МОСТАЙ КӘРИМ ИЖАДЫНДА ПЕДАГОГИКА
статья
МОСТАЙ КӘРИМ ИЖАДЫНДА ПЕДАГОГИКА
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
mostay_krim_izhadynda_pedagogika.docx | 21.02 КБ |
Предварительный просмотр:
А.Р.Ғимашева
(МАОУ “Центр образования №35”, г.Уфа).
МОСТАЙ КӘРИМ ИЖАДЫНДА ПЕДАГОГИКА.
“Һүҙҙәремдән башҡа байлығым юҡ минең. Уныһы ла үҙемдеке түгел. Халҡымдың һүҙ ҡаҙнаһынан алып, һаҡлыҡ менән самалап ҡына тотонам. Һүҙ зәхмәтенән башҡа зәхмәт ҡағылманы миңә”[6,5] - тип әйтә ул бер әңгәмә барышында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге республика, РСФСР һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, халҡыбыҙҙың ил ағаһы Мостай Кәрим. Мостай Кәримдең ижады уҡыусыларҙың ижадын яулап ҡына ҡалманы, башҡорт халҡының рухи ҡаҙанышы, милли ғорурлығына әүерелде. Уның ижады хаҡында байтаҡ һүҙҙәр әйтелә, мәҡәлә яҙыла, ғилми эштәр донъя күрә. Күренекле педагог Ильяс Валеев был тәрән йөкмәткеле бөйөк кешенең ҡиммәтле бер яғын асты. Ул Мостай Кәримде педагог тип, ә уның һүҙен Мостай Кәрим мәктәбе тип атаны. Ильяс Вәлеевтың “Башкирская этнопедагогическая культура и Мустай Карим”, “Педагогика Мустая Карима”, “Нравственные уроки Мустая Карима” тигән китаптар яҙҙы.
Ильяс Валеевтың эшенә таянып, беҙ уҡыусылар менән Мостай Кәримдең ижадын өйрәндек. Беҙҙең төп маҡсат Мостай Кәрим ижадында әхләк, тәрбиә сығанаҡтарын эҙләү һәм Мостай Кәримде уҡытыусы, тәрбиәсе булған шәхес итеп таныу.
Иң беренсе сиратта беҙ “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Беҙҙең өйҙең йәме”, “Әлфиә хикәйәләре“, “Өс таған“ повестарын уҡып сыҡтыҡ. “Әлфиә хикәйәләре“ндә әле ботинка бауын да бәйлй белмәгән , ишек тотҡаһына ла буйы етмәгән бәләкәс Әлфиә ярҙамында яҙыусы балаларға ата-әсәһен тыңларға, уларға үпкәләп өйҙән сығып китергә ярамай икәнлеген аңлатып бирә. Ояһынан осоп төшкән сыйырсыҡты алып, уны уйынсыҡ урынына йөрөтөп, бесәй ауыҙына эләктергән Әлфиәнең ниндәй хата эшләүен асып һала. Ошо ваҡиғанан һуң Әлфиә күргән төш аша яуызлыҡҡа бармаҫҡа, яманлыҡҡа ла яҡшылыҡ менән ҡайтарыу кәрәклеген әйтә.
Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре лә күтәрелә уның ижадында. Йәй көндә урманда ҡоштар һарай, күбәләктәр оса, сәскәләр үҫә, бәшмәктәр бүртә, еләктәр бешә. Ошо күренеште лә яҡларға, һаҡларға кәрәклеген күрәбеҙ. “Беҙ инде тамам бешеп өлгөрҙөк” – тип һүҙгә килә еләк. Был юлдар ярҙамында тәбиғәт биргән балыҡты файҙаланыу, йыйып алыу кәрәклеге балаларҙы эшһөйәрлеккә өйрәтә. “Беҙ - ер менән ҡояш балалары“ – тип балаларға тәбиғәт тә бала кеүек, уны ҡурсаларға кәрәк тип әйтә шикелле.
