Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн тест һорауҙары 7-се синыф
олимпиадные задания (7 класс)

1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?

а) 36;

б) 27;

в) 21;

г) 42.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon testy_dlya_rayonnoy_olipiady_po_bashk_rodnoy_2017.doc92.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн тест һорауҙары

7-се синыф

1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?

а) 36;

б) 27;

в) 21;

г) 42. 

2. “Ел бер аҙ баҫыла төштө, ... бөтөнлөй үк туҡтаманы” (Н. Мусин) һөйләмендә нөктәләр урынына тейешле теркәүесте яҙ:

а) ләкин;

б) бәлки;

в) ә;

г) әммә?

3. “Шунан ҡалған-боҫҡанынан үҙемә лә аҙ-маҙ өлөш сығарырмын” (З. Биишева) һөйләмендәге  сығарырмын ҡылымы ниндәй заманда килә?

а) хәҙерге заман;

б) киләсәк заман;

в) шаһитһыҙ үткән заман;

г) шаһитлы үткән заман.

4. “Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ” . Мәҡәлдәге исемдәр ниндәй юл менән яһалған?

а) аффиктар өҫтәү юлы менән;

б) һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;

в) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән;

г) һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән.

5. Бөгөн иртәнсәк беҙ Ғиниәтулла ағайымдарҙы оҙатырға станцияға килдек (Й.Солтанов)  һөйләмендә рәүеште табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ:

а) төп;

б) ваҡыт;

в) урын;

г) күләм-дәрәжә.

6. Нимә ул «ҡарһүҙ»?

а) «ҡар» һәм «һүҙ»ҙән яһалған ҡушма һүҙ;

б) боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы;

в) әкиәт жанрының икенсе төрлө атамаһы;

г) халыҡ ижадының дөйөм атамаһы.

7. «Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ... »  Был юлдар ҡайһы йырҙан?

а) «Урал»;

б) «Эскадрон»;

в) «Буранбай»;

г) «Ҡаһым түрә».

8. М. Аҡмулланың тыуған  ауылын, районын билдәләгеҙ.

а) Ҡырмыҫҡалы районы, Ибраһим ауылы;

б) Өфө районы, Тирмән ауылы;

в) Белорет районы, Сермән ауылы;

г) Миәкә районы, Туҡһанбай ауылы.

9. Мостай Кәримгә «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исеме ҡасан бирелә?

а) 1981 й.;

б) 1999 й.;

в) 1964 й.;

г) 1941 й..

10. Рәшит Ниғмәтиҙең «Йәйге ямғыр» шиғырында төп һүрәтләү сараһын билдәләгеҙ.

а) антитеза;

б) сағыштырыу;

в) эпитет;

г) йәнләндереү.

11. Шиғырҙарҙың  исемен, авторын  яҙ:

11.1.     Бер төрлө тойҙоҡ һауаны,

Үләндәр еҫен.

Ғорурлыҡ уянды миндә,

Шатланам, көләм:

Ер! Ут! Һыу! Һауа!

Их, Толя, һинеңсә беләм!

11.2.     Әйҙә күрһен бөтә донъя

Берҙәмлектә күркәм көстө,

Саҡыра сикһеҙ  ҡырҙарға

Ураҡ өҫтө, ураҡ өҫтө!

11.3.Яҡын миңә  уның һәр бер эше,-

Сәсәме  йә утай, урамы;

Тос бөртөклө  бойҙай, арыш менән

Тултырамы келәт, бураны.

11.4.Япраҡтар ҡойолмағандар,

Япраҡтар  әле йәшел.

Ямғыр ҙа быйыл аҙ яуа,

Ялт  та йолт итмәй йәшен.

11.5.Игенсенең  ҡулы ҡаралһа ла,

Ҡара эштән - иген иккәндә,

Күңелдәре тик яҡтыра бара

Илгә биргән ап-аҡ икмәктән

11.6. Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең  илем юҡ:

Илен һөймәҫ  кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

11.7.  Һин яңы көс бирерһең,

Талған саҡтарҙа аяҡ.

