Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.
рабочая программа (5 класс) на тему

Сабирова Галиябану Абдулловна

5 класс башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Скачать:


Предварительный просмотр:

        Йөкмәтке:

        

  1. Аңлатма яҙыу................................................................................................................2 - 3                                                                    
  2. Уҡыу курсының  йөкмәткеһе.......................................................................................... 4                                                          
  3. Календарь-тематик план............................................................................................5 - 12                                                            
  4. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метопредмет һәм предмет һөҙөмтәләр…………………………………………………...................................... 13-15            
  5. Уҡытыусының  уҡыу- уҡытыу методик комплекты....................................................16                  

Аңлатма

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Норматив документ: “Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы Билән ауылының УДББ МБМУ төп дөйөм белем биреү программаһы” Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Билән урта  дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы  тормошҡа ашырыла.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән «Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт теле буйынса өлгө программалар» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүсеһе З.М.Ғәбитова.—Өфө: Китап, 2012.—48 бит.—(Икенсе быуын стандарттары).  

Дәреслек:   Псәнчин В.Ш.,Псәнчин Ю.В. Әсә теле: Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек.—6-сы баҫ.—Өфө: Китап,2011.

Сәғәттәр һаны:  Барыһы 68 сәғәт; аҙнаһына _2____ сәғәт.

Программа буйынса башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау,, туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;
  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсальуҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.) үҙләштереү;
  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү, анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү, яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү,, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу,, телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү,, алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.  
  4. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү
  5. Уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү
  6. Уҡыусыларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын  һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

-этнолингвокультрологик йүнәлештә

-информацион технологиялар;

-уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;

-проблемалы уҡытыу;

-проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;

-уйын алымдары;

-тестар эшләү;        

-төркөмләп эшләү һ.б.        

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Уҡыусыларҙың  белем кимәлен баһалау өсөн һорауҙарға яуап алыу,аңлы уҡыу, яҙма эштәр,ижади эштәр эш программаһында күҙҙаланған.Программала барыһы 8 контроль эш, 4 изложение, 5 инша планлаштырылған.

 

 

Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсатынан һәм бурыстарынан сығып, программаның йөкмәткеһе түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

Туған телебеҙ- башҡорт теле.Уның тѳрки телдәр ғаиләһенә ҡарауы

1-4 кластарҙа үткәнде иҫкә тѳшѳрѳү, системалаштырыу һәм нығытыу

Исемдәрҙең һан , килеш, зат менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дѳрѳҫ яҙылышы. Цифр менән бирелгән һандарҙа, даталарҙа ялғауҙарҙың дѳрѳҫ яҙылышы. Сифат.

Синтаксис һәм пунктуация.Телмәр мәҙәниәте.

Синтаксис һәм тыныш билдәләр тураһвнда тѳшѳнсә.Һүҙбәйләнеш. Эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр. Һѳйләм. Хәбәр , һорау  һәм бойороҡ һѳйләмдәр. Һѳйләмдең баш киҫәктәре. Һѳйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тултырыусы. Хәлдәр. Һѳйләмдең тиң киҫәктәре.  Текст. Ҡушма һѳйләм.  Ҡушма һөйләмдәргә синтаксик анализ. Тура телмәр. Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Фонетика һәм графика.Орфография. Телмәр мәҙәниәте.

Фонетика тураһында тѳшѳнсә.. Һуҙынҡы һәм тартынҡы ѳндәр.  Ѳн һәм хәреф. Алфавит. Һуҙынҡыларҙың дѳрѳҫ яҙылышы. Ижек. Уларҙың тѳрҙәре. Баҫым. Һуҙынҡыларҙың дѳрѳҫ ѳйтелеше.  Тартынҡыларҙың дѳрѳҫ әйтелеше. Ѳндәрҙең оҡшашыуы. Лексика тураһында тѳшѳнсә. Һүҙҙең мәғәнәһе. Һүҙҙең күсмә мәғәнәлелеге. Синонимдар. Антонимдар.

Һүҙьяһалыш һәм орфография. Телмәр мәҙәниәте..

