рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса
рабочая программа (6 класс) по теме
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) .
Төҙөүселәре : Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
Программа кимәле : базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :
1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Туҡбирҙе төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
- 1-11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
- Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
6programma.doc | 75.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) .
Төҙөүселәре : Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
Программа кимәле : базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :
- Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
- Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Туҡбирҙе төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
- 1-11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
- Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар:
- Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
- Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
- 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
- Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
- Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
- Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;
- Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
- Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.
- Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
- Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
- Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу
- Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре |
Күсереп яҙыу-1 |
Һорауҙарға яуап-1 |
Диктант-5 |
Изложение-1 |
Инша -2 |
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Беҙҙе мәктәп ҡаршылай – 6 сәғәт
1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡортостан ере буйлап- 12 сәғәт
Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.
Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре- 6 сәғәт
Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш.
Рәүеш дәрәжәләре.
Почта.Телефон.Телеграф-5 сәғәт
Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.
Ҡыш дауам итә– 10 сәғәт
Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.
Дуҫ ҡәҙерен бел. Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе. - 6 сәғәт
Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.
Башҡортостан йылғалары,күлдәре.Экология мәсьәләһе- 7 сәғәт.
Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү.Экология мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.
Бына тағы яҙ килде-16 сәғәт
Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар
- Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
- Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
- Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
- Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
- Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
- Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
- Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
- Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.
- Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.
- Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
- Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит
- Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
Материаль-техник ҡулланмалар
- телевизор;
- компьютер;
- принтер;
- DVD-проигрыватель,
- Аудио-видеомагнитофон.
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
- Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 2008
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
- Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
- Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
- Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.
- Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 9 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бү...
Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ по ФГОС...
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...