9 – сы синыф өсөн башҡорт теленән изложение текстары
план-конспект

Һалсылар.

Еҙемдең ташыу мәлендә күрше райондарға колхоз төҙөлөштәре өсөн тәғәйенләп ҡыш ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ағыҙыу башланды.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon izlozhenie_9_klass_oge.doc66.5 КБ

Предварительный просмотр:

9 – сы синыф өсөн

башҡорт теленән изложение текстары

1-се вариант
Һалсылар.

Е
ҙемдең ташыу мәлендә күрше райондарға колхоз төҙөлөштәре өсөн тәғәйенләп ҡыш ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ағыҙыу башланды. Ҡыуғынсылар өсөн бик ҡыҙыу мәл. Тик Маликтарҙың күршеһе Әбдрәхим ағай һыуыҡ үткәреп, ҡаты сирләп киткән. Халиҡ ағай менән Әбдрәхим ағай Еҙемдең үрге өлөшөнән ҡоро бүрәнәләр һаллап төшөрөргә тейештәр ине. Ә ҡоро бүрәнәләр бик кәрәк, сөнки улар сей бүрәнәләрҙән бәйләнгән һалдарҙың ситенә тағыла. Шулай итһәң, һал ышаныслыраҡ, йәғни әллә ни батмай аға.
“Кем менән барырға? Былай
ҙа кеше етмәй... Әллә Маликты һынап ҡарарғамы? Ял көнөнә тура килә, уҡымайҙар... Булдырыр, моғайын, быйыл һигеҙҙе бөтә бит”, - тип уйланы һалсылар бригадиры.
Малик, әлбиттә, атаһының тә
ҡдимен шатланып ҡабул итте.
Эш
ҡыҙыу барҙы. Йыуан бүрәнәләрҙән өс кәшмәк бәйләнеләр, аҙаҡ уларҙы бер-береһенә тағып ҡуйҙылар. Һал әҙер. Ҡуҙғалдылар. Малик эшлекле ҡиәфәттә артҡы быуындағы ишкәккә баҫты. Ысын һалсы ул бөгөн! Һынатмаҫҡа кәрәк. Дуғаланып йүгереүсе тулҡындарҙа һал, әйтерһең, аҡмай, ә тәгәрәй ине. Малик тәү мәлдә үҙен кейеҙҙә осҡан әкиәт батырылай хис итте.
Сая шыршылы бөгөлдәр, тыныс ағымлы ятыу
ҙар, һыйыр дәүмәле бүкән таштар артта ҡала барҙы. Малик атаһының ишкәккә түше менән ята биреберәк таһыллы ишеүен күҙәтеп алды.
“Емерелгән барка” мороно ү
ҙенең ҡырыҫ ғорурлығы, йәшерен серҙәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Һалдың ағымы етеҙләнде. Ошо ҡырас ярлы бөгөлдө Маликтың балыҡ ҡармаҡлағанда һәм экскурсияға килгәндә лә күргәне бар. Ололарҙан ишетеүенсә, был ҡаяға бәрелмәй-һуғылмай үтеү – ысын ир-егетлек!
Ағым һалды һаман