Тамыр һәм ялғауҙар. Тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе.Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғау. Ялғауҙарҙың дѳрѳҫ яҙылышы. Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары . Рус теленән ингән һүҙҙәргә ялғау ҡушылыу. Ҡушма һүҙҙәр.  Ҡушма һүҙҙәрҙең дѳрѳҫ яҙылышы.

Морфология. Телмәр мәҙәниәте.Һүҙ тѳркѳмдәре тураһында тѳшѳнсә.

Үҙ Аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.

Исем.Исемдең дѳйѳм мәғәнәһе. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Яңғыҙлыҡ  исемдәрҙең дѳрѳҫ яҙылышы. Ялғауҙар ҡушыу менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән исем яһалыу. Һүҙҙәрҙе бәйләү һәм ҡыҫҡартыу юлы менән исем яһалыу. Ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһе булдырыу.

Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.

Ҡылым. Ҡылым мәғәнәһе. Ҡылымдарҙың заман, зат һәм һан менән үҙгәреше. Үҙ Аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар. Ҡылымдарҙың яһалышы. Ҡылымдарҙың затлы формалары.Бойороҡ һѳйкәлеше. Бойороҡ һѳйкәлеше ҡылымдарының зат , һан һәм барлыҡ –юҡлыҡ  менән үҙгәреше. Хәбәр һѳйкәлеше. Хәбәр һѳйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше. Шарт һѳйкәлеше. Теләк һѳйкәлеше. Ҡылымды тикшереү тәртибе.

Календарь-тематик план

п/п

Дәрес темаһы

Дәрес һаны

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Дата

(план)

Дата

(факт)

1

Туған телебеҙ- башҡорт теле.Уның тѳрки телдәр ғаиләһенә ҡарауы

1-4 кластарҙа үткәнде иҫкә тѳшѳрѳү, системалаштырыу һәм нығытыу (4)

Ис-ҙең һан , килеш, зат менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғ. дѳрѳҫ яҙылышы.

1

Әңгәмә, үтелгәндәрҙе ҡабатлау, күнегеүҙәр эшләү, тасуири уҡыу

Телмәрҙә исем, сифат, ҡылым һүҙ төркөмдәрен дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен тәрбиәләү. Һүҙлектәрҙән файҙаланырға өйрәтеү. Ижади эшкә өйрәтеү.

2

2.1

Цифр менән бирелгән һандарҙа, даталарҙа ялғ. дѳрѳҫ яҙылышы. Сифат. Сифаттарҙың дѳрѳҫ яҙылышы.

Ҡыл-ҙың заман, һан,зат һәм барл., юҡлыҡ м-н үҙгәреше.

1

3

Иҫкәртмәле диктант «Көҙ етте"

1

4

Синтаксис һәм пунктуация.Телмәр мәҙәниәте.

Һөйләм составындағы һүҙбәйләнештәрҙе таныу; эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙ; һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙҙәр.

4.1

Синтаксис һәм тыныш билдәләре тураһында тѳшѳнсә. Һүҙбәйләнеш.Эйәртеү

се һәм эйәреүсе һүҙҙәр.

1

4.2

Һѳйләм.

Хәбәр , һорау  һәм бойороҡ һѳйләмдәр.

1

Һөйләмдең сиктәрен билдәләү. Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен таныу. Интонация һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре буйынса һөйләмдәрҙе анализлау.

4.3

Һѳйләмдең баш киҫәктәре.

 Һѳйләмдең баш киҫәктәрен таба белеү.

1

Һөйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма, ҡатмарлы структуралы һөйләмдәрҙе таныу; баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу; төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күҙәтеү; йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе айырыу, сағыштырыу.

4.4

Һѳйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Аныҡлаусы.

1

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен таныу һәм анализлау.

4.5

Тултырыусы

1

4.6

Изложение «Ауыр хеҙмәт»

1

Үтелгәндәрҙе ғәмәлдә ҡуллана белеү, системалаштырыу. Үҙ белемеңде баһалау.

4.7

Хәлдәр.Хаталар өҫтөндә эш.

1

4.8

Һѳйләмдең тиң киҫәктәре

Һѳйләмдең тиң киҫәктәре. Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

Тиң киҫәктәрҙең төрлө типтәғы бәйләнешен таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү.

