Ф.Туғыҙбаеваның “Эй, яҙмышым минең” шиғырын өйрәнеү
план-конспект урока (6 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Ф.Туғыҙбаеваның “Эй, яҙмышым минең” шиғырын өйрәнеү.
Маҡсат:
Ф.Туғыҙбаеваның тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;
Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү;
Башҡортостанға, тыуған ергә һөйөү, тәрбиәләү;
Бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
Йыһазландырыу: дәреслек, ИКТ, проектор, шағирәнең портреты һәм китаптары, “Аҡбуҙат” журналдары, фонояҙма, Башҡортостандың дәүләт символдары.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу моменты.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны яңғырай.
2.Инеш әңгәмә.
- Уҡыусылар, әле һеҙ ниндәй көй тыңланығыҙ?
- Гимнды кем яҙған?
- Ни өсөн беҙ дәресте Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнынан башлап ебәрҙек?
- Уҡыусылыр, һеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр беләһегеҙ?
- Башҡортостан нимәләре менән бай республика?
- Башҡортостан тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?
3. Теманы асыу, маҡсат билдәләү.
- Әйҙәгеҙ, ошонан сығып, дәресебеҙҙең темаһын асайыҡ һәм маҡсатын билдәләп үтәйек.
- Беҙ бөгөн Башҡортостан, тыуған ер тураһында әңгәмәләшербеҙ һәм шағирә Ф.Туғыҙбаеваның “Эй, яҙмышым минең” тигән шиғыры менән танышырбыҙ Беҙҙең яҙыусыларыбыҙ арафынан Башҡортостан тураҡында хикәйәләр, романдар, поэмалар, шиғырҙар күп ижад ителгән. Ф.Туғыҙбаеваның “Эй, яҙмышым минең” тигән шиғыры – шундай әҫәрҙәрҙең береһе.Дәфтәрҙәргә теманы яҙып ҡуйҙыҡ.
4. Төп өлөш.
4.1. Ф.Туғыҙбаеваның биографияһы.
1-се слайд.
Факиһа Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. 1972 йылдан ул республикабыҙҙың балалар матбуғатында: “Башҡортостан пионеры” (Йәншишмә)гәзите, “Пионер” (Аманат) журналы редакцияларында эщләй. Уның “Мәк яланы”, “Яңы күлдәк”, “Күҙ ҡараһы”, “Сәғәт моңо”, “Фатихамды һеҙгә бирәм” тигән китаптары бар. 1995 йылда шағирәгә “Фатихамды һеҙгә бирәм” тигән шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
4.2. “Эй, яҙмышым минең” шиғырын уҡыу.
Проблемалы һорау: Хәҙер мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ, уҡыусылар, шиғыр ни өсөн, “Эй, яҙмышым минең” тип атала, тигән һорауға яуап әҙерләп ултырығыҙ.
2-се слайд.
4.3. Һүҙлек эше.
Әүерелергә – әйләнергә;
Яҙмышым – тормошом;
Ҡырғын – яу, бола;
Хәләл – көс түгеп,хеҙмәт менән табылған;
Йәншишмә - әкиәттәге тереклек шишмәһе.
4.4. Ял минуты.
5.Шиғыр өҫтөндә эш.
5.1. Үҙ аллы уҡыу.
- Уҡыған саҡта, уҡыусылар, шиғырҙың асылына төшөнөргә тырышығыҙ.
Проблемалы һорау: шиғырҙы нисә бүлеккә бүлергә мөмкин?
5.2. Бүлекләп уҡыу.
- шиғырҙы нисә бүлеккә бүлдегеҙ? (4)
Хәҙер шиғырҙы бүлекләп уҡыйыҡ һәм һәр бүлек өҫтөндә эшләйек.
- Беренсе бүлек (1-се уҡыусы уҡый)
- Ни өсөн Ф.Туғыҙбаева: “Һине аңлау өсөн далаларың кеүек киң күңелле, йылғаларың кеүек моң-һағышлы... булыу кәрәк,”-ти. Ошо юлдар аша һеҙ Башҡортостан ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Урмандарҙы, йылғаларҙы.. тасуирлау өсөн тағы ниндәй һүҙҙәр, сағыштырыуҙар табып була?
- Икесе бүлек (2-се уҡыусы уҡый)
- Һеҙ был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Шағирә кемдәрҙе күҙ уңында тота? (Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин һ.б.)
- Улар ни өсөн көрәшкәндәр? (Ерем, илем тип)
- Ни өсөн шағирә Урал батыр образын файҙалана?
3-сө слайд.
- “Урал батыр” ҡобайырын 1910 йылда М.Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алған. Урал батыр – үлемһеҙлек образы. Ул тере һыу таба һәм халыҡты, тәбиғәтте үлемһеҙ итә. Тимәк, Урал батыр халҡы өсөн үҙенең ғүмерен йәлләмәй. Беҙҙең бик күп батырҙарыбыҙ, Урал батыр кеүек, Тыуған илем,тыуған ерем, туған телем, халҡым тип көрәшкәндәр.
