Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»
методическая разработка (5 класс) по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һаҡсыл ҡараш, хеҙмәт тәрбиәһе тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ayyu_hm_bal_korttary.docx39.28 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Муниципаль районы

Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем

биреү бюджет учреждениеһы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән асыҡ дәрес

5б класс

Башҡорт халыҡ әкиәте

«Айыу менән бал ҡорттары»

   

     Әҙерләне һәм күрһәтте:                                                                                                                           башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәбибуллина Вәсилә Абдулла ҡыҙы

Ергән-2014

Тема: Башҡорт халыҡ әкиәте

Айыу менән бал ҡорттары

                                                             Абруйын илдең юғары тотор,

                                                   Башҡортостандың  данын

балҡытыр

Умартасының уңған ҡулдары,

                               Еребеҙ ҡото –

башҡорт бал ҡорто.

Рауил Бикбаев

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Маҡсаттар:

1.Белем, күнекмә үҙләштереү: «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау. Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы.                                                                                                    2.Үҫтереүсе маҡсат: Проектлау технологияһын ҡулланып, төркөмдәрҙә эшләү күнекмәләрен үҫтереү,әҫәрҙе үҙ аллы сәхнәләштереү, ижади эшләү күнекмәләрен камиллаштырыу.                                                             3.Тәрбиәүи маҡсат: Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һаҡсыл ҡараш, хеҙмәт тәрбиәһе тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек,   башҡорт балы, бал ҡорттары, умартасы, айыу тураһында Рауил Бикбаевтың, Әлфиә Әсәҙуллинаның, Рәмзәнә Абуталипованың, Гүзәл Ғәлиеваның, Әлфис Ғаязовтың, Рәшит Заһиҙуллиндың шиғырҙары, “Айыу һәм бал ҡорттары” тураһында презентация.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. Психологик комфорт булдырыу.

           Һаумы,ҡояш!

           Һаумы, дуҫым!

           Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

           Ҡояш, ғәләм, Тыуған ер!

           Йән тыныслығы бир!

           Мин сәләмәт, мин матур,

           Мин бәхетле һәм дә шат.

           Күп минең дуҫ-иштәрем,

           Уҡыуым да шундай шәп!

  1. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
  1. Өйгә эште тикшереү. Дәреслек менән эш. “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтенең йөкмәткеһенең үҙләштерелеүен һорауҙарға яуаптар алыу юлы менән тикшереү.
  • Борон-борон заманда нимә йәшәгән?
  • Уның ҡойроғо ниндәй булған?
  • Айыу нимә яратҡан?
  • Бер ваҡыт урманға кем килгән?
  • Ул нимә күреп ҡала?
  • Ул айыуға нимә, ти?
  • Айыуҙың ҡойроғо ниндәй булып ҡалған?
  • Кеше солоҡто нимә эшләткән?
  • Бал ҡорттары нимә эшләгәндәр?
  • Инә ҡорт менән бал ҡорттары ниндәй ниндәй кәңәш ҡоралар?
  • Кеше бал ҡорттарын үҙенә аламы?

  1. Ял минуты. Йыр. М.Якименко «Бал һәм еләктәр тураһында».

Бөтә ауырыуҙарҙан дауа,

Шунан да юҡ шифалыһы.

Бөтәбеҙгә лә көс яуа,

Татлы йүкә балынан.

Ҡурай еләкле баллы сәйҙән,

Ҡурҡалар грипп һәм ангина.

Һаҡланырһың һәр ауырыуҙан,

Һин айыуҙы тыңлаһаң.

Мин үҙем уҡып беләм,

Баллы ер еләге сәскәһе.

Витаминдар йыярһың,

Баллы еләк ашаһаң.

  1. Тема билдәләү. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү.    Йомаҡ уҡып, яуабын табыу юлы менән дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау. Дәрестә нимәләр өйрәнергә ниәтләйбеҙ? Фекер алышыу, әңгәмәләшеү. (1.Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү. 2. Әкиәттең проектын төҙөп сәхнәләштереү, төркөмләп эшләү. 3. Бал ҡорттары тураһында һөйләшеү.)

