Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
план-конспект урока (11 класс) на тему
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
rmi_garipov_buyynsa_yomgaklau_drese.doc | 57 КБ |
Предварительный просмотр:
Рәми Ғарипов буйынса йомғаҡлау дәресе
( дәрес-уйын)
Маҡсат. Рәми Ғариповтың тормошо, ижады буйынса йомғаҡлау, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу; уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү; шағирға, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Шағирҙың портреты, китаптары, плакат, мультимедия проекторы, аудиояҙма.
Дәрес барышы.
1. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр яңғырай.
2.Тема, маҡсат әйтеү. Уҡыусылар, беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ башҡорт әҙәбиәте тарихында күренекле урын алып тороусы, милләтем, халҡым, телем, тип янып йәшәгән шағир Рәми Ғариповҡа арналыр. Уның тураһында белгәндәребеҙҙе нығытып, йомғаҡлап үтәйек. Дәресебеҙ «Бәхетле осраҡ» уйыны формаһында барыр.
(Төркөмдәргә бүлеү, төркөмдәрҙең бер-береһен сәләмләүе.)
Уҡытыусы. Рәми Ғарипов – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң шәхес һәм шағир булып өлгөрөп еткән быуын вәкиле. Аслыҡ- яланғаслыҡ, йәтимлектәр күреп йәшәгән шағир иртә донъянан китһә лә, халыҡтың шағирға булған мөхәббәте һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә.
Уның әҫәрҙәре бөгөн дә беҙҙең күңел донъябыҙҙы яҡтыртып, байытып килә. Ил яҙмышы, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу, замандың, тормоштоң иң үткер мәсьәләләрен күтәреү уның ижадында һәр саҡ үҙәктә торҙо. Уның ижады башҡорт әҙәбиәтендә күренекле урын алып тора.
1 - се гейм. «Барыһы ла уның тураһында». (Ҡайһы команда һорауҙарға тиҙерәк яуап бирер? Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)
Һорауҙар:
1) Рәми Ғарипов ҡасан тыуған? (1932 йылдың 12 феврале)
2) Атаһының исеме нисек? ( Йәғәфәр)
3) Өфөлә Рәми Ғарипов белем алған урын ? (9 – сы башҡорт мәктәбе)
4) Рәми Ғарипов ниндәй гәзит - журналдарҙа эшләй? («Совет Башҡортостаны», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»)
5) Рәми Ғарипов ниндәй исемгә лайыҡ була? ( Башҡортостандың халыҡ шағиры)
6) Рәми Ғарипов ҡайҙа тыуған? (Салауат районы Арҡауыл ауылы)
7) Башланғыс белемде Рәми Ғарипов ҡайҙа ала? (тыуған ауылы мәктәбендә)
8) Ни өсөн ул Мәскәүгә бара? (А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый)
9) Нисәнсе йылдарҙа профессиональ яҙыусы булып китә? (70-се йылдар)
10) Тәүге шиғыр китабының исеме? («Йүрүҙән»)
2 – се гейм. «Баш бутағыстар». ( командирҙар сиратлап номерҙар ала. Шул номерға тап килгән һорауҙар уҡыла. Һәр төркөмгә өсәр һорау. Шуларҙың береһе - «бәхетле осраҡ»-бүләк. Һәр дөрөҫ яуапҡа – 1 мәрәй.)
1) «Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе – ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;
Ҡарҙың башын ҡар ашап,
Туҙҙырмаһын улъяһын!
Рәми Ғариповтың был һүҙҙәре ниндәй әҫәренән алынған? («Уйҙарым» ҡобайыры)
2) Рәми Ғарипов кем ул? (шағир, тәржемәсе, тәнҡитсе, йәмәғәт эшмәкәре)
3) Тәүге шиғырҙар китабы нисәнсе йылда баҫылып сыға? (1954 йылда)
4) «ХХ быуат монологы» тип ҡуйылған әҫәр? («Дон Кихот»)
5) 1755 йылғы башҡорт ихтилаланың башлығы тураһындағы әҫәр? («Батырша» балладаһы)
6) «Бәхетле осраҡ»
( Музыкаль туҡталыш. Рәми Ғарипов шиғырына яҙылған йыр яңғырай)
3 – сө гейм. «Һин-миңә, мин- һиңә». (Һәр төркөм ҡаршы төркөмгә 4 һорау әҙерләп бирә . Һәр дөрөҫ яуапҡа- 1 мәрәй.)
4 – се гейм. «Лидер артынан». (Уйынды мәрәйе аҙ булған төркөм башлай. Һәр дөрөҫ яуапҡа-1 мәрәй.)
1 төркөмгә һорауҙар:
1) Рәми Ғариповтың туған тел тураһындағы ике әҫәрен әйтергә.(«Аманат», «Туған тел»)
2) Рәми Ғариповтың псевдонимдары? (Бабай, Рахметов)
3) Кемдәрҙең әҫәрҙәре Рәми Ғарипов тарафынан башҡортсаға тәржемә ителгән? (Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Ғ.Хәйәм, Ғамзатов һ.б.)
4) «Аманат»ҡобайыры кемгә бағышланған? (Ж.Кейекбаев)
5) Был әҫәрендә шағир уй-хыялдары менән ер шары буйлап гиҙә, күктәргә ашып китә, кеше күңелдәренә юл эҙләй? («Интегралдар поэмаһы»)
2 – се төркөмгә һорауҙар:
1) Рәми Ғариповтың тәржемәләр китабы нисек атала? (“Минең антологиям», «Ғүмәр Хайям. Робағиҙар»)
2) Рәми Ғарипов һүҙҙәренә ниндәй йырҙар яҙылған? («Кәкүк”, “Сыңрау торна”, «Салауат батыр”, «Именлек һөрәне» һ.б.)
3) Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар.
Был юлдар ниндәй әҫәрҙән алынған? (“Аманат»)
4) Ҡасан, ниндәй әҫәре өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була? («Табыныу»поэмаһы, 1988 йыл)
5) Рәми Ғариповтың ауылда эшләү йылдарында яҙылған шиғырҙар йыйынтығы нисек атала? («Һабантурғай йырҙары»)
5 – се гейм. «Рәми Ғарипов шиғырҙары». ( Һәр команданан берәр уҡыусы тасуири итеп шиғыр һөйләй. Тасуири һөйләүсегә – 1 мәрәй)
Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған шағир, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғарипов тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев һүҙҙәре менән әйткәндә: “Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара. Уның ысын ҡәҙере арта бара.” Эйе, Рәми Ғарипов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булып халҡыбыҙ хәерендә мәңгелек урын алды.
Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр яңғырай.
Дәресте тамамлау. Еңеүселәрҙе билдәләү, ҡотлау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Туған тел Р. Ғарипов
Мин халҡымдын сәскә күңеленән,Бал ҡортондай ынйы йыямын....
“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы
Предмет: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү....
Р.Ғарипов ижады буйынса "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны. Аҫылбаева Г.Л.
Интеллектуаль уйын...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау...
Рәми Ғарипов буйынса йомғаҡлау дәресе
Рәми Ғариповтың тормошо, ижады буйынса йомғаҡлау, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу; уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү; шағирға, уның ижадына...
"Кеше кешеләргә кәрәк булһын" Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес - уйланыу
ldquo;Кеше кешеләргә кәрәк булһын”(Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес – уйланыу)...