11.8.  Әсәм теле миңә- сәсән теле, -

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

Йөрәгендә  халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

12. Башы бәләкәй генә, мороно осло, күҙҙәре бик матур ҡарайҙар, ҡолаҡтары ослайып баҫып торалар. Кәүҙәһе оҙон ғына  һәм иң ҡыҙығы- уның  оҙон, ҡабарып   һәм юғарыға ҡарай күтәрелеп  торған  ҡойроғо ине. Али Карнайҙың «Урманда»  хикәйәһендә урманға сәтләүек йыйырға барған кешегә (хикәйәсе) осраған беренсе йән эйәһе - …


Яуаптар

11. Шиғырҙарҙың  исемен, авторын  яҙ:

Бер төрлө тойҙоҡ һауаны,

Үләндәр еҫен.

Ғорурлыҡ уянды миндә,

Шатланам, көләм:

Ер! Ут! Һыу! Һауа!

Их, Толя, һинеңсә беләм!  «Рус теле», Баязит Бикбай

11.2.

Әйҙә күрһен бөтә донъя

Берҙәмлектә күркәм көстө,

Саҡыра сикһеҙ  ҡырҙарға

Ураҡ өҫтө, ураҡ өҫтө!      «Ураҡ  өҫтө», Ғилемдар Рамазанов

11.3.

Яҡын миңә  уның һәр бер эше,-

Сәсәме  йә утай, урамы;

Тос бөртөклө  бойҙай, арыш менән

Тултырамы келәт, бураны.  «Игенсе», Зәйнәб Биишева

11.4.

Япраҡтар ҡойолмағандар,

Япраҡтар  әле йәшел.

Ямғыр ҙа быйыл аҙ яуа,

Ялт  та йолт итмәй йәшен.  «Хәйерле юл һеҙгә!», Рәшит Ниғмәти

11.5.

Игенсенең  ҡулы ҡаралһа ла,

Ҡара эштән - иген иккәндә,

Күңелдәре тик яҡтыра бара

Илгә биргән ап-аҡ икмәктән   «Игенсе», Зөһрә Ҡотлогилдина

11.6. Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең  илем юҡ:

Илен һөймәҫ  кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ! «Туған тел»,Рәми Ғарипов

11.7.  Һин яңы көс бирерһең,

          Талған саҡтарҙа аяҡ.  «Уҡытыусыбыҙ», Рәшит Ниғмәти

11.8.  Әсәм теле миңә- сәсән теле, -

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

Йөрәгендә  халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!    «Туған тел»,Рәми Ғарипов

12. Башы бәләкәй генә, мороно осло, күҙҙәре бик матур ҡарайҙар, ҡолаҡтары ослайып баҫып торалар. Кәүҙәһе оҙон ғына  һәм иң ҡыҙығы- уның  оҙон, ҡабарып   һәм юғарыға ҡарай күтәрелеп  торған  ҡойроғо ине. Али Карнайҙың «Урманда»  хикәйәһендә урманға сәтләүек йыйырға барған кешегә (хикәйәсе) осраған беренсе йән эйәһе – тейен.

11. Тейен. Алйырҙан. Урманға сәтләүек йыйырға барған кешегә (хикәйәсе) осраған өсөнсө  йән эйәһе – саға торған  һоро йылан.

Тейен – уңған йәнлек ул. Тейен йәшен тиҙлеге менән ағас башына йүгереп  менеп китй ала. Шаяра, һикерә. Үҙе матур. Тейен ул, ут кеүек янып, күҙҙең яуын тора.   Ә алйырҙандың  ни матурлығы, ни яҡшылығы бар? Ул ҡыҫҡа ғына аяҡтары менән шыбырлап ерҙә йөрөргә генә белә.Ерҙән юғарыраҡ күтәрелә алмай, тик аҫҡа, түбәнгә  генә төшә белә. Ғүмеренең  күберәген ҡараңғыла үткәрә.Күрәһең, алйырҙан  тейендең һикергеләп, шаярып йөрөүен, әллә ҡайҙа юғарыға менә  алыуын яратмай. Уны үҙенең дошманы итеп күрә.

