Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)
рабочая программа на тему
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
rp-2kl.-bya-gos.docx | 84.98 КБ |
Предварительный просмотр:
Рабочая программа
по башкирскому (государственному) языку
во 2 классе на 2015-2016 учебный год
общее количество часов-34
количество часов в неделю-1
Составлена в соответствии с Программой по башкирскому языку I-XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С., Габитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск, “КнигоГрад”, 2008.
Учебник: Башкирский язык. Учебник для учащихся 2 класса русскоязычных школ. Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С., Гиниатуллина Ф.М., Кинзябаева Н.Н. – Уфа: Книга, 2014.
2015-2016 уҡыу йылына
2 -се класс өсөн
башҡорт (дәүләт) теленән
эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны- 34 сәғәт
аҙнаһына - 1сәғәт иҫәбенән
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.
Рабочая програма составлена на основе учебного плана МОБУ СОШ с.Зирган основной образоваельной программы основного общего образования.
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1-диктант үткәреү ҡарала.
Программа кимәле: базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары законы, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
- Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
- Башҡорт теленең лексикаһын, фонетикаһын, грамматикаһы буйынса төп белемде үҙләштереү.
- Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
- Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
- Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
- Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
- Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
- Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
- Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
- Танышыу - 2 сәғәт.
Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, һ, ң, ҙ, ү) үҙләштереү; темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
- Был мин – 2 сәғәт.
Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҡ) үҙләштереү. Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү.
- Минең ғаиләм – 3 сәғәт.
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ғ, ө) үҙләштереү. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.
4. Мин нимә яратам? – 2 сәғәт.
Үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, тураһында һөйләшеү. Башҡорт милли аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып (нимә менән?) һөйләмдәр төҙөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҫ) үҙләштереү.
5. Минең мәктәбем– 2 сәғәт.
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Диалог төҙөргә өйрәнеү.
6. Минең класым – 1 сәғәт.
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү.
7. Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт.
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү.
- Мин уҡыусы – 1 сәғәт. Диалог.
Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. Нисек? һорауына яуап биреү.
- Мин дәрестә- 2 сәғәт.
Текст. Минең дуҫым. Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү.
10. Мин дәрестән сыҡтым– 4 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. Беҙ түңәрәккә йөрөйбөҙ. Тәнәфестә. Алинаның көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. Башҡорт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм яҙылышын өйрәтеү.
11. Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.
Уйынсыҡтар магазины. Сюжетлы һүрәттәр. Тиҙҙән Яңы йыл етә. Тәртип ҡағиҙәләре. Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә өҫтөндә эш. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.
12. Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт.
Сюжетлы һүрәттәр. Ҡышҡы уйындар. Беҙҙең катокта. Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе өҫтөндә эш. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү.
13. Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.
Һүрәтле текст. Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен үҙләштереү.
14. Мин уйнарға сыҡтым – 2 сәғәт. Картина. Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау.
15. Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Халыҡ ижады. Текст. Тест һорауҙары. Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү.
16. Мин ял итәм - 2 сәғәт.
Сюжетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. Был нимә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.
17. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 3 сәғәт
Һүрәтле текст. Таблица. Сюжетлы һүрәттәр, картина. Тәүлекте, ваҡытты сәғәттәрҙә билдәләү. Ҡасан? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Таблица тултырыу(Үҙем Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ билдәләү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. менән алам. Өйҙә ҡалдырам.). Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә (текст-Лагерҙа көн тәртибе.).
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу планында предметтың урыны
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2 класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Шәхси һөҙөмтәләр
Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр
Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
- иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
- текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
- бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
- һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
- диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
- үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
- ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
- башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение):
- тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
- поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
- уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
- текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
- хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
- шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
- бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
- ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы контроль күсереп яҙыу, диктант яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
2 | 30-40 | 100-120 | 35-40 |
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) диктант;
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре | 2 класс |
Күсереп яҙыу | 2 |
Һорауҙарға яуаптар яҙыу | - |
Диктант | 1 |
Изложение | - |
Инша | - |
Бөтәһе | 3 |
Уҡытыу процесында уҡытыу-методик һәм материаль-техник ҡулланмалар
Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.
Методтар
Күҙәтеү, яуап һайлау, ҡыҫҡа яуап, башҡарыу процесын баһалау, башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау, портфолио.
Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге
Төп әҙәбиәт
1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложение текстары йыйынтығы. 1-4 синыф уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Атнағолова С.В., Псәнчин В.Ш.