ҡаяға табан тарта. Ҡаяның мейесте хәтерләтеп өңөлөбөрәк торған өлөшөнән яралы йыртҡыс иңрәүенә оҡшаш геүләү тауышы килә. Маликка шул ҡыуышлыҡ бына-бына һалды йотор кеүек тойола башланы.
Бабайкалар – ишкәк я
ҫтыҡтары ҡеүәтлерәк шығырларға тотондо. Атаһы артҡа боролоп, берсә дәртләндерергә теләп, берсә йыуатҡандай: “Иш, Малик, ҡыйын булһа ла түҙ! Ныҡ батырмай иш! Ҡалҡыт ишкәгеңде! Һыуға ҡолап ҡуйма!..” – тип ҡысҡырҙы.
Атаһының һү
ҙҙәре улына яҙа-йоҙа ғына барып етә ине, сөнки һыу шарлауы әллә ниндәй тауышты ла күмерлек шул.
Быуындары
ҡатып етмәгән үҫмер көс-хәл менән ағым ҡаяға табан ҡайырған ишкәкте ҡалҡытып, устары яныуына, көсөргәнештән баш әйләнеүгә ҡарамаҫтан, тештәрен ҡыҫып ишә ине. Алдағы быуындар аҡ күбектәр һибелеп-сәсрәп торған таштарға һыйынып ҡына, йыландай бөгөлә-һығыла алға үтте. Ләкин ни аралалыр артҡы быуын һыуҙан әҙ генә сығып торған таш моронға ныҡ ҡыҫталды, хатта яңҡырыҡ - иң ситке бүрәнә ҡасандыр ҡаянан ҡуптарылып төшкән бүкән таштың аръяғына уҡ менеп ятты. Һал ағыуҙан туҡтаны һәм әкренләп бата башланы.
- Иш, Малик, - тип ашы
ҡтырҙы Халиҡ ағай, бәләнең ниҙә икәнен аңламайынса. Шунан хис менән өҫтәп ҡуйҙы: - Ҡурҡма, улым, түлке ағып китмә!
Ни эшләргә? Ниңә былай килеп сы
ҡты һуң әле... Урта быуындар һалға һыйына башлау менән, ишкәкте бер-ике мәртәбә һуғып, артҡы быуынды ҡаяның үҙенә табан бер аҙ шылдырырға кәрәк. Шул саҡта ҡая һалды “тотмай”. Онотма, бер-ике ишеү ҙә етә, тигәйне бит атаһы. Ә Малик, аҙауынандыр инде, быны эшләмәне. Ләкин хәҙер һуң... Эйе, хәл мөшкөл. Ни эшләргә?
Малик кинәт бер ны
ҡлы ҡарарға килде һәм һеләүһен сослоғо менән атылып, алғы быуынға уҡталды – балта шунда. Кире килгәндә йүгерә алманы, сөнки һал өҫтөнән аҡҡан һыу тубыҡҡа етә башлағайны инде. Ҡыйыу үҫмер етеҙ генә яңҡырыҡ бәйләгән бауҙарҙы сапҡылап ташланы. Ҡурҡыныс нисек тиҙ килһә, шулай тиҙ генә үтеп тә китте. Ләкин “Емерелггән барка”ның геүләүе уларҙың ҡолағына оҙаҡ ҡына шаулап торғандай булды.
Хали
ҡ ағай улының тапҡырлығына, тәүәккәллегенә һоҡланып ҡуйҙы. Ҡайҙан белә? Бик дөрөҫ эшләне бит. Халиҡ ағай, һаран ғына йылмайып, Маликка ҡарап, башын һелкеп ҡуйҙы. Йәнәһе, “маладис, улым, һынатманың”. (500 һүҙ.) (С.Шәрипов.)

