Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу
статья
Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт биреү, уларҙы ирекле аралашырға өйрәтеү программаның төп маҡсаты булып тора.) Артабан грамматик, орфоэпик, орфографик минимумдар билдәләнә.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_telenfgos_sharttarynda_ukytyu.docx | 46.35 КБ |
Предварительный просмотр:
Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу
Бөгөн башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәнеү һәр уҡытыусы өсөн ҙур мәсьәлә булып тора. Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен, белемен үҫтерергә ынтыла.
“Аң-белем үҫешен һәм белемде бер кешегә лә биреп ҡуйып булмай. Өйрәнергә теләгәндәр быға үҙенең эшмәкәрләге, үҙенең көсө менән ирешергә тейеш”, – тигән А. Дистервег. (слайд)
Федераль дәүләт белем биреү стандартында уҡыусыларҙа компетентлыҡ формалаштырыу, белем алырға, уны практикала ҡулланырға һәм толерантлыҡҡа өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе тип ҡарала. Яңы стандарт шарттарындағы төп тәрбиәүи бурыстар: (слайд)
- туған телендә, рус һәм сит телдәрҙә иркен аралашҡан;
- маҡсат ҡуйып, кәрәкле мәғлүмәтте үҙе тапҡан;
- алған белемен тормошта дөрөҫ ҡулланыу һәләтенә эйә булған;
- хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш иткән;
- аралашыу мәҙәниәтен үҙләштергән;
- рухи һәм әхлаҡи яҡтан дөрөҫ тәрбиә алған;
- үҙ ҡарашы һәм фекере булған шәхес тәрбиәләү.
Дөйөм белем биреү маҡсаты – универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив).
Мәктәптең төрөнә, мөмкинлегенә, уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенә ҡарап, уҡытыусылар үҙҙәре эш программалары төҙөй. Ул Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”, Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” закондарын, башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытыу программаһын иҫәпкә алып эшләнә.
Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт биреү, уларҙы ирекле аралашырға өйрәтеү программаның төп маҡсаты булып тора.) Артабан грамматик, орфоэпик, орфографик минимумдар билдәләнә.
Ошо маҡсаттарҙан сығып беҙ үҙебеҙҙең дәрестәребеҙҙә төрлө алымдар ҡулланабыҙ.
Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион алымдар ҡулланыу – заман талабы.
В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, – тигән.
Һәр дәресте үҫтереүсе һәм проблемалы итеп ойошторорға ынтылыу зарур. Компьютер, проект, уйын, үҫтереүсе технологиялар ҡулланылған дәрестәр бик ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле үтә. Бындай технологиялар яңы стандарт талаптарын ҡәнәғәтләндерә:
• балаға фекерләү, ижад итеү, аралашыу өсөн шарттар тыуҙыра;
• уҡыусыларҙы бәләкәй асыштар яһарға этәрә;
• хеҙмәттәшлек итеү, аралашыу мәҙәниәте ҡағиҙәләрен нығыта;
• танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;
• бала үҙ фекерен башҡортса ҡурҡмай әйтергә, алған белемен практикала (киләсәк тормошта) ҡулланырға, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәнә.
Дәрестә эште парлашып йәки төркөмдәрҙә эшләү уҡыусының уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һөҙөмтәлерәк итә. Бындай эш процесында баҙнатһыҙыраҡ, шымыраҡ балалар ҙа үҙенән-үҙе эшкә ылыға. Ҡыйыу, әүҙем балалар етәкселек сифаттарын үҫтерә.
Эш барышында кеше психологияһын аңлап эш итеү, мөнәсәбәт ҡора белеү кеүек ыңғай сифаттар формалаша. Был тәжрибә мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош юлына баҫҡас, бигерәк тә кәрәк.
Бурыстар: уҡыусыларҙы төркөмдәрҙә эшләргә өйрәтеү; хеҙәттәшлек итергә, толерантлы булырға, бер-береңде тыңлай һәм ишетә белергә, үҙ ҡарашыңды аңлайышлы һәм аныҡ еткеркегә.
Парлы эштәр
Төп ҡағиҙәләр
- Бышылдап һөйләшәбеҙ.
- Бергә эшләйбеҙ.
- Алдан килешәбеҙ: яҙма эш булһа, кем яҙа, кем уҡый.
