Главные вкладки
Гимашева Альфира Раисовна
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының сайты
Профессия: Уҡытыусы
Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
Увлечения: Коньки. Ҡул эштәре. Милли кейемдәр.
Страна: Россия
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Уфа
Место работы: МАОУ "Центр образования № 35"
Звание, ученая степень: Юғары категория
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gimasheva"Балаларығыҙҙы үҙегеҙҙең заманығыҙҙан башҡа заман өсөн уҡытығыҙ. Сөнки улар һеҙҙең замандан башҡа бер заманда йәшәү өсөн донъяға килгәндәр"
О себе
Мин, Ғимашева Әлфирә Рәис ҡыҙы, 1974 йылдың 26 майында Ғафури районының Яңы Уҫман ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуғанмын. Яңы Уҫман башланғыс мәктәбен тамамланым һәм Йөҙимән урта мәктәбендә белем алдым. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы педагогия училищеһында үҙләштерҙем. 2000 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлымды БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында лаборант булып башланым. 2002-2018 йылдарҙа Мәсетле районының 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем. Район мәғариф бүлегендә методист булып эшләргә лә тура килде. Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһының "35-се белем биреү үҙәге"ндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Тормош иптәшем Ниль менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Мостай Кәрим китаптары.
МИН –ЯЛҠЫН, ОСҠОН, НУР…
Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей” әҫәрен уҡып сыҡҡас, йөрәгем йылынып киткәндөй, көтмәгәндә ҡыҙыу күмер өтөп алғандай, хатта семетеп тә ебәргөндөй булды. Был ни хәл? Бөтә тәнем буйлап ток йүгерҙе. Әллә Мостай олатай Прометей утының осҡонон һирптеме? Улар мине иҫәпһеҙ-һанһыҙ ялҡынлы нурҙарға сорнап, хыял күгенә алып менде…
Мин – Прометей утының ялҡыны.Күңелемдәге нурҙарым менән тыуған Башҡортостаныма йылылыҡ һибәм. Хозур еремдә йәшәгән татыу милләтле халҡыма ташып торған көс бирәм, уларҙың изгелеген тоям.
Мин – Прометей утының осҡоно. Илебеҙҙе яубаҫарҙарҙан һаҡлаған, Еңеү өсөн, фронт өсөн көс һалған һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары алдында баш эйәм һәм ир-азаматтарына, батырҙарға ветерандарыбыҙға һоҡланам да рәхмәт йөҙөнән йөрәк түрендә балҡыған осҡон-йондоҙҙарымды һибәм. Уларҙың һүнмәҫ рухына Прометей утының осҡондары булып мәңгелек утты балҡытып йәшәйем.. Мәңгелек ут – һүнмәҫ ҡот.
Мин – Прометей утынан һибелгән наҙлы нур. Беҙгә белем биреүсе уҡытыусыларыма йылылыҡ, мәрхәмәтлек,изгелек нурҙарын өләшкем, һүрелмәҫ ҡуҙ булып, ялҡынды балҡытыусы, рух өрөүсе нур булғым килә. Ул һәр кемдең күңел түрен биләһен, остаздарының йөрәге миһырбанлыҡ менән тулы булһын.
Мин – Прометей утынан бер баҙлауыҡ.Ата-бабам васыятына тоғро булған, ата-әсә һүҙен тотҡан наҙлыҡаймын. Туған туғанын таныһын, нәҫелен белһен, ырыу ишәйтһен өсөн улар араһында татыулыҡ, дуҫлыҡ хистәрен уятам, ҡайнар нурҙар тоҡандырам. Мин- халҡымдың үткәне һәм киләсәге өсөн борсолған бер йән, еремдән, халҡымдан, Ҡоролтай ҡабыҙған усаҡтан ҡот алыусы, рухлы, сәмле, ғәмле башҡорт ҡыҙымын.
Иманлы, белемле, кешелекле, ғәҙел, хәстәрлекле булғандар - ерем биҙәге, мин уларға муллап иман нурҙары һибәм.
