Конспект урока на тему " Дуҫтарым күп" .К.Кинйәбулатова 7 класс. Башкирский государственный язык
план-конспект урока (7 класс)

Закирова Радина Надимовна

 Конспект урока " Дуҫтарым күп" .К.Кинйәбулатова в 7 классе.Башкирский государственный язык.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл otkrytyy_urok_dustarym_kup_.docx24.74 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: К.Кинйабулатова .Дустарым куп. 
Маҡсат:  
1. Дуҫлыҡ тураһында белемдәрен арттырыу. Мөнәсәбәт һүҙҙәр

2. Үҙ фекереңде әйтергә өйрәтеү. Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу

3. Балаларҙа әхлаҡ тәрбиәһе булдырыуға булышлыҡ итеү, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты ҡәҙерләй һәм һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белергә өйрәтеү.

Дәрес төрө: Яңы тема өйрәнеү

Белем биреү бурыстары
• Уҡыусыларҙы хатаһыҙ эшләргә өйрәтеү;
• Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу;
• Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.
Үҫтереү бурыстары
• Һүҙлек запасын байытыу;
• Коммуникатив компетенцияны үҫтереү;
• Һөйләү телмәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи бурыстар:
• Коллективта эшләргә өйрәтеү;
• Уҡыусыларҙа дуҫлыҡ хисе тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлау, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, системаға һалыу;
б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү;
в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана белеү.
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, төркөмдә эшләй белеү күнекмәләре булдырыу.
Йыһаҙландырыу: компьютер, проектор, экран, презентация материалдары, дәреслек, таратма материал.( мәҡәлдәр) ,аудиояҙма Дуҫлыҡ тураһында йыр,ҡурай сәсәге ( төрлө эш төрҙәре менән)
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле: Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.
Хәйерле көн , һаумыһығыҙ, уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын!
Уҡыусылар, тағы бер ғәжәйеп матур, гүзәл көн тыуҙы. Ошо матур көнгә ҡарап, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Бер-беребеҙгә йылмайып, уңыштар теләп бөтәбеҙҙе сәләмләйек тә, дәресте башлайыҡ.
Башлана дәресебеҙ,
Ун булһын һәр эшебеҙ.

 — Башkорт телендǝ дѳрѳç hѳйлǝшер ѳсѳн телдǝрҙе шымартып алайыk ǝле.

Артикуляционное упражнение

Башҡорт иле – изге төйәк,  ( Слайд   1)

Дуҫ йәшәй барса милләт.

Киң күңелле халҡым өсөн

Дуҫлыҡ  көсө бик ҡиммәт.

Яйлап ҡына ултырабыҙ ҙа бер хикәйәт тыңлайыҡ.
Борон – борон заманда бер бейек тауҙа бер ғаилә йәшәгән. Улар бик ярлы булған. Бер төндә уларҙың ишеген өс кеше шаҡыған. Өйҙәре бәләкәй булғас хужа уларға: Берегеҙ генә инегеҙ өйөм бик бәләкәй минең тигән һәм Һеҙ кемдәр һуң тип һораған. Беҙ Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ тигәндәр улар. Һин ҡайһыбыҙҙы саҡырһаң шул инер тигәндәр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хужа өйөнә кемде саҡырған икән?( Дуҫлыҡты)
Ни өсөн дуҫлыҡты саҡырған?
Дуҫлыҡ өйөнә ингәс, ғаиләгә бәхет тә байлыҡ та килгән. Был ысынлап та шулай дуҫлыҡ булған ерҙә- бәхет, бәхет булһа, байлыҡ та була.
Тимәк, уҡыусылар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?

Слайд 2-3
- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы Дуҫлыҡ тураһында. Беҙ уны Дуҫтарым күп  тип алайыҡ.
- Бик яҡшы, ә ниндәй маҡсаттар ҡуярбыҙ икән?
-беҙ бөгөн дәрестә дуҫлыҡ тураһында күбрәк белергә,
-ошо темаға ҡағылышлы һүҙҙәр менән танышырға,
- дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәнеү.
- Бер – беребеҙ менән дуҫ, татыу йәшәргә кәрәклеген тағы ла бер ҡат иҫкә алырбыҙ.
-Әйе, уҡыусылар, шулай уҡ беҙ һеҙҙең менән яҙыусы Кәтибә Кинйәбулатованың «Дуҫтарым күп » шиғырын  уҡып, үҙебеҙ яҡшы дуҫ була алабыҙмы, юҡмы икәнен аңларға тырышырбыҙ.