2-се вариант

                                                    Айыу балаһы

       Владивосток
ҡалаһынан Сахалин утрауына йөк ташый торған “Альбатрос” тигән пароходта айыу балаһы йәшәй ине. Матростар уны Япон диңгеҙендәге бер утрауҙа бәләкәй генә көйөнсә һатып алғайнылар. Йыл үтеүгә, Мишка арыу уҡ ҙурайҙы.
Караптар
ҙа эт, маймыл, тейен һәм башҡа йәнлектәр аҫрау – моряктарҙың борондан ҡалған йолаһы. Уның үҙенә күрә бер сәбәбе бар. Тәүлектәр буйына ҡоро ерҙең төҫөн дә күрмәйенсә, осһоҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙ өҫтөндә сайҡалыу үтә ялыҡтыра. Яныңда берәй хайуан заты йөрөһә, эс бошҡанда йыуаныс була.
    Мишка ү
ҙен иҫ киткес аҡыллы тота ине. Һинең күҙҙәреңә шул тиклем ялбарыулы итеп ҡарай, хатта аңғармаҫтан ғына һүҙ ҡушып ҡуйыр төҫлө. Үҙе кәмит күрһәтергә лә ғәләмәт оҫта. Ҡылана башлаһа, көлө-көлә эсеңде ҡатыу ала.
   Карапта ниндәй генә һөнәр эйәләре ю
ҡ тиһең. Балта оҫтаһы менән аш бешереүсе лә, тимерсе менән кейем тегеүсе лә – һәммәһе лә бар унда. Бейеүсе менән йырсыға ла ярлылыҡ юҡ. Өҙә баҫып бейемәгәс, яңғыратып йырламағас, моряк буламы ни ул. Һис тә аптырап тормайҙар, форсат барҙа үҙенән-үҙе концерт башланып китә. Бындай саҡта тайыш табан Мишка ла ситтә ҡалмай. Конферансьеның: “Нәүбәттәге номерыбыҙ – яңғыҙ йыр”, - тип әйтеүе була, баянист артынан уртаға Мишка ла сығып баҫа. Күҙҙәрен йомоп, сайҡала-сайҡала олорға тотона. Йәнәһе лә, моңло итеп йырлай.
Диңге
ҙҙә генә түгел, портта торғанда ла айыу балаһы үҙенең ирмәк ҡыланыштары менән матростарҙы әүрәтә ине.
     Причал буйлап эреле-ва
ҡлы суднолар теҙелешкән. Улар араһында “Альбатрос” та сайҡала. Уны ярға яҡын уҡ килтереп, тимер арҡан менән тарттырып бәйләп ҡуйғандар. Сығып йөрөү өсөн баҫма һалғандар. Ошо баҫманан пароходҡа кемдең дә булһа атлап менеүе була, ҡаршыһына йөнтәҫ айыу балаһы йүгереп сыға. Теге ҡурҡып артҡа сигенә. Бәләкәй булһа ла, ысын айыу бит! Ярай әле һаҡсы алыҫ түгел, араға килеп инә һала. Мишканы маҡтай, шәкәр ҡаптыра, ә ҡунаҡты көлә-көлә эскә үткәреп ебәрә.
Мишка ба
ҫманы һаҡларға өйрәтелгән. Һаҡсы уны ҡарауылға ҡуя ла, иллә ят кешене индермә,тип киҫәтә. Ҡайһы ваҡытта берәйһе йомош менән килә лә тиҙ генә инеп тә китә. Мишка абайламай ҡала. Ундай хәлдә һаҡсы Мишканы әрләй. Ә Мишка, меҫкен, шыңшып иларға керешә. Шунан һуң инде үҙ кешеләрен дә үткәрмәй йонсота. Кем генә булмаһын, туп-тура аяғына барып йәбешә. Ә һаҡсы ҡыҙыҡ өсөн уны тағы ла нығыраҡ ҡоторта. Яҡшы хеҙмәт итһәң, молодец, тип маҡтау һүҙҙәре яуҙыра, кәнфит менән һыйлай.
Мишка һыу инергә бик әүә
ҫ ине. Матростарҙан берәү тегене сынйыр менән муйынсалай ҙа ярға етәкләп алып сыға.
- Бар, рәхәтлән, әй
ҙә! – тип һыуға төшөрә. Айыу балаһы, кинәнеп, супырҙарға тотона.
    Бер көндө шулай төшкө ял ва
ҡыты ине. Матростар ярға төштөләр. Мишка ла арттарынан йүнәлде. Бына ул алпан-толпан баҫып һыу инергә йүнәлде. Шул мәлдә ҡайҙандыр ике эт килеп сыҡмаһынмы. Береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып, Мишканы абалай башланылар. Ә айыу балаһы тегеләргә әйләнеп тә ҡарамай. Төкөрәм мин һеҙҙең ише өтөктәргә тигән ҡиәфәт менән атлауын белә.
    Эттәр ғәрләнделәр булһа кәрәк. Кәү
ҙәгә ҙурырағы айыу балаһының янына килеп өрөргә кереште. Мишканың сабырлығы һынды, ахырыһы. Ҡапыл боролдо ла тегене, муйынынан эләктереп, ергә күтәреп һуҡты. Эт шыңшый-шыңшый бер аҙ тора алмай ятты.
    Мишка уны төрткөләп торғо
ҙҙо ла, ҡолағынан “етәкләп”, матростар эргәһенә килтерҙе. Үҙе күҙҙәрен тултырып ҡарай. “Ни эшләтергә бойораһығыҙ был йүнһеҙҙе?” – тип, гүйә, кәңәш һорай.
   Матростар
ҡул һелтәнеләр:
-
Ҡуй, Мишка, ебәр һин уны, эт менән эт булма, - тинеләр.
    Ул
ҡарышманы, этте ысҡындырҙы ла артынан эре генә ҡарап ҡалды. Кемгә ҡул күтәргәнеңде аңланыңмы инде, йәнәһе. Теге эт тә, ҡойроғон ҡыҫып, тауыш-тынһыҙ ғына ситкә ташланды. Өрөү ҙә, абалау ҙа юҡ. Мишка кинәнеп һыу инергә тотондо. (500 һүҙ.) (Ә.Гәрәев.)

