һәм уҡытыусыға электрон почтаға йәғни ватсапҡа скриншот эшләп тә ебәрә алалар. Балалар эште яратып башҡарҙы тип уйлайым, сөнки тиҙ арала күбеһе инде эшләп тә ебәрҙе. Эштәр 4 һәм 5 билдәләренә эшләнгән.Хаталар күп түгел.

Бындай эш уҡытыусының эшен еңеләйтә. Оҙаҡ ваҡыт тикшереп ултырырға кәрәкмәй.Балдарға карап билдәләр генә ҡуярға кәрәк буласаҡ.Балаларға ла бындай формалағы өй эше бик оҡшаны.

Нисек итеп баһа ҡуябыҙ?

Бөтәһе бергә 10 һорау ине. 1 дөрөҫ яуапҡа 1 бал бирелде.

Шулай итеп эш

9-10 бал йыйһа  – 5ле

7-8 бал-4ле

5-6 бал 3 билдәләре ҡуябыҙ.

Ошо гугл формаһында эшләүемде мин алға табан дауам итәсәкмен. Башҡа класс уҡыусылары менән дә киләсәктә шундай ҡыҙыҡлы эш төрләре башҡарып ҡарарбыҙ тип уйлайым.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һаубулығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".

Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәре...

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу

Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат кү...