Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса на 2018-2019 учебный год
рабочая программа на тему

Иванова Гульназ Халиловна

Рабочая программа для 2 класса общеобразовательных школ. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 2-se_a_klass_rab._progr._2018-2019.docx51.75 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Бишбүләк районы муниципаль районы Бишбүләк ауылының

1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралды                                     Килешелде                                 «Раҫлайым»    

ММБ ултырышында                 УЭ буйынса директор               Мәктәп директоры:

Протокол №1                             урынбаҫары менән                    ______ /О.В.Иҙрисова/

«___» _____ 2018 й.                  _____/Н.А.Чернова/                  Бойороҡ №

_______/Г.Т.Ғәлимова/            «____» _____ 2018 й.                 «____» ________ 2018 й.

МБ етәксеһе

2018 – 2019 уҡыу йылына

2 а класс өсөн Башҡортостан Республикаһының

дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән

эш программаһы

                                                                             Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                                                                      уҡытыусыһы Иванова Гөлназ Хәлил ҡыҙы

Бишбүләк – 2018

        Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи-норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө:

        1. Рәсәй Федерерацияһының “Мәғариф тураһында” Федераль законы, 29.12.2012, №273-Ф3 , ст.14, п.3 (ред. 03.02.2014 );

        2. Башҡортостан Республикаһының ”Мәғариф тураһында” законы, 01.07.2013, ст.6, п.2.

        3. Башҡортостан Республикаһының  “Башҡортостан Республикаһының халыҡтары телдәре тураһында” законы, 14.07.2010, №289-з ст.3, п.1;

        4. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары, 6.10.2009, бойороҡ №373, п. 19.3;

        5. Бишбүләк ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең төп урта белем биреү программаһы;

        6. Бишбүләк ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2018 – 2019 уҡыу йылына уҡыу планы;

        7. Бишбүләк ауылының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең локаль акттары;

        8. 2018 – 2019 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр;

        9. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова.//Ижевск: “Книгоград” – 120 б.)

        Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

        Рус телле мәктәптәрҙә “Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт телен” дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.

        Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең донъяны танып белеү маҡсаттары

  • Тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыу.
  • Уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары

  • Уҡыусының дөйөм мәҙәни күрһәткесе булараҡ, уның коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.
  • Уҡыусының шәхесен социалләштереү, граждандар тиңлеген һәм толерантлыҡ тәрбиәләү.

Ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн бурыстар

  • Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү, үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү.
  • Һүҙлек байлығын арттырыу.
  • Төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү.
  • Уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу.
  • Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу, ихтирам, үҙ-ара дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

        

2-се класс өсөн УМК

        1. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се  класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / Дәүләтшина М.С., Кинйәбаева Н.Н. – Өфө: Китап, 2014, һүрәттәре менән 148 бит.

        2. “Башҡорт теле” уҡыу ҡулланмаһына методик ҡулланма: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  2-се класы өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / М.С. Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М. Садиҡова. Өфө: Китап, 2016 – 176 бит.

        3. “Башҡорт теле” уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  2-се класы өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) / М.С. Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М. Садиҡова. Өфө: Китап. 2014 – 82 бит.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр

        “Башҡорт теле” фәнен үзләштереүҙә ирешелергә тейеш шәхси һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

        1) патриотик хис, илгә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиәләү; үҙеңдең этник сығышыңды, үҙ халҡыңдың, тыуған ереңдең тарихын, телен, әҙәбиәтен,  мәҙәниәтен, кешелектең һәм Рәсәйхалыҡтарының мәҙәни мираҫ нигеҙҙәрен белеү; күп милләтле Рәсәй йәмғиәтенең гуманистик, демократик һәм традицион ҡиммәттәрен үҙләштереү;  

        2) уҡыуға, хеҙмәткә ҡарата яуаплы мөнәсәбәт формалаштырыу;

        3) хәҙерге донъяның социаль, мәҙәни, тел, рух күп төрлөлөгөн иҫәпкә алған, фәндең һәм ижтимағи тәжрибәнең хәҙерге заман үҫеш дәрәжәһенә тап килгән донъяға тулайым ҡараш формалаштырыу;

