Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (родной)
рабочая программа на тему

башкирская группа

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon raboch_programma_1_klass_b_gr_nov.doc134.5 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыу урыҫ  телендә алып барылған мәктәптәренең    1-се кластар өсөн(һөйләшеү төркөмө) башҡорт теле дәресенә ҡуйылған бурыстар:

1)  Туған республика менән танышыуҙы,уның халҡына,тарихына,тәбиғәтенә,сәңғәтенә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

2) Тәҡдим ителгән тематика буйынса, балаларҙың һүҙлек запасын байытыу,телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

3)  Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.

4) Әйтелеше ҡатмарлы булмаған  һүҙҙәрҙе, ябай  һөйләм  өлгөләрен  тәүҙә күсереп ,шунан  яттан  яҙыу.

5) Уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.

6) Темалар буйынса шиғырҙар ятлау,йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу,бейеүҙәр өйрәнеү;экскурсиялар,уйындар ойоштороу;концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау.

 Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

       Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй  белергә тейештәр:

1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.

          Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

          Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

          Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

3. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

4. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

5. Яҙма һәм баҫма текстарҙы  күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе  күсереп яҙыу.

 

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  1-се  класы  өсөн туған (башҡорт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 32 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2012.

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел ҙәм әҙәбиәт буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1.Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2                    кластарында башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн дидактик материалдар. – Өфө: Китап, 2002.

2.Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

3.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

4.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

5.Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

6.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

7.Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005.

8.Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1-4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова  С. Х. -  Өфө:   Китап, 1997.

9.  Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡытыусылары    өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006 . Толомбаев.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк; Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М. “Эш дәфтәре”

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары  өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,  Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  •  Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  •  «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  •  Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Программа  һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

1 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Телдән әҙерлек курсы  (12 сәғәт)

Әлифбаға тиклем осор.

      Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәт төҙөү, ижектә, һүҙҙә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрһең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү.  

Әлифба осоро (12 сәғәт)

      Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай  һәм айырыра белергә күнектереү.    

Әлифбанан һуңғы осор  (8 сәғәт)

      Балаларҙы уғырға, яҙырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрөҫ итеп ижекләп, һуңға табан һүҙләп уҡырға күнектереү. Текстарҙы матур итеп, дөрөҫ, тейешле интонация менән уҡырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

IV. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

       Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй  белергә тейештәр:

1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙен-дә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.

          Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

          Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

          Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

5. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.

7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы  күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.

8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.

V. Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  1. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, триместр һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе триместырҙың беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.  Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә  яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу  – 1,

һорауҙарға яуап  – 1,

диктант  – 1

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

Календарно-тематическое планирование

Урока   башкирского  языка_____________________

Класс   1б,1в                         __  Учитель   Ялалова Аниса Авалевна

Количество часов на 1триместр  ______10_________________

Количество часов на 2 триместр ______10_________________

Количество часов на 3 триместр ______12_________________

Всего ___32 ,   в неделю  ______1________час.

Плановых контрольных работ,самостоятельных работ

__ диктанты-1, контрольных списываний-1, _ответов на вопросы-1_  

Административных контрольных работ_____________________________

Планирование составлено на основе Программа по башкирскому языку для учащихся  I-XI классов с русским языком обучения, Д.С. Тикеев, Х.А.Тулумбаев, Ижевск – 2008г .

Учебник:  «Бүләк», 1  класс, Х.А. Тулумбаев. Уфа -2012 г.___________

Перечень работ

Контр.списов.

1

1

Ответы на вопросы

1

1

Диктанты

1

1

Башҡорт теле, 1-се класс.      2014-2015 уҡыу йылы

Дәрестең тема№һы

Сәғәттәр һаны

Дата план

буйынса

Дата

фактик

Иҫкәрмә

1.

Әлифбаға тиклем осор .

1-се триместр .

 Башҡортостан-минең тыуған республикам.

12сәғәт

1сәғәт

3.09

2.

Танышыу.

1 сәғәт

10.09

3.

Беҙ-уҡыусылар.

1 сәғәт

17.09

4.

Уҡыу әсбаптары.

1 сәғәт

24.09

5.

Уйынсыҡтар

1 сәғәт

1.10

6.

Ниндәй төҫ матур?

1 сәғәт

15.10

7.

Йәшелсәләр.

1 сәғәт

22.10

8.

Кейем-һалым.

1 сәғәт

29.10

9.

Тән өлөштәре.

1 сәғәт

5.11

10.

Ғаилә.

1 сәғәт

12.11

11.

2-се триместр.

Йорт хайуандары һәм ҡоштары.

1 сәғәт

26.11

12.

Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар.Һорауҙарға яуап биреү.

1 сәғәт

3.12

13.

Әлифба осоро.

Башҡорт алфавиты.

12сәғәт

1 сәғәт

10.12

14.

Ә өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

17.12

15.

Ө өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

24.12

16.

Яңы йыл.

1 сәғәт

14.01

17.

Ү өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

21.01

18.

Ҡ өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

28.01

19.

Ғ өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

4.02

20.

Һ өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

11.02

21.

3-сө триместр.

Ҙ  өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

25.02

22.

Ҫ өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

4.03

23.

Ң өнө һәм хәрефе.

1 сәғәт

11.03

24.

Ф. Рәхимғолова.”Әсәйгә бүләк”.

1 сәғәт

18.03

Әлифбанан һуңғы осор.

8сәғәт

25.

Башҡортостан.Герб.

1 сәғәт

25.03.

26.

М.Ғафури. “Туғайҙа”.

1 сәғәт

8.04

27.

Г.Ғәлиева.”Йүкә балы”.Контроль күсереп яҙыу.Яланда.

1 сәғәт

15.04

28.

М.Кәрим.”Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?”

1 сәғәт

22.04

29.

К.Кинйәбулатова.”Әсәйем ҙур үҫкәнһең,ти.

1 сәғәт

6.05

30.

Салют.Еңеү.

1 сәғәт

13.05

31.

Диктант.Урманда.

1 сәғәт

20.05

32.

Ҡабатлау,йомғаҡлау.

1 сәғәт

27.05


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому языку 6 класс

рабочая программа башкирский язык 6 класс...

Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.ФГОС

Рабочая программа по башкирскому языку . 5 класс. ФГОС...

Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.

5 класс башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы....

Рабочая программа по башкирскому языку. 7 класс.

Башҡорт мәктәптәренең 7 класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы....

Рабочая программа по башкирскому языку, 3 класс

Рабочая программа составлена на основании: Авторской программы по башкирскому языку для I – XI классов русскоязычных школ под редакцией М.Г.Усмановой, З.М.Габитовой – Ижевск: «К...

Рабочая программа по башкирскому языку, 4 класс

Рабочая программа составлена на основании: Авторской программы по башкирскому языку для I – XI классов русскоязычных школ под редакцией М.Г.Усмановой, З.М.Габитовой – Ижевск: &l...