Иманлы хыялдар…
Мин – Прометей утынан яралған осҡон,балҡыған ялҡын,сағыу йондоҙ. Ҡоролтайҙан ҡот, Прометейҙан ут, халҡымдан нур,еремдән ҡуҙ алған башҡорт йондоҙомон. Татыулыҡ, именлек, тыныслыҡ йондоҙҙары булып, барыһын да шатлыҡ нурҙарына сорнағым килә.Ҡаты бәғерлеләр, туң йөрәктәр, “заман сире” менән мауығыусылар - барығыҙға ла Прометей утының ялҡынын ебәрәм. Ҡара күңелдәрегеҙ менән таҙа еремде бысратмағыҙ, ҡаты боҙға әйләндермәгеҙ. Күңелемдә нурлы, ҡояшлы, ҡайнар, ялҡынлы, наҙлы уйҙар-хыялдар йәшәй икән, тимәк мин мотлаҡ Башҡортостан күгенең мәңге балҡыусы сағыу йондоҙо буласаҡмын.
Татлы хыялдар…
Мостай Кәримдең китабын күкрәгемә ҡыҫтым. Прометей уты ялмап алды ла мине хыял күгенә күтәреп, Аҡйондоҙ итеп нурланы.
Йондоҙло хыялдар…
Мой взгляд на мир
Балалар йөҙөндә белем осҡоно - йөрәгемә йәм өҫтәй
1987 йылдың 11 феврале. Ҡышҡы иртә. Өҫтәл артында 12 йыл йәшлек ҡыҙ бала һәм уның атаһы. Тынлыҡ. Ҡыҙына уйсан ғына ҡороп ултырған атай һаҡ ҡына һүҙ башлай:
- Ҡыҙым, беләһеңме, бөгөн ниндәй көн?
- 11 февраль, ә был ниндәй көн, тип ҡыҙыҡһыныусан ҡараш менән ҡыҙ атаһына ҡарай.
- Бөгөн, тип атаһы яуап бирә, мин теүәл 20 йыл элек уҡытыусы булып эшләй башланым. Мин үҙ эшемде яратам, бигерәк тә балаларҙы үҙ итәм. Бер ҡасан да был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Балаларҙың осҡонло, ихласлыҡ бөркөп торған күҙҙәрен күреп, йөрәгем талпына. Минең шатлығымды күреп, улар тағы ла нығыраҡ нур сәсәләр. Һин дә уҡытыусы бул. Яраймы, ҡыҙым? Һинән бик шәп уҡытыусы сығасаҡ.
- Белмәйем, бәлки, һинең кеүек уҡытыусы булырмын.
Был иртәнге көн ҡыҙ һәм атай кешенең бергә ултырып сәй эсеүҙәре һуңғыһы булған икән. Шул уҡ көндә ғаилә башлығы дауаханаға эләгә. Күпме оҙайлы тикшереүҙәр, һөҙөмтәһеҙ дауаланыуҙар... Өс айҙан йән тетрәткес юғалтыу - атайһыҙ ҡалыу.
Бала саҡтың алтын хәтирәһендә уҡытыусы – минең атайым, һәм бәләкәй ҡыҙ – мин.
Уҡытыусы һөнәрен төплө үҙләштерергә ниәт иткәндә, был һөйләшеүҙе бер ҡасан да иҫкә алмаған инем. Бына инде ун йылдан артыҡ атайымдың һүҙҙәре тынғы бирмәй. Ысынлап та, ни өсөн атайым шул көндө үҙенең һөнәре тураһында һөйләне икән? Ниңә ул тап миңә үҙенең һөнәрен васыят итеп ҡалдырҙы икән? Әллә ул был донъянан китеүен һиҙҙеме ? Әллә мине киләсәктә уҡытыусы итеп күрҙеме?
Бала сағымдың иң яҡты һәм ғәмһеҙ хәтирәләре һаман да күҙ алдымда. Бигерәк тә киске ултырыштарҙы ярата инем, бөтә ғаилә ағзалары өйҙә: әсәйем бәйләм бәйләй, йә ашханала булыша; уҡыусы балалар – икенсе синыфта уҡыған малай, ун, ун дүрт, ун алты йәшлек ҡыҙҙар йә китап уҡыйҙар, йә өйгә эш эшләйҙәр. Әле мәктәпкә бармаған бәләкәс бер өҫтәлдән икенсе өҫтәлгә йүгереп уйнай. Атайым уҡыусы балаларҙың дәфтәрҙәрен тикшерә.