        4) башҡа кешегә, уның фекеренә, донъяға ҡарашына, мәҙәниәтенә, теленә, диненә, гражданлыҡ позицияһына, донъя һәм Рәсәй халыҡтарының тарихына, мәҙәниәтенә, диненә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, телдәренә, ҡиммәттәренә аңлы, ихтирамлы һәм игелекле мөнәсәбәт формалаштырыу;

        5) фәнде үҙләштергәндә ижтимағи тормоштоң формаларын һәм ролдәрен, тәртиплелек ҡағиҙәләрен, йәшәү нормаларын үҙләштереү;

        6) шәхси һайлап алыу нигеҙендә әхлаҡ проблемаларын хәл итеүҙә компетентлыҡты һәм әхлаҡи аңлылыҡты үҫтереү, әхлаҡлылыҡ тойғоһо һәм әхлаҡи яктан үҙ-үҙеңде тәртипле тотоу нормаларын формалаштырыу;

        7) фәндәрҙе үҙләштереү барышында, фәнни-эҙләнеү, ижади һәм башҡа эшмәкәрлек ваҡытында, шулай уҡ аралашыу процесында (уҡыусы-уҡыусы, уҡыусы-уҡытыусы һ.б)  коммуникатив компетентлыҡты үҫтереү;

        8) йәмғиәт һәм кеше тормошонда ғаиләнең әһәмиәтен аңлау, ғаилә ҡиммәттәрен ҡабул итеү, ғаилә ағзаларына ҡарата хөрмәтле һәм ҡайғыртыусан мөнәсәбәттә булыу;  

        9) донъя һәм Рәсәй халыктарының әҙәби мираҫын үҙләштереү процесында эстетик зауыҡты үҫтереү.

        “Башҡорт теле” фәнен  өйрәнеү барышында ирешелергә тейеш метапредмет һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

        Уҡыу йылы аҙағында был класты тамамлаусылар түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

  • һөйләгәнде, уҡығанды аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;
  • төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү;
  • прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу;
  • уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү, элементар план төҙөү һәм уны яҙа белеү;
  • текстан аңлащылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу;
  • 2 – 3 шиғырҙы яттан белеү;
  • Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;
  • башҡорт халҡының йолалары, мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;
  • хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙа белеү;
  • өйрәтеү (һәм элементар контроль) диктанттар, изложение һәм иншалар яҙа белеү.

2-се класс өсөн телмәр предмет һөҙөмтәләре

        1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование): уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу; иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты); текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү; 3 – 4 шиғырҙы яттан белеү.

        2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение): бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү; һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү; диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү; үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү; ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү; башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

        3. Уҡыу (чтение): тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә); поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу; уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү; текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

        4. Яҙыу (письмо): хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу; ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу; шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2 – 3 һорауға яуап яҙыу; бирелгән ситуация буйынса 2 – 3 һөйләмдән торған текст яҙыу; ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Уҡытыу предметының йөкмәткеһе

        Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәренең 1 – 11-се кластар өсөн уҡыу планы 2-се класта башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: барлығы 35 сәғәт.

1. Танышыу – 4 сәғәт

Башҡортостан тураһында әңгәмә. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү.

2. Был мин – 2 сәғәт

Тән өлөштәрен белдергән һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Ҡ өн-хәрефе.

3. Минең ғаиләм – 3 сәғәт

Тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу. Ни эшләй? Ғ, Ө өн-хәрефтәре.

4. Мин нимә яратам? – 2 сәғәт

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба темалары буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү. Нимә менән? Ҫ хәрефе-өнө.

5. Минең мәктәбем – 2 сәғәт

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү.

6. Минең класым – 1 сәғәт

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

7. Мин мәктәпкә йыйынам. Мин – уҡыусы – 2 сәғәт

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

8. Мин дәрестә. Мин дәрестән сыҡтым – 2 сәғәт

Ҡайҙа? Диалог төҙөү. Нимә эшләйем?

9. Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт

Уйынсыҡтарҙың атамалары. “Уйынсыҡтар магазинынында” темаһына диалог төҙөү. Төҫтәрҙе өйрәнеү.

10. Мин уйнарға яратам – 2 сәғәт

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Ҡылымдың күплек ялғауҙарын өйрәнеү.

