Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы буйынса дәрес-әңгәмә
план-конспект урока на тему

Саматова Әлиә Марс ҡыҙы

дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon dres.doc51.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ғәлимов Сәләмдең “Бала” поэмаһы буйынса

дәрес-әңгәмә

Маҡсат: Ғ.Сәләмдең бөгөнгө көндә лә актуаль булған әҫәре нигеҙендә намыҫ төшөнсәһе тураһында фекер алышыу, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: Проектор, ноутбук, презентация.

Дәрес барышы:

  1. Шытҡан бәрәңге (өҫтәлгә сығарып ҡуйыу)

      Уҡытыусы: Уҡыусылар! Мин һеҙгә шытҡан бәрәңге алып килдем, дәрес һуңында миңә ни өсөн алып килеүемде әйтерһегеҙ, әлегә уйланып ултырығыҙ.

      Уҡытыусы: Ә хәҙер бер-нисә секундҡа барығыҙҙың да күҙҙәрегеҙҙе йомоп тороуығыҙҙы һорар инем...Мин һеҙгә бер яҙма ишеттерәм, ә һеҙ шуны күҙ алдына килтереп ултырығыҙ яраймы.

(бала көлөүе-ноутбуктан яҙма тыңланыла-21 секунд һуҙыла)

       Уҡытыусы:

Ә хәҙер күҙҙәрегеҙҙе асып минең бер-нисә һорауыма яуап бирһәгеҙ ине:

1.Күҙ алдына ниндәй күренеш килде?(бала)

2. Ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

(Шатлыҡ, бәхет, йылылыҡ, яратыу)

(Экранда бала һүрәте асыла)

       Уҡытыусы: Бала... Ниндәй ул? (уҡыусылар балаға хас һыҙаттарҙы һанап китәләр)

(Экранда асыла: Бала шаян,көләкәс,йомшаҡ,матур,алсаҡ, саф күңелле, тәтелдәк, ҡыҙыҡһыныусан, илаҡ, иркә, тиктормаҫ, илгәҙәк, арбаусан, ...)

       Уҡытыусы: Эйе. Бөгөнгө беҙҙең һөйләшеүебеҙ ҙә тап ошо донъяның мөғжизәһе-балаға арналасаҡ. Беҙ һеҙҙең менән Ғәлимов Сәләмдең  “Бала” поэмаһы нигеҙендә ғүмер, тормош ҡороу, ғаилә һәм мөхәббәт, бала тәрбиәләү мәсьәләләре тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был әҫәр йәшәйеш, донъя көтөү, намыҫ, бәхет, кешелеклелек, үҙ бурысыңды аңлау һәм үтәү кеүек проблемаларҙы сағылдырыуы менән бөгөн дә актуаль.

(таҡтала дәрестең темаһы асыла)

Быуаттарҙан-быуаттарға уҡылып, үҙ актуаллеген юғалтмаған әҫәр яҙыусы бөйөк шағирыбыҙ тураһында белгәндәребеҙҙе тикшереп үтәйек. Экранда һеҙгә сигнал-һүҙҙәр асыласаҡ, нимә тураһында хәбәр итеүҙәрен миңә һөйләрһегеҙ                                                   экранда һүҙҙәр асыла:

1.Силәбе ( Ғ.Сәләм 1911 йылда Силәбе өлкәһе Сосновка районының Тәгеш ауылында тыуған)

2.Шоңҡар (Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡыған сағында ул башҡорт поэзияһында иң күренекле әҫәрҙәренең береһе булған “Шоңҡар” поэмаһын яҙа)

3.Минингит( 1939 йылдың июнь айында башланған грипп ауырыуы минингитҡа әүерелә. Ошо ҡаты ауырыуҙан Ғ.Сәләм 19 июндә вафат була)

4. 10 йыл ( Ғ.Сәләмдең әҙәбиәткә килгән һәм ижад иткән йылдар бары тик ун ғына йылды -      1929-1939 йылдарҙы үҙ эсенә ала. “Ун ғүмергә етерлек йәшәү дәрте йөрөткән шағирҙың ижад ғүмере бары ун йылдан тора”- тине, был йылдарҙы иҫкә алып, Баязит Бикбай)