Күп балалы ғаилә башлығы булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусы балаларға ихтирамы үҙгәрмәне. Балалар – тормошоноң иң сағыу ҡаҙаныштары булды!
Ижади эшкә мөкиббән китеп, эшләне атай: үҙ ҡулдары менән әҙерләнгән күргәҙмәләр һәм ҡыҙыҡлы материалдар, дәрес эштәренә һүрәт төшөрөү, карточкалар, плакаттар әҙерләү. Заманында башланғыс мәктәптә хеҙмәт кабинеты булдырған. Бөгөнгө көнгә тиклем бер ҡайҙа ла шундай шундай кабинеттың барлығын күрмәнем. Ә бит 80-се йылдар ине.
Мәктәптә атайым теүәл 20 йыл һәм 1 көн эшләне. 1987 йылдың 10 майында ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды. Уҡыусылар һәм бергә эшләгән коллегалар, туғандар юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Йөҙимән урта мәктәбе һәм Яңы Усман башланғыс мәктәбе өсөн матәм көнө (иң ауыр көн) булды. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә атайым балаларҙың белемгә ҡарата оло һөйөүен уята алған, инде күпме йылдар үтһә лә, уның ҡанатында үҫкән балалар атайымды онотмайҙар, йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар.
Уҡыусылар хәтирәләренән: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Урал Аллабирҙин атайым тураһында: “Беҙгә, уҡыусыларға, теманы аңлатҡанда, синыфта шундай тынлыҡ була торғайны. Бер кем дә шауламай, шаярмай, бөтәһе лә иғтибар менән тыңлайҙар. Бик ҡыҙыҡлы дәрестәр менән иҫтә ҡалған. Тәнәфес ваҡытында тәмлекәстәр менән һыйлай торған ине”.
Красноусол ауылы уҡытыусыһы Миләүшә Рәхимова: “Һаман да күҙ алдымда: Беҙ Рәис абыйҙың иртән мәктәпкә сыҡҡанын көтөп кенә тора инек. Ул шәп-шәп аҙымдары менән атлай, беҙ уның артынан. Ҡышын бигерәк тә ҡыҙыҡ: ҡаҙ бәпкәләре кеүек тик уның эҙҙәренән генә атлай инек”.
Атайымды коллегалары ла оло ихтирам һәм шундай йылылыҡ менән һаман хәтерләй.
Красноусол ауылы Рифат Мөнир улы Ишмөхәмәтов - БР мәғариф алдынғыһы, РФ почетлы хеҙмәткәре: «Рәйес Тәҡиулла улы шул тиклем белемле, аҡылы кеше ине. Изге күңелле кешене балалар ҙа, коллегалар ҙа яратты. Уҡытыусылар йыйылышында һәр ваҡыт үҙенең төплө фекерен еткерә белде. Башланғыс синыфты тамамлаған көслө һәм тәрбиәле уҡыусылары Йөҙимән мәктәбендә тырышлыҡтары менән айырылып тора ине”.
Атай-әсәйҙәр киләсәкте билдәләмәйҙәр, улар тик дөрөҫ йүнәлеш, тәрбиә, көс кенә бирә алалар.
Бер ваҡыт атайым мине август кәңәшмәһенә бергә алыуын яҡшы хәтерләйем. Колхоз автобусында Йөҙимән һәм Яңы Усман ауылы мәктәбе уҡытыусылары менән бергә барҙыҡ. Бөтәһе дә матурҙар, атайым кеүек аҡыллылар. Әле икенсе класта ғына уҡып йөрөһәм дә шул йыйылыштың бөткәнен түҙемл генә көтөп ултырҙым
Был минең киләсәгемә тәүге сәйәхәтем булмаған икән. Ун-ун бер йәшемдә атайым сираттағы уҡытыусыларҙың курсына барғанда мине лә алды. Нижегородкала инәйемдәрҙә йәшәнек. Дәрестәрҙән һуң Өфө ҡалаһын гиҙҙек: Салауат Юлаев һәйкәленә, И. Якутов исемендәге паркка, М. Ғафури исемендәге музейға, хатта ул ваҡытта Гоголь урамында урынлашҡан уҡытыусыларҙың белемдәрен камиллаштырыу институтында ла булдыҡ. Нишләптер уҡытыусыларҙың ятағын да күрһәтте. Был йыл атайымдың һуңғы уҡыу курстары ине. Бәлки был сәйәхәт минең өсөн ни тиклем кәрәкле буласағын күрҙе микән?