3-сө вариант

Тәүге һыналыш.

      Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды.

      Ҡараңғы төн. Беҙҙең самолет Мартин ҡалаһы эргәһендәге тау өҫтөндә әйләнә. Аҫта сигнал урынына костер тоҡандырғандар. Шунда беҙгә төшөү өсөн майҙан барҙыр. Беренсе самолет экипажының командиры сирена бирҙе.

     Беренсе булып самолет бортынан старшина, уның артынан – төркөмдөң комиссары, аҙаҡтан командирыбыҙ һикерҙе. Уларҙан тыш тағы һигеҙ кеше бар ине.
Был – беренсе самолет. Ә мин икенсе самолетта инем. Ергә иҫән-һау төшөүҙе теләп, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ. Бына, бер-бер артлы һикереп, төн ҡараңғылығына сумабыҙ.
Был сая егеттәр өсөн дошмандың тылына төшөү яңылыҡ түгел ине. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, Советтар Союзы территорияһында партизан отрядтарында ҡатнашып, күп кенә тәжрибә туплаған. Мин иң һуңғыбыҙ булып һикерәм.

         Беҙҙе Чехославакия ерендә тымыҡ иртә ҡаршы алды. Парашюттарыбыҙҙы төрөп алдыҡ. Махсус парашюттарҙа төшөрөлгән һуғыш припастарын, дошман тылында һуғышыу өсөн партизандарға кәрәк була торған башҡа нәмәләрҙе йыйҙыҡ. Шуларҙы күтәреп, тауҙан аҡрын ғына төшәбеҙ. Түбәндә, тау итәгендә, партизан отрядының базаһы урынлашҡан.
Икенсе көндө үк ҡаты һуғыштар башланды. Фашистар, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн, Моравиянан, Чехиянан яңы көстәр килтергән. Уларҙың һуғыш техникаһы ла, көслө, минометтары ла, уртаса ҙурлыҡтағы танкылары ла бар.

    … Ана, ана, немец һалдаттарының һорғолт йәшел һындары. Улар әкрен генә, ғәйәт ҙур ҡарышлауыҡ кеүек, таштан ташҡа, ҡаянан ҡаяға боҫоп, беҙгә табан шыуыша. Позициябыҙ уңышлы. Тау битләүендә ҡоршау кеүек ятҡан таш билбау партизандарҙы ныҡ һаҡлай. Автомат очередтары беҙгә артыҡ зыян килтерә алмай. Ләкин беҙҙең пулялар ҙа уларға һирәк тейә. Шулай булғас, мин үҙ участкамда бушҡа патрон әрәм итмәҫкә ҡуштым. Немецтарҙы яҡыныраҡ үткәрергә лә гранаталар ташларға. Ана бит улар яҡын ғына.
- Гранаталар ташлағыҙ! – тип команда бирәм.

      Дошман байтаҡ ҡырылды. Улар, түҙә алмайынса, ҡаса башланы. Беҙҙең һуғышсылар ҡыуа китте, ләкин мин отряд командиры билдәләгән маршрут буйынса барырға команда бирҙем.

     Бына шул ваҡытта инде уң флангыла Жилина ҡалаһынан Мартинға килә торған юлдан дошмандың өс танкыһы күренде. Улар, елдереп, туп-тура беҙҙең өҫкә килә. Мартин ҡалаһын тиҙ генә алырбыҙ тип уйлағандар, күрәһең. Ләкин дошман яңылышты. Мин әле гранаталар бәйләмен әҙерләргә тип команда бирергә лә өлгөрә алмай ҡалдым – Валентин Катаев фашист танкыһына ташланды. Беҙҙең был йәш кенә батырыбыҙ фашист тигрынан көслөрәк булып сыҡты. Тик фашист офицеры, люкты асырға өлгөрөп, яна башлаған танкынан ҡулына парабеллум тотҡан килеш ырғып сыҡты ла беҙҙең Валентинға туп-тура төҙәп атты. Егет, ауыр яраланып, янып ултырған танк эргәһенә тәгәрәне. Шул ғынамы әле? Юҡ! Ана, һул флангынан уның өҫтөнә ҡарап тағы бер танк килә. Быныһы уның өсөн бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс ине. Уның һуңғы минуттары, һис көтөргә ярамай. “Йәшәү йәки үлем”, тип уйлай ине һуғышсылар.