5. Исеме (-1967 йылда республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия булдырылған;
- Силәбе өлкәһе Тәгеш ауылы эргәһендә үҫкән ҡайын Сәләм ҡайыны тип йөрөтөлә;
- Өфө ҡалаһының Ленин урамында Ғәлимов Сәләм йәшәп киткән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған)

Уҡытыусы: Ә хәҙер поэмаға күсәйек. Был әҫәрҙәге образдарға күҙ һалайыҡ.

-Кемдәр ул Сәйҙел, Зәйнәп?(Бер-береһен өҙөлөп яратҡан ике йәш йөрәк, улар ҡалала белем алыусы талиптар)

-Сәйҙел менән Әршит араһында ниндәй һөйләшеү була?( Улар араһында бала, ғаилә, яңы кеше, тормош тураһында һөйләшеү була, Әршиттең фекере буйынса ғаиләнең, баланың илгә файҙалы кеше булыуға ҡамасаулауы, илгә герой биреү хаҡындағы буш ялтырауыҡлы һүҙҙәр менән дәлилләргә тырышыуы, йәш ваҡытта үҙең өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк тип эгоистик маҡсаттарҙы алға килтереп ҡуйыуы Сәйҙелгә тәьҫир итмәй ҡалмай)

-Был һөйләшеү Зәйнәп менән Сәйҙелдең яҙмышына ниндәй йоғонто яһай?(Зәйнәп менән Сәйҙел араһына һалҡынлыҡ йүгерә, “сирень сәскәләрендәй саф хистәренә ҡырау төшә”,  Зәйнәп аборт эшләтә, башҡаса бала таба алмай)

                           Экранда мәҡәлдәр һәм шиғыр асыла:

Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай.

Аҡты ҡарайтыуы еңел.

Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.

                           Күк тимер, ҡайрау менән, алмас булмаҫ,

                           Кук ишәк, ҡорҙаш булып, моңдаш булмаҫ,

                           Алйот менән яман дуҫ юлдаш булмаҫ.

                                                   М.Аҡмулла “Инсафлыҡ”шиғыры.

-Кем ул Әршит?(Бер ҡайҙа ла эш урыны таба алмаған, ғаилә ҡормаған, балаларын яҙмыш ҡулына ташлап йөрөгән кәкүк-атай)

-Ни өсөн автор уға шундай сәйер исем биргән?(уның йәмғиәт тормошондағы кирелеген, мещанлыҡҡа нигеҙләнгән әхлаҡ  принциптары араһындағы конфликтлы ситуацияларҙы көсәйтеү өсөн)

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ Әршиттең исеменең һәр бер хәрефенә тап ошо образға тап килгән холоҡ сифаттары уйлайыҡ.

Ә-әҙәпһеҙ, әрһеҙ, әрпеш,әтрәғәләм(тотороҡло эше, йәшәр урыны булмай илдән илгә йөрөгән кеше), әүермән(төрлө ҡиәфәткә инә торған мифик зат)

Р-рак(яман шеш),ризалыҡһыҙ,рухһыҙ,рыя(ике йөҙлөлөк, яһалма яҡшылыҡ, ихласһыҙлыҡ)

Ш-шаҡшы, шалапай(рус теленән ингән һүҙ-елғыуар), шарлатан(француз теленән үҙен ғилемле, булдыҡлы итеп күрһәтергә маташҡан елғыуар,наҙан), шомло,шәфҡәтһеҙ.

И-инсафһыҙ, илһеҙ.

Т- тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ.