4.9

Текст

1

Текстың билдәләрен белеү. Теманы, текстың төп фекерен, сығанаҡ һүҙҙәрҙе, текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү төрҙәрен билдәләү.

4.10

Диктант  биремле «Ҡош юлы»

1

Үтелгәндәрҙе ғәмәлдә ҡуллана белеү, системалаштырыу. Үҙ белемеңде баһалау.

4.11

Хаталар өҫтөндә эш.Ѳндәш һүҙ

1

Төп функцияларын аңлау;өндәш һүҙле һөйләмдәрҙе таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү; телмәрҙә ҡулланыу.

4.12

Ҡушма һѳйләм

Ҡушма һөйләмдәргә синтаксик анализ

1

Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәрҙе, һөйләмдәрҙе бирелгән үрнәктәр буйынса, тексты үҙгәртеп, йөкмәткене теүәл һаҡлап үҙгәртеү.

4.13

 Тура телмәр.

1

Тура телмәрле һөйләмдәрҙе, диалогтарҙы дөрөҫ тауыш менән тасуири уҡыу алымдарына эйә булыу.

4.14

Тура телмәр. Тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

5

Фонетика һәм графика.Орфография. Телмәр мәҙәниәте.

Фонетика тураһында тѳшѳнсә..

1

Фонетиканың төп аңлатмаларын үҙләштереү.  Өндәрҙең мәғәнә айырмалыҡ функцияһын аңлау.

5.1

Һуҙынҡы өндәр

1

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе, нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларҙы, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы, яңғырау, һаңғырау һәм сонор (талғын) тартынҡыларҙы таныу

5.2

Контроль диктант  «Ғәзиз ерем»

1

5.4

Хаталар өҫтөндә эш Тартынҡы  ѳндәр

1

5.5

Инша “Туған телем—иркә гөлөм”

1

5.6

Хаталар өҫтөндә эш. Ѳн һәм хәреф. Алфавит.

1

Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу һәм анализлау. Алфавитты ҡулланыу.Һүҙгә фонетик анализ яһау. Бирелгән билдәләмә буйынса өндәрҙе төркөмләү һәм анализлау. Орфоэпик күҙлектән сығып, үҙ һәм икенсе кеше телмәрен анализлау; үҙ телмәреңде өрөҫләү.

5.7

Һуҙынҡыларҙың дѳрѳҫ яҙылышы.

1

Орфография ҡағиҙәләре менән танышыу. Өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙе системаға һала белеү күнекмәһенә эйә булыу.

Төп башҡорт һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең баҫымдарын сағыштырыу күнекмәһе булдырыу.

5.8

Тамыр, яһаусы ялғауҙарында О, Ө булған һүҙҙәргә ялғау ҡушыу

1

5.9

Ижек. Уларҙың тѳрҙәре.

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү

1

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм уларҙы юлдан юлға дөрөҫ күсереү.

 (Төп башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ижектәрҙе сағыштырыу).

5.10

Баҫым.

1

Баҫым урынын билдәләү һәм уның һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда үҙгәрешен күҙәтеү, баҫымдың төп ҡағиҙәләрен, әйтелеш нормаларын үҙләштереү.

5.11

Һуҙынҡыларҙың дѳрѳҫ ѳйтелеше.  

Тартынҡыларҙың дѳрѳҫ әйтелеше.

1

Һуҙынҡыларҙың  һәм тартынҡыларҙың  дөрөҫ әйтелеш нормаларын, яҙыу ҡағиҙәләрен күҙәтә белеү.  Өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙе системаға һала белеү күнекмәһенә эйә булыу.

5.12

 Ѳндәрҙең оҡшашыуы.

1

6

Изложение «Ҡотҡарҙы»

1

7

Лексика тураһында төшөнсә. Һүҙҙең мәғәнәһе.

1

Лексикологияның төп аңлатмаларын үҙләштереү. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнә айырмалыҡтарын аңлатыу; һүҙҙең лексик мәғәнәһен төрлө ысулдар менән аңлатыу. Аңлатмалы, ике телле, орфография һүҙлектәрен фаәҙаланырға өйрәтеү.

7.1

Хаталар өҫтөндә эш.Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлелеге.

