"Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдар"..дәрес өлгөһө.
материал

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Донъяла телдәр бик күп .Кеше ни тиклем күберәк тел белһә ,шул тиклем уның рухи донъяһы байыраҡ һәм белем дәрәжәһе киңерәк була .уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт телен өйрәнеү балалар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт телен белеү кимәле бер төрлө түгел. Башҡортса  бер аҙ аңлай  алғандары менән  бергә телде  бөтөнләй  белмәгән уҡыусыларҙа бар.Баланың был  тел менән  ҡыҙыҡһыныу ҡыҙыҡһынмауы  ла ҙур әһәмиәткә эйә

Ә нисек итеп башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятырға.Башҡорт телен аңламаған балаларға нисек итеп  башҡортса һөйләшергә  өйрәтергә ,нисек  уларға уҡыу .яҙыу,һөйләү күнекмәләрен бирергә һуң.Шул уҡ ваҡытта беҙ  белем сифатын да  күтәрергә  тейешбеҙ.

Мин һеҙгә үҙемдең дәрестәремдә ҡулланған бер нисә алымды күрһәтеп китәһем килә.

1.Уҡыусыларҙа башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен баштан уҡ дөрөҫ әйтергә өйрәтеү мотлаҡ.Сөнки дөрөҫ әйтеү дөрөҫ яҙыуҙың төп нигеҙе.Бала дөрөҫ әйтмәй дөрөҫ яҙырға өйрәнә алмайасаҡ.Башҡорт  һәм урыҫ  телдәрендә  әйтелештәре  яғынан оҡшаш өндәрҙе өйрәтеү уҡытыусыға артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай .Әммә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереү еңелдән түгел.Щуға ла был өндәрҙе өйрәнеү һәр дәрестә ныҡлы урын алырға тейеш.Фонетик –орфоэпик күнегеүҙәр үткәргәндә ,мәҡәл,тиҙәйткес ,кескәй генә 4 юллыҡ шиғырҙар ҡулланырға була

1СЛАЙД

Башҡортса һөйләшеү алдынан баларҙың телмәрен шымартыу өсөн дәре башында  кескәй шиғырҙар  ҡулланыу яҡшы.

2Слайд

Башҡорт теленә генә хас хәрефтәрҙән ижектәр төҙөү

Был баларҙың һүҙлек байлығын арттырыуға килтерә.                                                Эш алымын  катмарландырырға мөмкин

1.ижектәрҙе  рәт буйынса уҡыу

,2.бағаналап уҡыу,

3.диоганаль буйынса  уҡыу

4.көйләп уҡыу .

5.ошо ижектәр менән һүҙҙәрҙе һүҙлектәрҙән таптырыу.

Слайд

Башҡорт теле орфографияһының төп принцибы  булып фонетик принцип һанала.Шуға күрә  дәрестәрҙә оҡшаши  Һ-Х.С-Ҫ,Ҙ-З У-Ү  өн хәрефтәре өҫтөндә эште ныҡлы алып барыу мотлаҡ.Был өндәрҙе  бер –береһенән айырыу  ,әйтелештәрен үҙләштереү  өсөн дәрестәрҙә ошо өндәр булған  һүҙҙәр менән эшләү бик отошло Мәҫәлән  Һүҙлек диктан яҙҙырырға була  Башта балалар  дәфтәрҙәренә  бағаналарға бүләләр һәм һәр бағанаға тейешле хәреф яҙыла

Уҡытыусы  һүҙҙәрҙе уҡый  ә уҡыусылар  был һүҙҙәрҙе  тейешле бағаналарға яҙалар.Эш аҙағында  балалар менән бергә тикшереп китеү отошло улар үҙҙәренең  хаталарын үҙҙәре табырға тейеш.

СЛАЙД

Яңы һүҙҙәрҙе нығыраҡ хәтерҙә ҡалдырыу өсөн уйын элементтары ҡулланыу отошло.Уйында еңәр өсән берәр һүҙ ,һөйләм  әйтергә кәрәк икән,бала уларҙы хәтерләргә күп көс сығармай ,ярыш сәме уны тиҙ һәм дөрөҫ әйтергә мәжбүр итә,психлологик ҡаршылыҡтар юҡҡа сығара.Һөҙөмтәлә ана шулай һүҙҙәр ,һөйләмдәр баланың телмәренә килеп инә .Шлай итеп бала был һүҙҙәрҙе үҙләштерә.Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек

Парын тап” уйыны ла бик отошло

Таҡтала ике бағана һүҙҙәр яҙыла .Беренсе бағнала башҡортса,икенсеһенә рус телендә Уҡыусылар парҙарын табырға  тейеш.

