Аҡмулла ижадында социаль мотивтарҙың сағылышы
план-конспект урока (9 класс) по теме


Предварительный просмотр:

 

Тема. Мифтахетдин  Аҡмулла ижадында социаль мотивтарҙың сағылышы.

 Маҡсат. Мифтахетдин Аҡмулла ижады буйынса уҡыусыларҙың белемен киңәйтеү. « Урыным – зиндан...» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғырҙа автор позицияһының сағылышын танырға өйрәтеү. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, шағир-шәхес менән һоҡланыу тойғолары тәрбиәләү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.

 Мифтахетдин Аҡмулланың ижады менән танышыуҙы дауам итеү. «Урыным – зиндан...» шиғырын  уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғырҙың  тема һәм идея йөкмәткеһен билдәләү. Төркөмдәрҙә эшләгәндә биреү өсөн һорауҙар төҙөү.  Шиғырҙың теле.  Шиғырҙың йөкмәткеһенән сығып,парҙар менән аралашыу.

Йыһазландырыу. М.Аҡмулланың китаптары, интерактив таҡта, медиапроектор.

Предмет-ара бәйләнеш: башҡорт мәҙәниәте, тарих

Дәрес барышы

  1.  Инеш өлөш.
  2. Үткән белемдәрҙе тикшереү. Тест.Эш дәфтәрҙәренә число яҙыу.Тест һорауҙарына яуаптарҙы эш дәфтәрҙәренә яҙалар.

Экранда тест һорауҙары.

  1. М Аҡмулла тыуған район.

+А)  Миәкә

Б) Дәүләкән

В)  Ҡырмыҫҡалы

               2. М.Аҡмулла ҡасан тыуған?

                    А) 1830

                +    Б) 1831

                     В) 1832

               3. Иң аҙаҡ ул ниндәй мәҙрәсәлә уҡый?

                    А) Әнәс

                    Б) Стәрлебаш

               +     В) Троицк

              4. Аҡмулла ҡушаматын уға ниндәй халыҡ бирә?

                   А) башҡорттар

                +   Б) ҡаҙаҡтар

                   В) татарҙар

           5. Ниндәй шағир менән үҙ-ара әйтешә?

            +        А) М.Өмөтбаев

                   Б) Р.Фәхретдинов

                   В) Ғ.Усман

          6. Аҡмулланы ҡасан үлтерәләр?

                   А) 1893    

                   Б) 1894

            +       В) 1895

         7. Тәүге китабы нисек атала?

                  А) «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»

            +      Б) «Дамелла Шиһабетдин мәрҫиәһе»

                  В) «Нәсихәттәр»

          8. Тәүге китабы нисәнсе йылда баҫыла?

                  А) 1891

              +    Б) 1892

                 В) 1893

         9. Аҡмулла ниндәй ҡала зыяратында ерләнгән?

                А)  Силәбе

           +     Б) Миәс

                В)  Златауст

 Уҡыусылар үҙ аллы эшләгәндән һуң экранда дөрөҫ яуаптар күрһәтелә.

 Дөрөҫ яуаптар буйынса эштәрҙе баһалау:

 0 – «5»

 1-2 хата – «4»

 3-4 хата – «3»

 Күберәк хаталар  -  материалды ҡабатларға.

Төп өлөш. Күҙаллауҙы актуалләштереү.

  •  Уҡыусылар, Аҡмулла нисек һәләк була?
  •  Уны ҡаҙаҡ байҙары кеше яллап үлтертәләр.
  •  Ни өсөн һуң?
  •  Аҡмулла тура һүҙле була, байҙарҙы яратмай, уларҙан мыҫҡыллап көлә.
  •  Тимәк, уҡыусылар бөгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  •  Ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек тураһында.
  • Эйе, Аҡмулла ғәҙеллекте ярата, һаран, ике йөҙлө, кешелекһеҙ байҙарҙы  күрә алмай, шиғырҙарында уларҙан әсе көлә. Аҡмулланың ошо сифаттары тураһында яҙыусы Лира Яҡшыбаева «Ғабдулла Сәиди» әҙәби-документаль повесында яҙып үтә.

Экранда  яҙыусы Л.Яҡшыбаева портреты, Муллаҡай ауылы күренеше – тәбиғәте.

  • Иғтибар итегеҙ, уҡыусылар, яҙыусы Аҡмулланың ниндәй  сифаттарын һүрәтләй:

«Төшкө аш табыны бик матур әҙерләнгәйне. Ерле халыҡ ҡунаҡтарҙы, күрәһең, үҙҙәренсә һыйларға булған.Табынға табаҡ-табаҡ һимеҙ ит, ҡаҙы, бишбармаҡ теҙелеп ҡуйылған. Һәр кемдең алдында матур Азия кәсәләренә һалынып, хуш еҫ бөрккән ҡоротло һурпа ҡуйылған. Ашап алғандан һуң теләгән кеше ҡымыҙ, теләгәне сәй эсте. Йәштәр туп уйнарға булды. Үҙен уратып алған олораҡ ҡунаҡтарға Аҡмулла тағы шиғырҙарын уҡыны. Был  юлы  ул «Нәсихәт» тигән шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Иман, күңел, аҡыл ҡиммәттәре, шөкөр итеү, сабырлыҡ, ихласлыҡ, әҙәплелектең мөһимлеге тураһында ине был әҫәре. Нәфселене,тәкәбберҙе, муллаларҙың халыҡҡа тоғро хеҙмәт итмәүен дә тәнҡитләп алды шағир.