Үҙе бәләкәй генә,

Биле нәҙекәй генә

Сәскә күрһә һөйөнә

Һутын ташып өйөнә,

Хуш еҫле кескәй йорто

Кем ул ?-тиһәң…

                            (бал ҡорто).

  1. Яңы теманы үҙләштереү.
  1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

   -Уҡыусылар, һеҙ беләһегеҙҙер, беҙҙең ресрупликала мөғжизәләр бик күп. Уларҙы билдәләү буйынса халыҡ араһында һорау алыу үткәрелде һәм ошо яуаптарға ҡарап, Башҡортостандың ете мөғжизәһенең исемдәре асыҡланды. Ете мөғжизәгә хаҡлы рәүештә башҡорт балы ла инде.Һеҙ башҡорт балын ашап ҡарағанығыҙ барҙыр, моғайын.

   -Бал һеҙгә оҡшаймы һуң, балалар?

   -Оҡшайҙыр, әлбиттә. Бөгөнгө көндә башҡорт балы бөтә донъяға билдәле, ул халыҡ-ара йәрминкәләрҙә бер нисә тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булды. Башҡорт балы күп кенә илдәрҙе ҡыҙыҡһындыра башланы, бына яңы ғына Германия, Ҡытай, Япония беҙҙең башҡорт бал ҡорттарын һатып алды. Хәҙер башҡорт балы Рәсәйҙең барлыҡ өлкәләренә лә, шулай уҡ АҠШ-ҡа ла сығарыла. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда күп мәктәптәрҙә умартасылыҡты өйрәнеү махсус программа булып ингән, хатта үҙ умарталыҡтары булған мәктәптәр ҙә бар. 10 август-Башҡортостан умартасылары көнө. 2000 йылда республикабыҙҙа Умартасылыҡ һәм апитерапия (бал ҡорто ярҙамында дауалау) буйынса фәнн-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы ойошторолоп, уның алдында Башҡорт солоҡ бал ҡортон ишәйтеү һәм Башҡортостанда бал етештереүҙе күпләтә арттырыу маҡсаты ҡуйылды. Был үҙәк Бөрйәндә һаҡланып ҡалған Башҡорт солоҡ бал ҡортон табып, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында “Алтын солоҡ”  заказнигы ойоштороп, ҡырағай бал ҡортон һаҡлау эштәрен киңәйтте. Ҡурсаулыҡтар-Ер шары  тәбиғәтенең кеше йоғонтоһона бирелмәй ҡалған кескәй генә мөйөштәре. Солоҡтан алынған бал  бигерәктә тәмле була. Нимә ул солоҡ?Солоҡ- бейек һәм йыуан ҡарағай йә ҡарағаста ҡырағай ҡорттар оялаһын өсөн уйылған яһалма ҡыуыш. Ул башҡорт халҡының бик боронғо замандарҙан килгән кәсебе. Был шөғөл тағы ла шәберәк таралыр ине, ләкин айыуҙар, тәмле тамаҡтар, үҫеп китергә мөмкинселек бирмәйҙәр, солоҡтағы балды ашап бөтөрөп торалар. Бына бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошондай яуыз, тәмле тамаҡ айыу һәм эшсән бал ҡорттары хаҡындағы әкиәт менән танышабыҙ.

        2. Әкиәттең йөкмәткеһен проектлау.                                                                                                   

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштерҙек, ә хәҙер әкиәткә проект төҙөп, сәхнәләштереүгә күсәйек. Бының өсөн беҙгә:

  1. Әкиәттең йөкмәткеһе менән танышылды.
  2. Әкиәт геройҙарының уй-кисерештәренә төшөнөргә кәрәк. Бының өсөн әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрәйек.
  • Айыу. Айыу һәр саҡ нимә тураһында уйлаған?
  • Кеше. Кеше бал ҡорттарына ниндәй изгелек эшләгән?
  • Бал ҡорттары бының өсөн кешегә ниндәй изгелек эшләгәгәндәр?
  1. Хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һүрәтләү. Әкиәтте бүлектәргә бүлеү.

