2 синыф өсөн «Әҙәби уҡыу» буйынса эш программаһы
рабочая программа
Предварительный просмотр:
«Башҡорт теле» буйынса эш программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.(приказ№373 06.10.2009 йылдан)Программаның нигеҙенә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланылған Программа алынды, авторҙары Ф.Ш. Сынбулатова, Г. Ә. Вәлиева.
Эш пограммаһы 2016-2017 уҡыу йылына Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла
Был эш программаһы федераль һәм республика закондары талаптарына таянып эшләнде:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа кимәле: базис
Программа бер йыл осорға тәғәйенләнелә.
Быйылғы уҡыу планы буйынса әҙәбиәт дәрестәре аҙнаға 1 сәғәт.
Әҙәбиәт предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)
«Әҙәби уҡыу» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- башҡа кешеләрҙең тойғоларын аңлай белеү;
- тәбиғәт матурлығын күрә белеү;
- үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау;
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Әҙәби уҡыу» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
- анализлай һәм синтезлай белеү;
- сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
- фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
- һорауҙар бирә белеү.
«Әҙәби уҡыу» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
- әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
- уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
- уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
- аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
- текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
- таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
- тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
- текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
- текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
- тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
- геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
- телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
- уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
- уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
- асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
- проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
- нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
- уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
- уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу.
Ә62би2т дәреcе темаларының йөкмәткеһе
Уҡы, эшлә, аҡыл йый (4 с.)
Мин уҡыусы. Ф. Туғыҙбаева. Баҫҡыс. Ф. Иҫәнғолов. Ҡанатһыҙ турғай. З. Кускилдина. Кешегә кәрәк белем. Ш. Биҡҡолов. Шиғырҙарҙы тейешле хис-тойғолар менән тасуири, ярашлы тауыш, темп һайлап, дөрөҫ уҡырға өйрәнеү, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, текстан төп мәғлүмәтте таба белеү, Һүҙлек менән эш итә белеү.
Халҡым йыйған ынйылар (6 с.)
Бишек йырҙары. Әшкәк-бешкәк, йәки беҙҙең уйыныбыҙ. Бармаҡтар менән уйындар. Шаяртыуҙар. Таҡмаҡтар. Йомғаҡлау дәресе. Һөйләү оҫталығын үҙләштереү, үҫтереү, ижад итеү.
Әкиәт уҡырға яратам (13 с.)
Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ. А. Йәғәфәрова. Төлкө менән әтәс. Айыухас менән Айыукәс мәктәптә. М. Ғабдрахманов. Батыр малай. Саҡырылмаған ҡунаҡ. Күгәрсен күҙҙәре. Д. Талхина. Төлкө менән ҡырмыҫҡа. А. Мөсифуллин. Терпе ниңә энәле? А. Ғарифуллина. Ай аҡылға ултыртты. З. Кускилдина. Төлкө менән кәзә тәкәһе. “Әкиәттәр илендә» йомғаҡлау. Әкиәт жанры, уның төрҙәре, структураһы, тел үҙенсәлектәре, персонаждар төрлөлөгө.
Шып-шым булдыҡ, тынғанбыҙ, беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ (7 с.) Әсәйемдең ҡулы күп. Ф. Туғыҙбаева. Ҡарлуғас. М. Хисмәтуллина. Бесәй менән сысҡандар. М. Хисмәтуллина. Тыуған яҡ. А. Игебаев. Ҡорот. Буҙа. Көбө. С. Ғәләүетдинов. Балыҡсы Айтуған бабай. Ф. Туғыҙбаева. Бесәйҙең өйө яна. Йомғаҡлау дәресе. Шаяндар һәм тапҡырҙар.
Тәбиғәт – матурлыҡ, байлыҡ; һаҡлаһын уны бар халыҡ (8 с.) Урман китабы. Б. Ноғоманов. Урмансы малай. А. Игебаев. Шыҡыйыусы, шәп йүгереүсе ҡоштар. Ғ. Ишбулатов. Тыңлауһыҙ сана менән саңғы. Ф. Иҫәнғолов. Сәнскеле күлдәк. А. Йәғәфәрова. Ҡарҙағы яҙыуҙар. Ф. Фәтҡуллина. Тирәк. Н. Игеҙйәнова.
Әҙәп төбө – матур ғәҙәт (16 с.) Флүрәнең ғәйебе нимәлә? Ф. Иҫәнғолов. Ҡунаҡ табыны. Ф. Фәтҡуллина. Кем маҡтансыҡ? С. Яҡупов. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. А. Йәғәфәрова. Рәхмәт яуғанда. Г. Яҡупова. Батырҙар! Ф. Иҫәнғолов. Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы? Ф. Иҫәнғолов. Тиҫкәре. К. Ильясов. Ҡасҡан әйберҙәр. З. Кускилдина. Ғәбиттең сере нимәлә? Ф. Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? Ф. Иҫәнғолов. Үсегеүсән бер малай. Ф. Туғыҙбаева. Нимә тип яуап бирер инең? Ф. Иҫәнғолов. Оморҙаҡ бабай. Ж. Кейекбаев.
