М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм
план-конспект урока (8 класс) по теме
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yarlykau_povesy_buyynsa_dres-khokom.doc | 51.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса
дәрес-хөкөм.
(8 класс)
Тема: Язаларға ярамай ярлыҡарға….
Маҡсат:
1.Мостай Кәримдең биографияһына байҡау яһау. Кластан тыш уҡыу китабынан М.Кәримдең Ярлыҡау повесы буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау,әҫәргә тулы анализ биреү.
2.Әҫәрҙәге ваҡиғалар аша,геройҙарҙың холоҡ-фиғеле аша уҡыусыларҙы уйға һалыу, хөкөм итеүҙең ике яҡлы аҡса кеүекбулыуы тураһында төшөнсә биреү.
3. Һөйләү телмәрен байытыу,фекрләү ҡеүәһен үҫтереү,тормош тураһында уйланыу.
Дәрес барышы: (Экранда Мостай Кәримдең фотоһы)
Уҡытыусы:
-Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙгә минең бер үтенесем бар: Кем терһәген тешләп ҡарай ала? (уҡыусылар терһәктәрен тешләп ҡарайҙар) Ни өсөн дәресемде ошондай һынауҙан башлап ебәреүемде,дуҫтарым,һуңыраҡ дәрес барышында аңларһығыҙ тип уйлайым. Ә хәҙер әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ.Асҡыс һүҙҙәргә таянып, Мостай Кәрим тураһында алда уҡылған дәрестәрҙә алған мәғлүмәттәргә байҡау яһап алайыҡ әле.
(Интерактив таҡтала асҡыс һүҙҙәр асыла):
- Шишмә(уҡыусыларҙың яуабы: Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.)
- Кендек(яуап: М.Кәримдең ҡушаматы.Ул бының турала үҙенең автобиографик әҫәре “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә яҙа.)
(экранда”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән фотолар)
- Һуғыш(яуап: М.Кәрим 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында тәүге көндәренән алып 1945 йылдың 9 майынаса ҡатнаша,еңеүҙе ул Вена ҡалаһында ҡаршылай)
- Мираҫ(яуап: М.Кәрим ижад иткән әҫәрҙәрҙе һанап сығыу)
- Дан( яуап: М.Кәримдең алған исемдәре һәм премияларын һанап сығыу)
Экранда:
1964йыл- Башҡортостандың халыҡ шағиры
1967йыл-“ Һайланма әҫәрҙәр”енең 1 томы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
1967 йыл- “Ай тотолған төндә” трагедияһы өсөн К.С.Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы
1972 йыл- “Йылдар эҙенән” шиғырҙар йыйынтығы өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә
1978 йыл- “Хәбәр көтәм” китабы өсөн Андерсен исемендәге халыҡ-ара Почетлы диплом менән бүләкләнә
1979 йыл- 60йәше тулыу уңайы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме, Ленин премияһы бирелә.(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы, “Ташлама утты, Прометей” трагедияһы)
2000йыл- М.А.Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия менән бүләкләнә.
6. Исеме( яуап: М.Кәримдең исеме нисек мәңгеләштерелгәнен һанап китеү)
Экранда:
Өфөләге Милли йәштәр театры М.Кәрим исемен йөрөтә.
Тыуған ауылындаһәм Өфөлә музейҙары бар.
Урам исемдәре.
Уның тураһында яҙыусы,шағирҙар бик күп әҫәрҙәр яҙа.
М.Кәримдең әҫәрҙәре республикабыҙ театрҙарында ҡуйыла.
Экранда: М.Кәримдең фотоларынан коллаж асыла.
Уҡытыусы:
-Афарин! Бөйөк шағирыбыҙ тураһында күп беләһегеҙ. Бөгөнгө дәресебеҙ уның мираҫының алтын фондын тәшкил иткән әҫәре – “Ярлыҡау”повесы буйынса буласаҡ. Был дәресте мин Дәрес-хөкөм тип атаным һәм темаһын
Язаларға ярамай ярлыҡарға
тигән исем аҫтында алдым.
Маҡсатыбыҙ: уҡылған әҫәргә тулыһынса анализ яһап,дәрестең һуңында төп геройға үҙ хөкөмөгөҙҙө сығарыу һәм темабыҙҙа төшөп ҡалған бик мөһим тамғаны ҡуйыу.(уҡытыусы бында төшөп ҡалған өтөр тураһында һүҙ йөрөтә,тик уҡыусыларға әйтеп бөтөрмәй).
Әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү.
