рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса
рабочая программа (5 класс) по теме
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсе : Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2006.
Программа кимәле : базислы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: :
Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыc мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштeр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.
Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2009.- 166 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2006.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Туҡбирҙе төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:
- Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу
- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
5programma.doc | 72.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Аңлатма яҙыу.

- Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар:
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
- Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)
Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара.Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.
Башҡортостанды беләһеңме? 6 сәғәт)
Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.
Йыл миҙгелдәре (7 сәғәт)
Йыл миҙгелдәре менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.
Ҡыш. (7 сәғәт)
Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.
Үҙем тураһында (7 сәғәт)
Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.
Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (6 сәғәт)
Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.
Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (7 сәғәт)
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (7 сәғәт)
Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.
Яҙ етте. ( 6 сәғәт)
Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.
Яҙғы эштәр.(2 сәғәт)
Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Яҙғы байрамдар. (5 сәғәт)
Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.
1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;
2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;
- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.
3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;
-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;
-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү.
4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;
- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;
-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Күсереп яҙыу-1
Һорауҙарға яуаптар-1
Диктант-4
Изложение-1
Инша
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
- Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
- Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.
- Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.
- Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп
- «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.
- Аудокасеталар балалар өсөн.
- Дидактик һәм таратма материалдар.
- Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
- Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
- Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
- Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.
- Ураҡсина З.Ғ., Русско-башкирский словарь. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
- Русско-башкирский учебный словарь
- / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.
Материаль-техник ҡулланмалар
- телевизор;
- видеомагнитофон;
- компьютер;
- магнитофон.
Әҙәбиәт исемлеге
- Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
- Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2006.
- Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
- Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2008.
- Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009.
6.Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыc мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кeneштeр 1- 11- се кластар өсөн. - Өфө, 2006. – 94 бит.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...
рабочая программа по башкирскому государственному языку для 9 класса
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бү...
Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ по ФГОС...
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...