“Өс таған“повесы ла Мостай Кәримдең әхләҡи мәктәбен тулыландыра. Иң беренсе сиратта, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеүсе иң сағыу образ Вәзир. Ул үҙенең яңылышыуҙары, хаталары менән уҡыусыға оло фәһем бирә. Вәзирҙе ыңғай герой тип тә, кире герой тип тә әйтеп булмай. Сөнки ул күп осраҡта яҡшылыҡ эшләйем тип тә яңылышып ҡуя. Иң беренсе һәләкәте лә “кемгәлер яҡшылыҡ эшләгеһе, кемделер ҡыуандырғыһы“ [103,4] килеп Шәрифулланың сумкаһынан сәлдергән һөйәк һаплы бәкене Башлыҡҡа бүләк итергә уйлай. Был хатаһы өсөн ул бик ҙур хаҡ түләй. Уны “Өс таған”дан сығарып ташларға тигән фарман иғлан ителә. Икенсе хатаһын да ул беренсе хатаһын төҙәтер өсөн башҡара. Шундай моңһоу сағында ул үҙен йондоҙҙар араһындағы иң тоноҡ йондоҙ менән сағыштыра. “Ниңә бер уға ғына бөтәһе лә тиҫкәре килеп сыға икән?”[110,4] – тип уйлай ул. Ул ошо ике яҡтың ҡап уртаһында тороп, үҙ юлын һайлай ғына әле. “Ниңә Вәзирҙең тура эше йыш ҡына кәкре ҡул менән эшләнә? “ [96,4]. Бәлки был һорауға яуапты башҡа образдарҙан эҙләп ҡарарға кәрәктер. Иң беренсе сиратта, Вәзирҙең әсәһе Ҡорбанбикәнең улына ҡарата мөнәсәбәте, уның үтә ҡырҡыу ҡылығы күҙгә салына. Ул малға ла, ҡош-ҡортҡа ла “бүре лә быуып йыҡмай бит”[108,4], “үләт ҡырһа йәндәрем тыныр ине”[109,4], - тип әйткән кеүек, улынан да ундай һүҙҙәрҙе йәлләмәй. “Вәзир тим, малай аламаһы. Ҡайтып ҡына ин. Бәреп үлтерәм хәҙер, муйының һынғыры”[109,4] тигән һүҙҙәр менән ауылды яңғыратып әрләй. Әсә кешенең икмәк-тоҙон, сәй-шәкәрен йәшереп тотоу ғәҙәте лә балала эҙһеҙ ҡалмай. Бала дүрт-биш йәштән тәм-том эҙләп ашаарҡа күнеккән. Үҙ әсәһенән ҡала ауылдың башҡа оло кешеләренең дә уға мөнәсәбәте бик яҡшыларҙан түгел. Быға миҫал итеп Яҡуптың әсәһе Гөлйемеш апайҙы алырға мөмкин. Ул үҙенең улынан ни булғанын һорамай тороп: “Әлеге Вәзирҙер инде, йөҙө ҡара” [127,4] – тип кеше балаһын ғәйепләй. Вәзир образына тағы ла бер күҙ һалып, иғтибарға алмай мөмкин түгел. Ул иптәштәре тарафынан ҡыуылһа ла, йәшерен генә ярҙам итә, тимәк уның уйында үс һаҡлау юҡ; әсәһе тупаҫ һүҙҙәр менән әрләгәндә лә уға йомшаҡ ҡына итеп яуап ҡайтара, тимәк ул ҡырыҫ бала түгел; әсәһе йәшереп ҡуйған тәмлекәстең дә ҙурыраҡ өлөшөн ҡустыһына бүлеп бирә, тимәк унда туғанлыҡ тойғоһо бар. Яҡуптың әсәһе уны йөҙөнә ҡарап ғәйепләгәндә лә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй, тимәк унда ололарға ҡарата ихтирам тойғоһо бар.Ваҡиғалар барышында уны бер кем дә өгөтләмәй, бер кем дә маҡтамай. Ләкин ул дөрөҫ юлды таба, үҙенә ҡарата иптәштәренең ыңғай ҡарашын кире ҡайтара ала. Вәзир тураһында һүҙҙе йомғаҡлап ошо юлдарҙы килтереү урынлы булыр ине.
Бер яҙыҡҡа дусар булдым,
Йәнә ҡылдым йөҙ сауап.
Яҙыҡтарҙы ярлыҡағыҙ,
Үткәндәргә салауат... [134,5]
”Өс таған”да фәһем биреүсе тағы бер образ – Яҡуп. Ауыл халҡы уны үҙ балалары өсөн өлгө итеп ҡуя. Шуға күрә ул Өлгө ҡушаматын йөрөтә. Өлгө кешегә лә был тормошта еңел түгел: ул яңғыҙ, иптәштәре юҡ, уны һанға һуҡмайҙар, төрткөләп алырға ла күп һорамайҙар. Был миҫал аша ата-әсә лә үҙенә фәһем ала. Бала үҫкән ваҡытта уҡыу һәм өйҙәге ваҡ-төйәк этәрҙән тыш тиңләштәре менән аралашыу, һыуҙа йөҙөү, урман гиҙеү ҙә мотлаҡ икәнлеген күрһәтә. Сөнки ул буласаҡ егет, һалдат, атай, кем өсөндөр терәк буласаҡ кеше.