    Ошо ҡурҡыныс минутта словак һалдаты кейемендәге йәш кенә бер һалдат, гранаталар бәйләме алып, танкыға ҡаршы үрмәләне. Бына, бына… һәм, ер тетрәп, көслө шартлау яңғыраны. Икенсе танк та туҡталды, тик словак егете үҙе лә, Валентин кеүек үк, был тигеҙ булмаған алышта ҡаты яраланғайны. Шулай ҙа ул, ҡанға батып булһа ла, үлем ҡурҡынысы аҫтында ятҡан Валентинды пулялар яуып, снарядтар шартлап торған ерҙән һөйрәп алып сыҡты.

     Был бәрелештә беҙҙең отряд разведкаһының ҡыйыу командиры – Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан өлкән лейтенант Павел Морозов та ауыр яраланғайны.
Һуғыш тынып, яралыларҙы урынлаштырып торғанда, беҙҙең комиссар Турский:
- Ысын дуҫлыҡ бына шунда сыныға ул, - тине. – Ана, күрәһегеҙме, ете партизан ултыра. Улар әле генә бер бәләкәс икмәк киҫәген, дошмандан алынған йөҙ патронды туғандарса бүлеште. Бындай туғанлыҡ булғанда, беҙгә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. (495 һүҙ.)

                                                                                                                    (Д.Мурзин.)

