Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс
методическая разработка (6 класс) на тему
Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
sagitova_r.g._75_let_r.bikbaevu.docx | 29.19 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы
Тема. Рауил Бикбаев “Салауат ҡылысы”
шиғырын өйрәнеү
Бөрйән муниципаль районы
Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм
белем учреждениеһы урта дөйөм
белем биреү мәктәбенең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Сәғитова Резеда Ғәйзулла ҡыҙы
Иҫке Собханғол – 2014
Тема: Р.Бикбаев „Салауат ҡылысы” шиғыры.
Маҡсат: уҡыусыларҙы Р.Бикбаевтың тормош һәм ижад юлы менән ҡыҫҡаса таныштырыу, „Салауат ҡылысы” исемле шиғырын уҡыу, мәғәнәһен асыҡлау, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, фекерҙәрен аныҡ, эҙмә-эҙлекле әйтә белергә өйрәтеү, ҡылыс образы тураһында төшөнсә биреү, С.Юлаев тураһында алған белемдәрҙе системалаштырыу, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү.
Йыһазландырыу: Рауил Бикбаевтың портреты ,компьютер, китаптар күргәҙмәһе, презентация, китаптары , Рәсәй һәм Башҡортостан картаһы, С.Юлаев музейы һәм ҡылыс фотолары.
Дәрестең эпиграфы:
Салауат алмас ҡылысын
Йөрөтөр булған hәр саҡ билендә.
Салауат батыр hәләк булhа ла,
Даны йәшәй Тыуған илендә.
(Халыҡ йыры)
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле. Сәләмләү. Психологик комфорт булдырыу.
Яҡты көндө сәләмләйек,
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, зәңгәр күк!
Һаумы, тыуған ерем!
Һаумы, яҡын дуҫым!
II. Өй эшен тикшереү.
Үткән дәрестә Р.Бикбаевтың шиғырын уҡығайныҡ.
“Уралыма” шиғырын тасуири уҡыу конкурсына нисек әҙерләндегеҙ икән? (Тасуири уҡыуға конкурс ойоштороу, уҡыусыларҙы баһалау)
Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.
- Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә бер һүрәт-фото күрһәтәм. Ә һеҙ унда нимә төшөрөлгәнен әйтеп ҡарағыҙ. Эйе, бында музей һүрәте күрәһегеҙ. Ә музей тураһында һеҙ нимә беләһегеҙ?
- Беҙҙең районда музей бармы?
Мөхтәр Сәғитовҡа арналған музей. Әле уның 80 йыллыҡ юбилейын билдәләнек . Уға арналған викторинала һеҙҙең класташығыҙ Тәслимә Ҡолдәүләтова район буйынса икенсе урын алды. Афарин, Тәслимә!
Ә ни өсөн мин дәресте һеҙгә музей һүрәте күрһәтеүҙән башланым икән? Ошо һорауға яуапты дәрес аҙағында бирерһегеҙ.
Ә хәҙер уның шиғырына күсәйек. Шиғыр “Салауат ҡылысы” тип атала.
- Шиғырҙы уҡыр алдынан Салауат Юлаев тураһында белгәдәрегеҙҙе иҫкә төшөрәйек.
(Салауат Юлаевтың тыуған йылы һәм урыны, ғаиләһе, Емельян Пугачев менән бергә яуға сығыуы тураһында уҡыусыларҙан ҡыҫҡаса һөйләтеү.)
Дәрестең эпиграфына иғтибар итегеҙ әле.
III. 1-се слайдтағы эпиграфты уҡыу.
Салауат алмас ҡылысын
Йөрөтөр булған hәр саҡ билендә.
Салауат батыр hәләк булhа ла,
Даны йәшәй Тыуған илендә.
(Халыҡ йыры)
Әңгәмә.
- Кем тарафынан ижад ителгән? Нимә тураһында? Ниндәй уй-тойғолар сағылған? Халыҡ үҙ геройын яратамы?
-Эйе, Р.Бикбаевтың “Салауат ҡылысы” шиғырында ла милли батырыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һүҙ бара.
- Уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы
- Һүҙлек эше: (экранда)
ҡомартҡы – реликвия, аманат, быуындан-быуынға күсә килгән ҡәҙерле әйбер.
Үҙ аллы гөжләп уҡыу.
Һорауға яуап эҙләү:
-Ни өсөн шиғыр “ Салауат ҡылысы” тип атала? (Яуаптарҙы тыңлау:
Шиғырҙа халҡыбыҙҙың милли геройы Салауаттың ҡылысы тураһында һүҙ бара. Шағир Салауат Юлаевтың ҡылысын үҙ күҙҙәре менән күргән һәм тотоп ҡарағандан һуң, кисерештәрен шиғыр юлдарына һалған).
