рабочая программа по башкирскому государственному языку для 9 класса
рабочая программа (9 класс) по теме
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсе : Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010
Программа кимәле : базислы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: :
Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.
Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.
Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2009.- 166 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Туҡбирҙе төп белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
9programma.doc | 81 КБ |
Предварительный просмотр:
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсе : Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010
Программа кимәле : базислы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: :
Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.
Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.
Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2009.- 166 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Туҡбирҙе төп белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
- бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
- Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементтар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.
1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.
2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;
- тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;
- 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
- эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;
- уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.
4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;
- диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;
- һүҙлектәр менән файҙалана белеү;
- диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;
- өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;
- һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).
- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Һаумы, мәктәп! (6 сәғәт)
Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.
Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 12 сәғәт.
Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Атамалар ни һөйләй? 8 сәғәт.
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.
Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 8 сәғәт.
Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Башҡорт театры. 4 сәғәт.
Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.
Башҡорт халыҡ ижады. 14 сәғәт.
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Күңелле яҙ килә. 4 сәғәт.
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.
Башҡорт халыҡ милли аштары. 5 сәғәт.
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.
Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклке эш дауам итә.
Башҡорт аты. 6 сәғәт.
Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
Яҙма эш төрҙәре | һаны |
Диктант | 5 |
Изложение | 1 |
Инша | 2 |
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
- Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
- Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.
- Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.
- Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп
- «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.
- Аудокасеталар балалар өсөн.
- Дидактик һәм таратма материалдар.
- Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
- Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
- Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
- Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.
- Ураҡсина З.Ғ., Русско-башкирский словарь. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
- Русско-башкирский учебный словарь
- / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.
Материаль-техник ҡулланмалар
- телевизор;
- видеомагнитофон;
- компьютер;
- магнитофон.
Әҙәбиәт исемлеге
- Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2006.
- Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
- Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2008.
- Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009.
6.Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыc мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кeneштeр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...
Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ по ФГОС...
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...