(экранда кәкүк балаһының башҡа йомортҡаларҙы оянан этәп төшөрөү күренеше)

-Был күренеш һеҙгә нимә тураһында һөйләй?(кәкүктең балаһы оялағы башҡа йомортҡаларҙы этәп төшөрә, был тик үҙен генә уйлаған, яуыз, мәкерле күренеш)

-Кәкүк-ата,кәкүк-әсә тигән төшөнсәләр тураһында нимә әйтерһегеҙ?(Үҙ балаларын тәрбиәләмәй ташлап киткән ата-әсәләр була, балалар йорттарына, бала табыу йорттарында ҡалдырып  китәләр, олатай-өләсәйҙәр ҡарамағына ҡалдырып киткәндәр ҙә осрай, йә булмаһа, бөтөнләй сит-ят кешегә аҡсаға һатып китеүселәр ҙә юҡ түгел)

-Сәйҙел ниңә Әршиттең һүҙен тыңлай?( Әле үтә йәш булғанға, донъяны күреп белеү тәжрибәһе әҙерәк булғанға)

-Сәйҙел үҙ башы менән уйламаны түгелме?(Эйе, ул Әршиттең ялған фекеренә буталды, һөҙөмтәлә шулай күңелһеҙ ваҡиға булырын күҙ алдына ла килтерә алманы)

-Ә ниңә Зәйнәп Сәйҙелдең әйткәнен тыңланы?(Сөнки ул Сәйҙелде ярата)

“Зәйнәп-тәүге һөйөү яҙының

Гөлө булып шытты күңелдә”

“Ә кемдәр һуң үҙенең тәүге һөйөүен

Сирендәргә төрөп һағынмаҫ?”

-Кем ул Нәзирә?(Балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтереүсе ҡатын, Әршиттең алдаған ҡорбаны, шулай булыуына ҡарамаҫтан, ул улын ярата, бөтә тормошоноң йәмен унда күрә, һәр аҙымы өсөн ҡыуана һәм ғорурлана, “Балаһы булмаған кешеләр, минеңсә, бәхетһеҙ булалар”,-ти ул)

- Вәлишин тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?( Ауылда йәшәгән күп балалы ғаилә башлығы, ябай химия уҡытыусыһы, “Балаларҙы артыҡ  яратам мин, әллә уҡытыусы булғанға”,-ти ул)

Экранда поэманан өҙөк асыла:

Күрҙе улар:

Ҡайҙа барһалар ҙа

Бөйөк хөрмәт беҙҙә балаларға,

Иң ҙур һарай беҙҙә балаларға,

Иң күп сәскә беҙҙә балаларға,

Ҡара,һоҡлан, шатлан һин уларға-

Беҙҙең йәшәү дауамы уларҙа

Экранда мәҡәлдәр асыла:

1.Бала балдан татлы.

2.Бала күңеле-аҡ ҡағыҙ.

3.Балалы кеше-иң бай кеше.

4.Балалы өй-баҙар, балаһыҙ өй-маҙар.

5.Балаһыҙ ғүмер-һүнгән күмер.

Балдан татлы бала әсәгә,

Гөлдән наҙлы бала әсәгә.

Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән,-

Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...

Р.Ғарипов “Бал-бала”

-Хәҙерге заманда балаға ниндәй ҡараш?(Балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған, балалар баҡсалары, мәктәптәр, сәнғәт мәктәптәре, спорт усаҡтары, һ.б.)

-Һеҙ нисә бала үҫтерергә уйлар инегеҙ?

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы. Бар бәхете-әсә булыуҙа.

(экранда мәҡәл асыла)

 Бауырына бала баҫмаған, үҙе бала баҡмаған ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә нур булмаҫ.

 

Уҡыусылар! Бына был бәрәңге һеҙгә нимәләр тураһында һөйләй?(уҡыусыларҙың фекере). Эйе. Был бәрәңге матур итеп шытыҡтар ебәргән, тимәк уның йәшәргә, үҫергә, яҡты донъяны күрергә, ҡояшҡа үрелеп, ямғырға ҡойоноп, тамыр ебәрергә өмөтө һәм ышанысы ҙур.

Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Инйәр ауылы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы

10 класс өсөн Ғәлимов Сәләмдең “Бала”

поэмаһы буйынса дәрес өлгөһө

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

 уҡытыусыһы Ә.М.Саматова


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....