Сылбыр буйынса ҡысҡырып уҡыу
Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү:
- шиғырҙа Салауат ҡылысы тураһында нимә белдегеҙ?
- ниндәй билдәләр буйынса белдегеҙ?
- шағир ҡылыстың ниндәй билдәләрен әйтеп бирә?
- ҡылыс ҡайтты
йәшен булып ялтлаған
иар Рәсәйҙе дер һелкеткән
ил нәфрәте уны утта ҡойған
ил йәштәре уны һуғарған
улының ҡулына ҡылысы күсмәһә лә
Ҡылыс һүрәтен күрһәтеү.( Экранда)
-Бына уның бөгөн музейҙа һаҡланған ҡылысы.
Нисек, егеттәр, һеҙгә оҡшанымы? Шәпме? Ул һеҙгә ни өсөн оҡшай?
Ни уйлайһығыҙ ҡылыс тураһында?
-Батырҙың ҡылысы – ул беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
-Ә бөгөн ул беҙгә кәрәкме? Ни өсөн?
-Ҡылыс үҙе нимә өсөн кәрәк?
-Дөрөҫ, ул – һуғыш ҡоралы. Йән ҡыя торған ҡорал.Ул беҙгә һуғышыр өсөн бөгөн кәрәкмәй. Һуғыш булмаһын. Ерҙә тыныслыҡ булһын.
Ҡылыс әйҙә музейҙа ғына торһон. Салауат та уны яуыз ниәт менән түгел, ә халҡының азатлығы өсөн күтәрергә мәжбүр булған. Еңеү символы булып һаҡланһын.
IV. Ял итеү минуты
-Әйҙәгеҙ,уҡыусылар беҙ батыр менән ғорурланыу тойғоларын кисереп алайыҡ. “Ай-һай, Салауат” йыры ( тантаналы рәүештә маршҡа баҫыу)
Шиғыр өҫтөндә эште дауам итәйек.
- Шағир Салауат менән ғорурланамы?
-Ғорурлана, һоҡлана.(уҡып күрһәтегеҙ)
Бер Уралды түгел, бар Рәсәйҙе
Дер һелкеткән булыр был ҡылыс.
Был ҡылыстын батшаларҙың башы
Саҡ-саҡ осмай ҡалған ҡырҡылып.
- Ғорурлыҡ тойғоһонан башҡа тон шиғырҙа һиҙелмәйме?
-Батырҙың еңелеүенә әсенеү ҙә бар, үкенеү, йәлләү тойғолары бар.
- Ҡайһы юлдарҙа асыҡ сағыла? (һайлап уҡыу)
- Башҡынайын алып киткәндәр,
Ҡатындарын алып киткәндәр,
Балаларын алып киткәндәр. (йәлләү)
- Был ғүмерҙең иң аяныс мәле-
Батыр ҡулынан ҡылыс төшкәне… (әсенеү)
- Ҡылысын тотҡан саҡта һатлыҡ йәндәр,
Эй, янғандыр батыр яраһы. (Үкенеү)
- Шағир нимә әйтергә теләй?
-Милли батырыбыҙҙы, тарихыбыҙ тураһында белергә өйрәтә. -Салауат кеүек илебеҙҙе,еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡларға өндәй.
- Ни өсөн ул Салауаттың ҡылысын һатлыҡ йән һелтәй алмаҫ, ти?
- Батыр ҡылысы хужаһына тоғро ҡалыр.
-Ҡылыс беҙгә тормоштоң гел яҡшы булып тормауына бер дәлил булып тора.
Батыр ҡылысының республиҡаға ҡайтыу тарихы ошолайыраҡ.
Ҡылыс тураһында тәүге тапҡыр салауатсылар 1982 йылда Латвия университеты профессорынан ишетәләр, Ул Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһының ҡылысы тарих музейында булыуын әйтә. Артабанғы тикшеренеүҙәр шуны асыҡлай:1928 йылда уны музейға революцияға тиклем бер тарихсы, коллекционер Сергей Минцлов тигән кеше һатҡан. Ә ул үҙ сиратында 1910-1911 йылдарҙа Өфө губернаһы табын ерендә земский начальник булған һәм ҡылысты Ғафури районы Ҡормантай ауылы кешеләренән һатып алған.