4-се вариант
Ҡояш түбәнләй башланы.
Ташбатҡан ауылы йәштәренең кескенә һабан туйына оҡшаған бәйгеһе бөтөргә яҡынланы. Уйындың иң аҙаҡҡы өлөшө булған ат сабыштырыу ғына ҡалғайны хәҙер. Ауылда һабан туйҙарында уҙып дан алған йүгеректәр юҡ ине юҡлығын. Сабышырға китеүсе аттарҙың күбеһе бығаса ҡамыт күрмәгән тай-тулаҡ та ҡырҡмыш булды. Уларҙы малайҙар ғына менгегә өйрәтеп ҡыланалар ине әле. Шуға күрә башта уҡ бик алыҫтан сабыштырмаҫҡа булдылар, Ташбатҡанға ете саҡрым тип йөрөгән Сосновка ауылының осонан йүгертергә һөйләштеләр.
Йәштәр аттарҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтә башланы, бигерәк тә йүгеректәрҙең эйәләре борсолдо, һәр кем атының беренсе килеүен күрергә теләне һәм шуға ышанып эстән маһайҙы. Йүгеректәргә килеү тәртибенә ҡарап бәйге әҙерләнеләр. Ат һынаған кешеләр кемдеке уҙып киләсәген юрай, алдан әйтергә тырыштылар, ни өсөн тиһәң, сабышырға киткән аттар араһында һыналғандары юҡ ине әле. Шулай ҙа юраусылар, һынсылдар – бөтәһе лә Баһау байҙың туры айғырына туҡталып ҡалдылар, уның нәҫелен юллап таптылар һәм шул туры айғыр мотлаҡ беренсе килер тигән уртаҡ һығымта яһанылар.
Ташбатҡан ауылының һынсылдары яңылыштылар. Беренсе булып килеүсе бөтөнләй туры айғыр булманы, Фатиманың атаһы подрядчик Әхмәдиҙең ҡола тайы булды. Ҡола тай ауылға бер саҡрым самаһы әрәмә морононан йәлп итеп килеп сыҡты. Уны шунда уҡ танынылар. Әрәмә моронон әйләнгәс, ул, орсоҡтан иҙәнгә төшөп киткән һары орсоҡташ һымаҡ тәгәрләп, туп-тура майҙанға атылып килә башланы. Сапҡанда ул бөтөнләй атҡа түгел, ә артынан ҡыуғын төшкәнгә һуҙылып йән-фарман ҡасҡан төлкөгә оҡшай ине. Ул бер аҙ ер килгәс, башҡа йүгеректәр күренде. Улар инде ҡола тайҙан байтаҡ ер артта ҡалғайнылар. Баһау байҙың туры айғыры етенсе килә ине, ләкин ат өҫтөндәге малай әрәмәне әйләнгән бөгөлдә, башын осорған ағас һымаҡ, йығылып ҡалды. Туры айғыр, юлдан янтайып, йүгәненә баҫа-баҫа бер үҙе бер яры әрәмә буйлап китте.
- Ай, маңҡорот! Шуны мендерәләрме ни. Тапҡандар кеше. Барып һыу эсмәһә ярар ине хайуан…
- Берәй ҡатҡылыраҡ малайҙы мендермәй.
- Эште бөлдөрҙө, сусҡа малай, - тип үкенделәр туры айғыр яҡлы кешеләр, йығылып ҡалыусы малай тороп атының артынан йүгергән булды.
Ул арала ҡола тай, атҡан уҡ һымаҡ, майҙанға килеп етте, ләкин шау-шыу, ҡысҡырыштан өркөп, юл биреп, ике яҡҡа айырылып торған халыҡ араһынан китмәйенсә, ярты яҡҡа айырылды.
Һебәгә бирелгән таҫтамалдың береһен йүгеректең муйынына таҡтылар. Халыҡ уны уратып алды. Хайуан һаман ҡолаҡтарын ҡайсылап өркөп торҙо, уның нәҙек боттары бәлтерәне.
- Йөрөтөргә кәрәк уны, йөрөтөргә. Аяғына һыу төшөр, - тине ҡарттар.
Йүгеректе һыуындырыу өсөн йөрөтөргә алып киттеләр. Кешеләр ҡола байталға һоҡландылар.
- Бына ҡайҙа икән ул йүгерек, йүгерек тигәс тә ярай, исмаһам, - тине Сәмиғулла.
- Бер нәмә сығыр был хайуандан.
- Аласыбар нәҫеленәндер был, Аласыбар, - тине Әҙһәм ҡарт.
- Шулай булыр, йүгереүе бер ҙә был тирә хайуанына оҡшамай, - тине Әхтәри ҡарт, энеһенең һүҙен ҡеүәтләп.
- Аласыбар балаһы был, Аласыбар…
- Һуң, Аласыбар балаһы булырға, был ни ҡола лаһа, - тине Сәмиғулла.
Әҙһәм ҡарт, һаман үҙенең һүҙен өҫкә сығарырға тырышып:
- Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәр боронғолар! – тине.
Кискә табан Әхмәди үҙе Аҫҡын яғынан ҡайтып төштө. Күршеләре Әпхалиҡ менән Ваһап ҡарт уға килеп келәт алдында һөйләшеп торҙолар, тайҙы бик ныҡ тәрбиәләргә һәм оло йыйындарҙа сабыштырырға кәңәш бирҙеләр. Әхмәди, ғорурланып, маһайып ҡуйҙы:
- Насип булһа, йүгертергә ине инде. Кешенең аты уҙғансы, үҙеңдең тайың уҙһын, тигән боронғо бабайҙар.
- Шулай-шулай. Бик кәрәк, бик кәрәк, - тинеләр күршеләр, уның һүҙен ҡеүәтләп. (478 һүҙ) (Ж.Кейекбаев.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

2 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны...

5 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

1.     Аңлатма яҙыу Башҡортостан  Республикаһы Президентының  Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикал...

Татар теленнән БРТ на әзерләнү өчен изложение тексты - аудиоязма

Татар теленнән БРТ на әзерләнү өчен изложение тексты - аудиоязма...

6 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙе...

9 сыйныфта татар теленнән төп дәүләт имтиханында изложение язу эзлеклелеге

Укучылар татар теленнән төп дәүләт имтиханында ике тапкыр тексттны тыңлыйлар. Тыңлаганда язып барырга мөмкинлек бар. 1 кат укылгач, 3-4 минут вакыт бирелә. Икенче кат укыла. Аннары укучылар караламада...

9 сыйныфта татар теленнән төп дәүләт имтиханында изложение язу өчен текст.

Менә берничә ел рәттән инде безнең укучыларыбызга туган телләрдән төп дәүләт имтиханын сайларга мөмкинчелек бирелде....