Өҫтәлмә әҙәбиәт
- Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.
- Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
- Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.
5. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006
6. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
- Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.
- Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
- Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
- Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.
- Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
- Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
- Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн.– Өфө, 2005.
- Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
- Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010.
- Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
- Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
- Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
- Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- «Аҡбуҙат» журналы.
- Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003
- Һүҙлектәр:
1. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.
2. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.
Материаль-техник ҡулланмалар
Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран, магнитлы класс таҡтаһы, таблицалар, портреттар.
Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар
Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.
1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З., Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
2. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.
3. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр.
4. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)
5. Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.
6. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.
7. Дөйөм һүҙлек.
8. Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.
9. 1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.
Башҡорт (дәүләт) теленән
календарь –тематик планлаштырыу
II класс, йылына – 34 сәғәт
Аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән
№ | Лексик тема | Грамматик тема | Сәғәт | Дәрес төрө | Уҡыусының әҙерлегенә талаптар | Уҡытыусының эшмәкәрлегенә характеристика | Йыһазландырыу | Дата | Иҫкәрмә | ||
План-н | Үтк-н | ||||||||||
| |||||||||||
Танышыу- 2 сәғәт | |||||||||||
Танышыу. Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? | Башҡорт алфавиты. Ә, һ, ң өндәре һәм хәрефтәре. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? һорауҙарына яуап биреү. | Башҡорт алфавиты менән танышыу, башҡорт өндәрен (ә, һ, ң) дөрөҫ әйтеү. | Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлек ле өндәренә (ә, һ, ң) карточкалар | 05.09 | ||||
Танышыу. Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? | Ҙ, ү өндәре һәм хәрефтәре. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? һорауҙарына яуап биреү. | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҙ, ү) үҙләштереү; темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. | Башҡорт теленең үҙенсәлек ле өндәренә (ҙ, ү) карточкалар | 12.09 | ||||
Был мин -2 сәғәт | |||||||||||
Тән өлөштәре. | Ҡ өнө һәм хәрефе. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҡ) үҙләштереү. | Башҡорт теленең үҙенсәлек ле өнөнә (ҡ) карточкалар | 19.09 | ||||
Тән өлөштәре. Рәсимә Ураҡсина. Был мин. Йомаҡтар. | Минең, һинең, уның, алмаштары. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. | Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү. | Минең, һинең, уның алмаштарына таблица | 26.09 | ||||
Минең ғаиләм - 3 сәғәт | |||||||||||
Диалог. Дәрестә. Бармы? Файыҡ МөхәмәтйәновӘсәйем. | Ғ өнө һәм хәрефе. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Диалог төҙөргә өйрәнеү, малайҙар исемдәрен белеү, башҡорт өндәрен дөрөҫ уҡыу. | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ғ) үҙләштереү. | Башҡорт теленең үҙенсәлек ле өнөнә (ғ) карточкалар | 03.10 | ||||
Минең ғаиләм. Фәүзиә Рәхимғолова. Матур менән көслө. Бәхетле. | Эйәлек (зат) ялғауҙары | 1 | Алынған белемдәрҙе ҡулланыу дәресе | Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. | Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. | Фотолар, ғаилә һүрәте, мәҡәлдәр | 17.10 | ||||
Әлфинур Вахитова. Апайым-доктор. | Ө өнө һәм хәрефе. Нимә эшләй? | 1 | Үтелгән дәрҙе дөйөмләштереү дәресе | Карточкалар менән эшләү, һорауҙарға яуап биреү, диалогта ҡатнашыу. | Ө өнө һәм хәрефе. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү. | Дәреслек, һүрәттәр | 24.10 | ||||
Мин нимә яратам-2 сәғәт | |||||||||||
Сафуан Әлибай. Икмәк. | ҫ өнө һәм хәрефе. Нимә менән? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, тураһында һөйләшеү. | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҫ) үҙләштереү. | Дәреслек, һүрәттәр | 31.10 | ||||