…. Алйырҙан, үҙ ҡулынан килмәгәс, тейендән үс алыуҙы уға тапшыра.

12. Бер әйберҙе икенсеһенә оҡшатып әйтеү -  сағыштырыу. Күбеһенсә һымаҡ, кеүек, төҫлө, шикелле һүҙҙәре менән бергә килә.

13. Уғатар батыр, Йүгерек батыр, Күлуртлар батыр, Ертыңлар батыр  - кемдең дуҫтары, юлдаштары -  Ҡамыр батырҙың.   Әкиәттең исеме - Ҡамыр батыр.

14.Халыҡ ижадының бер төрө. Ул сәсмә телдә ижад ителә, йыш ҡына тылсымлы, ысынбалыҡта булмаҫтай хәл- ваҡиғаларҙы үҙ  эсенә ала. Башҡорт халҡының  ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылары араһында күренекле  урынды алып тора. Был халыҡ ижадында ыңғай  һәм  кире геройҙар  бер – береһенә ҡырҡа ҡаршы ҡуйыла. Ыңғай геройҙар   ғәҙеллек, хәҡиҡәт өсөн көрәшәләр  һәм, ғәҙәттә, өс  төрлө һынау,   өс төрлө ҡыйынлыҡ үтеп, маҡсаттарына мотлаҡ ирешәләр. Әкиәт

15.  Көйгә һалып башҡарыла торған   шиғри әҫәр, халыҡтың күңел кисерештәрен, уй-ҡараштарын  сағылдыра.Тыуған ерҙе, ил батырҙарын данлап, әһәмиәтле хәл-ваҡиғаларҙы, үткән  ғүмерҙе хәтерләп тә башҡарыла. Был -  йыр.                                 11. Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,

Күп ырыуға баш йорттар.

Беҙҙә гәүһәр,беҙҙә йәүһәр,

Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.

Шиғырҙың исеме, авторы:«Беҙ», Шәйехзада Бабич.

12.Әйберҙәрҙең  һәм күренештәрҙең  үҙенсәлекле билдәләрен  күсермә мәғәнәлә  сағылдырыусы художестволы аныҡлаусылар – эпитет.

13. Тирләгән Ат, өҫтәүенә

Серәкәй, күгәүен йонсота.

Мәҫәлдең авторы, исеме: «Ат менән эт», Мәжит Ғафури

14.Хайуандар аша кешеләр араһындағы насарлыҡты, яуызлыҡты   һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе  йәберләүен, рәнйетеүҙәрен  асып  бирә,фашлай. Хайуандар тормошо аша кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү - аллегория

 9 - 11 кластар

  1. Башҡорт теле ғилеме лексикологияһы өлкәһендә эшләүсе ғалимдар һәм уларҙың төп хеҙмәттәрен атарға.
  2. Текста билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй күренешкә ҡарай? Уларҙың стилистик функцияһы нимәлә?

Был ниндәй алйот бәндәләр. “Башында аҙыраҡ аҡылы булған кеше көлгә картуф алмаштыралыр шул”. Һинән күрмәксе, көл биреп, картуф алырға барып, әҙәм көлкөһөнә ҡалып ҡайттыҡ. (“Кәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте).

  1. Өҙөктә билдәләгән тел күренештәре стилистик йәһәттән ниндәй лексикаға ҡарай?

Шулай уйлап алғас, Азат, ҡасырға иткәндәй, тирә-яҡҡа ҡарай башланы. ... Шунан файҙаланып, Коленька тайырға уйланы... инде сумаҙанды тотоп ысҡынырға кәрәк тип, Азат башын күтәреп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен – ҡаршыла ғына начальник баҫып тора ине. (Ә. Бикчәнтәев “Нисә йәш һиңә, комиссар?”).