1

7.2

Һүҙҙең күсмә мәғәнәлелеге.

1

Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу.

7.3

Синонимдар.

1

Синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик айырмалыҡтарын билдәләү. Һүҙҙәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу; антоним һәм омонимдарҙы парҙарҙа табыу.

7.4

Антонимдар.

1

7.5

Контроль диктант «Ҡояш»

1

7.6

 Хаталар өҫтөндә эшэ.

1

8

Һүҙьяһалыш һәм орфография. Телмәр мәҙәниәте..

1

Тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ), төрлө ялғауҙар һүҙ составын тәшкил итеүен аңлау. Ялғауҙар һәм улар:ың дөрөҫ яҙылышын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

8.1

ТАмыр һәм ялғауҙар.

 Ялғауҙарҙың төрҙәре.

1

8.2

Тамыр һәм яһалма һүҙ.

1

Һүҙяһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра белеү.

8.3

Ялғауҙарҙың дѳрѳҫ яҙылышы

1

8.4

  Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары

 Ҡушма һүҙҙәр

1

Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Төрлө юлдар менән яһалған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү

8.5

Ҡушма һүҙҙәрҙең дѳрѳҫ яҙылышы.

1

9

Инша “Башкортостан—тыуған  илем”

1

10

Морфология. Телмәр мәҙәниәте.Һүҙ тѳркѳмдәре тураһында тѳшѳнсә.

11

Хаталар өҫтөндә эш. Үҙ Аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр

1

Исемдең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен, синтаксик ролен анализлау.

11.1

Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.

Исем. Исемдең дѳйѳм мәғәнәһе.

1

11.2

Иҫкәртмәле диктант «Тыуған еремдә көҙ биҙәктәре»

1

11.3

Хаталарҙы барлау, системалаштырыу. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

 Яңғыҙлыҡ  исемдәрҙең дѳрѳҫ яҙылышы

1

Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләре биреү. Исемдәрҙең һан, килеш, эйәлек һәм хәбәрлек категорияларын таныу.

11.4

Ялғауҙар ҡушыу менән исем яһалыу.

1

Телмәрҙә исемдәрҙе, уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү. Исемдәрҙең ниндәй һанда, килештә килеүен билдәләү.

11.5

Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән исем яһалыу.

1

11.6

Изложение «Айыу»

1

11.7

Хаталар өҫтөндә эш.Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән исем яһалыу.

Һүҙҙәрҙе бәйләү һәм ҡыҫҡартыу юлы менән исем яһалыу.

1

11.8

Ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Исемдәргә грамматик анализ.

1

12

“Үҙемде үҙем тикшерәм” диктанты  «Башҡорт ҡурайы»

1

Алған белемде ғәмәлдә ҡуллана алыу

13

Хаталар өҫтөндә эш

1

14

Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.

Ҡылымдың мәғәнәһе. Морфологик билдәләре (зат, һан менән үҙгәреүе, өс төрлө заманда, барлыҡта-юҡлыҡта ҡулланылыуы), синтаксик вазифалары.

14.1

Ҡылым. Ҡылым мәғәнәһе.

Ҡылымдарҙың  заман, зат һәм һан менән үҙгәреше.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.

1

14.2

Тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар.

1

Үҙ  аллы һәм ярҙамсы ҡылымдарҙы айыра белеү.

Төрлө  ысул һәм саралар менән ҡылым яһау күнекмәһен үҫтереү.

14.3

Контроль  диктант «Ҡайын урманында»

1

14.4

Ҡылымдарҙың  яһалышы.

1

14.5

Хаталар өҫтөндә эш Ҡылымдарҙың  затлы формалары. Бойороҡ һѳйкәлеше.

Бойороҡ һѳйкәлеше ҡылымдарының зат , һан һәм барлыҡ, юҡлыҡ менән үҙгәреше.

1

Бойороҡ  һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәләрен билдәләү; үтенесте, инәлеүҙе, ҡаты бойороуҙы, саҡырыуҙы, өндәшеүҙе телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһен булдырыу.

14.6

Хәбәр һѳйкәлеше.

1

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымда -рының үткән заман, хәҙерге заман, киләсәк заман, формаларын телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһе булдырыу.

14.7

Хәбәр һѳйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше.

1

14.8

Хәбәр һѳйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы,  хәҙерге заманы,  киләсәк заманы

14.9

Инша. «Аталы йорт-арҡалы йорт»

1

Яҙыу телмәрен үҫтереү

14.10

Хаталар өҫтөндә эш. Шарт һѳйкәлеше.

1

Шарт һөйкәлеше ҡылымда -рын телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһе булдырыу.

14.11

 Изложение  «Муйыл ағасы»

1

14.12

Хаталар өҫтөндә эш. Теләк һѳйкәлеше.

1

Теләк  һөйкәлеше ҡылымдарының төрлө мәғәнә биҙәген сағылдырған формаларын телмәрҙә ҡулланыу, уларҙың стилистик үҙенсәлектәрен билдәләй белеү һ.б.

14.13

Ҡылымдарға  грамматик анализ

Ҡылымды тикшереү тәртибе

 

1

15

  Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм дѳйѳмләштереү.

16

Аңлатмалы диктант «Хәлиф илселәре»

1

Белемде ғәмәлдә ҡуллана белеү

17

Хаталар өҫтөндә эш.

Синтаксис. Һүҙбәйләнеш Һөйләм.

һүҙьяһалыш

 Лексика

1

Үтелгәндәрҙе системалаштырыу, дөйөмләштереү

21

Фонетика

Морфология

1

23

Контр диктант «Кемдәр шатлана?»

1

Белемде ғәмәлдә ҡуллана белеү

24

Хаталар өҫтөндә эш

Йомғаҡлау дәресе

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

26

72

 

        «Башҡорт (туған) теле» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

Шәхсән һөҙөмтәләр

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)   башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)  башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)  аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү әсән тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Мета-предмет һөҙөмтәләре

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең мета-предмет һөҙөмтәләре:

1) телмәр эшмәкәрлегенең-бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:

•  телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

•  төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

•  төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

•  төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу әсән тәғәйенләнгән компакт-дискы-лар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә әсән әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

• һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

•  стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:        

•  алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

•  тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

•  төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

•  телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

•  төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

•  ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

•  телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

•  уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

•  үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡуллалыу;

3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)   телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)  гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3)  туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4)  тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5)   башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7)     һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8)   тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

9)  туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

 

Уҡытыусының  уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы.—Өфө: Китап,2011.

Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы.—Өфө: Китап,2010.

Баһаүтдинова М.И. ,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма).—Өфө:НМЦ «Педкнига», 2008.

Вәлиева Г.Д. Текс өҫтөндә эшләү өсөн дидактик материалдар. 5-6 –сы кластар.—Өфө: Китап,2011.

Ғәбитова З.М. «Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт теле буйынса өлгө программалар». Өфө: Китап, 2012.—48 бит.—(Икенсе быуын стандарттары).

Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсн. 1-се киҫәк.—Өфө: Китап,2010.

Исҡужина Ф.С.,Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы.—Өфө: Китап,2011.

Исҡужина Ф.С., Әбүбәкерова З.Ф. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иншалар йыйынтығы.—Өфө, 2010.

Псәнчин В.Ш.,Псәнчин Ю.В. Дәреслек:Әсә теле: Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек.—6-сы баҫ.—Өфө: Китап,2011.

Псәнчин В.Ш. «Әсә теле» дәреслегенә дидактик материал:5 класс.—Өфө: Китап,2009.

Сәйетбатталов Ө.Ө. Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.—Өфө: Китап,2010.

Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары.—Өфө: Китап,2010.

Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белеем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылы һәм студенттар өсөн ҡулланма.—Өфө: Китап,2010.

Шарапов И.Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.—Өфө: Китап,2010.

www.Oprb.ru 

www.Bspu.ru         

www.Uroki.net 

www.Nsportal.ru 

www.istbash.info

www.yaktash.yeshlek.ru 

www.bashkort.com 

www.bashkironline.org 

www.bashkir.ru 

www.bashgord.com


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 7класс

Рабочая программа составлена для 7 класса по учебнику "Башкирский язык и литература" (авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов), Уфа - 2010.Прилагается календарно-тема...