Факиһа Туғыҙбаева. Сәй эсеү. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | ҫ өнө һәм хәрефе. Нимә менән? | 1 | Төрлө типтағы ҡатнаш дәрес | Башҡорт милли аштары тураһында һөйләшеү. | Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып (нимә менән?) һөйләмдәр төҙөү. | Карточка лар, сюжетлы картиналар | 07.11 | ||||
Минең мәктәбем-2 сәғәт | |||||||||||
Мәктәп ниндәй? | Предеттың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. | Ниндәй? һорауына яуап биреү. | Дәреслек, һүрәттәр | 14.11 | ||||
| |||||||||||
И.Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ. | Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1 | Үтелгән дәрҙе нығытыу дәресе | Диалог. Был беҙҙең мәктәп. | Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Диалог төҙөргә өйрәнеү. | Сюжетлы һүрәттәр | 28.11 | ||||
Класс ниндәй?-1 сәғәт | |||||||||||
Класс ниндәй? | Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Диалог. Беҙҙең класс. | Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү. | Дәреслек, һүрәттәр | 05.12 | ||||
Мин мәктәпкә йыйынам-1 сәғәт | |||||||||||
Беҙҙең класс. | Хәбәр, өндәү һөйләмдәр. | 1 | Төрлө типтағы ҡатнаш дәрес | Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. | Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү. | Картина лар,табли цалар | 12.12 | ||||
Мин уҡыусы-1 сәғәт | |||||||||||
Мин уҡыусы. | Нисек? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Диалог. Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. | Нисек? һорауына яуап биреү. | Дәреслек, һүрәттәр | 19.12 | ||||
Мин дәрестә- 2 сәғәт | |||||||||||
Мин дәрестә. | Ҡайҙа? Эргәһендә-в(предлог), внутри мәғәнәһе. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Текст. Минең дуҫым. | Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в(предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 26.12 | ||||
Артур мәктәпкә бара. | Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под(предлог) мәғәнәләре. | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. | Ҡайҙа? Өҫтөндә-на (педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 16.01 | ||||
Мин дәрестән сыҡтым- 4 сәғәт | |||||||||||
Дәрестә. | Нимә эшләйем? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. | Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 23.01 | ||||
Тәнәфестә. | Нимә эшләйем? | 1 | Алынған белемдәрҙе ҡулланыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. Беҙ түңәрәккә йөрөйбөҙ. Тәнәфестә. | Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 30.01 | ||||
Мин дәрестән сыҡтым. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Нимә эшләйем? | 1 | Үтелгән дәрҙе дөйөмләштереү дәресе | Сюжетлы һүрәттәр.Алинаның көн тәртибе. | Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. Бәйләнешле текст төҙөү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 06.02 | ||||
Контроль күсереү. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | Белемдәрҙе тикшереү һәм коррекциялау дәресе | Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу | Башҡорт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм яҙылышын өйрәтеү. | Картина лар,табли цалар | 13.02 | ||||
Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт | |||||||||||
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡадир Даян. Ҡуян менән Ҡыш бабай. Гөлфиә Юнысова.Беҙҙең йортта. | Нимә? Нимәләр? Ниндәй? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Уйынсыҡтар магазины. | Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. | Уйынсыҡ тар, предметлы һүрәттәр | 20.02 | ||||
| |||||||||||
Сафуан Әлибай. Яңы йыл йыры. | Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? | 1 | Алынған белемдәрҙе ҡулланыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. Тиҙҙән Яңы йыл етә. | Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә өҫтөндә эш. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 05.03 | ||||
Айһылыу Йәғәфәрова. Уйынсыҡтар магазины. Факиһа Туғыҙбаева. Әсә йыры. Фәүзиә Рәхимғолова. Шауламағыҙ! | Нимә эшләмә? | 1 | Үтелгән дәрҙе дөйөмләштереү дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. Тәртип ҡағиҙәләре. | Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 12.03 | ||||
Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт | |||||||||||
Мин тышта уйнарға яратам. | Нимә эшләйбеҙ? | 1 | Алынған белемдәрҙе ҡулланыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. Ҡышҡы уйындар. Беҙҙең катокта. | Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе өҫтөндә эш. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр | 19.03 | ||||
Мин уйнарға сығам – 1 сәғәт | |||||||||||
Файыҡ МөхәмәтйәновБеҙ уйнайбыҙ. | Миңә нимә кәрәк? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Һүрәтле текст. | Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен үҙләштереү. | «Кем күберәк таба» уйыны. Шаҡмаҡ тарҙа эш. | 26.03 | ||||