  1. Текстағы билдәләнгән тел күренеше –

Зәңгәр хыялдан яралған,

Зәңгәр һөйөүем минең.

Бөрөлгән ҡайын төҫлө

Көтә йәйҙәр килеүен. (Г. Юнысова).

  1. Әҙәби телдә күплек ялғауҙары ҡайһы диалекттағыса алынған һәм улар нисә төрлө? Көнсығыш диалекттан алынған.Улар 4 төрлө:тар-тәр (аттар,эштәр),лар-ләр(балалар,кәмәләр),ҙар-ҙәр(ҡыҙҙар,кишерҙәр),дар-дәр(малдар,игендәр)
  2. Ошо һөйләмдә һәм һүҙҙәрҙә әҙәби тел менән сағыштырылған ниндәй сиратлашыуҙар күҙәтелә һәм ул ҡайһы һөйләш өсөн характерлы: Беһтең ҡыһыл быһау ҡапҡаға һөһә лә һөһә; беһ – әҙәби телдә беҙ, беһтең – беҙҙең, һеһ – һеҙ, һеһтең – һеҙҙең, ҡыһ – ҡыҙ, ҡыһтар – ҡыҙҙар.

      Көнсығыш диалекттың Һәнәр-Ҡараболаҡ һөйләше

      (Курган өлкәһе һәм Силәбе өлкәһенең көнсығыш өлөшө).

           Тамыр һүҙҙәрҙең уртаһында  һәм аҙағында,шулай уҡ ялғауҙарҙың      

        аҙағында ҙ өнө урынына һ өнө килә.

  1. Ҡорғаҙаҡ тигән гидроним әҙәби телдәге ҡур “закваска” һәм ғаҙаҡ “йылға” һүҙҙәренән аңлатыла. Әммә ни өсөн ул Ҡурғаҙаҡ тип түгел, ә Ҡорғаҙаҡ тип әйтелә.  От ҡоро – «сухая», пересыхающая»,  древнебашк. «ғаҙаҡ – «речка», –  тип аңлата «Словари топонимов Баш. АССР», 93-сө бит (Өфө, «Китап» нәшриәте, 1980 й.). башк. Ҡорғаҙаҡ , от башкир. диал. ҡор (литератур. ҡур) `закваска, солод; сила, мощь`, древнебашк. ғаҙаҡ `речка`[1]
  2. Һүҙ башында, архаик күренеш булараҡ, б өнө урынына п өнөнөң ҡулланылыуы ҡайһы һөйләштәрҙә күҙәтелә? (Миҫалдар: пысаҡ – әҙәби телдә бысаҡ, песән – бесән, пәпәй – бәпәй, пешектәү // пешекләү – бешекләү, патша – батша һ.б.).
  3. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы ҡасан айырым китап булып баҫылып сыға?
  4. 1907 йылда Ҡазанда баҫылған “Букварь для башкир” исемле хеҙмәттең авторы кем? В 1907 году в Казани был напечатан второй «Букварь для башкир», автором которого является А.Г. Бессонов (1848-1918). Он предлагал башкирский алфавит из 41 буквы русской графики. Материалом служил разговорный язык северо-восточных и юго-восточных башкир. Свой алфавит он применял и при записи башкирских народных сказок .
  5. Башҡорт теленең Көнсығыш диалектын өйрәнеүсе тел белгесе.
  6. Хәҙерге башҡорт телен формалаштырыусы сығанаҡтарҙы билдәләгеҙ.
  7. Һүҙҙәрҙең уртаҡ мәғәнә аңлатҡан һәм башҡа мәғәнәүи өлөшсәләргә бүленмәй торған өлөшө нисек атала?
  8. Теҙемдең төрөн билдәлә:

Берәүҙәр байыҡты,

Берәүҙәр бойоҡто;

Берәүҙәр иҙҙе,

Берәүҙәр түҙҙе;

Берәүҙәр майҙа йөҙҙө,

Берәүҙәр ғәмһеҙлекте һиҙҙе,

Әйтә алманы тик ғәҙел һүҙҙе  (Р. Бикбаев).