- Сығыш яһағанда ике кеше исеменән һөйләргә: “Беҙ уйлайбыҙ, беҙҙең уйыбыҙса, беҙ һанайбыҙ”.
- Эштәрҙе тамамлағас , ҡулдарҙы күтәрәбеҙ.
- Эштәрҙе баһалайбыҙ, бер-беребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ.
Төркөмләп эшләү ҡағиҙәләре:
- Әңгәмәлә барыһы ла ҡатнаша;
- Тыныс һәм аңлайышлы һөйлә;
- Мөһим нәмә тураһында ғына һөйләш.
Ҡылым темаһын ҡабатлау. Ҡыш.
Уҡыусылар өс төркөмгә бүленеп эшләй. -“Пантомима” уйыны. “Ҡар яуа” шиғырын көлөп, илап, шатланып, аптырап уҡып күрһәтеү.
-Ижади эш. Бирелгән һүҙбәләнештәргә һүрәт төшөрөргә.(Шыршы үҫә, ҡар яуа, ҡар бабай тора, буран ҡотора, балалар уйнай.)
Парлап һәм төркөмләп эш төрҙәре уҡыусыларҙа класташтарының фекерҙәренә ихтирамлы ҡараш, түҙемлелек, тактлылыҡ( әҙәплелек), ярҙамсыллыҡ тәрбиәләй. Төп коммуникатив эшмәкәрлектәрен үҙләштерә:инициативалы, лидерлыҡ,конфликлы ситуацианан сығыу.
Төркөмләп һәм парлы эштәрһе баһалау.
Ҡыҙыл-эштәр оҡшаны ,барыһы ла яҡшы булды!
Зәңгәр- яҡшы эшләнек, ләкин тағы ла тырышырға кәрәк!
Йәшел- бер ни ҙә аңламаныҡ, ярҙам кәрәк!
Дәресте йомғаҡлам шундай нәтижәгә киләм.
“Йыйылышыу- ул эштең башы,
бергә булыу- ул алға китеү,
Бергә эшләү- ул уңыш”. Генри Форд.
Мультимедиялы презентациялар дәресте яңыса ярҙам итә. Мультимедия сараларын ҡулланыу уҡыусыларҙы , тоташ ҡластың ихтибарын йәлеп итергә ярҙам итә. Мин үҙемдең дәрестәремдә төрлө мультимедиалы презентациялар ҡулланам. “Беҙ һәм тәбиғәт”, “Башҡортостан йылғалары”. “Башҡортостандыңете мөғжизәһе”, “Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ”.
Презентацияларҙың уҡыусыларға ыңғай яҡтары :
Күргәҙмә материалдар һәм мәғлүмәт ярҙамында уҡыу процесын эффектлы
Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә синквейн алымын ҡулланыу.
Дәрестең маҡсаты
- Теманың идея йөкмәткеһен асыу.
- -уҡыусыларҙың ижади фекрләү ҡеүәһен һәм телмәрен үҫтереү.
- Шиғриәткә һөйү тәрбиәләү.
Синквейн яҙыу этаптары:
- Тема (ғәҙәттә исемдән килә)
- Һүрәтләү (бер –нисә сифат.)
- Эш- хәрәкәт (өс ҡылым)
- Ҡараш (фраза)
- Синоним.
Уҡытыусы.
Һәйбәт, белемле, уҡыта, тәрбиәләй, ярҙам итә.
Минең иң яҡшы дуҫым.
Оҫта.
1.Беренсе юлда тик бер генә һүҙ ( исем йәки алмаш). Был символдың темаһы (уҡытыусы).
2. Икенсе юлда – ике һүҙ, ғәҙәттә сифат йәки сифат ҡылым. Улар беренсе юлда бирелгән теманы төрлө яҡлап асыҡлайҙар (һәйбәт, белемле).
3. Өсөнсө юл өс ҡылымдан тора. Улар был предметҡа йәки обьектҡа хас булған хәрәкәтте белдерәләр. (уҡыта, тәрбиәләй, ярҙам итә)
4. Дүртенсе юл- бер- нисә һүҙҙән торған фраза, авторҙың был предметҡа йәки обьектҡа булған ҡарашын билдәләй. (минең иң яҡын дуҫым.)
5. Бишенсе юлда бер генә һүҙ. Беренсе юлдағы һүҙгә йәки обьектҡа синоним.(оҫта.)
