Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса
рабочая программа по теме
Предварительный просмотр:
Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәренең 1-се кластар өсөн(һөйләшеү төркөмө) башҡорт теле дәресенә ҡуйылған бурыстар:
1) Туған республика менән танышыуҙы,уның халҡына,тарихына,тәбиғәтенә,сәңғәтенә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
2) Тәҡдим ителгән тематика буйынса, балаларҙың һүҙлек запасын байытыу,телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
3) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.
4) Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләм өлгөләрен тәүҙә күсереп ,шунан яттан яҙыу.
5) Уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү.
6) Темалар буйынса шиғырҙар ятлау,йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу,бейеүҙәр өйрәнеү;экскурсиялар,уйындар ойоштороу;концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау.
Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:
1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
3. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.
4. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.
5. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 32 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел ҙәм әҙәбиәт буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластарында башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн дидактик материалдар. – Өфө: Китап, 2002.
2.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
3.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
4.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
5.Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
6.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
7.Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005.
8.Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.
9. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006 . Толомбаев.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. "Башҡорт теле"; Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М. “Эш дәфтәре”
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
1 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:
1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.
2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
1 класс
- Башҡортостан- минең тыуған республикам. - 1 сәғәт.
Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
2. Танышыу.-4 сәғәт.
Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы?
Һорау бирергә,һорауҙарға яуап бирергә,диалог төҙөргә өйрәтеү.
3. Ғаилә. – 4 сәғәт.
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.
4. Мәктәп. – 4 сәғәт.
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.
5. Төҫтәр.-3 сәғәт.
Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
6. Һандар. – 2 сәғәт.
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.
7. Уйын, уйынсыҡтар. – 3 сәғәт.
Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
8. Тән өлөштәре. – 2 сәғәт.
Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.
9. Кейем-һалым. – 2 сәғәт.
Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
10. Йорт хайуандары һәм ҡоштар.- 2 сәғәт.
Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.
11. Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар.- 2 сәғәт.
Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
12.Йомғаҡлау. – 2 сәғәт.
Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
IV. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:
1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙен-дә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.
5. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.
6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.
7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.
8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.
V. Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
күсереп яҙыу – 1,
һорауҙарға яуап – 1,
диктант – 1
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
- карточкалар менән эш;
- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек диктанты;
- һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек менән эш;
Календарно-тематическое планирование
Урока башкирского языка_____________________
Класс 1а,1д __ Учитель Ялалова Аниса Авалевна
Количество часов на 1триместр ______10_________________
Количество часов на 2 триместр ______10_________________
Количество часов на 3 триместр ______12_________________
Всего ___32 , в неделю ______1________час.
Плановых контрольных работ,самостоятельных работ
__ диктанты-1, контрольных списываний-1, _ответов на вопросы-1_
Административных контрольных работ_____________________________
Планирование составлено на основе Программа по башкирскому языку для учащихся I-XI классов с русским языком обучения, Д.С. Тикеев, Х.А.Тулумбаев, Ижевск – 2008г .
Учебник: «Башҡорт теле», 1 класс, Х.А. Тулумбаев. Уфа -2011 г.___________
Перечень работ | ||||
Контр.списыв. | 1 | 1 | ||
Ответы на вопросы | 1 | 1 | ||
Диктанты | 1 | 1 |
Башҡорт теле, 1-се класс 2014/2015 уҡыу йылы