  1. Һөйләмдәр бер-береһенә ниндәй лексик саралар ярҙамында бәйләнгән?

Минең донъяла иң тәү күргән нәмәм, иң тәү тойған нәмәм – үҙ әсәйемдең йөҙө, уның йыры.

Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа булмаҫ ине. Ул ваҡыт, күрәһең, донъяла бәхет тә, шатлыҡ та әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ (Ғ. Рамазанов).

  1. Боҙҙай һалҡын,

Тоҙҙай әсе тулҡын

Күкрәгемә килеп һуғылды (Р. Ғарипов).

Был сағыштырыу нимәгә ҡоролған?

  1. Синонимик рәттәр төркөмдәрендә доминанталарын билдәләгеҙ:

азат, бойондороҡһоҙ, ирекле, хөр;

аҙыҡланыу, ашау, ейеү, тығыныу;

ишәйеү, күбәйеү, артыу.

  1. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй тел күренешен белдерә:

Бирермен ялтыр ғайыш,

Миңә ғулъяулығ ғайыш

Береһе – көрән, береһе – ал,

Теләгәнен һайлап ал.

  1. Түбәндәге һүҙҙәр ҡайһы телдән үҙләштерелгән?

бураҙна, һалам, һуҡа, эҫкерт, арыш, әүен, ужым.

Бураҙна-борозда(рус),һалам-солома(рус),һуҡа

Эҫкерт-скирда(рус),арыш-рожь(рус),әүен-,ужым-озимь(рус)

  1. Түбәндәге фразеологизмдар ниндәй стилгә ҡарай: әһәмиәткә эйә, һүҙҙә тороу, өмөт бағлау, рәхмәт йөҙөнән, асыҡ йыйылыш, бер һүҙ менән әйткәндә.


8  класс

  1. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен тәшкил иткән юлды билдәләгеҙ:

а) исем, ҡылым, рәүеш, киҫәксә;

б) исем, ҡылым, һан, бәйләүес;

в) исем, ҡылым, сифат, алмаш;

г) исем, ҡылым, сифат, хәл.

2. Йылғаның яры    һүҙбәйләнешендә ҡайһы эйәртеүле бәйләнеш төрө ҡулланылған?

а) ярашыу;

б) башҡарылыу;

в) йәнәшәлек;

г) һөйкәлеү.

3. “Унан ашыҡмай ғына һандыҡтың иң төбөнән иҫке ҡыҙыл бәрхәткә төрөлгән бер нәмә күтәреп сығарҙы” (З. Биишева) һөйләмдә аныҡлаусыны табып, төрөн билдәләгеҙ:

а) тиң аныҡлаусы;

б) тиң булмаған аныҡлаусы;

в) билдәһеҙ аныҡлаусы;

г) ҡушма аныҡлаусы.

4. Һөҙөмтә, ҡаршы ҡуйыу, сәбәп теркәүестәре меннән бәйләнгән тиң киҫәктәр араһына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

а) өтөр;

б) нөктәле өтөр;

в) ике нөктә;

г) һыҙыҡ.

5. “Ул иҫтәлек өсөн күмәкләшеп рәсемгә төшөргә тәҡдим итте”  (М. Кәрим) һөйләмендә килгән хәл әйтеменең төрөн билдәләгеҙ:

а) рәүеш хәле;

б) маҡсат хәле;

в) сәбәп хәле:

г) ваҡыт хәле.

6. «Ҡобайыр» һүҙенең мәғәнәһен билдәләгеҙ.

а) тыуған ил тураһындағы йыр;

б) дан йырлау;

в) халыҡ йырының бер формаһы;

г) композитор ижад иткән әҫәр.

