Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.
статья по теме

Доклад для учителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon doklad.doc51.5 КБ

Предварительный просмотр:

Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу

Бөгөн башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәнеү һәр уҡытыусы өсөн ҙур мәсьәлә булып тора. Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен, белемен үҫтерергә ынтылырға тейеш. “Аң-белем үҫешен һәм белемде бер кешегә лә биреп ҡуйып булмай. Өйрәнергә теләгәндәр быға үҙенең эшмәкәрләге, үҙенең көсө менән ирешергә тейеш”, – тигән А. Дистервег. (слайд)

  Ысынлап та, бөгөн уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа, уҡыусыларын заманға ярашлы итеп уҡыта һәм тәрбиәләй алмаясаҡ.  

Федераль дәүләт белем биреү стандартында уҡыусыларҙа компетентлыҡ формалаштырыу, белем алырға, уны практикала ҡулланырға һәм толерантлыҡҡа өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе тип ҡарала. Яңы стандарт шарттарындағы төп тәрбиәүи бурыстар: (слайд)

  • туған телендә, рус һәм сит телдәрҙә иркен аралашҡан;
  • маҡсат ҡуйып, кәрәкле мәғлүмәтте үҙе тапҡан;
  • алған белемен тормошта дөрөҫ ҡулланыу һәләтенә эйә булған;
  • хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш иткән;
  • аралашыу мәҙәниәтен үҙләштергән;
  • рухи һәм әхлаҡи яҡтан дөрөҫ тәрбиә алған;
  • үҙ ҡарашы һәм фекере булған шәхес тәрбиәләү.

Дөйөм белем биреү маҡсаты – универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив).      

Мәктәптең төрөнә, мөмкинлегенә, уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенә ҡарап, уҡытыусылар үҙҙәре эш программалары төҙөй. Ул Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”, Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” закондарын, башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытыу программаһын иҫәпкә алып эшләнә.

Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт биреү, уларҙы ирекле аралашырға өйрәтеү программаның төп маҡсаты булып тора.) Артабан грамматик, орфоэпик, орфографик минимумдар билдәләнә.

Яңы быуын стандарттарын индереү – яңы күренеш. Һәр уҡытыусы ошо яңылыҡ нигеҙендә үҙенең шәхси эш алымдарын күҙалларға, традицион һәм инновацион уҡытыу эш алымдарының төп айырмаларын белергә бурыслы.

Традицион уҡытыу

1)        теоретик мәғлүмәт биреү;

2)        уҡыусылар – уҡытыу процесының объекты;

3)        маҡсат – белем үҙләштереү;

4)        ябай фекерләү үҫтереү;

5)        дәрестә конкрет практик эштәр башҡарыу;

6)        һөҙөмтәлә, ҡушҡанды үтәүсе кеше-индивид формалаша

Инновацион (яңылыҡлы), эҙләнеү-

тикшеренеү алымдары буйынса уҡытыу

1)        танып белеү эшмәкәрлеген үҫтереү;

2)        уҡыусылар – уҡыу процесының субъекты;

3)        маҡсат – белем алыу юлдарын үҙләштереү аша һөҙөмтәгә ирешеү;

4)        теоретик фекерләүҙе үҫтереү; белем алыу юлы – теория нигеҙендә;

5)        уҡыу мәсьәләләрен сисеү аша дөйөм аң эшмәкәрлеген үҫтереү;

      6)ижади фекерләй белеүсе, мәҙәниәтле шәхес формалаша

        Шулай уҡ көтөлгән һөҙөмтәләр, төп эшмәкәрлек төрҙәре, формалары һәм матди-техник яҡтан йыһазландырыу мөмкинлектәре күҙаллана.  

        Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.  Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлә:

  • һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;
  • фәннилек һәм системалылыҡ принциптарын һаҡлау;
  • уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;
  • баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программа нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

Яңы быуын стандарттары нигеҙендә дәрес планы төҙөлә.  Заманса дәрескә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  • төп маҡсат – уҡыу һәм тәрбиә процесында шәхес үҫтереү;

•        уҡыусының шәхси танып белеү һәләтен, эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү;

  • гуманлылыҡ идеяһын тормошҡа ашырыу.

Уҡыусылар төп герой, субъект булып иҫәпләнә; белемде үҙҙәре таба, һығымта яһай, практикала ҡулланыу юлдарын эҙләй; үҫеү процесында бөтә маҡсат юғары һөҙөмтәгә ирешеүгә (шәхси, метапредмет, предмет) йүнәлтелә; ваҡыт һәм сәләмәтлек технологиялары иҫәпкә алына.

   Дәрес структураһы ла яңыса, үҫтереүсе технология нигеҙендә төҙөүҙе талап итә. Яҡынса дәрес структураһы түбәндәгесә:

1.        Ойоштороу.

2.        Белемде актуалләштереү.

3.        Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

4.        Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

5.        Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

6.        Нығытыу.

7.        Үҙ аллы тикшереү.

8.        Контроль тикшереү.

9.        Баһалау.

10.        Рефлексив анализ.

(фото-слайд)

Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион алымдар ҡулланыу – заман талабы.

В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, – тигән.  

Һәр дәресте үҫтереүсе һәм проблемалы итеп ойошторорға ынтылыу зарур. Компьютер, проект, уйын, үҫтереүсе технологиялар ҡулланылған дәрестәр бик ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле үтә. Бындай технологиялар яңы стандарт талаптарын ҡәнәғәтләндерә:

•        балаға фекерләү, ижад итеү, аралашыу өсөн шарттар тыуҙыра;

•        уҡыусыларҙы бәләкәй асыштар яһарға этәрә;

•        хеҙмәттәшлек итеү, аралашыу мәҙәниәте ҡағиҙәләрен нығыта;

•        танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;

•        бала үҙ фекерен башҡортса ҡурҡмай әйтергә, алған белемен практикала (киләсәк тормошта) ҡулланырға, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәнә.

      Дәрестә эште парлашып йәки төркөмдәрҙә эшләү уҡыусының уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һөҙөмтәлерәк итә. Бындай эш процесында баҙнатһыҙыраҡ, шымыраҡ балалар ҙа үҙенән-үҙе эшкә ылыға. Ҡыйыу, әүҙем балалар етәкселек сифаттарын үҫтерә.

   Эш барышында кеше психологияһын аңлап эш итеү, мөнәсәбәт ҡора белеү кеүек ыңғай сифаттар формалаша. Был тәжрибә мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош юлына баҫҡас, бигерәк тә кәрәк.

(Фото –слайд)

    Иғтибарығыҙҙы слайдтағы бер нисә дәрес фрагментына йүнәлтәм.

1. Что будем делать на уроке? По

рисункам найдите ответ на этот вопрос

– бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ?

Ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап

табығыҙ. (Яуап: дәрестә яҙырбыҙ, уҡыр-

быҙ. Уйнарға ла өлгөрөрбөҙ.)

(Слайд)

2. Лексическая тема нашего урока спрятана в этом калейдоскопе. Давайте поищем её – дәрестең лексик темаһы ошо калейдоскопта йәшеренгән. Т хәрефенән башлап, иғтибар менән һыҙыҡтар буйлап хәрефтән хәрефкә күсеп уҡығыҙ. Дөрөҫ уҡыһағыҙ, бөгөнгө теманы белербеҙ. (Уҡыусылар уҡый: “тән ағзалары”.)

(Слайд)

3. Если мы разгадаем этот ребус, то отгадаем грамматическую тему урока –ребусты сисһәк, ниндәй һүҙ уҡыйбыҙ?

(Ал+маш.)

(слайд)

4.Рефлексив анализ.

Зөһрәгә әсәһе (күлдәк) алды.

(слайд)

 Шулай итеп, яңы быуын стандарттары шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусы шәхси эшмәкәрлеген үҫтерә; танып белеү (өйрәнеү, белем алыу) һәм логик эшмәкәрлеген формалаштыра; проблеманы ҡуя һәм хәл итергә өйрәнә; коммуникатив эшмәкәрлеген (социаль, компетентлыҡ) камиллаштыра; тыуған илен, телен яратҡан, милләтенең киләсәген ҡайғыртҡан шәхес булып тәрбиәләнә.

 Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итер, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерер, үҙҙенә ышанысын, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уятыр һәм тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләр, ә иң мөһиме – башҡорт теле башҡа фәндәр араһында үҙенең бәҫен күтәрер, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр, тип уйлайым.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

“Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”

Выступление на курултае на тему “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”...

Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым.

Выступление на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы....

БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУ БУЙЫНСА ЫҢҒАЙ ДИНАМИКА

УҠЫУ-УҠЫТЫУ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ, ДИНАМИКА, МОНИТОРИНГ, ТАБЛИЦАЛАР....

"Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдар"..дәрес өлгөһө.

Донъяла телдәр бик күп .Кеше ни тиклем күберәк тел белһә ,шул тиклем уның рухи донъяһы байыраҡ һәм белем дәрәжәһе киңерәк була .уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт телен өйрәнеү...

Доклад "Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым".

Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым. Ижади эшләүсе уҡытыусы  традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып...

Ике телле мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу

Ике телле мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу алымдары тураһында фекер алышыу...

Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу

Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһын...