Эссе “Мин – уҡытыусы”.
методическая разработка по теме

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы һөнәр һайлауым менән бәхетлемен. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл aklima_esse.docx24.22 КБ

Предварительный просмотр:

Кешенең иң яҡты иҫтәлектәре, изге хыялдары, тәүге шатлыҡ-ҡыуаныстары бала сағына, үҫмер осорона бәйле. Ошо матур хәтирәләр араһында, һис шикһеҙ, мәктәп дуҫтары, уҡытыусылар төп урынды алып тора.

“Алтын һуҡмаҡ”ҡа тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан көндә мине асыҡ йөҙлө, мөләйем, йөрәген кескәйҙәргә асып һалырға әҙер беренсе уҡытыусым ҡаршы алды. Уҡырға, яҙырға, донъяны танырға өйрәтте ул. Остазыма ҡарата ихтирам-хөрмәт ниндәй уҡытыусы һөнәрен һайлауыма этәргес бирҙе. Киләсәгемде белем биреүгә арнаясағымды башланғыс класта уҡығанда уҡ белә инем.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы һөнәр һайлауым менән бәхетлемен.

Остазым тип Салауат педагогия  училищеһында оҙаҡ йылдар уҡытыусы-методист булып эшләгән Фруза Йәғәфәр ҡыҙы Хәбибуллинаны иҫәпләйем.  Хәтеремдә: IV курста башҡорт телен уҡытыу методикаһы дәресе бара. Остазым мине янына саҡырып  алды ла: ”Ошо юлдан ситкә китмә. Һин мотлаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға тейешһең!” – тип белдерҙе. Һүҙҙәре менән күңелемә талмаҫ ҡанат ҡуйҙы.

Уҡытыусымдың ышанысын аҡлау юлындамын. Унан тайпылмаҫ көстө ҡәҙерле уҡыусыларым көн дә арттырып тора.  

Балалар йәрәгенә асҡыс табып,уларҙың күңел донъяһына үтеп ине өсөн,миңә тәрбиәсе лә,актриса ла,журналист та,врач та,адвокат та булырға тура килә.Шуға күрә мин бер туҡтауһыҙ эҙләнеү,өйрәнеү өҫтөндәмен.

Һәр башҡорт теле уҡытыусыһы мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарҙы өйрәнергә ашҡынып торған кеүек,мин дә уҡытыуҙа барлыҡҡа килгән ңы технологияларҙы һәр саҡ теләп өйрәндем һәм әле лә дауам итәм. 

Уҡытыусы үҙенең һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороуҙы иң тәүҙә аныҡ маҡсаттар ҡуйыуҙан башларға тейеш.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенең төп маҡсаты булып кеше тәрбиәләү булды һәм булып ҡаласаҡ.Ошо маҡсатҡа ярашлы технологияларҙы барлап,өйрәнеп,шәхескә йүнәлтелгән технологияларҙы үҙләштерәм,эшем тәжрибәмдә ҡулланам.   

   Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе булараҡ,Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты тарафынан ойошторолған курстарҙа белемемде камиллаштырам,       

ФГОС буйынса үткәрелгән курстарҙа, семинарҙарҙа  йыш ҡатнашам. Бөгөн заман мәғариф алдына мәғлүмәти йәмғиәт, инновацион иҡтисад талаптарына, демократик  йәмғиәт  төҙөү бурыстарына яуап бирерлек  сифаттарға эйә булған шәхестәр  тәрбиәләүҙе беренсе маҡсат итеп ҡуя.