Тыуған йортом, ерем – минең күңел нурым! (6 с.) Мин йәшәйем Уралда. Г. Ғәлиева. Өфө – беҙҙең баш ҡалабыҙ. Й. Солтанов. Тыуған яҡтарым һәйбәт! М. Садиҡова. Өй туйы. З. Кускилдина. Үгәй инә үләне. Кесерткән. Бәпембә һамаҡтары. Оҫҡон.
Байлыҡ, муллыҡ – тормош етеш, хеҙмәттән алынған емеш (8 с.) Өлгөргәнлек һынауы. Ф. Иҫәнғолов. Уңған уң ҡул. Р. Әбүталипова. Икмәк. Әпәкәй. К. Булат. Көтөлмәгән осрашыу. А. Ғарифуллина. Янғын. Н. Игеҙйәнова. Әсә рәхмәте. Ә. Ихсан. Рәхмәттәр биргән рәхәт. Р. Ниғмәтуллин. Ярғанат. Г. Яҡупова. Кемдәр маладис була? Н. Сәлимов. Сер. Г. Ситдиҡова. Бик ярата мине эш... Ф. Зыятдинова. Һәр бүлек аҙағында йомғаҡлау дәрестәре.
Әҙәбиәт буйынса.
Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға,сиреккә,йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү
Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.
Баһалар
Баһалар кластар | «5» | «4» | «3» | «2» |
I | 30 | 25 | 15 | 15-тән кәмерәк |
II | 55 | 45 | 30 | 30-ҙан кәмерәк |
III | 65 | 55 | 40 | 40-тан кәмерәк |
IV | 80 | 75 | 55 | 55-тән кәмерәк |
Календарь- тематик план
№ | Дәрес темаһы | Йөкмәткеһе | Сәғһан | Дата | |||||||||||||
план | факт | ||||||||||||||||
Белем байрамы | |||||||||||||||||
1 | Г.Юнысова. Сентябрь. *Шатлыҡлы иртә.С.Муллабаев
| Белем байрамы тураһында һөйләшеү; шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс хис-тойғоларҙы белдереү , яңы уҡыу йылына теләк , пландар ,хыялдар менән уртаҡлашыу .Тексты пауза яһап, интонация менән уҡыу | 1 | 6.09 | |||||||||||||
Уйнайбыҙ ҙа , йырлайбыҙ ҙа… | |||||||||||||||||
2 | Бишек йырҙары Йәнлектәрҙең бишек йырҙары | Һүҙлек: бишек,сәңгелдәк, тирбәтә, йондоҙом ,былбылым, күҙ нурым Етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Бишек йырҙарының тәғәйенләнешен , ҡасан, ниндәй шарттарҙа , ҡулланылыуын төшөндөрөү | 1 | 13.09 | |||||||||||||
3 | Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар | Һүҙлек:баш бармаҡ , һуҡ бармаҡ , урта бармаҡ,сығанаҡ бармаҡ , сәтәкәй бармаҡ ,мөғжизә | 1 | 20.09 | |||||||||||||
4 | Йомаҡтар,мәҡәлдәр | Йомаҡ-мәҡәлдәрҙен тәғәйенләнешен , ҡасан, ниндәй шарттарҙа , ҡулланылыуын төшөндөрөү | 1 | 27.09 | |||||||||||||
5 | Фәстереүҙәр(уйҙырма). С.Шәрипов.Хикмәтле хикәйә. Уйындар.Шаярыуҙар | Фәстереүҙәрҙең тәғәйенләнешен , ҡасан, ниндәй шарттарҙа , ҡулланылыуын төшөндөрөү. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән таныштырыу | 1 | 18.10 | |||||||||||||
Әкиәттәр доньяһында | |||||||||||||||||
6 | Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ.А.Йәғәфәрова Ҡарт менән дейеү. | Һүҙлек:йәл-ҡыуаныс, меҫкен-бахыр,йәш түгә-илай. Һүҙлек:дейеү, аҡыл,тапҡыр | 1 | 25.10 | |||||||||||||
7 | Төлкө менән әтәс. Төлкө менән айыу . | Һүҙлек тауыҡ тибенә,күкрәген кирә биреп-маһайып, маҡтанып Хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап, матур итеп һөйләргә өйрәтеү | 1 | 8.11 | |||||||||||||
8 | Айыухас менән Айыуҡәс мәктәптә. Борсаҡ өҫтөндәге принцесса.Г.Х.Андерсен | Һүҙлек:бер мәл ,муҡсай, мәшәкәт, сүгәләй, күҙен йоммай алдаша . Һүҙлек:принц, принцесса, королева,өйләнеү.Әкиәттә изгелекте яуызлыҡтан, хаҡлыҡты ялғандан, ялҡаузы егәрленән, ихласты ике йөҙлөнән айырыу | 1 | 15.11 | |||||||||||||