№ | Дәрес | Сәғәт һаны | Йыһазландырыу | Эш төрҙәре | Һүҙлек эше | Дата | Иҫкәрмә |
1-се триместр. Башҡортостан-минең тыуған республикам. | 10 с. 1 с. | ||||||
1. | Башҡортостан-матур ил. | 1 с. | Карта,Өфө,Учалы ҡалаһы һүрәте | Башҡорт,Башҡортостан,милләт,бергә йәшәйбеҙ,ауыл,ҡала,йәшәй,дуҫ йәшәйҙәр | 3.09 | ||
Танышыу. | 4 с. | ||||||
2. | Һин кем? | 1 с. | Уҡыусы һүрәте | Исем (-ем,-ең, -н), уҡыусы, уҡытыусы,малай,ҡыҙ, | 10.09. | ||
3. | Был кем? Был нимә? | 1 с. | Уҡытыусы һүрәте | Кем? Нимә? Һин кем? Был кем? Ул кем? | 17.09. | ||
4. | Әйҙә танышайыҡ. | 1 с. | Һинең исемең нисек? | 24.09. | |||
5. | Нимә эшләй? | 1 с. | Һорай,әйтә,уҡый,таныша,атлай,ултыра, ашай,уйнай,баҫып тора | 1.10. | |||
Ғаилә. | 4 с. | ||||||
6. | Ғаилә. | 1 с. | Ғаилә һүрәте,шиғырҙар | Атай (-ым),әсәй(-ем),олатай,өләсәй, Ағай,апай,ҡусты,һеңле,туған | 15.10. | ||
7. | Нимә эшләй? | 1 с. | Диалогтар | Эшләй,бешерә,үтекләй,сәй эсә,ярата, Ҡарай,яҙа,компьютерҙа эшләй,йәшәй, Ҡаршылай | 22.10. | ||
8. | Минең ғаиләм. | 1 с. | тиҙәйткестәр | Оло,өлкән,ҙур,бәләкәй,кесе | 29.10. | ||
9. | Кем менән? Кемдең? | 1 с. | Кем менән? Кемдең? | 5.11. | |||
Мәктәп. | 4 с. | ||||||
10. | Мәктәп.Беҙҙең класс. | 1 с. | Мәктәп,класс Бүлмәһе һүрәте | Мәктәп,ишек,таҡта,өҫтәл,иҙән,аҡбур, Сепрәк,ултырғыс | 12.11. | ||
11. | 2-се триместр. Уҡыу әсбаптары. | 1 с. | Уҡыу әсбаптары Һүрәте | Китап, дәфтәр,ҡәләм,юйғыс,дәрес, Һүрәт, өн, хәреф,ижек, һүҙ, һөйләм | 26.11. | ||
12. | Нимәләр? Ҡайҙа? | 1 с. | Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? | 3.12. | |||
13. | Ни эшләйҙәр? Беҙ нимә эшләйбеҙ? | 1 с. | Уҡый,уҡыта,белә,белмәй,тыңлай, Һорай,яуап бирә,яҙа,ултыра. | 10.12. | |||
Төҫтәр. | 3 с. | ||||||
14. | Ниндәй? | 1 с. | “Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабы | Аҡ,ҡара,һоро,йәшел,зәңгәр,ҡыҙыл, Һары,күк | 17.12. | ||
15. | Тиҙҙән Яңы йыл. | 1 с. | Йәшел шыршы,һоро бүре,һары Уйынсыҡ | 24.12. | |||
16. | Ҡабатлау.Һорауҙарға яуаптар. | 1 с. | 14.01. | ||||
Һандар. | 2 с. | ||||||
17. | Нисә? | 1 с. | “Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабы | Нисә? Бер,ике,өс,дүрт,биш,алты,ете, Һигеҙ,туғыҙ,ун,ун бер.. | 21.01. | ||
18. | Нисәнсе? | 1 с. | Нисәнсе? Беренсе,икенсе… | 28.01. | |||
Уйын.Уйынсыҡтар. | 3 с. | ||||||
19. | Нимә менән? | 1 с. | Дилогтар | Ҡурсаҡ,биҙрә,туп.уйынсыҡ ат,сысҡан, Әтәс,сәғәт,машина менән | 4.02. | ||
20. | Кем нимә ярата? | 1 с. | Йомаҡтар | Айрат машина ярата. | 11.02. | ||
21. | 3-сө триместр Кемгә нимә кәрәк? Кемдең? | 1 с. | тиҙәйткестәр | Айгөлгә ҡурсаҡ кәрәк. | 25.02. | ||
Кем ни эшләй? | 2 с. | ||||||
22. | Ни эшләй? Ни эшлә? | 1 с. | Шиғырҙар | Йоҡлай,тор,ултыр,йоҡла | 4.03. | ||
23. | Ни эшләйҙәр? Ни эшләмәгеҙ? | 1 с. | мәҡәлдәр | Ярай-ярамай,матур яҙығыҙ | 11.03. | ||
Тән өлөштәре. | 2 с. | ||||||
24. | Тән өлөштәре. | 1 с. | “Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабы | Баш(-ым,-ың,-ы),сәс,бит,күҙ,ҡаш,ҡолаҡ, Танау,ауыҙ,тел,теш,ҡул,аяҡ,бармаҡ | 18.03. | ||
25. | Хайуандарҙың тән өлөштәре. | 1 с. | Тырнаҡ,тәпәй,морон,мыйыҡ | 25.03. | |||
Кейем-һалым. | 2 с. | ||||||
26. | Өҫ кейемдәре. Аяҡ кейемдәре.Баш кейемдәре. | 1 с. | “Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ” китабы | Күлдәк,салбар,алъяпҡыс,бүрек,яулыҡ, Бейәләй,тун | 8.04. | ||
27. | Контроль күсереп яҙыу. Яланда. | 1 с. | ойоҡ,итек,бирсәткә,пинжәк, быйма,эшләпә,түбәтәй,башлыҡ | 15.04. | |||
Йорт хайуандары һәм ҡоштары. | 2 с. | ||||||
28. | Йорт хайуандары. | 1 с. | Йомаҡтар | Ҡолон,бәрәс.кәзә,һарыҡ,үгеҙ,сусҡа Балаһы,һыйыр,ат | 22.04. | ||
29. | Ҡоштар. | 1 с. | “Аҡбуҙат”журналы | Ҡаҙ,тауыҡ,әтәс,себеш,бәпкә | 6.05. | ||
Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар. | 2 с. | ||||||
30. | Ҡырағай хайуандар. Ҡоштар. | 1 с. | Йомаҡтар | Терпе,мышы,тейен,бүре,айыу,ҡуян | 13.05. | ||
31. | Диктант.Урманда. | 1 с. | “Аҡбуҙат”журналы | Кәкүк,һандуғас,турғай,ҡарға | 20.05. | ||
Йомғаҡлау. | 1 с. | ||||||
32. | Ҡабатлау, йомғаҡлау. | 1 с. | 27.05. | ||||
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
рабочая программа по башкирскому языку 7 класс
рабочая программа 7 класс...
рабочая программа по башкирскому языку 6 класс
рабочая программа башкирский язык 6 класс...
Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.ФГОС
Рабочая программа по башкирскому языку . 5 класс. ФГОС...
Рабочая программа по башкирскому языку. 5 класс.
5 класс башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы....
Рабочая программа по башкирскому языку. 7 класс.
Башҡорт мәктәптәренең 7 класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы....
Рабочая программа по башкирскому языку, 3 класс
Рабочая программа составлена на основании: Авторской программы по башкирскому языку для I – XI классов русскоязычных школ под редакцией М.Г.Усмановой, З.М.Габитовой – Ижевск: «К...
Рабочая программа по башкирскому языку, 4 класс
Рабочая программа составлена на основании: Авторской программы по башкирскому языку для I – XI классов русскоязычных школ под редакцией М.Г.Усмановой, З.М.Габитовой – Ижевск: &l...