Беренсе бүлек.

Борон-борн заманда Айыу йәшәгән. Ул бал яратҡан. Солоҡ бал ҡорттарын үлтереп, уларҙың балын ашаған.

Икенсе бүлек.

Бер ваҡыт урманға утын алырға бер Кеше килгән. Кеше айыуҙың ҡойроғон сабып өҙгән. Кеше, солоҡто ҡарап, йүнәтеп сыҡҡан да, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Өсөнсө бүлек.

Бал ҡоттарының Инә ҡорт менән кәңәшләшеүе.

Дүртенсе бүлек.

Бал ҡорттарының Кешегә йәшәргә күсеүе.

  1. Әкиәтте пьеса итеп үҙгәртеп ҡороу (уҡытыусы балаларға сәхнәләштереү өсөн текст тәҡдим итә ала).
  2. Пьесаны шыма, тасуири уҡырға өйрәнеү.
  3. Ролдәрҙе бүлешеү, режиссер һайлау.
  4. Спектаклде әҙерләй башлау (һүҙҙәрен ятлау, хәрәкәттәрҙе уйлау, музыкаль яҡтан биҙәүсене, рәссамды һайлау).
  5. Әкиәтте сәхнәләштеоеү өҫтөндә эш.
  6. Һәр бала үҙ өҙөгөн уҡый, ятлай.

10.Әкиәтте сәхнәләштереү.

  1. Шиғриәт минуты.

   Башҡорт балы, бал ҡорттары, умартасы, айыу тураһында Рауил Бикбаевтың, Әлфиә Әсәҙуллинаның, Рәмзәнә Абуталипованың, Гүзәл Ғәлиеваның, Әлфис Ғаязовтың, Рәшит Заһиҙуллиндың шиғырҙарын балаларҙың тасури уҡыуы.

Әлфиә Әсәҙуллина. Бал ҡорттары.

Аҡланда күҙ ҡамаштырып,

Үҫә төрлө сәскәләр.

Динә көлә: «Сәскәләрҙе

Бында бик күп сәскәндәр!

Ҡара, әсәй, бал ҡорттары

Бында осоп килгәндәр.

Сәскәләрҙә бал барлығын

Улар ҡайҙан белгәндәр?!”

Рәмзәнә Абуталипова. Бал ҡорто.

Көнө буйы тынғы белмәй,

Бигерәк уңған бал ҡорто.

Шулай уңған булған өсөн,

Бал менән тулы йорто.

Айыу әйтә:

-Бал ҡорттары,

Мин бит һеҙгә теймәйем.

Бирегеҙсе, балығыҙҙы

Әҙерәк кенә тәмләйем!

Сәскәләрҙең татлы һутын

Мин дә татып ҡарайым.

Эй, егәрле дуҫҡайҙарым,

Бик үтенеп һорайым!

Рәшит Заһиҙуллин. Бына ошо бал ҡорто.

Ҡурай еләк

Балы менән

Сәй эсәбеҙ табында.

Бына ошо бал булғанда,

Ниҙәр кәрәк

                       тағы ла.

Атай әйтә:

«Башҡорт балы

Йөрәгемә

                 ял була.

Иң шифалы,

Иң сифатлы

Бына ошо

                 бал була!»

Бал ҡорто

Осоп китә:

«Без дә без”.

Осоп ҡайта:

«Без дә без».

Әйтә, буғай,

Бал ҡорто:

«Бал йыйып

Өлгөрәбеҙ!»

Сәбәләнә

Битемде

Йыумай йөрөү

Килтерә бәләгә лә.

Ана бит, бер бал ҡорто

Шуғалыр сәбәләнә.

Әлфис Ғаязов. Бал ҡорттары.

Олатайым умартасы

Исеме лә- Бал бабай.

Әллә телдәрен белә ул-

Ҡорттар уны саҡмай!

Мин умарталарға яҡын

Килергә лә ҡыймайым.

Килә ҡалһам, улар мине

Илатыр тип уйлайым.

Ниңә улар олатайҙы

Бер ҙә юҡҡа саҡмайҙар?

Әллә инде улар мине

Кескәй тип яратмайҙар?

Олатайым минән көлә,

Балһыҙ йәшәп булмай, ти.

Бал ҡорттары, ҡыҙым, һине

Сәскә тиеп уйлай, ти.

Гүзәл Ғәлиева. Йүкә балы.

Олатай кәрәҙ ҡырҡты ла,

Аша, тип өҫтәлгә

Кәрәҙле бал ултыртты.

Бына һиңә йүкә балы,

Бер ҡабып ҡара әле!

Беҙҙең яҡтың йүкәләре

Йәмле генә түгел икән,

Тәмле лә икән әле.

  1. Бал ҡорттары тураһында әйтемдәр уҡыу һәм мәғәнәләрен асыҡлау.

Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда ҡуна.

Балы татлы, эше ҡаты.

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар.

Балын яратһаң, ҡортон да ярат.

  1. Ж.Ғ.Кейекбаевтың «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?», «Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?» әкиәттәренең «Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәтенә оҡшашлығы.

  1. Йомғаҡлау, баһалау. Рефлексив анализ.

   Уҡыусының уҡыу эшмәкәрлегенә рефлексия үткәреү һәм эшен баһаларға өйрәтеү:

  • Дәрес барышында башҡарылған эштәрҙе эҙмә-эҙлекле күҙаллатыу (иҫкә төшөрөү).
  • Эштә осраған проблемаларҙы билдәләргә күнегеү.
  • Яңы мәғлүмәтте айырып билдәләү. Нимәләр белдең, нимәгә өйрәндең? Һорауына яуап.
  • «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡланыҡ (әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы).                                                                                                                                                                                                                                        
  • Әкиәтте сәхнәләштереү өсөн проект төҙөнөк, төркөмләп эшләнек.
  • Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән таныштыҡ. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәндек, туған тәбиғәтебеҙҙе яратырға, уның матурлығын күрә белергә, уға һоҡланып, һаҡсыл ҡарашта, кәрәк ваҡытта уға ярҙам итергә, солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ эшенә һөйөп ҡарарға, бал ҡорттарының хеҙмәтенә ғорурлыҡ менән ҡарау, башҡорт балының шифалы булыуын һәр саҡ иҫтә тоторға икәнлекте, белдек.

                                                             Абруйын илдең юғары тотор,

                                                   Башҡортостандың  данын

балҡытыр

Умартасының уңған ҡулдары,

                               Еребеҙ ҡото –

башҡорт бал ҡорто.

Рауил Бикбаев

Башҡортостандың халыҡ шағиры

         Шулай итеп, башҡорт бал ҡорто, башҡорт балы-илебеҙ даны!

  1. Өйгә эш. Әкиәтте ролдәргә бүлеп уҡырға өйрәнергә,  йөкмәткеһе буйынса һүрәттәр эшләргә.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 7 класс. Мәжит Ғафури «Ҡыр ҡаҙы»

М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү....

Дәрес эшкәртмәһе. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"

Маҡсаттар1.Белем, күнекмә үҙләштереү: «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау. Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡортта...

Әҙәбиәттән эш дәфтәре. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"

Әҙәбиәттән эш дәфтәре. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"...


 

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Белем, күнекмә үҙләштереү: «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау. Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы.

Мудрецов Игорь Вячеславович

"Феденька, надо бы переводчика. - Был у нас толмач-немчин. Ему переводить, а он лыка не вяжет. Мы его в кипятке и сварили. - Нельзя так с переводчиками обращаться". Милославский и Феофан.