7. Салауат Юлаев ижадын, тарихын өйрәнеүсе ғалимдарҙы билдәләгеҙ.

а) Р.Игнатьев, В. Даль, Т. Беляев;

б) М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Бикбаев;

в) Т. Килмөхәмәтов, Р. Баимов, Ғ. Хөсәйенов;

г) И. Гвоздикова, В. Сидоров, М. Иҙелбаев.

8. Нимә ул хикәйә?

а) халыҡ ижады жанры;

б) мөһим бер ваҡиғаға арналған бәләкәй күләмле проза әҫәре;

в) мажаралы нәҫер;

г) романдың башланғыс өлөшө.

9. «Башҡорт халҡына көйлө хитап» кемгә арналған?

а) Салауат Юлаевҡа;

б) Шәһит Хоҙайбирҙинға;

в) Әхмәтзәки Вәлидигә;

г) Муса Мортазинға.

10. Л.Н. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк...» хикәйәһендә Пахомдың үлеү сәбәбен билдәләгеҙ

а) башҡорт ерҙәренең ҙурлығынан;

б) Пахомдың ауырыуы сәбәбле;

в) нәфсе;

г) аяҡтарын сисеп атлауы.

11. Тейен. Алйырҙан. Урманға сәтләүек йыйырға барған кешегә (хикәйәсе) осраған өсөнсө  йән эйәһе - …  

Тейен – уңған йәнлек ул. Тейен йәшен тиҙлеге менән ағас башына йүгереп  менеп китй ала. Шаяра, һикерә. Үҙе матур. Тейен ул, ут кеүек янып, күҙҙең яуын тора.   Ә алйырҙандың  ни матурлығы, ни яҡшылығы бар? Ул ҡыҫҡа ғына аяҡтары менән шыбырлап ерҙә йөрөргә генә белә.Ерҙән юғарыраҡ күтәрелә алмай, тик аҫҡа, түбәнгә  генә төшә белә. Ғүмеренең  күберәген ҡараңғыла үткәрә.Күрәһең, алйырҙан  тейендең һикергеләп, шаярып йөрөүен, әллә ҡайҙа юғарыға менә  алыуын яратмай. Уны үҙенең дошманы итеп күрә.

…. Алйырҙан, үҙ ҡулынан килмәгәс, тейендән үс алыуҙы уға тапшыра.

12. Бер әйберҙе икенсеһенә оҡшатып әйтеү - … Күбеһенсә һымаҡ, кеүек, төҫлө, шикелле һүҙҙәре менән бергә килә.

13. Уғатар батыр, Йүгерек батыр, Күлуртлар батыр, Ертыңлар батыр  - кемдең дуҫтары, юлдаштары -  …   Әкиәттең исеме -

14.Халыҡ ижадының бер төрө. Ул сәсмә телдә ижад ителә, йыш ҡына тылсымлы, ысынбалыҡта булмаҫтай хәл- ваҡиғаларҙы үҙ  эсенә ала. Башҡорт халҡының  ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылары араһында күренекле  урынды алып тора. Был халыҡ ижадында ыңғай  һәм  кире геройҙар  бер – береһенә ҡырҡа ҡаршы ҡуйыла. Ыңғай геройҙар   ғәҙеллек, хәҡиҡәт өсөн көрәшәләр  һәм, ғәҙәттә, өс  төрлө һынау,   өс төрлө ҡыйынлыҡ үтеп, маҡсаттарына мотлаҡ ирешәләр.

15.  Көйгә һалып башҡарыла торған   шиғри әҫәр, халыҡтың күңел кисерештәрен, уй-ҡараштарын  сағылдыра.Тыуған ерҙе, ил батырҙарын данлап, әһәмиәтле хәл-ваҡиғаларҙы, үткән  ғүмерҙе хәтерләп тә башҡарыла. Был - …


9 класс

  1. “Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә” (Мәҡәл) һөйләменең төрөн билдәләгеҙ.

а) эйәртеүле ҡушма һөйләм;

б) теҙмә ҡушма һөйләм;

в) хәл әйтемле ябай һөйләм;

г) ҡатмарлы ҡушма төҙөлмәләр.

2. “Иҫеңдә тот: әсә хаҡынан да изге нәмә юҡ” (М. Кәрим). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

а) аныҡлаусы һөйләм;

б) тултырыусы һөйләм;

в) шарт һөйләм;

г) кире һөйләм.

3. “Цирк бөткәндә, бик һуң ине (...) ай батҡан, йондоҙҙар баҙлап ҡалҡҡан” (З.Биишева) һөйләмендә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

а) нөктәле өтөр;

б) өтөр;

в) ике нөктә;

г) һыҙыҡ.

4. Бирелгән һөйләмдәр араһында ҡушма һөйләмде билдәләгеҙ.

а) Ҡайтҡан, имеш, тим.

б) Уҡымағас, өндәшмәне.

в) Быймаһын кейҙе, башына бүреген ҡапланы.

г) Хаталанғанын күреп ҡалып, төҙөтә һалды.

5. “Боронғолар әйткәнсә, саф алтын күгәрмәй” (М. Кәрим). Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

а) шарт һөйләм;

б) рәүеш һөйләм;

в) ваҡыт һөйләм;

г) маҡсат һөйләм.

6. “Һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ алмаған...” Был юлдарҙың ҡайһы әҫәрҙән булыуын билдәләгеҙ

а) «Аҡбуҙат эпосынан»

б) М. Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһынан;

в) «Урал» халыҡ йырынан;

г) «Урал батыр» эпосынан.

7. Ҡол Ғәли ҡайһы башҡорт ырыуынан булыуын билдәләгеҙ

а) мең;

б) табын;

в) әйле;

г) юрматы.

8. «Ялан Йәркәй»,  «Тәфтиләү»,  «Сәлимәкәй» йырҙарының авторлығын кемгә ҡайтарып ҡалдыралар?

а) Заһир Исмәғилев;

б) Хөсәйен Әхмәтов;

в) Байыҡ сәсән;

г) Буранбай сәсән.

9. Батыршаның батшаға яҙған хатын ғилми яҡтан кем өйрәнгән?

а) Әхнәф Харисов;

б) Ғайса Хөсәйенов;

в) Мирас Иҙелбаев;

г) Ғиниәт Ҡунафин.

10. «Һауаларға уҡ сойорғоттом,

     Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.

     Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,

     Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам » шиғырындағы һүрәтләү сараларын билдәләгеҙ

а) метафора;

б) йәнләндереү;

в) эмоциональ-экспрессив;

г) антитеза.

11. Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,

Күп ырыуға баш йорттар.

Беҙҙә гәүһәр,беҙҙә йәүһәр,

Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар.

Шиғырҙың исеме, авторы.

12.Әйберҙәрҙең  һәм күренештәрҙең  үҙенсәлекле билдәләрен  күсермә мәғәнәлә  сағылдырыусы художестволы аныҡлаусылар - …

13. Тирләгән Ат, өҫтәүенә

Серәкәй, күгәүен йонсота.

Мәҫәлдең авторы, исеме.

14.Хайуандар аша кешеләр араһындағы насарлыҡты, яуызлыҡты   һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе  йәберләүен, рәнйетеүҙәрен  асып  бирә,фашлай. Хайуандар тормошо аша кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү - …


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

1-се ярты йыллыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенән контроль тест һорауҙары

             1-се ярты йыллыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенән контроль тест һорауҙары...

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....

5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.

5-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары...

6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары

6-сы класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....

7-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.

7-се классөсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....

8-се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары.

8 -се класс өсөн әҙәбиәттән тест һорауҙары....

Исем, тест һорауҙары

Исем темаһын йомғаҡлау...