2. Тема өҫтөндә эш
Һорауҙарға яуап биреү.
Дуҫ, дуҫлыҡ тибеҙ. Слайд 3,4,5.
- Ә нимә ул дуҫлыҡ ? ( фекерҙәрен тыңлау)
- Бер – берен менән нисек йәшәргә кәрәк?( дуҫ йәшәргә)
- Дуҫлыҡ булһа эш нисек бара?( ыңғай бара)
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә дуҫлыҡҡа бына нисек аңлатма бирелгән. Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы, ышаныслы мөнәсәбәт.

Уҡыусылар,мин бөгөн дәрескә ҡурай сәсәге алып килдем,ул ябай сәскә түгел , тылсымлы сәскә, уның тажында төрлө эш төрҙәре  яҙылған. Ҡурай сәсәге башҡорт халҡының дуҫлыҡ символы, ул ете ырыуҙың дуҫ,татыу йәшәүен аңлата.   Слайд 6-7

1.Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Кәтибә Кинйәбулатованың «Дуҫтарым күп”шиғыры менән танышып үтәрбеҙ. Кәтибә Кинйәбулатова  15 сентябрьҙың 1920 йылда Башҡортостандың Арғаяш районы  Маулит ауылында тыуа ( хәҙерге Силәбе өлкәһе) 1941-1953 йылдарҙа Арғаяш районы Ҡолой ауылында уҡытыусы булып эшли. 1953 йылдан Өфө ҡалаһында  редакцияла баш редактор булып эшли. Уның 30 ашыу әҫәрҙәре бар. Ул уҡыусылар өсөн бик күп әҫәрҙәр ижад итә.Шулай уҡ Бөйөк Ватан Һуғышы йылдары тураһында әҫәрҙәре куп.

Слайд   8,9,10.  

Слайд 11,12.

Рәсәй Федарацияһы президенты указы менән 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы президенты тарафыннан 2025 йыл Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғайлә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

  1. Кәтибә Кинйәбулатованың «Дуҫтарым күп” әҫәре менән танышыу.

     ( 106 бит, 5 –нсе күнегеү) Текст өҫтөндә эш.

  • Уҡытыусы тасуири уҡый.
  • Уҡыусылар сылбырлап уҡый.
  • Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш алып барыу. Слайд 13
  • -Һорауҙарға яуаптар биреү 108 бит
  • Текстан кеше исемдәрен табыу. Географик атамалар : ауыл ,ҡала исемдәрен табыу. Улар һөйләмдә нисек яҙыла?
  • - Башҡорт халыҡ аштарын ,эсемлектәрен табығыҙ.Слайд 14,15.

Слайд 16.

Модальные слова грамматик тема өҫтөндә эш.. Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү,һөйләмдәрҙә мөнәсәбәт  һүҙҙәр ҡулланыу.107 бит

  1. Дәфтәрҙә эш. Дуҫтарым күп шиғырынан  кеше исемдәрен,ҡала һәм ауыл исемдәрен  , башҡорт халҡының милли аштарын күсереп языу.

4.Дуҫлыҡ тураһында йыр йырлап ял итеп алайыҡ.( ҡурай тажының беренсе эше)

         Бик күнелле ял иттек, ә хәҙер матур итеп ултырҙыҡ.


5. Төркөмләп эшләү- Ә дуҫ ул ниндәй булырға тейеш? Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана.
Ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш һун? Ошоно асыҡлар өсөн әҙ генә ярышып алайыҡ. Һеҙҙең алда ысын дуҫ һәм ялған дуҫҡа туры килгән сифаттар яҙылган һүҙҙәр ята. Һеҙ ошо һүҙҙәрҙен үҙегеҙгә генә тура килгәндәрен һайлап алығыҙ һәм дөрөҫ итеп уҡырға әҙерләнегеҙ. (Уҡыусыларға Ысын дуҫ, ялған дуҫ тигән яҙыуларҙы бирәм, улар тейешле һүҙҙәрһе йыйалар)
Ярҙамсыл - заботливый ,тоғро – верный, аҡыллы- умный, икейөҙлө – двуличный, ышаныслы – надежный, тәртипле – примерный,
алдаҡсы – врун,көнсөл – завистливый, ышанырға ярамай торған - нельзя доверять, тотанаҡһыҙ- неуравновешенный.
Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең.
6.Балалар һәр кешенең яҡын дуҫы була. Әйҙәгеҙ әле һеҙҙең яҡын дуҫтарығыҙ менән танышайыҡ. ( уҡыусылар үҙҙәренең дуҫтары тураһында уҡый) ответы 2-3 детей.

- Һеҙҙең дуҫтарығыҙ булыуға мин бик шатмын.

7.Балалар, дуҫлыҡ элек – электән үк кешене битараф ҡалдырмаған. Кешеләр дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында мәҡәлдәр уйлап сығарғандар. Һеҙ дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
Балаларҙан мәҡәлдәр әйттереү. - Нисек уйлайһығыҙ, дуҫлыҡ ул кешеләр араһында ғына буламы? Слайд 17-18
Слайд 19

8.Дуҫлыҡ кешеләр араһында ғына түгел, илдәр, күршеләр ,туғандар араһында ла була.Беҙҙең Башҡортостанда 100 – ашыу милләт йәшәй,улар барыһы ла дуҫ ,татыу йәшәй. Ә баш ҡалабыҙ Өфөлә Дуҫлыҡ монументы бар.  Һеҙгә Дуҫлыҡ монументы тураһында белешмә әҙерләп килергә ине. Слайд 20-21

-Башҡортостанда 1998 йылда халыҡтар дуҫлығы ордены булдырылған. Ул Рәсәй һәм сит ил вәкилдәренә бирелә.

-С.Юлаев һәйкәле янында Дуҫлыҡ йорто төҙөлдө.

9.Ысын дуҫ ниндәй булырға тиеш .

 – Әйҙәгеҙ ошо һорауға яуаптар бирәйек. Слайд 20

10.Ә хәҙер, уҡыусылар, ижади бирем. Дуҫлыҡ ағасы төҙөп ҡарайыҡ.
• Ағас – ул һеҙҙең синыф, ботаҡтарына дуҫлык өсөн мөһим булған сифаттарҙы яҙып сығаһыҙ, ә япраҡтарына бу сифаттарға эйә булған синыфташтарығыҙҙың исемдәрен яҙаһыҙ. (Уҡыусылар тарафыннан).
• Афариндар.

11.Һүҙлектәр менән эш. Дуҫлыҡ һүҙенә синоним һәм онтонимдар табырға.
Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү.
-Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
Әйҙәгеҙ хәҙер дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен ҡабатлайыҡ.
Кешене тыңлай белергә.
Кәрәк саҡта ярҙам итергә
Үҙеңде өҫтөн ҡуймаҫҡа
Шат күңелле булырға...


Дәрестә актив ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт.
Дәрестә мин ……………… белдем.
Мин …………………….. өйрәндем.
Миңә ………………….... оҡшаны.
Бөгөнгө дәресебеҙ хәтерҙә ҡалһын өсөн ошонда ҡуйайыҡ

4. Баһалау.

5. Өй эше Өй эше итеп мин һеҙгә һайлап алырға 3 төрлө эш бирәм.

1. “Минең яҡын дуҫым” темаһына хикәйә төҙөргә.
2. Дуҫтар һүзенә ребус, кроссворд төҙөргә.
3.«Дуҫтыңа хат яҙырға»
Дәресте шиғри юлдар менән теүәллиһем килә
Дуҫ йәшәргә кәрәк ер йөҙөндә
Дуҫтар кәрәк һәр бер  кешегә
Дуҫлыҡ булһа, йәшәү күңелле
Ыңғай булыр  һәр бер эшең дә.
Эштәрегеҙ уң булһын !

Наш сегодняшний урок хочу завершить стихотворением о дружбе.

Дружба – это дар нам свыше,
Дружба – это свет в окне;
Друг всегда тебя услышит,
Он не бросит и в беде.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект урока по теме "Умножение натуральных чисел и его свойства", 5 класс

Хочу поделиться с коллегами своими формами работы с учениками 5 класса, которые способствуют активизации деятельности каждого ученика в классе, предоставляя возможность учителю во время устного с...

конспект урока по теме: "Волейбол" с применением групповых технологий в 11 классе

Современные групповые технологии на уроках волейбола в школе....

Конспект урока по теме: «Рождество». Технология эффективного обучения посредством ролевой игры. Класс: «3»

Главная дидактическая цель урока:Определить уровень сформированности усвоения лексики по теме «Рождество», музыкальная фонетика, формирование навыков работы на сцене. Ролевые игры. Развиваю...

Конспект урока по теме: "Сельское хозяйство после отмены крепостного права". 11 класс

Конспект урока по теме "Сельское хозяйство после отмены крепостного права". 11 класс....

Конспект урока по теме "Система образования в Британии и России" 8 класс с углублённым изучением английского языка.

Конспект урока по теме "Система образования в Британии и России" 8 класс с углублённым изучением английского языка....

План-конспект урока на тему «Окресности» (My neighbourhood) к УМК «Spotlight» 6 класс (5ый год обучения) Урок 3 Модуль 2

Задачи: 1) активизация в речи изученной ранее тематической лексики и введение новых слов, обозначающих названия магазинов и учреждений.2) развитие умений аудирования с выбо- рочным пониманием зад...

План-конспект урока по теме : Готовим сами (УМК Английский в фокусе, 8 класс, урок 2d).

Представленный план-конспект урока демонстрирует интеграцию аутентичного видеоматериала при изучении темы Готовим сами (УМК Английский в фокусе, 8 класс)...