”Өс таған”да тағы ла Ғабдулла менән Айҙар бар. Ғабдулла атайһыҙ, Нәғимә апайҙың аҡыллы һүҙҙәрен ишетеп йәшәй, ә Айҙар туғыҙ балалы ғаиләлә күҙгә салынмай үҫә. Улар ”тәртипһеҙ” ҙә ”өлгө” лә түгелдәр. Яҡуп менән Вәзирҙең ҡап урталығында тороп, уларҙың ”тәрбиәселәре” булып торалар. Әгәр улар Вәзирҙең боҙоҡлоғона иғтибар итмәһәләр, уға ”яза” бирмәгән булһалар, бәлки бала киләсәктә төҙәткеһеҙ хата эшләр ине. Ә Яҡуп иһә малайҙарса сыныҡтырала.
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ“ ты уҡығанда ла беҙ һәр бер һөйләмдә, һәр бер биттә тәрбиә сығанағына тап булабыҙ.
Шулай итеп, Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә кешеләргә үҙенең күңел хазинаһын да, зиһен байлығын да йомарт өләшә, аҡтан ҡараны, ямандан-яҡшыны айыра белегә өйрәтә. Кеше күңеленең сафлығын, күркәмлеген һаҡлау менән бер рәттән донъя матурлығын, тәбиғәттең йәмен һаҡлау мәсьәләһе тора. Аҡһаҡалдың ижади мираҫы бөгөнгө көн йәштәрен тәрбиәләү өлкәһендә ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Уның әҫәрҙәренән йәштәр тормошто аңларға, йәшәргә өйрәнә. Әҙип тыуҙырған ыңғай һәм кире образдар өлгөһөндә үҙҙәрендә әхләҡ сифаттарын тәрбиәләйҙәр.Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә ата-әсәләргә балаларҙы яҡшы тәрбиәләү өсөн миҫалдар килтерә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ”Был мәктәптә беренсе дәрес тантанаһы ла, һуңғы ҡыңғырау ҙа булмай. Был мәктәпкә гөлләмә тотоп килмәйҙәр, уның менән хушлашмайҙар. Был мөхиткә бер килеп эләккәнһең икән, ул мәңгелек. Кешеләр бында әленән-әле килә һәм тәрбиә серҙәрен аса. Бына ошо ул мөғжизәләрҙең-мөғжизәһе Мостай Кәрим мәктәбе”[5,2] – тип әйтмәгән. Шулай булмай мөмкин дә түгел. Сөнки Мостафа Сафа улы Кәримов булмышы менән педагог.
Уның әҫәрҙәрен уҡып, тикшереп, анализлап алғандан һуң беҙ тағы ла был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандыҡ. Әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыусы бала кешеме ул, оло кешеме, тәжрибәһе булмаған ата-әсәме ул үҙенә фәһем, кәңәш ала.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1. Валеев И.И. Педагогика Мустая Карима [Текст] // И.И. Валеев. - Уфа: Китап, 2003. – 224с.
2. Валеев И.И. Нравственные уроки Мустая Карима [Текст] // И.И.Валеев. - Уфа: Китап, 2008. – С .3 – 24.
3. Валеев И.И. Башкирская этнопедагогическая культура и Мустай Карим [Текст] // И.И. Валеев. Уфа: Издательство БГАУ, 2002. 143 с.
4. Мостай Кәрим. Өс таған. Повестар. Хикәйә [Текст] // Мостай Кәрим. – Өфө: Башҡортостандың китап нәшриәте, 1990.-192 б.
5. Мостай Кәрим. Шиғырҙар,поэмалар [Текст] // Мостай Кәрим. – Өфө. Башҡортостандың китап нәшриәте. 1985
© Ғимашева А.Р., 2019
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мостай Кәрим ижадында халыҡ педагогикаһы
О педагогических исследованиях творческого наследия Мустая Карима в современной школе....
Применение интерактивных компьютерных технологий в педагогике музейной деятельности на примере работы школьного музея Арктики им. Г.Я.Седова. (Урок географии в контексте педагогики музейной деятельности).
Статья о проведении уроков географии в рамках педагогики музейной деятельности в образовательном пространстве школьного музея Арктики им. Седова ГБОУ СОШ № 516 Невского района Санкт-Петербурга у...
Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)
Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...
Шифалы ҡорот - әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, халыҡ ижадында .
Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары: Үҙебеҙҙең яҡта уны нисек әҙерләүҙәрен, бөгөнгө көндә уны ҡулланыу, дауа рәүешендә нисек файҙаланыуҙарын асыҡлау; шифалы ҡороттоң әҙәбиәттә, мәҙәниә...
Аҡмулла ижадында социаль мотивтарҙың сағылышы
дәрес өлгөһө...
Кры́мский мост, также Керченский мост
Занимательная информация. П...