 Ҡай муллалар халыҡҡа ялғанлайҙар,

 Хәйерҙән ҡаламын тип ҡурҡҡандай.

 Көсө бар мирзаларға ярамһанып,

 Шәриғәтте күңел өсөн бороп һалған.

 Муллалар үҙҙәренә тел тейгеҙеүҙе хупламаны.  Дүрт-бишәүһе бер булып:

  • Эйе, һин, Аҡмулла, шағир булдым тигәс тә шашынма, - тип уны тыйырға итте. Үҙенә тупаҫ өндәшеүгә йәне көйгән шағир әйтә ҡуйҙы:
  • Йә, һеҙ, белемселәр, шәп булғасығыҙ әйтегеҙ, мине алда ни көтә?

Ҡунаҡтар шып–шым булып китте. Аҡмулла ағаһының ҡыланышын өнәмәйерәк күҙәтеп торған  Ғабдулла Сәиди уны асыуланып тыйҙы.

  • Етер һиңә, шашынма, былай ҙа кеше ҡулынан үләсәкһең, - тине. Асыҡ булып Аҡмулланың үлеме уның күҙ алдына килде. Арбаһына әсбаптарын, эш ҡоралдарын тейәп алып китеп барғанда уны юлда харап итәсәктәр.

Күргәнен әйтеүен әйтте лә, ҡапыл телен тешләне. Аҡмулла уның яғына ҡарап:

  • Хоҙай күпме ғүмер биргән, шуны йәшәрбеҙ, ҡустым, - тине. – Эшләгән изге эштәребеҙ мәңгелек булһын.»
  • Уҡыусылар, ваҡиғалар ҡайҙа бара?
  • Баймаҡ районында.
  • Яҙыусы Аҡмулланың ниндәй сифаттарын күрһәтергә теләй?
  •  Батыр, ҡурҡмаҫ, тура һүҙле, үткер телле.

Теманы аңлатыуға  күсеү.

Тап бына ошо сифаттары уны йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлекте фашлауға, тәнҡитләүгә этәрә. Шул осорҙағы ғәҙелһеҙлек уны борсой. Йөрәгендәге  кисерештәрен ижадында сағылдыра. Нахаҡ бәләләр, яла яғыу арҡаһында төрмәгә - зинданға эләккәс, ул ниндәй шиғыр яҙа тип уйлайһығыҙ?

  • Төрмә, тотҡондар тураһында.
  • Дөрөҫ, уҡыусылар, ул “ Урыным – зиндан...” исемле шиғырын яҙа. Хрестоматияғыҙҙың 140-сы битен асығыҙ. Үҙ аллы уҡып, һәр төркөм бирелгән эште үтәргә тырышығыҙ.

Экранда  Троицк зинданы һүрәте.

 График системалаштырыу. Экранда һәр төркөмгә эштәр:

1-се төркөм – Шағир зиндандағы хәлен нисек тасуирлай?

2-се төркөм – Шағир дошмандарҙы нисек һүрәтләй?

3-сө төркөм – Шағирҙың ҡайһы юлдары халыҡ мәҡәлдәре кеүек яңғырай?

 Уҡыусылар төркөмдәрҙә үҙ аллы эшләйҙәр.

 Эштәрҙе тикшереү, фекер алышыу.

1-се төркөм. Тотҡондарҙы һәр саҡ ҡарауыллайҙар, мал кеүек һанап ябалар. Уларҙың күңелдәре тыныс түгел. Аҡмулланы нахаҡҡа ғәйепләйҙәр. Ул ныҡ ҡайғыра, һарғая, ябығып китә, залимдар уның йәненә тейә.

2-се төркөм. Залимдар Аҡмулланы ыҙалата. «Хур булдым, хата төшөп ҡоҙғондарға» тип яҙа ул был шиғырында. Дошмандарҙы ҡоҙғон менән сағыштыра, белеүебеҙсә, ҡоҙғон – йыртҡыс ҡош, ҡан менән туҡлана. Ул шулай уҡ «Ямандың  яуызлығы алыҫ булмаҫ..»  тигән фекерҙе  лә беҙгә еткерә.

3 – сө төркөм.  Әҙәмгә ошаҡ менән яла яман.

                             Ипһеҙ илдең баҙарында сауҙа бөтөр.

                             Яман дуҫ ҡара йылан

                             Дуҫ булып юха йылан юлдаш булмаҫ.

                             Яманды түрә ҡылһаң, илең боҙор.

                             Аҡылһыҙҙы үҫтерһәң, ботон һуҙыр.

