Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым.
материал на тему
Выступление на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_telenn_doklad.doc | 41 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым.
Ижади эшләүсе уҡытыусы традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ яңы алымдарҙы әҙерләргә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен эҙләнергә мәжбүр иткән дирижер булырға тейеш уҡытыусы.
Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре , төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятыш эш иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ҡыйын,ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары уйлап тапҡанда йәки ижади эшләгәндә генә балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен “асыш яһаусы” , “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ.
Системаға һалынған, традицияға ингән, ыңғай һөҙөмтәләр биргән төрлө эш алымдары менән уртаҡлашып китмәксемен.
Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - һөйләү телмәренең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Был маҡсат яңы методтар, алымдар тыуыуына, яңы дәреслектәр яҙыуға сәбәп була.
Телдә,уның һүҙҙәрендә, грамматик формаларында халыҡтың донъяуи аңлауы, менталитеты сағылыуын өйрәткән саҡта материал онотолмаҫлыҡ итеп үҙләштерелгә тейеш. Ҡағиҙә ятлатып ҡына телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын мөмкинлектәрен күрһәтеү буйынса уйындар, мауыҡтырғыс күкегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәнелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр бирә ала. Мәҫәлән,”Серле ҡумта” , “Серле тоҡсай”,” Кем күберәк”,” Һүҙҙәр үреү”,” Китек диктант”, “Кире-мире”, “Йомаҡ ҡойошоу”,” Мәҡәл әйтешеү” һ.б. шундай исемдәр менән”“донъяны таныу юлы” булған ҡыҙыҡ уйындарҙы, аҡыл операцияһының эшен һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. “Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә”, телдең рухы тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә”,- тигән М. Горькиҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.
Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә, әҙәбиәт донъяһына һиҙҙермәйсә генә алып инеп була. « Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестәрҙең этаптарын,һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа ғына йүнәлгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар “. (Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. Өфө, 1982.-74-се бит).
Балаларҙа башҡорт телен уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу тәрбиәләү өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу һуңғы йылдарҙа иң мауыҡтырғыс сара булып иҫәпләнә. Сөнки уҡыусылар,үҙҙәрен уҡытҡан уҡыусыларҙан айырмалы рәүештә, донъяны танып белеүҙә компьютерҙың мөмкинселектәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, был “машинаның” серҙәренә тиҙерәк төшөнөргә тырыша. Хәҙер был заман талабы. Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Дәрес буйына компьютер йәки техниканың һуңғы яңылығы булған интерактив таҡта ҡулланыу дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне сама белеп, компьютерҙың дәрескә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк. Минеңсә, компьютерҙы түбәнге осраҡтарҙа ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы:
- яңы теманы аңлатҡанда;
- яңы теманы үткәндән һуң ғәҙәти күнекмәләрҙе ҡабатлағанда;
- материалды үҙләштереүҙе текст ярҙамында тикшергәндә;
- үтелгәндәр буйынса схема-иллюстрация яһағанда;
- йомшаҡ өлгәшеүсе уҡыусыларҙы әүҙемләштергәндә;
- үҙаллы белем алғанда;
Уҡытыу процесында компьютер ҡулланыу өлгөрөштөң сифатын күтәрергә лә ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса электрон дәреслектәрҙе, методик ҡулланмаларҙы дәрестә оҫта ҡулланыу уҡытыусыға яңы теманы аңлатыуҙы еңеләйтһә, уҡыусыға ҡыҙыҡһыныу уята. Башланғыс класс уҡыусылары өйҙә һүҙлек һүҙҙәрен компьютерҙа йыйып уларҙың дөрөҫ яҙылышы өҫтөндә эшләһә, дәрескә килгәс яҙған һүҙҙәрен уҡып әйтелешен нығыталар. Өлкән класс уҡыусылары үткән теманы йомғаҡлап,уҡытыусылары, ата-әсәләре ярҙамында һәм үҙ аллы материал йыя, интернет селтәрендә эшләй, һөйләмдәр,бәләкәй генә хикәйәләр төҙөй һәм үҙҙәренә оҡшаған, иллюстрацилар һайлап презентация эшләйҙәр. Шулай итеп, компьютер технологияһын ҡулланыу сәбәпле уҡыусының тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы арта, үҙҙәре яңы юлдар эҙләй башлай. ФГОС буйынса уҡыған уҡыусылар ике йыл рәттән бөтә предметтар буйынса эҙләнеү эше өҫтөндә эшләйҙәр. Башҡорт теленән эҙләнеү эшен бик ҙур теләк менән һайлап, уҡыу йылы һуҙымында әҙерләнеп, үҙҙәренең эшен яҡлап сыҡҡан уҡыусыларҙың күп булыуы беҙҙе шатландыра. Районда үткән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, урындар алып килгән уҡыусыларыбыҙҙың һаны ла етерлек.
Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесен тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарын белеү, берләштереү, таныш булғандарын күҙ уңында тоторға тейеш.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. Өфө, 1982.-74-се бит).
Доклад
Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡорманғолова Гөлгөнә Хызыр ҡыҙы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.
Доклад для учителей...
“Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”
Выступление на курултае на тему “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”...
Башҡорт теленә өйрәтеүҙә үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу
Хәҙерге яңы технологиялар ҡулланып уҡытыу заманында үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу бик отошло. Үҫтереүле уҡытыу системаһы башланғыс кластар өсөн төҙөлгән. Был системаны ҡулланғанда белем биреүҙе...
БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУ БУЙЫНСА ЫҢҒАЙ ДИНАМИКА
УҠЫУ-УҠЫТЫУ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ, ДИНАМИКА, МОНИТОРИНГ, ТАБЛИЦАЛАР....
"Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдар"..дәрес өлгөһө.
Донъяла телдәр бик күп .Кеше ни тиклем күберәк тел белһә ,шул тиклем уның рухи донъяһы байыраҡ һәм белем дәрәжәһе киңерәк була .уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү...
Доклад "Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым".
Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым. Ижади эшләүсе уҡытыусы традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып...
Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу
Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһын...