Дәрескә конспек. Аҙыҡ-түлек. 2 класс башҡорт теле.
план-конспект урока по теме

Солтанова Әлфиә Владик ҡыҙы

Дәрескә конспект 2 класс. Башҡорт теле. Аҙыҡ-түлек.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 2_kass_azyk_tuek.doc49.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Аҙыҡ-түлек. 2 класс

Маҡсат: 1 Аҙыҡ-түлек менән таныштырыу;

          2. Башҡорт теленең үҙенcәлекле өндәрен нығытыу;

          3. Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү;

          4.Һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереү;

          5.Һөйләмдә ҡылымды дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу

Йыһазландырыу: Дәреслек, компьютер, һүрәттәр, карточкалар, интерактив таҡта

Дәрес барышы

  1. Фонетик күнегеү

Лат-лат-лат  
Өҫтәл артында Айбулат
Ҡа- ҡа-ҡа
Ашап ултыра бутҡа.
Ты-ты-ты
Сынаяҡты йә ҡалаҡты
Та-та-та
Һәр саҡ яңылыш тота

  1. Маҡсатҡа сығыу

Балалар, әйтегеҙ әле бына ошо һүҙҙәр ни эшләп һыҙылған икән? Эйе, был һүҙҙәрҙе беҙ үткән дәрестә үттек.

  1. Карточкалар менән эш.

а)Та- ба, ик - мәк, са - мауыр, кәст - рүл, бут – ҡа…

 б)Классификациялау: аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба.

в) Балалар ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бына өҫтәлдә иң баш, иң кәрәкле аҙыҡ-түлек нимә?

Икмәк ни өсөн кәрәк? ( Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, йомғаҡлап әйтеп китеү).

Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, ул – икмәк. Беҙ икмәктән бер ваҡытта ла туймайбыҙ ҙа, ялҡмайбыҙ ҙа, әгәр икмәк ашамаһаҡ беҙ туймаған кеүек булабыҙ. Ул беҙҙең өҫтәлдә иң ҙур ризыҡ.

  1. Шиғыр “Икмәк”.(Мостафина Альмина һөйләй)

Икмәкте кем дә ярата:

Минең әсәй, атай ҙа,

Ағайым да, апайым да,

Өләсәй, олатай ҙа.

Тәмләп-тәмләп ашай уны

Һеңлем дә, энекәш тә,

Дуҫтарым да, әле миңә

Таныш түгел иптәш тә.

  1. Мәҡәлдәр

Икмәк ил байлығы.

Икмәктән оло булма.

Икмәк аша атлама.

Икмәктең валсығын да ергә ҡойма.

Ә ни өсөн бына шулай тип әйтәләр икән?

  1. Һүҙбәйләнештәр төҙө

һөтлө

һалҡын

ҡайнар

тоҙло

тәмле

майлы

сәй

һөт

аш

сәй

ҡыяр

бутҡа

  1. Числоны яҙыу

      18 декабрь,Класта эш. Әә, икмәк.

  1. Һүҙлек эше.(слайд)
  • Ярата – любит
  • Ашай – кушает, ест
  • Эсә - пьет
  • Яратмай – не любит
  • Ашамай – не кушает, не ест
  • Эсмәй – не пьет

  1. Физминутка. (мультфильм БГПУ).

Бармаҡтарым арыны,

Сүпләп алам тарыны,

Бер тары,ике тары

Миндә күп тары.

  1. Һүрәттәр буйынса эш.(слайдтар).(таҡтала һәм урында эш)

Айгөл аш ярата. Айгөл аш ашай. Айрат аш яратмай. Айрат аш ашамай.

Айрат һөт ярата. Айрат һөт эсә.
Айгөл һөт яратмай. Айгөл һөт эсмәй.

Айрат ҡоймаҡ яратмай. Айрат ҡоймаҡ ашамай.
Айгөл ҡоймаҡ ярата. Айгөл ҡоймаҡ ашай.

Айрат бутҡа ярата. Айрат бутҡа ашай.
Айгөл бутҡа яратмай. Айгөл бутҡа ашамай.

  1. Йомғаҡлау.
  2. Өйгә эш. Атай, әсәй нимә ашарға ярата? – ошо һорауға яуап яҙып кил.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспек урока математики в 6 классе "Путешествие по Москве"

Конспект интегрированного урока. Путешествую по Москве, ученики решают математические задачи и узнают много нового о столице нашей Родины....

Урок английского языка в 3 классе по теме "Тело человека"

Замысел урока состоит в том, чтобы провести учебное занятие, учитывая индивидуальные особенности учащихся, в совершенствовании навыков разговорной речи, фонетике учащихся, сформировав при этом умение ...

конспек урока Население России 8 класс

Конспект урока Население России 8 класс...

Конспек урока химии в 9 классе. Тема "Электролиты и неэлектролиты. Механизм электролитический диссоциации"

Урок постороен на принципе проблем6норго обучения, с использованием исследовательской деятельности учащихся....

Конспек урока по чтению (3 класс 8 вида) Тема: Работа над содержанием и чтением стихотворения Е. Серова «Ябеда»

Конспек урока по чтению (3 класс 8 вида) Тема: Работа над содержанием и чтением стихотворения Е. Серова «Ябеда»...

Конспек урока по чтению (3 класс 8 вида) Тема: Работа над чтением и пересказом рассказа В. Осеевой «Хорошее»

Конспек урока по чтению (3 класс 8 вида)Тема: Работа над чтением  и пересказом рассказа В. Осеевой  «Хорошее»...