Шулай итеп, яңы быуын стандарттары шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусы шәхси эшмәкәрлеген үҫтерә; танып белеү (өйрәнеү, белем алыу) һәм логик эшмәкәрлеген формалаштыра; проблеманы ҡуя һәм хәл итергә өйрәнә; коммуникатив эшмәкәрлеген (социаль, компетентлыҡ) камиллаштыра; тыуған илен, телен яратҡан, милләтенең киләсәген ҡайғыртҡан шәхес булып тәрбиәләнә.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итер, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерер, үҙ-үҙенә ышанысын, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уятыр һәм тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләр, ә иң мөһиме – башҡорт теле башҡа фәндәр араһында үҙенең бәҫен күтәрер, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр, тип уйлайым.
Башҡорт теле дәрестәрендә уйындар. Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.
Бөгөнгө көндә урыҫ телле балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, уларҙың һүҙлек запасын арттырыу һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланырға өйрәнеү бик актуаль мәсьәлә. Уҡыусыларҙың лингвистик аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү,һөйләгән һәм яҙған саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңеләге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша,ҡушылып китә.
Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.
Мәҫәлән: «Бер хәреф уйыны». Һәр уҡыусы үҙенә бер хәреф һайлап ала. Уйынды алып барыусы һорауҙар әҙерләй.
Беренсе уҡыусы .Икенсе уҡыусы
Һинең исемең нисек?
Әлфиә Булат
- Фамилияң нисек?
Әйүпова Батыршин
Дәререстәремде планлаштырғанда , мин һәр ваҡыт уҡыусыларҙың яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереүен күҙ уңыныда тотам һәм шәхси үҙенсәлектәрен асыу өсөн бөтә мөмкинселектәрҙе булдырырғ, ниндәй эш алымдары мауыҡтырыуын белергә тырышам. Беҙ,башҡорт теле уҡытыусылары, башҡорт теле уҡытыуҙың сифатын һәм эффктлы булыуын күтәреү өсөн һәр ваҡыт төрлө ысулар уйлайбыҙ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмаҫҡа тейешбеҙ.
Был маҡсаттарға ирешеү өсөн беҙгә уйындар ярҙам итә. Уларҙы ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята. Уйын барышында уҡыусылар ғәҙәти ситуациаларҙа аралаша, телмәр үҫешенә булышлыҡ итә.
Уйындар баланы күп нәмәгә өйрәтеүе һәм тәрбиәләү мөмкинселектәре булыуы күптән билдәле. Күп кенә педпагогтар уҡытыу процесында уйындарҙы ҡулланыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алалар.
Уйын – айырыуса ныҡлы ойошторолған эш төрө.Уйын балаларға ижади шәхес булырға, барлыҡ эштәргә лә ижади ҡарашлы булырға ярҙам итә. Үҙенең башҡарған эшен сифатлы итеп, юғары кимәлдә үтәргә булышлыҡ итә. Ижади кеше һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл. Кешенең тормош кимәле уның ижади мөмкинселектәренән дә тора.
Өлкәндәр ҙә, балаларҙа ябай ғына нәмәләрҙә лә үҙенсәлектәрҙе таба ала. Балалар уйлап сығарырға , фантазия ҡорорға, кәүҙәләндерергә ярата. Төрлө ижади уйындар уҡыусыларҙы берләштерә. Уйнағанда бала һәр ваҡыт алға ынтыла .
Америка психологы Д.Мид дөйөмләштерелгән модель формаһын күрә. Быны психологтар “үҙаллылыҡ” тип атай. Уйын –ул үҙ үҙеңде күрһәтеү, үҙ үҙеңде билдәләү, үҙ үҙеңде тикшереү.
Дәрестә уйындарҙың урыны өйрәнелгән материалдан , маҡсаттан, шартынан тора. Әгәр теманы ҡабатларға кәрәк булһа, уйынға 20-25 минут ваҡыт бирелә. Уйынды дәрестең төрлө этаптарырда ла ҡулланырға мөмкин.
Билдәле булыуынса, мотив-телмәр эшмәкәрлеген булдыра.Һөйләү мотивын булдырыу, уҡытыусы эшмәкәрлегенең төп компоненты.
Уйындарҙы төрлө категрияларға бүлеп йөрөтәләр.