СЛАЙД

“Домино” уйыны

Уҡыусыларға конверт менән төрлө темаға ҡараған һүҙҙәр бирелә .Мәҫәлән :емеш-еләк,йәшелсәләр ,Бер конвертка БОРЩ, ә икенсеһенә КОМПОТ тип яҙылған .Тимәк балалар кәрәктәрен генә айырып алалар  һәм конвертка һалалар.Бергәләп тикшерәләр.

Йәбешәме” уйыны

Уҡытыусы бер һүҙ әйтә Уҡытыусы әйткән һүҙҙең һуңғы хәрефенә башланған һүҙ уйлап уҡыусылар дауам итә.

СЛАЙД

Тағы бер мауыҡтырғыс  алым-уҡытыусының  хатаһын төҙәтеү.Магнит таҡтала бер темаға  ҡараған һүрәттәрҙе  ҡуйып  сығаһың Балалар  бындағы хатаны төҙәтергә тейеш.

Уҡыусының һәләтен үҫтереүҙә лә төрлө күнегеүҙәр ҡулланырға мөмкин.Уҡыусыларҙы шиғырҙы дөрөҫ  интонация менән  уҡырға ятларға,һөйләргә  өйрәтеү бик  еңелдән түгел.Сөнки  шиғырҙы тиҙ ятлау өсөн уның мәғәнәһен аңларға кәрәк  балалар өсөн был бик ауыр.Бының өсөн бындай алымдар ҡулланырға була

СЛАЙД

1.Шиғырҙы һүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәре ярҙамында ятларға өйрәтеү.Был алымдар балаларҙа хәтерҙе ,иғтибарҙы,яҙыу күнекмәләрен үҫетеүгә булышлыҡ  итә

СЛАЙД

2 се алым һүҙҙәр урынына  һүрәттәр ҡуйып ятлау .Уҡыусылар ошо һүрәткә ҡарап уҡырға тейеш

СЛАЙД

3 сө алым сюжетлы картиналар буйынса ла шиғырҙы ятлау алымын ҡулланыға була Мәҫәлән 5-се синыф уҡыусылары өсөн Башҡорт теле дәреслегендә  И Гүмәрованың “Уңған ҡыҙ” шиғыры буйынса эш.Һәр бер юлына ҡарата сюжетлы һүрәттәр әҙерләнә .Шиғыр өҫөнәдә эшләгәндән һуң уҡыусыларға сюжетлы һүрәттәр  тәҡдим ителә .Эш төрҙәре булырға мөмкин.

1.Уҡыусылар һәр юлға ҡараған тейешле һүрәттәрҙе табалар.

2.Һүрәт буйынса шиғыр юллдарын иҫкә төшөрөү.

3.Буталып бирелгән һүрәттәрҙе уҡыусылар тәртипкә килтерәләр.

СЛАЙД

Шиғырҙы тест ярҙамында ятлау.

Мәҫәлән “Матур көн” С.Әлибаевтың 7 класта.

Башҡорт телен өйрнгәндә “Морфология”,”Синтаксас” бүлектәренә  ҡағылмай китеү мөмкин түгел.Ни тиклем ҡатмарлы булһала исем сифат ҡылым эйә хәбәр тултырыусы  һәм башҡа терминдарҙы үҙләштерегә тура киләсәк.Рус  телле балалр  башҡортса нидәйҙер һөйләм  әйтер өсөн тәүҙә һөйләмде рус телендә төҙөп,шунан башҡортсаға әйләндерәләр.Бында башҡорт теленең һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибе тураһында белмәй тороп , дөрөҫ  итеп һөйләм төҙөп булмай ,Бигерәк тә хәбәрҙең урынын бутайҙар,сөнки башҡорт телендәге һөйләмдәрҙә эйә һөйләмдең башында ә хәбәр аҙағында килә.Ошо үҙенсәлекте белмәгән йәки телмәрҙә күҙәтмәгән уҡыусылар хәбәрҙе рус теленең нормаларына таянып эйәнән алда ҡуйа.Бындай хаталарҙан ҡотолор өсөн төрлө схемалар ҡулланам

