Эссе. Мин - уҡытыусы
статья на тему

Эссе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.docx23.8 КБ

Предварительный просмотр:

Эссе.

Һауаларҙа ете йондоҙ- ете ҡыҙ,

                                            Ерҙә шатлыҡ бейей- ете ҡыҙ,

                                            Етегәндең ете ҡуҙынан

     Беҙ, башҡорттар, тыуған ырыуҙар.

Р.Шәкүр.

Ете һаны элек-электән беҙҙең тормош менән бәйләнгән.  Һәр баланың ете йәшен ни өсөн көтөп алалар? Сөнки тәү тапҡыр уҡырға бара. Ә белем тауына үрләр өсөн ете һикәлтәле режимды көн дә үтәргә кәрәк: йыллыҡ, айлыҡ, аҙналыҡ, көндәлек, сәғәтлек, минутлыҡ, хатта секундлыҡ. Уҡырға өйрәнгәс, ете һанына бәйләнгән мәҡәлдәрҙе, һынамыштарҙы беләбеҙ, ете нотанан яңғыраған көйҙәргә, күҙҙең яуын алған йәйғорҙоң ете төҫөнә ҡарап һоҡланабыҙ, донъяның, Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән танышабыҙ... Һәр бер башҡортҡа ете быуынын белеү мөһим. Минең яратҡан һәм иң уңышлы һаным ул - ете һаны. Тормошомда ла ошо 8ан йыш осрай: 1967 йылда тыу1анмын, м9кт9пт9 эшл97ем9 л9 27 йыл, 9  быйыл 2017 йылда 85н9ри конкурста 3атнашам. Б5г5нг5 к5нд9 атай 89м 9с9й я1ынан ике быуын ту1андар ара8ында ла етеш9р у3ытыусы ха3лы ял1а ту3та1ан й9 м9кт9пт9 у4ышлы эшл9п й5р5й.   Минең педагогик аксиомаларым да ете һаны менән бәйле: 1) туған телемде һөйөү, 2) тоғролоҡ һәм теләкләшлек, 3) талапсанлыҡ һәм тотанаҡлыҡ, 4) тырышлыҡ, 5) тәбиғилек, 6) тәжрибәгә таяныу, 7) тормошто яратыу. Тормошомда һәм эшемдә ошо ете ҡиммәткә таянып йәшәйем, хеҙмәт итәм. Туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк. Телебеҙҙе терелтеү, уны һаҡлап, ҡурсалап тороу - беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының иң изге бурысы. Уҡыусыларыбыҙҙың һүҙлек запасын байытыу өсөн эште яңыса ҡороу кәрәклеген күптәр аңлай. Әсә телен уҡытыуҙа грамматикаға ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың быуаттар буйына туплаған хазинаһы - бай ҙа, яғымлы ла теленә таяныу яҡшыраҡ. Бәләкәйҙән китап уҡырға әүәҫ мин. Бала саҡта яралған китапҡа тартылыу әле лә дауам итә һәм һөнәремде һайлауҙа ла ҙур роль уйнаны. Белгәнемде уртаҡлашҡым, кешеләргә еткереү теләге тыуҙы. 9-сы, 10-сы  класта уҡыған сағымда әҙәбиәт уҡытыусы8ы Сажид9         3ы2ы у3ытыусы 85н9рен9 72ене4  мауы3тыр1ыс д9рест9ре мен9н 85й57 т9рби9л9не. Ә инде атайымдың: « Ф91ил9 ин9йе4- уҡытыусы. Кыҙым, 8ин уның юлынан китһәң, шатланыр инем», - тигәнен ишеткәс, бер икеләнеүһеҙ был һөнәрҙе һайланым. Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, йылдар үткән һайын йәшәйешебеҙ үҙгәрә, уҡырға төрлө балалар килә. Мәктәптә эшләгән йылдар бер хәҡиҡәтте аңларға өйрәтте: баланы нисек бар, шулай ҡабул ит. Уны үҙгәртергә, буйһондорорға тырышма. Уҡыусының ышанысын яулап, күңеленә асҡыс таба бел. Әле лә иҫемдә: мәктәптә өс йыл ту1ан тел у3ытыусы8ы булып эшләгәс, ми49  о2а3 йылдар башлан1ыс м9кт9пт9 ике хатта 5с класс мен9н эшл9рг9 тура килде.  Й9ш айырма8ы 89м төрлө холоҡло бала, һәр береһенә айырым ҡараш кәрәк. Төрлө саҡтар булды, тик түҙемлелек һәм балаларҙы тиң күреп аңлашыу ғына ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Дәрес барышын уйлаған саҡта һәр ваҡыт үҙем өсөн шуны асыҡларға тырышам: был балаға нимә бирә? Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтеп кенә түгел, ә көндәлек тормошта ла ҡуллана алырлыҡ белемгә эйә булыуҙарын теләйем. Туған телен өйрәнгән бала киләсәк тормошонда ла үҙ урынын табып, халҡына битараф булмаһа, теленән оялмаһа - хеҙмәтемдең мәғәнәһе шунда.  Уҡытыусымын тип иҫәпләгән кешегә һәр ваҡыт үҙ-үҙе менән көрәшергә тура килә. Амбициялар, холоҡ, хис-тойғолар, иренеү... Үҙеңде еңә алһаң - бына шул иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе. Битарафлыҡты, вайымһыҙлыҡты, ялҡаулыҡты ситкә этәреп, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып, эшеңдән йәм, тормоштан тәм табып йәшәүгә ни етә? Ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыумаһын, балаларҙы әсәләрсә ҡайғыртыуҙан, апайҙарса иғтибарымдан, әхирәттәрсә сер бүлешеүҙән ҡалдырмаҫҡа тырышам. Балала рухи ныҡлыҡ, шәхес итеп тәрбиәләү өсөн яҙыусы, педагог М.Бураҡаева әйтеүенсә, «өс шарт - өс таяныс кәрәк: маҡсат, үҙ көсөңә ышаныс, ихтыяр көсө». Тырышлыҡты, маҡсатҡа ынтылыуҙы алға ҡуйһаң, уҡыусыларыңда ла шуны күрергә теләйһең. Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу ҡатмарланды. Уҡытыусы алдында яуаплылыҡ артты. Мәктәптә уҡытылған башҡа фәндәр араһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен абруйлы итеп өйрәтеү, фәнгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, туған тел матурлығын күңеленә һеңдереү өсөн уҡытыусының үҙенә ысын ижадсы булырға кәрәк. Үҙ-үҙең булып ҡал. Яһалмалыҡ менән бала күңелен яулай алмаясаҡһың. Асыҡ йөҙ, ихлас йылмайыу, тиң күреп аралашыу күптәргә етмәй. Ә бала наҙға, яҡшы һүҙгә һәр ваҡыт мохтаж. Уҡыусыға шатлыҡ бүләк ит: дәрестә ҡыуанып ултырһын. Әлбиттә, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Артыҡ йомшаҡ булып талапсанлыҡты ла онотма. Уҡытыусы үҙенең белгәндәрен, теге йәки был мәсьәләгә ҡарашын, үҙ фекерен балаларға көсләп "тағырға" тейеш түгел. Минең өсөн һәр бала асылмаған ижад, шәхес. Ана шул асылмаған ижад шәхескә әйләнһен өсөн, уҡыусыны һәр яҡлап үҫтереү мөһим. Бының өсөн уҡытыусы үҙ белемен, тәжрибәһен күҙәтеүҙә даими эҙләнеүҙәр алып барырға тейеш. Туған тел өлкәһендә эшләүсе профессор, ғалим, методистарыбыҙҙың ғилми хеҙмәттәрен даими өйрәнәм, эҙләнәм, күҙәтәм, дөйөмләштерәм һәм үҙ эшемдә ҡулланам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең сифатын күтәреүҙә, балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының роле ифрат та ҙур. Ижади һәләтте үҫтереү, уҡыусының күңел донъяһын тейешле йүнәлештә үҙгәртеү өсөн дә уҡытыусы һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныусан, яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға тейеш. Хәҙерге уҡыусыны нимә менәндер аптыратыу ауыр. Интернет селтәрен айҡап-байҡап ултырған уҡыусылар алдында уҡытыусының баҙап ҡалмауы зарур. Белем алыуҙың ниндәй генә автомат юлдары уйлап табылһа ла уҡыусыларға күҙгә-күҙ ҡарап аралашыусы уҡытыусы кәрәк. Ышанғы килә: техник саралар тик ярҙамсы ғына булып, ә мөғәллим төп урында ҡалыр. Уҡытыусы мәғлүмәти технологияларҙы маҡсатҡа ярашлы ҡулланып, халыҡ педагогикаһының гәүһәр өлгөләренә таянған саҡта ғына балаларҙы ғәжәпләндерергә, һоҡландырырға мөмкин. Тел байлығы - фекер байлығы. Кешенең теле ни тиклем бай һәм матур булһа, күңеле лә шулай гүзәл. Фекере лә бай, зиһене лә тәрән, зирәк аҡыллы, яҡты аңлы була. Тел кешенең тәрбиәле булыуын да күрһәтә, белемен дә сағылдыра. Туған телендә йәки башҡа телдә таҙа итеп һөйләшкән кешене тыңлауы үҙе бер зауыҡ. Ошоларҙы уҡыусыларыма аңлата алһам, бик ҡәнәғәт булыр инем. Тик туған телебеҙҙең күркәм яғымлы һүҙҙәрен файҙаланыу мөмкинлектәрен күрһәтеп, уҡыусыларыбыҙҙы таң ҡалдырайыҡ, телмәрҙәренә иғтибарын арттырайыҡ! Киләсәккә пландарың бер йылға икән - арыш сәс, тиҫтә йылдарға икән - ағас ултырт, ә быуаттарға икән - балалар тәрбиәлә!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Эссе. Мин-уҡытыусы!

Эссе. Мин-уҡытыусы!...