11. Мин уйнарға сығам. Мин уйнарға сыҡтым – 2 сәғәт

Кейем-һалым атамаларын үҙләштереү. Миңә нимә кәрәк? Нисәнсе?

12. Минең кескәй дуҫтарым – 3 сәғәт

Тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

13. Мин ял итәм – 7 сәғәт

Ҡырағай йәнлектәр темаһы буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү. Ҡайҙа? Ҡасан? Ҡайҙан? Ҡош атамаларын, йорт хайуандарының атамаларынын өйрәнеү. Тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү. Үткәндәрҙе ҡабатлау.

Контроль характерҙағы яҙыу эш төрҙәре тәҡдим ителә

Эш төрҙәре

Һаны

Күләме

Күсереп яҙыу

2

15 – 20

Диктант

1

15 – 20

        Диктант, изложение, инша башҡарыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла. Был эштәр түбәндәге ҡулланмаға нигеҙләнеп башҡарыла: М. Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова.  Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. 1 – 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2012. – 167 бит.

 2 а класы өсөн календар-тематик планлаштырыу

Бүлек атамаһы, дәрес темаһы

Сәғәт

һаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

План. үткәреү

ваҡыты

Фактик

үткәреү

ваҡыты

Иҫкәрмә

Танышыу

Башҡорт алфавиты, хәрефтәрҙең атамаһы. Баш һәм юл хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға. Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен, типик фразаларҙы үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

1. Һин кем? Ә хәрефе- өнө.

1

07.09

2. Һеҙ кем? Һ хәрефе-өнө.

1

14.09

3. Һинең исемең нисек? Ң хәрефе-өнө.

1

21.09

4. Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙ хәрефе-өнө

1

28.09

Был мин

Уҡыусыларҙы үҙе тураһында һөйләргә өйрәтеү. Тәҡдим ителгән текстарҙың йөкмәткеһен өйрәнеү. Уҡыусыларҙың яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

5. Тән өлөштәре. Ҡ хәрефе-өнө.

1

05.10

6. Ауырта-ауыртмай. Ҡ хәрефе-өнө.

1

12.10

Минең ғаиләм

Уҡыусыларҙы үҙ ғаиләһе тураһында һөйләргә өйрәтеү.Актив һүҙлекте байытыу. Уҡыусыларҙың яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

7. Минең, һинең, уның. Ғ хәрефе-өнө.

1

19.10

8. Бармы? Ғ хәрефе-өнө.

1

26.10

2 сирек

9. Ни эшләй?

1

09.11

Мин нимә яратам?

 Бирелгән текстарҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Тема буйынса актив һүҙлекте байытыу, телмәр үҫтереү. Нимә менән? һорауы.

10. Нимә менән? Ҫ хәрефе-өнө.

1

16.11

11. Нимә менән? Ҫ хәрефе-өнө.

1

23.11

Минең мәктәбем

 Уҡыусылар дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләй белергә тейеш. Мәктәп, класс  тураһында текстарҙы үҙләштереү. Актив һүҙлекте байытыу. Уҡыусыларҙың яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

12. Мәктәп ниндәй?

1

30.11

13. Мәктәп ниндәй?

1

07.12

Минең класым

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү.

14. Класс ниндәй?

1

14.12

Мин мәктәпкә йыйынам

15. Кемдеке? Күсереп яҙыу.

1

Уҡыусыларҙың яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

21.12

Мин уҡыусы

Тема буйынса һүҙлек запасын байытыу, ҡыҫҡаса һәр йыл миҙгеле тураһында һөйләү, һорауҙарға яуап биреү. Текстарҙың йөкмәткеһен үҙләштереү. Нисек? Һорауына яуап биреү, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү. Яҙма телмәр үҫтереү.

16. Нисек?

1

28.12

Мин дәрестә

Уҡыусының көн тәртибе, мәктәптәге түңәрәктәр, дәрестән һуң шул түңәрәктәрҙә ҡатнашыу тураһында һөйләй белеү. Дежурҙың бурыстары, уларҙы үтәү тураһында һөйләү, яуаплылыҡ кеүек һәйбәт сифаттар тәрбиәләү. Башҡорт теленең өндәре, хәрефтәре, һүҙҙәргә ялғау ҡушыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

3 сирек

17. Ҡайҙа?