СЛАЙД

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_telend_esh_alymdary_wecompress.com_.pptx387.5 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт теленең уҡыу сифатын күтәреү өсөн отошло алымдар

Слайд 2

Фонети к -артикуляцион күнегеүҙәр Ҙа-ҙа –ҙа –йәшәйем Ҡиләйҙә Да-да-да –Баҡалы районында Дә-дә-дә – матур башҡорт илендә

Слайд 3

Башҡорт теленә генә хас хәрефтәрҙән ижектәр төҙөтөү ғә ғө ғү әҙ өҙ үҫ ҫә ҫө ҫү ңә ңө ңү һә һө һү ҙә ҙө ҙү ҡә ҡө ҡү

Слайд 4

Фонетик принцип З Ҙ Х Һ Ғ Г зәңгәр ҙур хат һыу саған гол зифа боҙ бәхет һөт сәғәт иген замандаш ҡаҙ хужа һатыусы бағанаға бөгөн зөбәржәт ҡыҙҙар халыҡ һабаҡ ғаилә гөл

Слайд 5

«Парын тап» уйыны Ҡайын Клен Уҫаҡ Яблоня Алмағас Осина Һыйыр Собака Эт Корова

Слайд 6

«Домино» уйыны БОРЩ КОМПОТ Сөгөлдөр алма Кишер сейә Һуған груша

Слайд 7

«Йәбешәме?» Мәктәп-парта-аҡбур-ручка Алма – Һыйыр-

Слайд 8

Хата табыу Ҡарға күгәрсен өкө

Слайд 9

Шиғырҙы тиҙ ятлау Беҙҙең баҡсаны Б-----б----- Ҡоштар ярата Ҡ----я------ Унда еҫле гөл У----е----г--- Сәскә ата С----а----

Слайд 10

Һүрәттәр менән ятлау Яҙғы сәскәләр Ал сәскә лә бал бирә Аҡ сәскә лә бал бирә Һарыһы ла бал бирә Барыһы ла бал бирә

Слайд 11

Һүрәттәр менән ятлау сәскә лә бирә сәскә лә бирә ла бирә ла бирә

Слайд 12

Сюжетлы картиналар Уңған ҡыҙ Гөлшат бөгөн иртә торҙо, Ҡулын ,битен, тешен йыуҙы. Сәсен үреп ,таҫма таҡты, Гөлдәргә һыу һибеп ҡуйҙы. Урынын да йыйыштырҙы, Үҙе бөгөн шундай шат

Слайд 13

Сюжетлы картиналар

Слайд 14

Шиғырҙы тест ярҙамында ятлау Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа, Ғәжәп матур көн бөгөн! Ҡулға тотоп алғы килә Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн

Слайд 15

Ынйы-ынйы а)ямғыр яуа б)ҡарҙар яуа в)боҙҙар яуа Ғәжәп көн бөгөн а)сибәр б)насар в)матур Ҡулға тотоп ...... килә а) б) в) Ҡарҙың һәр ..... бөртөгөн

Слайд 16

Морфология Зилә ултыра. Зилә ултырғыста ултыра. Зилә артлы ултырғыста ултыра. Беҙҙең Зилә артлы ултырғыста ултыра

Слайд 17

Уңыштар һеҙгә!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

“Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”

Выступление на курултае на тему “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”...

Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым.

Выступление на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы....

Башҡорт теленә өйрәтеүҙә үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу

Хәҙерге яңы технологиялар ҡулланып уҡытыу заманында үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу бик отошло. Үҫтереүле уҡытыу системаһы башланғыс кластар өсөн төҙөлгән. Был системаны ҡулланғанда белем биреүҙе...

БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУ БУЙЫНСА ЫҢҒАЙ ДИНАМИКА

УҠЫУ-УҠЫТЫУ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ, ДИНАМИКА, МОНИТОРИНГ, ТАБЛИЦАЛАР....

Доклад "Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым".

Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым. Ижади эшләүсе уҡытыусы  традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып...

Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу

Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһын...