“Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”
статья на тему

Галиуллина Таслия Инсафовна

Выступление на курултае на тему “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kurultay.aktualnye_problemy_prepodavaniya_bashk_yaz.doc56 КБ

Предварительный просмотр:

Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышында яһаған сығышы

Тема. “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”

Ғәлиуллина Тәслиә Инсаф ҡыҙы, район методик берекмә етәксеһе

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Президиум!

Хәйерле көн,Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар!

                                                           Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,

                                                           Унан башҡа минең илем юҡ;

                                                           Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

                                                           Иле юҡтың ғына теле юҡ!

                                                                                                                   Р.Ғарипов

         “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закондар талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатына, республиканың яңы гражданинын тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.

         Райондағы барлыҡ мәктәптәрҙә лә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ (100%) уҡытыла һәм 7 мәктәптә туған тел булараҡ башҡорт теле өйрәнелә.  

   Баҡалы районы мәктәптәрендә  төрлө милләт балалары уҡый.  Рустар (1019 уҡыусы), татарҙар(1963 уҡыусы) , башҡорттар (450 уҡыусы) күпселекте тәшкил итә.

        Быйылғы уҡыу йылында районда 41 мәктәп эшләй:  11-башланғыс мәктәп, 16- урта, 13- төп белем биреү, 1- II төр махсус коррекцион мәктәп-интернат. Уларҙа туған телдәрҙе һәм башҡорт дәүләт телен уҡытыу алып барыла.  2013/14 уҡыу йылында башҡорт дәүләт телен 2604 уҡыусы өйрәнә. Был, башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәрҙе һәм базислы уҡыу планы буйынса дәүләт телен уҡытыу ҡаралмаған I , II кластарҙы иҫәпкә алмағанда, 100 %  тәшкил итә. Туған тел  булараҡ башҡорт телен 8 мәктәптә 305 уҡыусы өйрәнә. Рус милләтенән булмаған уҡыусылырҙың 78  проценты үҙ туған телен өйрәнә.

          Районда милли мәғарифты үҫтереү, туған телдәрҙе өҫтөнлөклө итеү буйынса планлы эш алып барыла. Төп  иғтибар  сифатлы белем биреүгә йүнәлтелә.Туған башҡорт теленән һәм башҡорт дәүләт теле буйынса балаларҙың белем кимәлен тикшереү һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: 1545 уҡыусы туған башҡорт телен һәм башҡорт дәүләт телен яҡшы белә, 810 бала иркен аралаша.

         Район мәктәптәрендә 35 башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты эшләй. Һәр мәктәптә дәүләт символдарына арналған стенд бар. Кабинеттар һәм даими стендтарҙың исемдәре рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылған. Башҡорт теленән 42 уҡытыусы белем бирә. Уларҙың     8-һе  - юғары, 23-һө беренсе категорияға эйә. Уҡытыусылар даими рәүештә квалификацияны күтәреү буйынса курстарҙа булалар. Райондың 2 мәктәбендә туған телдәр буйынса директор урынбаҫары бар, мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист штаты булдырылған.

          Туған телде уҡытыу кимәлен күтәреү маҡсатында уҡытыусыларҙың методик берләшмәһенең эше яйға һалынған. Берләшмә ултырыштарында яңы методикалар, заманса уҡытыу технологиялары, уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү кеүек эшлекле мәсьәләләр ҡарала, уҡытыусыларҙың үҙ белемдәрен үҫтереү буйынса сығыштары тыңлана, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм  таратыу ойошторола.

        “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында 2001 йылдан башлап      13 уҡытыусы ҡатнашты, уңыштарға өлгәште.