- Өсөнсө бүлек (3-сө уҡыусы уҡый)
- Йырҙарыҙды ергә күмһәләр ҙә, ҡурай булып сәскә атҡан йырың0,-тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
- Халыҡты ҡырып ҡына халыҡ хәтерен, халыҡ йырҙарын бөтөрөп булмай. Һәр болаға, һәр ихтилалға ҡарата халыҡ йырҙар ижад иткән. Йырҙарҙа халыҡтың зары, яҙмышы сағылған, һәм ул йырҙар кешеләр араһында киң таралған, бөгөнгә тиклем килеп еткән.
4-се слайд.
- Уҡыусылар һеҙ ниндәй халыҡ йырҙарын беләһегеҙ?
- “Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа, үткерлеге уның ҡылысында,”-ти шағирә. Ни өсөн шулай ти? (Бында шағирә С.Юлаевты күҙ уңында тота. С.Юлаевтың телен ҡырҡып алһалар ҙа, йыраҡҡа мәңгелек каторгагға ебәрһәләр ҙә, халыҡ уны онотмай, һағынп, йырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән һәм итә.)
- Дүртенсе бүлек (4-се уҡыусы уҡый)
- Был бүлекте уҡығанда һеҙгә ниндәй һүҙҙәр, ниндәй юлдар бигерәк тә тәьҫир итте һәм ни өсөн?
- Ни өсөн шағирә: “Уттан сыҡҡан өсөн һәр бер һүҙең балҡый яҡты йөҙөң”,-ти? (шағирә һәр кемде иле, теле, ере өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшергә саҡыра. Һәр кеше үҙ иленең ысын гражданы, патриоты булырҫа тейеш.)
- Ә һеҙ, уҡыусылар, Тыуған илебеҙ шаулап, гөрләп үҫһен, сәскә атһын өсөн ни эшләргә тейешбеҙ? (Яҡшы уҡырға, мәктәпте тамамлағас, яратҡан һөнәр һайлап, Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ.)
- Һәр кем дә шулай уйлап эш итһә, еребеҙ ҙә, телебеҙ ҙә юғалмаҫ.
6.Йомғаҡлау.
- Шиғыр ни өсөн, “Эй, яҙмышым минең” тип атала инде?
- Маҡсатыбыҙға ирештекме?
-Беҙ был дәрестә Башҡортостан, уның иҫ киткес бай тәбиғәте, эшһөйәр халҡы тураһында һөйләштек, арҙаҡлы шәхестәрен иҫкә алдыҡ. Ә инде республикабыҙҙың киләсәге, яҙмышы һеҙҙең ҡулда.
7.Рефлексия.
- Уҡыусылар, бөгөн дәрестә нимә өйрәндек?
- Дәрестән нимә алдыҡ?
- Нимә оҡшаны, оҡшаманы? Йылмайлаҡтар менән кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ. (Смайлик)
8. Өйгә эш.
- Өс йүнәлешле өйгә эш.
- “Башҡортостан” темаһына шиғыр яҙырға;
- шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса һүрәт төшөрөгә;
- шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.
9.Баһа ҡуйыу.
Уҡыусылар, баһалар ҡуйыу буйынса һеҙҙе7 ярҙам кәрәк ине. (Бер-береһенә баһа ҡуйыу)
- Дәрес өсөн рәхмәт, һау булығыҙ.
Яҡты ижад
Маҡсат:
- Рәми Ғариповтың тормош юлын, ижадын байҡау, нығытыу;
- Ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу;
- Шәхескә һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
- Рәми Ғариповтың портреты;
- Китаптар күргәҙмәһе;
- Йондоҙҙар;
- Дөрөҫ яуапты күтәреү өсөн 1-ҙен 5-кә тиклем карточкалар;
- Компьютер;
- Проектор.
Сараның барышы:
Алып барыусы:
-Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шулай шатлана.
- Беҙ бөгөн был залға бөйөк шағирҙарыбыҙҙың береһе – Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған “Яҡты ижад” исемле “Йондоҙло сәғәт”кә йыйылдыҡ. Уйын барышында беҙ уның тормош юлын, ижадын байҡап үтәсәкбеҙ.
- Хәйерле сәғәттә!
I тур. 1-се өлөш.
1-се слайд.
1 | 1946 | 4 | 1992 |
2 | 1932 | 5 | 1977 |
3 | 1950 |
- Рәми Ғарипов Салауат районы Арҡауыл ауыында колхозсы ғаиләһендә донъяға килгән.
? Нисәнсе йылда тыуған? (2)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок английского языка во 2 классе "Городская мышь, деревенская мышь. Развитие навыков аудирования и говорения"
Урок заканчивает учебную тему “I like food”, связан с предыдущими и является завершающим уроком....
Самоанализ урока английского языка "Городская мышь, деревенская мышь. Развитие навыков аудирования и говорения"
Самоанализ урока — это мысленное разложение проведенного урока на его составляющие с глубоким проникновением в их сущность, задачи с целью оценить конечный результат своей деятельности путем сравнения...
З.Биишеваның "Йәшәү -хеҙмәт" шиғырын өйрәнеү
дәрес өлгөһө...
Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс
Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....
Приемы управления мышью. Указатели мыши.Раздаточный материал и Тест
Приемы управления мышью. Указатели мыши.Раздаточный материал и Тест...
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.
1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...
Ф.Рәхимғолованың “Мин – Башҡортостандан “шиғырын өйрәнеү.
Ф.Р2хим4олованың “Мин – Баш7ортостандан “ши4ырын өйрәнеү....