-лексик уйындар;
-грамматик уйындар;
-фонетик уйындар;
-орфографик уйындар;
- ижади уйындлар.
“Кемдең ҡояшы яҡтыраҡ?” уйыны
Ике уҡыусы таҡта алдына сыға һәм картиналағы йәнлектәрҙе һүрәтләй. Таҡтала ике түңәрәк төшөрөлгән. Һәр бер дөрөҫ әйтелгән һөйләмгә түңәрәккә нурҙар ҡуйып барыла. Кемдең ҡояшының нурҙары күберәк, шул еңеүсе тип һанала.
“Ҡасышлы” уйыны
Алып барыусыны һайлана. Таҡтаға бүлмә һүрәте эленә. Унда төрлө предметтарҙың исемдәре әйтелә һәм ошо предметтың береһе артына ҡасырға тейеш булалар. Алып барыусы ҡағыҙға үҙенең ҡайҙа “ҡасҡанын” яҙырға тейеш була.
Уйынды башлар алдынан һанамыш әйтелә.
Бер, ике, өс, дүрт, биш. Ҡуян ҡасты, ҡолаҡ шеш. Һунарсы килеп сыҡты, Мылтығын тоҫҡап атты. Бах-бах, әй-әй-әй! Бахыр ҡуян тәгәрәй. Беҙ уны өйгә алдыҡ Һәм дауаларға һалдыҡ. Һикереп торҙо ҡуян – Ул бит үлмәгән булған! |
Был уйынды “артында” , “ янында” кеүек һүҙҙәрҙе үҙләштергәндә уйнауы отошло.
Йәшелсәләр
Балалар араһынан «баҡсасы», «йәшелсә алыусы» билдәләнеп ҡуйыла. Балалар бер тирәгә йыйылыбыраҡ ултыралар, һәм «баҡсасы» уларҙың ҡолағына йәшелсә исемдәре әйтеп сыға. Шул ваҡыт «һатып алыусы» килеп ишек ҡаға һәм ике арала шундай һөйләшеү була:
— Туҡ-туҡ!
— Кем бар?
— Мин.
— Һин кем?
— Кеше.
— Нимәгә килдең?
— Йәшелсә алырға.
— Ниндәй?
— Шалҡан (теләгәнен әйтә).
Әгәр йәшелсәләр араһында «шалҡан» булһа, ул тороп йүгерә һәм билдәләнгән урынды урап килә . Әгәр «һатып алыусы» ул арала уны ҡыуып тота алмаһа, «шалҡан» үҙ урынына килеп ултыра, һәм, уға яңы исем ҡушылып, уйын дауам итә. Әгәр бала тотолһа, ул уйындан сыға. Уйын «йәшелсәләр» тотолоп бөткәнсе дауам итә.
Ҡоштар һәм ситлек
Был уйын балаларҙы тәүәккәл һәм түҙемле булырға өйрәтә. Ә уйындың ҡағиҙәһе былай.
Уйында ҡатнашыусыларҙың яртыһы (8—12 кеше), ҡулға-ҡул тотоношоп, «ситлек»яһайҙар. Ҡалғандары «ҡоштар» була. Улар төрлө яҡта «осоп йөрөйҙәр». Уйынды алып барыусы хәбәр биргәс, «ситлек» асыла — балалар ҡулдарын юғары күтәрәләр. «Ҡоштар» ситлеккә инеп-сығып йөрөйҙәр.
Алып барыусы яңынан хәбәр һалғас, «ситлек» ябыла — балалар, сүкәйеп ҡулдарын төшөрәләр. Түңәрәктән сыға алмай ҡалған «ҡоштар» тотолған тип иҫәпләнә. Улар ҙа, ҡулга-ҡул тотоношоп, «ситлек» яһаусылар эргәһенә баҫалар.
«Ситлек» иркенәйә. «Ситлек» 3—4 ҡат асылып-ябылғас, уйынға йомғаҡ яһала. Һуңынан уйынсылар урындарын алмашалар.