Любомир Зух хыялланып ерҙә ята,күҙҙәре күккә төбәлгән. Уның күкрәгенә алма килеп төшә. Салҡан ятҡан килеш егет алманы ала ла:
-“Алма беш,ауыҙыма төш”.-тип теләп кенә ята инем. О тәңренең рәхмәте!- ул тороп ултыра ла мосолмандарса доға ҡылғандай,ике ҡулын күккә һона- Рәхимеңә рәхмәт,хоҙа! Бисмилла!
Яҡында сылтырап көлгән тауыш ишетелә. Зух һикереп тора,уның алдына Мария Тереза килеп баҫа:
- Абау,ҡаштары! Инеп китһәң,аҙашып ҡалырһың,-ти ҡыҙ.
- Абау,күҙҙәре!-ти Любомир.- Бер батһаң,ҡалҡып сығырмын тимә.
- Сығырһың,минең күҙҙә сүп тормай ул.-тип семетә Мария Тереза.
Любомир Зух асыуына һәм ғәрләнеүенә сыҙай алмай ҡыҙыл алманы умырып тешләп ала:
- Ух,тәмлелеге!-Любомир, хәйләкәр йылмайып,алманың бөтөн ҡалған ҡыҙыл битен йәнә ауыҙына килтерә,тик тешләмәй, сутылдатып өс тапҡыр үбеп ала.-Быныһы-һинең уң битең,быныһы-һул битең….Быныһымы? Быныһы-ирендәрең? Их!!!
- Улайһа,кискә мин һиңә бер биҙрә алма килтерермен. Төн буйы үбешеп сығырһың. Алма етмәһә, картуф бар. Өҫтәрмен…..
Любомир төҙ баҫып ҡыҙға честь бирә:
-Сержант Любомир Зух!
- Мария Тереза Бережная. Бер кем дә түгел.
- Мария…Тереза….бер үҙенә ике исем…..Сәйер…
Уҡытыусы:
- Нисек уйлайһығыҙ? Ниндәй хис-тойғолар үтте ошо ике йәштең тәүге танышыуында? (әңгәмәләшеү)
-Нимә ул Мөхәббәт?(был һорау экранда сыға,уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән бүлешәләр)
Экранда:
О Мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап,солтан ир иттең.
Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең.
О Мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап,телһеҙ тилмерттең?
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең.
О Мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың…
Мостай Кәрим.
- Мөхәббәттең символы нимә? (таҡтаға ҡағыҙҙан эшләнгән йөрәк һүрәте ҡуйыу)
Уҡытыусы:
- Артабан әҫәрҙә ниндәй ваҡиғалар була?(Любомирҙың Марияға барыуы,уның төнөн юлда бәләгә тарыуы тураһында, Ефимий Лукичтың иртәгәһенә үк хәрби лагерға килеүе, Зухты ғәйепләүе тураһында уҡыусылар һөйләй)
Капитан Казаряндың һайлауы.Экранда:
Беренсе юл- Любомир Зухтың төнгө мажараһы тураһында әле батальондан ситтә бер кем дә белмәй. Зух тураһында хәбәрҙе йоморға,тиҙ үк машина кузовына бер тоҡ тары ярмаһы һалып китергә лә шуны һауын кәзәгә алмаштырырға,әкәзәне Ефимий Лукичҡа илтеп тапшырырға,ике тауыҡ хаҡын аҡсалата түләргә.
Икенсе юл- хәтәр,ҡурҡыныс. Бригада командирына шылтыратыу: “Миңә ышанып тапшырған батальонда “ЧП.” Килеп доложить итергә рөхсәт һорайым.”
Уҡытыусы:
-Ни өсөн Казарян икенсе юлды һайлай?
-Нимә ул хәрби тәртип?
-Нимә ул дезертирлыҡ?
Ефимий Лукичтың Капитан Казарянға килеүе сәхнәләштерелә:
-Килгәнһең. Күрәм.Иҫәнме?-капитандың тауышынан ҡорос сыңы яңғырай.
-Иҫәнлек бар ҙә ул…-һүлпән генә яуап ҡайтара Лукич.
-Мин һиңә әйткән аманатты ебәргәйнем.Алғанһыңдыр.
-Алманым. Рөхсәтһеҙ ҡалдырып киттеләр.
-Һуң,тағы нимә кәрәк һиңә?
-Кәрәкмәй. Үҙемә бер нәмә лә кәрәкмәй. Бүтәнгә кәрәк.-Ефимий Лукич тауышын күтәрә төшә.-Мәрхәмәт кәрәк! Ярлыҡау кәрәк! Хата-енәйәт түгел! Йолоу кәрәк! Әжәл сәбәпсеһе итмәгеҙ мине,хоҙай хаҡы өсөн! Ярлыҡау кәрәк! Мин бит уның ғәйебен юйҙым. Һеҙ ҙә юйығыҙ!..
-Әле эше бөтмәгән бит….
-Бөтмәһен дә,үтмәһен дә! Эш бөткәс яман булыр. Ярлыҡа һин ул егетте….Танкисты…..Бер емерек аласыҡ менән емтек кәзә өсөн харап итмә еләк кеүек йәш кенә баланы! Иҫән булһа,ул бит таш һарайҙар һалыр,көтөү-көтөү малдар үрсетер. Яҡла уны,командир!
-Әле бит иртән генә үҙең: «Сәүкә ояһы туҙҙырыусы ла яза алырға тейеш”-тигәйнең.
-И-и-и командир! Унан һуң ниҙәр генә булманы. Иртән ул һүҙҙәрҙе әйткән кеше мин түгел,бүтән берәү ине. Һин дә бүтән хәҙер. Эш уҙмаһа,тырыш!!!
-Сержант Любомир Зухтың яҙмышы минең ҡулда түгел-тегендә!..- ҡулы менән юғарыға күрһәтә капитан………
Сәхнәләштерелгән өлөшкә анализ яһау.
Уҡытыусы:
-Хәҙер инде ,уҡыусылар,тағы ла берҙе терһәктәрҙе тешләп ҡарайыҡ.Буйығыҙ етәме? Тимәк…….(әңгәмә)
Уҡытыусы:
(алдан әҙерләнгән сарҙы өйрөлтөп күрһәтә,тотҡаһын ысҡындырһа ла,сар өйрөлөүен дауам итә)
- Нимә әйтерһегеҙ,балалар?(уҡыусылар фекере)
-Эйе ,әҫәрҙәге майор әйткәненсә,”Юҡ,был туҡтата торған тәгәрмәс түгел…..”
Экранда:
Приговор: За тяжкое преступление,выразившееся в угоне путем обмана боевой техники в боевой обстановке,также в отсутствии избоевого порядка в течение более пяти часов,сержант Зух Любомир Дмитриевич по статье 193(7),пунктг, Уголовного Кодекса РСФСР,по закону военного времени,приговаривается к высшей мере наказания- расстрелу. Приговор немедленно привести в исполнение. Обжалованию не подлежит.
Уҡытыусы:
-Любомир Зух менән Мария Терезаның яҙмыштары шулай фажиғәле булып китеүендә нимә ғәйепле?(уҡыусылар һанай,уҡытыусы таҡтаға яҙыуҙарҙы йөрәкте уратып ҡуя бара һәм аҙағында ул йөрәкте икегә бүлеп йыртып ҡуя)
Ғәйеплеләр(уҡыусыларҙың фекере буйынса):
Алмағас
Алма
Мария Тереза
Мөхәббәт
Кәзә
Ефимий Лукич
Капитан Казарян
Лейтенант Йәнтимер Байназаров
Юл
Бронетранспортер
Һуғыш
Аласыҡ
Иң төп сәбәпсе- Һуғыш тигән һығымтаға килеү.
Любомир Зухты атырға алып килгән өлөштө уҡытыусы моңһоу көй аҫтына уҡый…. Кеҫә фонары тураһындағы өлөштө лә төшөрөп ҡалдырмай. Уның ҡаҙылған ҡәбергә барып төшкәс янып китеүен һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәк.( Уҡытыусы кеҫә фонарын яндырып уны ҡара сепрәк менән ҡаплай,әммә уның яҡтыһы барыбер яныуына барыһы ла шаһит була)
-Янып ҡалған кеҫә фонары тураһында уҡыусылар менән әңгәмәләшеү.
Экранда:
“Сержанту Л.Д.Зуху смертный приговор отменить,применить другую меру наказания.» 408\86
Уҡытыусы:
-Ә хәҙер,балалар, таҡтаға сығып темабыҙҙа төшөп ҡалған тамғаны(тыныш билдәһен) ҡуйһағыҙ ине.( бер уҡыусы сығып өтөрҙө ҡуя: Язаларға ярамай, ярлыҡарға)
-Ни өсөн өтөрҙө ошо ергә ҡуйҙығыҙ?(әңгәмә)
Уҡытыусы:
-Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙең алда ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла,серле лә томош ята. Төрлө тормош һынауҙарын үтергә тура килер һеҙгә,юлдарығыҙҙа төрлө кешеләр осрар…Шул ваҡытта аҙап ҡалмайынса,дөрөҫ юлды табып, ошондай тыныш билдәләрен үкенмәҫлек итеп ҡуя белһәгеҙ ине. Сөнки ТЕРҺӘКТЕ ТЕШЛӘП БУЛМАЙ,,,,,
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы буйынса презентация
презентация...