Эссе "Мин--уҡытыусы"
проект по теме

эссе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon esse_min_ukytyusy-konkurs_3.doc42 КБ

Предварительный просмотр:

                                           Эссе « Мин-уҡытыусы».          

  Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
                                                                                   
Ҡараның күҙҙәремә.
                                                                   
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
                                                                                       
Бәләкәс йөрәгемә.

  М.Кәрим.

 

       Минең ҡыҙым 8–се класта уҡый.Бер көн кис минең эргәмә килде лә: “Әсәй,мин филология факультетына уҡырға барырға ҡарар иттем!»-тине. Бына һиңә!? Беҙ бит техник вузы күҙ уңында тота инек.Минең аптыраулы ҡарашыма:”Ниңә аптырайһың,һин  бит үҙең уҡытыусы?» - тине. Эйе, мин ысынлап та  уҡытыусы.Хәҙер инде эш башлауыма 21 йыл.Был һөнәрҙе һайлауыма бер тапҡыр ҙа үкенгәнем юҡ.

     Ҡыҙымдың ҡапыл әйткән яңылығын башымда өйрөлтә-өйрөлтә, үҙем дә һиҙмәҫтән , хәтер йомғағымды һүтеп,уйҙарға сумдым.Ә мин үҙем ни өсөн был һөнәрҙе һайланым һуң әле?

     Күңелем менән бәхетле бала-сағыма әйләнеп ҡайттым.Бына әле яңы ғына әсәйемде етәкләп,ҡулыма сәскә гөлләмәһе тотоп мәктәпкә килдем.Их,бәхетле бала-сағым, һин тиҙ генә үттең дә киттең шул! Мәктәпте тамамлағас,алдымда ҙур һорау торҙо: ниндәй һөнәр һайларға,кем булырға,һайлаған һөнәрем менән тормошта үҙ урынымды табырмынмы,халҡыма файҙам тейерме?  

  Уҡыусыларға белем биреү өсөн көсөн йәлләмәгән,иңенә төшкән бурысын намыҫ менән башҡарған  әсәйемдең һүҙҙәре шул ваҡыт минең һөнәр һайлауыма этәргес  кенә булды.

  - Ҡыҙым,беҙ бит уҡытыусылар нәҫеленән.Олатайың Өфөлә Мәжит Ғафури менән бергә “Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған.Ауылда тәүге уҡытыусы булды.Беҙҙең бик күп туғандар ҙа шул юлды һайланылар.Хоҙай үҙе беҙгә халыҡҡа хеҙмәт итергә ҡушҡандыр инде.Бәлки уйлап ҡарарһың,балам.

     Тыуған телемә  һөйөү уятыусы, күңелемә илһам нурҙары һибеүсе лә әсәйем булды шул .Әсәйем беҙҙе халыҡтың йор һүҙе, әкиәттәре менән тәрбиәләне. Әсә һүҙен тотоп уҡытыусы һөнәрен һайларға булдым.Телгә булған һөйөү филология факультетының башҡорт  теле бүлегенә алып килде.Абруйлы уҡытыусыларыбыҙ Фирҙәүес Ғилмидин ҡыҙы һәм Зәйтүнә Яхъя ҡыҙында белем алыуым халҡыбыҙҙың бай тарихына,  ғөрөф – ғәҙәттәренә ихтирам, сабырлыҡ,мәрхәмәтлек орлоҡтарын һалды.

Хоҙайға шөкөр,ҡулыма диплом алып, әсәйемдең ышанысын аҡлап, үҙемдең тәүге эш юлымды ла башланым.

    Мин хәҙер башҡорт теле уҡытыусыһы!Ниндәй  ғорулыҡ!Ғорурлыҡ ҡына түгел, ҙур яуаплылыҡ.Сөнки ата-бабалар ҡалдырған иң ҙур байлығым-телемдең һағында тороусы  мин!Телебеҙҙең киләсәге минең иңемдә икәнен онотмайынса, үҙ теленә, иленә битараф булмаған, эскелек  һаҙлығына батмаған, үҙ фекере, маҡсаты булған балалар тәрбиәләй алһам - бурысымды күпмелер дәрәжәлә  үтәгән булыр инем.Тыуған ергә булған һөйөү тыуған тел аша тәрбиәләнә.Телен аңламаған ,белмәгән  балала тыуған иленең, халҡының тарихына ҡыҙыҡһыныу аҙ.

    Минең уйымса, иң тәүҙә бала үҙаллы фекер йөрөтә, һығымта яһай белергә  тейеш.Төп маҡсаттарымдың береһе ошо.Уйлай белгән, аныҡ маҡсат ҡуйып йәшәгән кеше тормошта һирәк  яңлыша.Бының өсөн уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләргә кәрәк. Дәрестә балаларҙы теманы үҙләштереү генә түгел,тормошта яңылышмау, үҙ урынын таба белеү һәм дөрөҫ йәшәү ҡанундарына өйрәтеү - уҡытыусы иңендә. Дәрескә әҙерләнгәндә мин ошоларҙы һәр ваҡыт күҙ уңында тотам.

      Мине, башҡорт теле уҡытыусыһының күңелен, хәҙерге ваҡытта нимә

борсой һуң? Халҡымдың сит кешеләр араһында башҡортса һөйләшергә оялыуы борсой . Шуның өсөн иң тәүҙә уҡыусыларҙа милли рух , башҡорт булыуың менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләргә тырышым.Үҙ телебеҙҙә һөйләшкән өсөн берәү ҙә беҙҙе кәмһетергә һәм ҡыйырһытырға йыйынмайғанын төшөндөрәм.Тәрбиә башы - ғаиләлә.Ата-әсәләр, айырыуса өләсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә булыуым, тел тураһында әңгәмәләр үткәреүем үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. 

     Бөгөнгө заман  уҡытыусы иң элек юғары интеллектлы, итәғәтле, заман технологияларын яҡшы белгән  белгес тә булырға тейеш.. Бер кеше лә был донъяла бар нәмәне белеп бөтмәй. “Белмәү оят түгел, белергә теләмәү оят,”-ти беҙҙең халыҡ.  Шуның өсөн дә  мин  үҙ  белемемде камиллаштырыу өҫтөндә эшләйем, яңы технологиялар өйрәнәм, новатор - уҡытыусыларҙың методтары менән танышам һәм үҙ эшемдә ҡулланам.

    Мин   үҙ һөнәремде  икенсегә  бер ҡасан да  алмаштырмаҫ инем. Сөнки яратҡан эшемә килеү, уҡыусыларымдың  һиңә текләп ултырған күҙҙәренә ҡарап дәрес аңлатыу – минең өсөн үҙе ҙур бәхет ул.

     Ә уҡытыусы булыу беҙҙең нәҫелдә ҡандан киләлер инде. Сөнки беҙҙең ырыуыбыҙҙағы уҡытыусы һөнәрен һайлаусыларҙың дөйөм  хеҙмәт  йылдары 400 йылдан ашып китә.

Ярай, ҡыҙым, һинең теләгең менән килешәм. Тырыш бул, үҙеңә ышан! Һайлаған һөнәреңде ярат, балам. Тормош, һөйөүгә ҡоролған, һөйөү һәм ныҡышмалыҡ менән генә теләгән   үрҙәргә етеп була.