Бала саҡ хәтирәләрен барлағанда, уҡытыусы һөнәре минең тормошомда ҙур урын алғанын бик яҡшы аңланым. Ысынлап та, мине уҡытыусы итеп, атайым тәрбиәләгән. Ул бит миндә уҡытыусы һөнәренә ҡарта һоҡланыу хистәре уятты! Шуғалыр ҙа, бер һүҙһеҙ уҡытыусы булырға тейешмен, тигән хыялдар менән үҫкәнмендер инде.
Туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң, апайым минең менән кәңәшләнмәйенсә, документтарымды Салауат медицина училищеһына алып барған. Үҙе лә шунда уҡый ине. Аттестат билдәләре буйынса мине ҡабул иткәндәр. Ләкин мин: “Уҡытыусы булам!” – тип киҫәттем.
Әсәйем ҡаршы төшмәне, документтарымды алып ҡайтты. Мин Өфө педагогия училищеһына уҡырға индем. Унан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуымды дауам иттем. Һәр кемдең яратҡан уҡытыусылары була. Мин барыһын да яраттым, хөрмәт иттем. Улар араһында атайыма оҡшаған Әхәт Хәннән улы Вилданов, Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновтарҙың класс алдында үҙҙәрен тотоуы, уҡыусылары менән мөғәллимә итеүҙәре атайымды хәтерләтәләр ине. Тормошома сикһеҙ рәхмәтлемен, минең талантлы уҡытыусыларым - Ф.Г.Хисаметдинова, Р.Х.Халиҡова, А.М.Аҙнабаев, А.Х. Вилданов, Р.Х.Ниғмәтуллиндар булды. Тап ошо кешеләр миңә һөнәр кешеһе генә түгел, ә эшләгән эште төплө башҡарырға өйрәттеләр.
“Балаларҙың осҡонло, ихласлыҡ бөркөп торған күҙҙәрен күреп, йөрәгем талпына. Минең шатлығымды күреп, улар тағы ла нығыраҡ нур сәсәләр.”- тип бөгөн мин дә әйтә алам. Тимәк, атайым миңә яратҡан һөнәрен васыят итеп ҡалдырып яңылышмаған. Ә, мин дөрөҫ юлды һайлағанмын.
Мои достижения
1. Статья. Мостай Кәрим ижадында әхләк, тәрбиә сығанаҡтары.Материалы XI Международной научно-практической конференции "Гуманистическое наследие просветителейв культуре и образовании. Уфа 2017.
2. Статья. Сығыш. Барый Кәлимуллин- архитектор, уҡытыусы, ғалим. Материалы XII Международной научно-практической конференции "Гуманистическое наследие просветителейв культуре и образовании. Уфа 2018.
3. Статья. Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары.Башҡорт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙең хәҙерге проблемалары. III Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) фәнни-методик конференцияһы. . Өфө-2018
4. Статья. Мәжит Ғафуирҙың тәүге хикәйәләрендәҡала һәм ауыл ярлылырыны тормошо сағылышы. Мажит Гафури - первый народный поэт Башкортостана. Деятельность музеев в увековечивании имен знаменитых личностей. Материалы Всероссийской научно-практической конференции( с международным участием), посвященной 70 -летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе.. 21-22 марта 2018
5. Статья. Сығыш. Мостай Кәрим ижадынжа педагогика. Урал-Алтай: через века в будущее. Материалы VIII Всероссийской тюркологической конференции (с международным участием) посвященной 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана, Героя Социалистического Труда Мустая Карима. г.Уфа, 5-8 июня 2019 г.
6.Статья. Сығыш. Башҡорт телендә фразеологик берәмектәр һәм уларҙың мәктәп программаһындағы роле.Вопросы духовной культуры народов Урало-Поволья: история и современность. Сборник материалов Всероссийской научно-практической конференции. Уфа-2019.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты