рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса
рабочая программа (8 класс) на тему

Кинзягулова Гульшат Фарисовна

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсе :   Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев  Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө: Китап, 2006.

Программа кимәле : базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Толомбаев  Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се  класы  уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2006.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Туҡбирҙе төп дөйөм белем  биреү мәктәбе  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

-        «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-        Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-        Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

-        Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;

-        Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 8programma.doc91 КБ

Предварительный просмотр:

 Аңлатма яҙыу.

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсе :   Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы

Дәреслек: Толомбаев  Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө: Китап, 2006.

Программа кимәле : базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Толомбаев  Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се  класы  уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2006.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Туҡбирҙе төп дөйөм белем  биреү мәктәбе  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).    

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. “Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.
  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  55-60 һүҙ  изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
  8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 7- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

         Мәктәпкә барабыҙ (5 сәғәт).

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

           Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 13 сәғәт)

 Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында  мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

         Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 8 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары      тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек  эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

          Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 8 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

        Ҡыш дауам итә ( 6 сәғәт )

 Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

         Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 6 сәғәт)

  С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

        Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (  8 сәғәт )

 Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

          Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 4 сәғәт )

 Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.  Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

        Ай Уралым, Уралым...(  10 сәғәт )    

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар  төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 –се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Яҙма эштәрҙең төрҙәре


8 кл

Диктант

5

Изложение

2

Инша

2

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.
  3. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.
  4. Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп
  5. «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.
  6. Аудокасеталар балалар өсөн.
  7. Дидактик һәм таратма материалдар.
  8. Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
  9. Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
  10. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
  11. Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.
  12. Ураҡсина З.Ғ., Русско-башкирский словарь. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.
  13. Русско-башкирский учебный словарь
  14.  / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;
  2. видеомагнитофон;
  3. компьютер;
  4. магнитофон.  

Төп әҙәбиәт исемлеге

  1. Толомбаев  Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө: Китап, 2006.
  2. Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.
  3. Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско- русский и русско башкирский учебный словарь с  грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.-224с.
  2. Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа: ”Маленький гений Башкортостана”, учебно методический центр”Эдвис”, 2010.- 192 с.
  3. Русско –башкирский, башкирско- русский словарь. Башкирско русский разговорник.Уфа ГУЛР.Б.”Уфимский полиграф –комбинат”, 2009.-160 с.
  4. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2005.-224 с. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.-344 бит.
  5. Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993.-136 бит.
  6. Башкиро- англо-русский словарь пословиц и поговорок /Авт.- сост. Надршина Ф.А., Зубаирова Э.М. Уфа: Китап, 2002.-160 с. Русско –башкирский словарь водных обьектов Р.Б./составители: Хисамитдинова Ф.Г. итд.-Уфа: Китап,2005.-256 с.
  7. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  8. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  9. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  10. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  11. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  12.  Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  13.  Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  14. Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап.Төҙөүсе Сафуан Әлибай.-Өфө:Китап, 1987.-320 бит.
  15. Ғәйнуллин М.Ф.,Хәсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биографик белешмә. Тулыландырған, төҙәтелгән ике баҫма.-Өфө:Китап.,1988.-400 бит.
  16. Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар.-Өфө:Китап,2010.-256 бит.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 9 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бү...

Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ по ФГОС...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку для  II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...