Беҙ ҙә
Иң беренсе уйынды алып барыусы билдәләнеп ҡуйыла . Ул һалмаҡ ҡына берәр ваҡиға һөйләй. Әгәр уның хикәйәһендә балалар башҡара ала торған хәрәкәт телгә алынһа, уйынсылар хор менән: «Беҙ ҙә!» — тип ҡысҡыралар. Уларҙың хәленән килмәй торған эштәр тураһында һөйләнелһә, өндәшмәй ҡалырға тейештәр. Кем дә кем булдыра алмаҫ хәрәкәт тураһында һүҙ барғанда,яңылыш: «Беҙ ҙә!» — ти икән, ул бала уйындан сығарыла.
Мәҫәлән, уйынды алып барыусы шундай хикәйә һөйләй:
— Мин урманға киттем (уйынсылар: «Беҙ ҙә!» — тиҙәр).
Урманда мин еләк йыя башланым («беҙ ҙә!»).
Бына көслө ел сыҡты (өндәшмәйҙәр).
Ямғыр яуа башланы, күк күкрәне (өндәшмәйҙәр).
Мин бесән ҡыуышы аҫтына инеп ултырҙым («беҙ ҙә!») һ. б.
Заман формаларын өйрәнгәндә туп ҡулланырға мөмкин. Уҡытыусы һорау бирә, һәм тупты уҡыусыға ырғыта, таблица ярҙамында уҡыусы һөйләм төҙөп киләсәк заманда яуап бирә.Атабан уҡытыусы уйындан сыға. Уйын уҡыусылар араһында дауам итә.
“Театр” уйыны
Төрлө фразаларҙы үҙләштереү маҡсатында: танышыу, үҙең тураһында,төрлө һорауҙарға яуаптар биреү.
Был уйын башланғыс кластар өсөн.Йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ҡулланып тауыштарҡы ҡабатлап, кейенеп ҡурсаҡ театры актерҙары булып уйнау. Уҡыусыларға “Һеҙ ҡурсаҡ театры актерҙары , балалар баҡсаһында спектакль күрһәтәһегеҙ”, тигән күрһәмә бирелә.
Диктанттар.
Традицион диктанттар урынына төрлө уйындар ҡулланырға мөмкин.
Йы , йә, ой. Уҡ ҡушымсаларын һүҙҙәр уйлап яҙығыҙ.
Бер нисә хәреф яҙығыҙ. Уҡыусыға , хәрефтәр аҫтына , ошо хәрефкә башланған һүҙҙәр яҙып сығырға кәрәк буласаҡ. Аҙаҡ һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын тикшерелә.
Һөйләмдәрҙе киңәйтеү.
Уҡыусыға картинаға ҡарап һөйләм төҙөргә ҡушыла.Ошо һөйләмгә сифаттар, ярҙамсы һүҙҙәр, урын хәле, ваҡыт хәле шарт хәлдәре ҡушып киңйтелә. Уйындың маҡсаты иң ҙур һөйләм төҙөү.
Тылсымлы һандыҡ.
Был уйын өсөн төрлө предметтарҙы алырға мөмкин: уйынсыҡтар, бөрө, кубиктар, лего һ.б. Был предметтар коробка эсендә ята һәм уларҙы уҡыусылар күрергә тейеш түгел.Йәки бер уҡыусыны һайлап алып предметтың төҫөн, билдәһен, ҡайҙа ҡулланылыуын һәм башҡа һорауҙар бирҙертеү.Уҡыусылар был предметтың нимә икәнлеген белергә тейеш булалар. Был уйынды киреһенсә уҡыусы күҙен бәйләп предметты танырға тейеш була. Башҡалар һорау бирә,ул йә раҫлай , йәки инҡар итергә тейеш . Һайлап алынған предметтың нимәгәлер кәрәклеге мөһим түгел.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.
Доклад для учителей...
“Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”
Выступление на курултае на тему “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”...
Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым.
Выступление на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы....
БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУ БУЙЫНСА ЫҢҒАЙ ДИНАМИКА
УҠЫУ-УҠЫТЫУ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ, ДИНАМИКА, МОНИТОРИНГ, ТАБЛИЦАЛАР....
"Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдар"..дәрес өлгөһө.
Донъяла телдәр бик күп .Кеше ни тиклем күберәк тел белһә ,шул тиклем уның рухи донъяһы байыраҡ һәм белем дәрәжәһе киңерәк була .уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү...
Доклад "Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым".
Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым. Ижади эшләүсе уҡытыусы традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып...
Ике телле мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу
Ике телле мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу алымдары тураһында фекер алышыу...