Мин уйнарға сыҡтым – 2 сәғәт | |||||||||||
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Нисәнсе? | 1 | Үтелгән дәрҙе дөйөмләштереү дәресе | Картина. | Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр, картина. | 02.04 | ||||
Контроль күсереү. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | Белемдәрҙе тикшереү һәм коррекциялау дәресе | Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу | Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Картина лар,табли цалар | 09.04 | ||||
Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт | |||||||||||
Хаталар өҫтөндә эш. Миең бесәйем. Абдулхаҡ Игебаев. Аҡтүш. | Был нимә? Ниндәй? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. | Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр, картина. | 23.04 | ||||
Ҡадир Даян. Бесәй. | Ни эшләй? | 1 | Төрлө типтағы ҡатнаш дәрес | Халыҡ ижады. Текст. Тест һорауҙары. | Ни эшләй? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. | Картина лар,табли цалар | 30.04 | ||||
Мин ял итәм-2 сәғәт | |||||||||||
А.Насретдинов. Терпе. Әкиәт. Терпе менән Төлкө. Ҡарға менән Төлкө. Факиһа Туғыҙбаева. Кәкүк менән Өлфәт. | Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. | Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр, картина. | 07.05 | ||||
Зарема Әхмәтйәнова. Өҫтәл янында. Айһылыу Йәғәфәрова. Бәләкәстәр. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Был нимә?Нимәгә? | 1 | Яңы материалды аңлатыу дәресе | Сюжетлы һүрәттәр, картина. | Был нимә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү. | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр, картина. | 14.05 | ||||
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау-3 сәғәт | |||||||||||
«Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе» темаһы буйынса контроль диктант | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | Белемдәрҙе тикшереү һәм коррекциялау дәресе | Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. | Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ билдәләү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Дәреслек, һүрәттәр. | 21.05 | ||||
Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Факиһа Туғыҙбаева. Баш ҡала шундай матур. | Ҡасан? Нимә менән? | 1 | Үтелгән дәрҙе дөйөмләштереү дәресе | Һүрәтле текст. Таблица. Тәүлекте, ваҡытты сәғәттәрҙә билдәләү. | Ҡасан? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Таблица тултырыу(Үҙем менән алам. Өйҙә ҡалдырам.) | Картина лар,табли цалар. | 28.05 | ||||
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Шәриф Биҡҡол. Лагерға. | Нимә эшләйбеҙ? | 1 | Төрлө типтағы ҡатнаш дәрес | Һүрәтле текст. Сюжетлы һүрәттәр, картина. | Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә (текст-Лагерҙа көн тәртибе.) | Дәреслек, сюжетлы һүрәттәр, картина. | 31.05 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
КТП к рабочей программе по биологии 5 класс ФГОС на основе программы авторов И.Н. Пономаревой и др.
КТП к рабочей программе по биологии 5 класс ФГОС...
Рабочая программа по биологии 5 класс ФГОС на основе программы авторов И.Н. Пономаревой и др.
Рабочая программа по биологии 5 класс ФГОС...
Рабочая программа по алгебре 7 класс ФГОС к учебнику «Алгебра. 7 класс» А. Г. Мерзляк, В. Б. Полонский, М. С. Якир.
Рабочая программа по алгебре содержит в себе цели, задачи предмета на данном этапе изучения. Включает в себя календарный график и тематическое планирование. Рассчитана на 3 урока в неделю, то есть 102...
Рабочая программа по геометрии 7 класс ФГОС к учебнику «Геометрия 7-9 классы» Л.С. Атанасян, В.Ф.Бутузов, С.Б.Кадомцев и др.
Рабочая программа по геометрии содержит в себе цели, задачи предмета на данном этапе изучения. Включает в себя календарный график и тематическое планирование. Рассчитана на 2 урока в неделю, то есть 6...
Рабочая программа по алгебре 8 класс ФГОС к учебнику «Алгебра. 8 класс» А. Г. Мерзляк, В. Б. Полонский, М. С. Якир.
Программа рассчитана на 1 учебный год, конкретизирует содержание предметных тем образовательного стандарта и даёт распределение учебных часов по разделам курса....
Рабочая программа по информатике 10 класс ФГОС к учебнику Семакина И.Г. для 10 класса. Базовый уровень.
Данная учебная программа предназначена для преподавания базового курса предмета «Информатика и ИКТ» в 10 классах основной школы.Обучение начинается с 7 класса и продолжается в 9-11 к...
Рабочая программа по информатике 11 класс ФГОС к учебнику Семакина И.Г. для 11 класса.Базовый уровень
Данная учебная программа предназначена для преподавания базового курса предмета «Информатика и ИКТ» в 11 классах основной школы. Обучение начинается с 7 класса и продолжается в 9-11 ...
Комментарии
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн ба
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.