Тап ошо ауылда Салауатты ҡулға алыусы Әбсәләмовтар йәшәгән. Күрәһең, улар алтын хәрефтәр менән яҙылған ҡылысты үҙҙәренә алып ҡайтҡан.
1986 йылда Латвия ССР-ы музейы был реликвияны Башҡортостан милли музейына тапшыра. Ул бөгөн дә шунда һаҡлана.
Ә хәҙер дәрес башында һеҙгә ҡуйылған һорауға яуап бирегеҙ.
-Ни өсөн мин дәресте һеҙгә музей һүрәте күрһәтеүҙән башланым икән?
-Сөнки беҙ уҡыған шиғырҙа ҡылыс тураһында бара, ул бөгөнгө көндә музейҙа һаҡлана.
V. Йомғаҡлау
-Рауил Бикбаевтың “Уралыма” шиғырын иҫкә төшөрәйек әле. Уның “Салауат ҡылысы” шиғыры менән оҡшашлығы бармы?
(Ике шиғырҙа ла ҡылыс образы бар.)
- Һәр шиғырҙа уға ниндәй мәғәнә һалынған?
Бының өсөн башҡорт теле дәресендә үткән теманы иҫкә төшөрәйек.
- Башҡорт теле дәресендә беҙ “Лексика” бүлегендә барабыҙ.
-Шунда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тураһында белгәйнек.Һүҙҙәрҙең ниндәй мәғәнәләре бар? ( тура һәм күсмә )
-Шиғырҙың ҡайһыныһында ҡылыс -тура, ә ҡайһыныһында күсмә мәғәнәлә икән?
-“Уралыма” шиғырында күсмә мәғәнәгә эйә, сөнки автор Урал тауҙарын картаға ҡарап, уны ҡылысҡа оҡшата .
(Рәсәй картаһынан Урал тауҙарын күрһәтеү)
-Оҡшағанмы ҡылысҡа?
-“Салауат ҡылысын” шиғырында ҡылыс һүҙе тура мәғәнәгә эйә, сөнки бында ҡылыстың үҙе тураһында һүҙ бара.
VI.Баһалау.
- Бөгөн дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тикшереү өсөн бәләкәй генә тест эшләйек. (Һорауҙар экранда, уҡыусылар дәфтәрҙә яуапты билдәләйҙәр)
Тест.
1. Салауат Юлаев йәшәгән йылдар :
а) 1754 – 1800 ;
б) 1700 – 1854.
2. Салауат Юлаевтың атаһы :
а) Емельян Пугачев ;
б) Юлай Аҙналин .
3. Салауатты ҡайҙа каторгаға ебәрәләр?
а) Рогервик ҡәлғәһенә;
б) Мәскәү төрмәһенә .
4. Рауил Бикбаев ҡайһы шиғырында Урал тауҙарын ҡылысҡа оҡшата?
а) “Салауат ҡылысы” шиғырында;
б) “Уралыма” шиғырында.
5. Салауаттың ҡылысы ҡайҙа һаҡлана?
а) Салауат ҡалаһында;
б) Салауат районы музейында;
в) Башҡортостан милли музейында.
-Ә хәҙер яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ, экранда әҙер яуаптар.
Үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ: хата юҡ – “5”,
1 хата – “4”,
2 хата – “3” һ.б.
VII.Рефлексия.
-Был дәрестә үҙегеҙ өсөн берәй яңылыҡ астығыҙмы?
Нимә тураһында белдегеҙ? Уны белеү һеҙгә кәрәк инеме? Үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе төҫтәр ярҙамында күрһәтегеҙ.
VIII. Өй эше биреү.
Шиғырҙың үҙегеҙгә оҡшаған бүлеген ятлап килергә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рауил Бикбаев. Биография. Презентация
12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...
Рауил Бикбаевтың "Уралыма", \' Салауат ҡылысы\' шиғырҙарын өйрәнеү.
Туған әҙәбиәтенән дәрес планы...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Рауил Бикбаев. «Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар». Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.
Ҡышҡы матурлыҡты күреү, тойоу, тасуирлау һәләтенә өйрәтеү....
Рауил Бикбаев
Рауил Бикбаев ижады...
"Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка - 75 йәш" дәрес өлгөһө.
Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаевка - 75 йәш.Маҡсат:Рауил Бикбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.Йыһазландырыу.1.Магнит таҡтаһы,мағниттар,мағнитофон. 2....
Рауил Бикбаев. Биография. Презентация
12 декабря 2023 года отммечается юбилей народного поэта Республики Башкортостан Рауиля Бикбаева, имя которого грддо носит наша гимназия. Фото материалов о поэте не так много.. Эта презентация будет по...