9 | Тауыш ҡайҙа китә? И.Тимерханов Күгәрсен күҙҙәре.Д.Талхина Ҡарт әсә. | Һүҙлек:вайымһыҙ, бойоға, уңайһыҙлана, йәне һөйгән миҙгел.Етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һүҙлек:яуҙа үлгән, егет ҡорона еткән, көн бөткән, күҙҙән яҙған, донъялыҡта мандый алмай | 1 | 22.11 | |||||||||||||
10 | Төлкө менән ҡырмыҫҡа.М.Мөсифуллин Терпе ниңә энәле? А.Ғәрифуллина | Һүҙлек:яфалана, интектергән, уңған, хәле мөшкөл. Һүҙлек:һуҫар, шәшке, ҡама, тәртәһе тыртайып ҡайтҡан бала, еңмеш, ауыр холоҡ Тексты пауза яһап, интонация менән уҡыу | 1 | 29.11 | |||||||||||||
11 | Кл.тыш уҡ.М.Кәрим Етегән йондоҙ.Ай менән Зөһрә. | Һүҙлек:әҙәм заты, ишәйгән, сойорғотҡан, боҫҡан Тексты пауза яһап, интонация менән уҡыу | 1 | 6.12 | |||||||||||||
Шып-шым булдыҡ,тынғанбыҙ,беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ | |||||||||||||||||
12 | Туп.Р.Хәйри Ҡурсағым.Р.Хәйри Турғай.Г.Ғәлиева | Шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу; Күренекле яҙыусыларҙың исем-шәрифтәрен белеү Биш-алты шиғырҙы яттан һөйләп биреү; -Тасуири уҡыу; Күрһәтелгән әхлаҡи төшөнсәләргә эйә булыу; Шиғыр яҙып ҡарау Телһеҙ һөйләшеү Һүҙһеҙ генә шиғыр уҡыу | 1 | 13.12 | |||||||||||||
13 | Ҡарлуғас.М.Хисмәтуллина Гөлсәсәк менән күбәләк. Р.Ғәббәсова Тыуған яҡ . А. Игебаев * Йәй. Д.Талхина | 1 | 20.12 | ||||||||||||||
14 15 16 | …Сентябрь баштары.Н.Мусин. Көҙгө урман. С.Муллабаев.Көҙгө урман.А.Йәғәфәрова Өйрәнгән ул әҙергә.А.Игебаев Хужаһын тапманы. Т.Арслан | 1 1 1 | 27.12 17.01 24.01 | ||||||||||||||
Беҙ-тәбиғәт балалары.Тәбиғәтте өйрәнәйек,уны һаҡлайыҡ | |||||||||||||||||
17 | Урман китабы.Б.Ноғоманов Ф.Фәтҡуллина. Ҡарҙағы яҙыуҙар. М.Кәрим.Ҡунаҡ беснәк. | Һүҙлек:Ынйы, шыма, өрпөк ҡар-ҡырпаҡ ҡар Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Һүҙлек:беснәк, башын юғары сөйөп, түрҙән уҙ- рәхим ит Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды һөйләү | 1 | 31.01 | |||||||||||||
18 | Терпе ҡунаҡ саҡырған. С.Муллабаев Хәстәрлекле сәүкә С.Кәрим Ярҙам.С.Кәрим | Һүҙлек:дүрт күҙ менән көткән-түҙемһеҙләнеп көткән. - тыуған ер именлеге, йәнтөйәк ҡәҙере һәм уны һаҡлау; | 1 | 7.02 | |||||||||||||
19 | Һайыҫҡан менән һөйләшеү.Д.Цветич Яңы йыл күстәнәсе Р.Мөхәмәҙиев Тыңлауһыҙ сана менән саңғы.Ф. Иҫәнғолов. | - тексты эстән аңлап уҡыу; - текстан тейешле өҙөктө табыу | 1 | 14.02 | |||||||||||||
20 | Уртаҡ ҡояш.Ф. Иҫәнғолов А.Йәғәфәрова.Сәнскеле күлдәк. Бәпембә.Н.Игеҙйәнова | - тексты эстән аңлап уҡыу; - текстан тейешле өҙөктө табыу; - тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү һәм исемләү; - әҫәрҙәге төп фекерҙе билдәләү; | 1 1 | 21.02 28.02 | |||||||||||||
21 | Былар-дарыу үләндәре. Т.Ғәниева"Томбойоҡтар"
| ||||||||||||||||
Кешеләр нисек аралаша ? Әҙәп төбө - ғәҙәт | |||||||||||||||||
22 | Таҡмаза.Үсекләүҙәр. Флүрәнең ғәйебе нимәлә? Ф.Иҫәнғолов | Китап уҡыу эшмәкәрлегенә өйрөтеү Уҡыласаҡ әҫәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу Китап уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү | 1 | 7.03 | |||||||||||||