        2013-2014 уҡыу йылында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2014” төбәк –ара конкурсында Мостафа урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Насирова Эльмира Рәүис ҡыҙы районыбыҙҙың данын яҡлаясаҡ. Уҡытыусылар төбәк-ара  конференцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнашалар. Баҡалы 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлиуллина Т.И. «Туған телдәр уҡытыуҙың әһәмиәте»

тип аталған төбәк-ара  конференцияла ҡатнашты. «Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу үҙенсәлектәре» буйынса сығыш яһаны. Был сығыш конференцияның мәҡәләләр йыйынтығына индерелде. Башҡортостан Республикаһының  халыҡ шағиры Р.Бикбаевҡа  75 йәш тулыу айҡанлы районда төрлө саралар һәм конкурстар үткәрелде. Шағирҙың ижады буйынса “Иң яҡшы дәрес һәм кластан тыш сара эшкәртмә”ләре тип аталған республика конкурсына башҡорт теле уҡытыусылары Ғәлиуллина Т.И., Сәләхова Н.Ф., Кинйәғолова Г.Ф. ҡыҙының эштәре ебәрелде. З.Биишеваның ижадына арналған республика конкурсында Ғәлиуллина Т.И. Иң яҡшы дәрес эшкәртмәһе номинацичһында еңеүсе булды.     Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың  республика этабында ҡатнашып, уҡыусыларыбыҙ матур   уңыштарға өлгәшә. 2013/ 14 уҡыу йылында Тоҡтағол мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Ҡашапова Зөһрә (уҡытыусыһы Ғәбсәлихова З.М.) һәм Михайловка мәктәбенең 11 –се класс уҡыусыһы Кондратьева Регина (уҡытыусыһы Денисова  Флидә Шәриф ҡыҙы) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәндәре өсөн Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр.

        Уҡыусыларыбыҙ төрлө интернет-олимпиадаларҙа, интернет-конкурстарҙа теләп ҡатнашалар. Р.Бикбаевтың шиғырын яттан һөйләп, Баҡалы 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Әхмәтйәнова А. (уҡытыусыһы Ғәлиуллина Т.И.), Яңы Маты  мәктәбенең 9–сы класс уҡыусыһы Мартынова Ольга (уҡытыусыһы Хәсәнова Ш.П.) республика интернет-конкурсында уңышлы сығыш яһап, Шоңҡар журналының Дипломы менән бүләкләнделәр.

         Мәғариф министрлығы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан үткәрелгән  интернет – олимпиадала ла күп кенә уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. Баҡалы 1–се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Шәфиғуллина Л. (уҡытыусыһы Ғәлиуллина Т.И.), 9–сы класс уҡыусыһы Трофимова А. (Дәүләтова Л.Р.), Яңы Маты мәктәбенең 7–се класс уҡыусылары Якунина Эльза, Иванова Алевтина (уҡытыусылары Хәсәнова Ш.П.) призлы урындар яуланылар. Баҡалы  1–се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Зинәтуллина М., 7–се класс уҡыусылары Ғәнеев Р., Медведева Ә. Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәндәре өсөн сертификат алдылар.

       Республика көнөнә һәм Тирә-яҡ мөхитте яҡлау йылына арналған иншалар конкурсы үткәрелде. Район күләмендә үткәрелгән Кесе Фәндәр академияһы сиктәрендә фәнни- тикшеренеү эше менән Баҡалы 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Әхмәтйәнова А. (уҡытыусыһы Ғәлиуллина Т.И.), Туҡбирҙе мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Концепарова Роксана (уҡытыусыһы Кинйәғолова Г.Ф.) уңышлы сығыш яһанылар.

        Башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында йыл һайын ҡатнашып килә уҡыусыларыбыҙ.Үткән йәйҙә Баймаҡта үткәрелгән бәйгелә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, Баҡалы уҡыусылары командаһы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп ҡайтты. (Етәксеһе Куштирәк мәктәбе уҡытыусыһы Кашапова Л.А.)

      Уҡыусыларҙың  ижады башҡорт телендәге “Мираҫ”гәзитендә даими баҫылып килә.

       Уҡыусылар башҡорт телен өйрәнеүҙе төрлө уҡыу йорттарында дауам итәләр һәм Дипломлы белгес булып районыбыҙға эшкә ҡайталар.

        Баҡалы уҡыусылары һәләтле һәм башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та тырышып һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнә-уңыштарыбыҙ шуны күрһәтә.Башҡорт телен уҡытыу буйынса районда ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланған.Мәктәптәрҙә һәм район күләмендә үткәрелгән саралар барыһы ла туған телде һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Әгәр халҡыбыҙ бөгөн үҙен-үҙе һаҡламаһа, заман,дәүер шауҡымы уны тапап,юҡҡа сығарыуы мөмкин икәнлеген белә тороп,аңыбыҙҙы зәғифләп,илдәге хәлдәргә күҙ йомоп,үҙ аяғыбыҙ менән упҡын ситенә баҫырға хаҡыбыҙ юҡ.

Атайсалды ла юғалтһаҡ,

Моңобоҙҙо ла юғалтһаҡ,

Телебеҙҙе лә юғалтһаҡ,

Донъябыҙҙан ни ҡала?

-тип киҫәтә беҙҙе Башҡортостан халыҡ шағиры А.Игебаев та.

Кеше туған телен,мәҙәниәтен,әҙәбиәтен,халҡының традицияһын белмәһә,ул икенсе милләткә күсергә лә мөмкин.Быны тарих үҙе раҫлай.Шуға күрә шәжәрә байрамдарын үткәреү ҙә һаман актуаль булып ҡала килә.Бигерәк тә беҙҙә,көнбайыш райондарҙа,халыҡтың күбеһе милли асылын белмәй,һәр кемдең дә үҙәк архивтарға барып,тарихи дөрөҫлөктө асыҡлап йөрөрлөк мөмкинселеге юҡ.Был проблеманы хәл итеү ҙә көн үҙәгендә.

        Тик милли тамырҙарын ихтирам итеп,һаҡлап-яҡлап йәшәгән кеше генә юғары әхлаҡлы шәхес булып ҡала.Заман әшәкелектәренән дә милләтеңә, атыңа, затыңа ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышыу һаҡлап ҡала ала.Туған тел һәм әҙәбиәт дәресенән башҡа тағы ниндәй дәрестәр балаға тәрбиә бирә һуң?

Милли мәғарифты үҫтереү, милли рух тәрбиәләү, киләсәк быуында рух һәм әхлаҡ  ныҡлығы булдырыу өсөн районда башҡорт теле уҡытыусылары бар көстәрен һалып эшләйҙәр.  Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙең тәжрибә мәктәбе бөгөнгө этапта туҡталмаҫ, киләсәктә лә яңы асыштарға килербеҙ, өмөтлө йәштәребеҙҙең исемдәре ишетелер,  тип ышанам.

          Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теленең дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт теленең нәфислеген, йомшаҡлығын, гүзәллеген һәм уны нисек бар шул килеш киләһе быуынға еткерергә тейешбеҙ.

   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым.

Выступление на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы....

Башҡорт теленә өйрәтеүҙә үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу

Хәҙерге яңы технологиялар ҡулланып уҡытыу заманында үҫтереүле уҡытыу системаһын ҡулланыу бик отошло. Үҫтереүле уҡытыу системаһы башланғыс кластар өсөн төҙөлгән. Был системаны ҡулланғанда белем биреүҙе...

БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУ БУЙЫНСА ЫҢҒАЙ ДИНАМИКА

УҠЫУ-УҠЫТЫУ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ, ДИНАМИКА, МОНИТОРИНГ, ТАБЛИЦАЛАР....

"Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдар"..дәрес өлгөһө.

Донъяла телдәр бик күп .Кеше ни тиклем күберәк тел белһә ,шул тиклем уның рухи донъяһы байыраҡ һәм белем дәрәжәһе киңерәк була .уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә  башҡорт телен өйрәнеү...

Доклад "Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым".

Башҡорт телен уҡытыу сифатын күтәреүгә булышлыҡ иткән алымдарым. Ижади эшләүсе уҡытыусы  традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып...

Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу

Программаның төп маҡсаты –баланы шәхес итеп үҫтереү. (Мәҫәлән, рус телендә һөйләшеүсе балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһын...