Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку
рабочая программа на тему

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rabochaya_prgramma_2_kl.gos_bash.doc139.5 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

                Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсеһе ?1йфуллина Резида Р1шит ҡыҙы.

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  –  Өфө : Китап, 2008.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
  2. Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
  3. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  4. «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса берҙәм талаптар».

Уҡыусылар  өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө:  

Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

         Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «Урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. 1-се класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

  1. Мин Башҡортостанда йәшәйем - 1 сәғәт.

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Ҡабатлау – 5сәғәт.

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

  1. Һаумы мәктәп – 4 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

  1. Мәктәп баҡсаһы – 2 сәғәт.

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.  Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

  1. Беҙҙең класс – 6 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Ғаилә – 4 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

  1. Аҙыҡ – түлек – 6 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.  

 

  1. Ҡайҙа?Ҡайҙан? – 4 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

  1. Нимә менән?- 2 сәғәт.

Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

  1. Һанай беләһеңме? – 3 сәғәт.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

  1. Кейем-һалым – 6 сәғәт.

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

  1. Уйындар, уйынсыҡтар – 3 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Һөнәрҙәр – 7 сәғәт.

Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

  1. Тән өлөштәре – 6 сәғәт.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

  1. Таҙалыҡ. Көн тәртибе – 5 сәғәт.

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү.  Башҡорт теленең өндәре, хәрефтәре, һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.           

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
  • Ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
  • шундай уҙ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
  • ныҙлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре.
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға  пландар төҙөү.
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы  схемалар, проекттар.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы  контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә.  Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

2- се класта түбәндәге эш төрҙәре тәҡдим ителә.

Күсереп яҙыу- 2

Һорауҙарға яуап- 2

Диктант- 4

Инша – 1

Изложение - 1

Календарь – тематик планлаштырыу.

II Б класс.  Йылына – 68 сәғәт

Тема

сәғәт һаны

иҫкәрмә

план.

үткәр

1

Мин Башҡортостанда йәшәйем.

1

2

Һиңә нимә кәрәк?

1

3

Һин нимә эшләйһең?

1

4

Был кемдең әйбере?

1

5

Ҡайҙа? һорауы.

1

6

Күсереп яҙыу.

1

7

Беҙҙең мәктәп.

1

8

Был кемдең ...?

1

9

Бөгөн көн ниндәй?  Аҙна көндәре.

1

10

Кластан тыш уҡыу.

1

11

Беҙҙең мәктәп баҡсаһы

1

12

Ҡасан? һорауы.

1

13

Беҙҙең дәрестәр.  Беҙҙең класс.

1

14

Беҙҙең мәктәп.

1

15

Һорауҙарға яуаптар.

1

16

Беҙҙең ғаилә.

1

17

Мин бәхетле.

1

18

Иртәнге аш.

1

19

Контроль диктант.

1

20

Хаталар өҫтөндә эш.

1

21

Һауыт – һаба.

1

22

Аҙыҡ – түлек.

1

23

Кем нимә ярата?

1

24

Икмәк – ил байлығы.

1

25

Ашығыҙ тәмле булһын!

1

26

Төшкө аш.

1

27

ФакиһаТуғыҙбаева. Сәй эсеү.

Ҡайҙан? һорауы.

1

28

Диктант.

1

29

Хаталар өҫтөндә эш. Г. Ғәлиуллина “Бесәйем”.

1

30

Кластан тыш уҡыу.

1

31

Контроль күсереп яҙыу.

1

32

Хаталар өҫтөндә эш

1

33

Нимә менән? Һорауы.

1

34

Дуҫтарыма ярҙам итәм.

1

35

Һандар.

1

36

Аҙыҡ – түлек магазинында.

1

37

Хаҡы күпме?

1

38

Кейем – һалым магазинында.

1

39

Әсәй күлдәк һатып ала.  Үлсәме ниндәй?

1

40

Кластан тыш уҡыу.

1

41

Яңы кейем – яңы шатлыҡ.

1

42

Бүләккә яңы күлдәк.

1

43

Контроль диктант.

1

44

Хаталар өҫтөндә эш.

1

45

Уйынсыҡтар.

1

46

Уйынсыҡтар магазины. Уйындар.

1

47

Һорауҙарға яуаптар.

1

48

Үҫкәс кем булаһың? Нимә? Кем?

1

49

Беҙ нимә эшләйбеҙ?

1

50

Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?

1

51

Улар нимә эшләйҙәр?

1

52

Т/ү Изложение.

1

53

Хаталар өҫтөндә эш.

1

55

Тән өлөштәре.

1

56

Ҡайһы ерең ауырта?

1

57

Һаулыҡ һаҡлау.

1

58

К.Ушинский «Дарыу».

1

59

Аҡбуҙат иленә сәйәхәт. Кластан тыш уҡыу.

1

60

Инша.

1

61

Хаталар өҫтөндә эш.

1

61

Беҙҙең баҡса.

1

63

Һабын менән дуҫ бул. Таҙалыҡ һаҡлау.

1

64

Минең көн тәртибем.

1

65

Әсәйемә ярҙам итәм.

1

66

Контроль диктант.

1

67

Хаталар өҫтөндә эш.

1

68

Йомғаҡлау дәресе. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1

Уҡыу – уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

  1. Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.
  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
  1. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.
  2. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
  3. Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү  // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.
  4. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
  5. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

Материал - техник ҡулланмалар

Аудиокассеталар:

  1. Туған тел. I – IV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2005
  2. Фәиз Шәрипов. Сыңрай Ҡурай DANCE, Өфө, Моң.

CD диск:

  1. Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары.
  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
  3. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.

Электрон дәреслектәр:

  1. Башкирский язык. ru.
  2. Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  3. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. «Аҡбуҙат» журналы.
  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  8. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.
  9. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

                                                                 

 

         Рассмотрено :                                                           Согласовано:                                                                                  Утверждаю:

         на заседании РМО                                                  Заместитель директора по                                                             Директор

         протокол №____от                                                  родным языкам                                                                              МОБУ СОШ с.Ермекеево

        «____»_________2011г.                                            ___________ Ахмадеева Г.Р.                                                        __________Даутов В.Ю.              

                                                                                           « ____»____________2011г.                                                          «_____»_________2011г.

                                                                 

                                                                                      Рабочая программа

                                                                              по башкирскому (государственному ) языку

                                                                                                  во 2 Б классе

                                                                                     на 2011-2012 учебный год

                                                                                          общее количество часов-68

                                                                                          количество часов в неделю-2

                                                                                  Составила:Гайфуллина Резида Рашитовна

      Составлена в соответствии с программой по башкирскому языку

      для учащихся I-XI классов школ с русским языком обучения.

      Составители:Усманова М.Г.,Габитова З.М.-Ижевск,издательство «КнигоГрад»,2008.

      Учебник:Башкирский язык.Учебник для русскоязычных учащихся 2 класса.Толомбаев Х.А.,

     Давлетшина М.С.-Уфа:Книга,2009

2011 год

   :арал7ан :                                                               Килешелг1н:                                                                         Ра4лайым:

   РМБ ултырышында                                                 ту7ан телд1р буйынса директор                                          МДББ м1кт1бе директоры

   протокол №_________                                            урынба4ары________Г.Р.!хм18иева                                   _____________Даутов В.Й.

  «____»________2011 йыл                                        «_____»_________________2011 йыл                                «___»____________2011 йыл.

2011-2012 у6ыу йылына

2 Б класс 2с2н

Баш6орт (д19л1т) телен1н

эш программа3ы

 д2й2м с171тт1р 3аны-68 с171т

а8на3ына-2 с171т и41бен1н

Т282н2:?айфуллина Резида Рашит 6ы8ы

    Баш6орт телен1н программа.(Укытыу уры4 теленд1 алып барыл7ан м1кт1пт1р8е5 l-Xl кластары 2с2н).

    Т2829сел1ре:Усманова М.Г.,Г1битова З.М.,-Ижевск: «КнигоГрад»,  2008

    Ниге8енд1 т282лд2.

    Д1реслек:Баш6орт теле:У6ытыу уры4 теленд1 алып барыл7ан м1кт1пт1р8е5 2-се класс у6ыусылары 2с2н   д1реслек

 Толомбаев    Х.А ., Д19л1тшинаа М.С.-2ф2:Китап.2009

                                                                                                                2011 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 9 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бү...

Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ по ФГОС...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....