  • Дөрөҫ, ысынлап та Аҡмулла төрмәлә ижад иткән шиғырҙарында йәмғиәттәге синфи ҡаршылыҡты, ғәҙелһеҙлекте күрһәтә.

Күмәк эш.

Шиғырҙың тел-стиль үҙенсәлектәренә иғтибар итәйек.

  • Был шиғырҙа ниндәй  синонимдар бар?
  •  Бәндә, бисара, әҙәм

Бәлә, ҡаза, ҡайғы, хәсрәт һ.б.

  • Аҡмулла ни өсөн синонимдар ҡулланған,улар нимәне асыҡлай?
  •  Тотҡондоң ауыр яҙмышын, хәлен ( меҫкенлек, йәлләүгә мохтаж, ирекһеҙ) күрһәтер өсөн синонимдар ҡулланған.
  •  Ә ниндәй антонимдар таптығыҙ?
  •  Киң соҡор тар була, ти, ҡаза килһә,

Юҡ ғәйеп бар була, ти, яза килһә.

Был ерҙә күңел ҡурҡаҡ, телем батыр.

  •  Ни өсөн антонимдар ҡулланған?
  •  Социаль ғәҙелһеҙлекте нығыраҡ күрһәтер өсөн шағир антонимдарға мөрәжәғәт итә.
  • Шиғыр ниндәй традицияларға таянып ижад ителгән?
  •  Көнсығыш поэзияһы традицияларына таянып ижад ителгән. Мәҙрәсәләрҙә көнсығыш әҙәбиәтен өйрәнгәндәр. Шул Аҡмулла ижадында сағылыш тапҡан.

Аҡмулланың был шиғырында социаль ғәҙелһеҙлек тәнҡитләнә. Нахаҡҡа ғәйепләнгән шағир күңел рәнйештәрен, йәмғиәт, көслөләр һәм көсһөҙҙәр тураһындағы уйҙарын күрһәтергә  ынтыла.

  • Социаль мотивтар Аҡмулланың башҡа шиғырҙарында ла сағылыш таба.  Улар  менән дә танышып үтәйек.

 Алдан әҙерләнгән уҡыусыларҙың сығышы.

1-се уҡыусы – «Замана ғалимына»

2-се уҡыусы - «Булырмы?»

3-сө  уҡыусы - «Егетлек хасиәте – мәғрифәттә»

Йомғаҡлау. Рефлексив анализ.

  • Аҡмулла үҙ заманының ниндәй улы булған икән?  Уның исеменең һәр хәрефенә шағирға хас сифаттарҙы атайыҡ.

А – аҡыллы

Ҡ – ҡыйыу, ҡурҡмаҫ

М – мөһабәт, мәргән телле

У – уяу, уҙаман, уҡымышлы

          Л – лайыҡлы

          Л – ләззәтле

          А – абруйлы

  • Эйе, Аҡмулла шул осорҙоң иң һәләтле, халҡы өсөн янып көйөп йәшәүсе ҡыйыу шағиры булған.
  • Рефлексив анализ.
  •  Был дәрестә мин нимәләр белдем? Нимәгә өлгәштем? Нимәне эшләп еткермәнем?

Баһалау.

 Төркөм етәкселәре үҙ төркөмөндәге уҡыусыларға баһа ҡуя.  Балалар үҙҙәрен баһалай. Һәр төркөм уҡытыусыға дәрес өсөн баһа бирә һәм үҙенең теләктәрен дә әйтә.

 Өйгә эш.

  1.  «Ғабдулла Сәиди» әҫәренән Аҡмулла ҡағылышлы урындарын өйрәнергә.
  2. Шиғырҙы тасуири уҡырға әҙерләнергә.

 

Заявка на участие в конкурсе

  №

 Ф.И.О.

 Якшибаева Гульгуна Исмагиловна

1.

 Должность, квалификационная категория, стаж работы

 Учитель башкирского языка и литературы, высшая, 21

2.

 Полное название образовательной организации

 Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение лицей №4 г.Баймака муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан

3.

 E-mail

yakshibaeva.gulgina@mail.ru

4.

 Название методической работы

Мифтахетдин  Аҡмулла ижадында социаль мотивтарҙың сағылышы.

5.

 Для какого класса предназначена методическая разработка урока

9

6.

 Применяемые в данной разработке педагогические технологии

 Технология критического мышления; компьютерная

7.

 Адрес, контактный телефон

 г.Баймак, проспект С.Юлаева 19,

89625329881


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мостай Кәрим ижадында халыҡ педагогикаһы

О педагогических  исследованиях  творческого наследия Мустая Карима в современной школе....

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Шифалы ҡорот - әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, халыҡ ижадында .

Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары:   Үҙебеҙҙең яҡта уны нисек әҙерләүҙәрен, бөгөнгө көндә уны ҡулланыу, дауа рәүешендә нисек файҙаланыуҙарын асыҡлау; шифалы ҡороттоң әҙәбиәттә, мәҙәниә...

Социаль дәрес конспекты "Ишетмәүче һәм күрмәүче кешеләр белән танышу".

Разработка классного часа на тему "Знакомимся с людьми, которые не видят и не слышат" (на татарском языке)...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...