1

18.01

Мин дәрестән сыҡтым

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. “Янында, эргәһендә, эсендә” ярҙамсы һүҙҙәрен ҡулланып, ҡайҙа? Һорауына яуап бирә белеү.

18. Нимә эшләйем?

1

25.01

Минең уйынсыҡтарым

Исемдең берлек, күплек һаны. Тема буйынса текстарҙың йөкмәткеһен өйрәнеү. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһын практик үҙләштереү. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәрешен күҙәтеү.

19. Нимә? Нимәләр?

1

01.02

20. Нимә эшләйбеҙ?

1

08.02

21. Нимә эшләмә?

1

15.02

Мин уйнарға яратам

Төрлө уйындар ойоштороу, төркөмдәрҙә, парҙа эшләү. Ҡылымдың заман менән үҙгәрешен күҙәтеү. Яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

22. Нимә эшләйбеҙ?

1

22.02

23. Нимә эшләйбеҙ?

1

01.03

Мин уйнарға сығам

Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен, типик фразаларҙы үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә дәрәҫ ҡулланырға өйрәтеү.

24. Миңә нимә кәрәк?

1

15.03

Мин уйнарға сыҡтым

Балаларҙың ҡышҡы уйындары, ярыштарҙа ҡатнашыу, сынығыу тураһында һөйләй белеү. Рәт һандарының ялғауҙарын ҡулланып, нисәнсе? һорауына яуап бирә белеү.

25. Нисәнсе? Контроль күсереп яҙыу.

1

Яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

22.03

Минең кескәй дуҫтарым

Йорт хайуандары, ҡоштарҙың атамаларын белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Уларҙы һаҡларға, тәрбиәләргә, уларға ҡарата шәфҡәтле булырға өйрәтергә.

4 сирек

26. Был нимә?

1

05.04

27. Ниндәй?

1

12.04

28. Ни эшләй?

1

19.04

Мин ял итәм

Яҙыу, һөйләү  телмәрен үҫтәреү. Уҡыусыларҙың белемдәрен системалаштырыу. Нығытыу. Балаларҙың йәйге ялы, йәйге лагерҙа ял итеү, көн тәртибе, дуҫлыҡ тураһында һөйләй белеү. Сәйәхәт итеү, транспорт төрҙәре тураһында һөйләшеү. Йылғала һыу инеү, һаулыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү, үҙ фекереңде әйтә алыу. Тәүлектең өлөшөн белдереүсе һүҙҙәр ҡулланып, ҡасан? Һорауына яуап бирә белеү.

29. Ҡайҙа?

1

26.04

30. Ҡайҙа?

1

03.05

31. Ҡайҙан?

1

10.05

32. Ҡасан?

1

17.05

33. Был нимә? Контроль диктант.

1

24.05

34. Нимәгә?

1

31.05

35. Ни эшләй?

1

Резерв

2-се класс өсөн контроль характерҙағы тикшереү эштәренең текстары

Контроль күсереп яҙыу өсөн текст №1

Ҡышҡы уйындар.

Ҡыш килде. Ҡар яуҙы. Урамда көн матур. Малайҙар, ҡыҙҙар урамда уйнайҙар. Улар тау яһайҙар, сана шыуалар. Балаларға урамда бик күңелле. Улар ҡышты яраталар. (23)

Бирем. 3-сө һөйләмдә үҙенсәлекле хәрефтәрҙең аҫтына һыҙырға.

Контроль күсереп яҙыу өсөн текст №2

Тейен.

Тейен – матур йәнлек. Ул урманда йәшәй. Тейен ҙур түгел. Ул һәр ваҡыт ағас башында һикерә.

Тейен йәй көнө ҡышҡа аҙыҡ әҙерләй. Ул бәшмәк, сәтләүек ярата. Уның туны йылы. Шуға күрә ул һалҡын көндәрҙә лә өшөмәй. (34)

Контроль диктант

Дуҫтар

Урал менән Рөстәм – дуҫтар. Улар икенсе синыфта уҡыйҙар. Бөгөн Урал – дежур. Уға Рөстәм ярҙам итә. Ул синыф таҡтаһын һөртә. Урал бүлмәне елләтте. Рөстәм дәфтәрҙҙәр таратты.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 9 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бү...

Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для 2 класса русскоязычных школ по ФГОС...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....