23 | Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы? Ф.Иҫәнғолов Күркә менән әтәс.Н.Фазлыева | Уҡыласаҡ әҫәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, эске мотив барлыҡҡа килтереү Кире геройҙарҙың хаталарын асыу Балалар араһындағы мөнәсәбәтте асыу Насар күренештәрҙе булдырмау | 1 | 14.03 | |||||||||||||
24 | Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.А.Йәғәфәрова Рәхмәт яуғанда.Г.Яҡупова.Сәләмең ҡайҙа? | Насар күренештәрҙе булдырмау тураһында һөйләшеү | 1 | 21.03 | |||||||||||||
25 | Шапшаҡ Кинйәбай. «Батырҙар» Ф .Иҫәнғолов Мин-батыр…Ф.Фәтҡуллина Оморҙаҡ бабай.Ж.Кейекбаев | Хаҡ ғәҙел эштәренә баһа биреү Китап уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү | 1 | 4.04 | |||||||||||||
26 | Аҡшам батыр ҡобайыры.(өҙөк) Туй барғанда, түш киреп.С.Юлаев Салауат батыр. Ҡобайырҙан өҙөк * | -тексты тулы һүҙҙәр менән аңлап, ҡысҡырып уҡыу; - тексты эстән аңлап уҡыу; - текстан тейешле өҙөктө табыу; - тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү һәм исемләү; - тыуған ер именлеге, йәнтөйәк ҡәҙере һәм уны һаҡлау; - атай-әсәйгә, яҡын кешеләргә ихтирам күрһәтеү һәм һөйөү, улар тураһында ҡайғыртыу; - кешелеклелек сифаттары -нимэ ул шәжәрә? шәжәрә төҙөү | 1 | 11.04 | |||||||||||||
27 28 | Уҡытыусы ни өсөн шелтәләмәне.Ф. Иҫәнғолов.Буяуҙар.С.Сурина Һин туғандарыңды беләһеңме? | 1 1 | 18.04 25.04 | ||||||||||||||
29 | Айыубикә таң ҡаршылай.Ф.Фәтҡуллина Айыу *Сыйырсыҡ йыры. Г.Юнысова Һөҙөшкөм килә.С.Михалков. Рәссәм.Г.Юнысова Бүреләр.Әсәҙуллина | 1 | 2.05 | ||||||||||||||
Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ | |||||||||||||||||
30 | Сер.Г.Ситдикова Ярғанат.Г.Яҡупова Иң матур бөжәк.Н.Мырҙаҡаева | - тыуған ер именлеге, йәнтөйәк ҡәҙере һәм уны һаҡлау; - атай-әсәйгә, яҡын кешеләргә ихтирам күрһәтеү һәм һөйөү, улар тураһында ҡайғыртыу; | 1 | 16.05 | |||||||||||||
31 | Өфө- беҙҙең баш ҡалабыҙ.Й.Солтанов | 1 | |||||||||||||||
Тыуған яҡтарым һәйбәт. М.Садикова Бөркөтлө ауылы.М.Кәрим Ҡайһылай көрәшергә? Ф.Иҫәнғолов Ҡыштырсыҡ.С.Сурина | 1 | 23.05 | |||||||||||||||
32 | Әсә рәхмәте.Ә.Ихсан Рәхмәттәр биргән рәхәт.Р.Ниғмәтуллин Булышам.Р.Сабитов Икмәк.К.Булат | 1 | 28.05 | ||||||||||||||
33 | Күҙлек.Г.Ситдикова Һин ни эшләр инең?Ф.Иҫәнғолов Уңған уң ҡул Р.Әбуталипова | 1 | 29.05 | ||||||||||||||
34 | Поезда.В.А.Сухомлинский Көтөлмәгән осрашыу.А.Ғәрифуллина | 1 | 30.05 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
2 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны...
5 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
1. Аңлатма яҙыу Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикал...
6 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙе...
10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы
10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы....
1 синыф өсөн “Туған(башҡорт)” һәм”Әҙәби уҡыуҙан” эш программаһы
quot;Әлифба"...
2 синыф өсөн «Башҡорт теле» буйынса эш программаһы
quot;Башҡорт теле"...
9 – сы синыф өсөн башҡорт теленән изложение текстары
Һалсылар.Еҙемдең ташыу мәлендә күрше райондарға колхоз төҙөлөштәре өсөн тәғәйенләп ҡыш ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ағыҙыу башланды....