Мин - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ошо дөйөм эшкә ниндәй өлөш индерә алам һуң?  Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы  - ул белем биреүсе генә түгел, баланы тормош ҡанундарын аңларға ярҙам иткән төп тәрбиәсе ул. Әҙәбиәт ул - тормош дәреслеге, быны билдәле педагог    Е.Н. Ильин  һүҙҙәре лә ҡеүәтләй: «Әҙәбиәт дәресе - ысын мәғәнәһендә, кеше күңеленә йүнәлтелгән берҙән-бер дәрес». Һәр әҫәр, герой яҙмышы  йәш быуын вәкилен тормоштағы ҡатмарлы юлдарҙы, ҡырҡа боролоштарҙы имен үтергә өйрәтә, хаталар яһалһа, уларҙы төҙәтеү юлдары  булыуына инандыра, үҙе өсөн һығымталар яһарға, фәһем алырға  булышлыҡ итә. Дәрес темаһын, маҡсаттарын билдәләгәндә мин «кәрәк», «тейешһегеҙ», «шулай итегеҙ, былай итегеҙ» кеүек һүҙҙәрҙән  һаҡланам, «бергәләп асайыҡ», «аңларға тырышайыҡ», «һәр беребеҙҙең фекере мөһим  булыуын онотмайыҡ» тигән кеүек үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән тәҡдимдәр яһайым. Минең бурысым - уҡыусыға үҙен танып-белергә, шәхси һәләттәрен асырға, үҫтерергә, баланың булмышынан сығып, теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итеү. Һәр хәлдә, мин балаларҙы ошоға ышандырырға тейешмен. Улар миңә ышана, кеше булараҡ хөрмәт итә, ярата. Бала уҡытыусы шәхесен аңламаһа, ҡабул итә алмай, күңелендә уҡытыусыға ҡарата хөрмәт итеү хисе йөрөтмәһә, ул уҡытҡан предметты ла үҙ итә алмай. Был осраҡта яңы технологиялар, заманса методикаларҙың да ярҙамы теймәйәсәк!

   «Яҡшы уҡытыусы булыу өсөн үҙең уҡытҡан фәнде һәм  шул фәнде өйрәнгәндәрҙе яратырға кәрәк», - тигән XIX быуат ғалимы Василий Ключевский. Быуаттар үтһә лә, педагогиканың төп асылын  «гуманлыҡ, кешелеклек факторы» билдәләүенә дәлил был фекер.

   Ҡараштарым, хәрәкәттәрем, тауышым, ғөмүмән, бөтә булмышым менән  балала  ыңғай эске торош булдырырға ынтылам: «мин һине аңлайым», «һин - бик аҡыллы, матур  кеше», «борсолма, хаталарҙы төҙәтеп була», «мин һиңә ярҙам итәм», «мин һиңә  ышанам», «һин булдыра алаһың». Һәр бала эшенән яҡшы һөҙөмтә көтә, үҙенең ҙур булмаған уңышын юғары баһаларға теләй. Уҡытыусы булараҡ минең бурысым  балала ошо теләкте һүндермәҫкә ярҙам итеү,  уны уңышҡа әйҙәү. Һәр бала үҙенең холҡона, донъяны танып-белеү һәләтенә, үҙе тәрбиәләнгән социаль мөхиткә ярашлы, мәғлүмәтте ҡабул итә, өйрәнә, сағыштыра, баһалай, һығымта яһай. Минең өсөн уҡыусымдың  уйлана, фекерләй,  үҙ фекере менән уртаҡлаша, кәрәк саҡта уны  ҡыйыу яҡлай белеүе мөһим. Камиллыҡтың сиктәре  юҡ тигән  билдәле фекергә эйәреп, уҡытыусы эшмәкәрлеге лә сикһеҙ тип һанайым, шуға ла мин һәр ваҡыт өйрәнеү, эҙләнеү өҫтөндәмен.  Өйрәнгәнем үҙем өсөн булһа,  хеҙмәтем  йәш милләттәштәремде йәмғиәтебеҙгә кәрәкле, белемле, креатив фекерләй белгән, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған шәхестәр итеп тәрбиәләүгә ныҡлы нигеҙ була.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Эссе. Мин-уҡытыусы!

Эссе. Мин-уҡытыусы!...