Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса
рабочая программа на тему
Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Эш прогарммаһы | 153.5 КБ |
Предварительный просмотр:
2015 -2016 уйыу йылына II - IV кластар өсөн
башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы
Программа: Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн.
Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З,М, Усманова М.Г. , Ижевск, “Книгоград”, 2008 й.” нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслектәр: 1). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014 2). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010. 3). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
Программа кимәле : базис
Сәғәт һаны : аҙнаға – 1 сәғәт
йылына – 34 сәғәт
Аңлатмалы яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 2-4-се кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсе: Шәғәлиева Сания Бәхтейәр ҡыҙы.
Дәреслектәр:
1). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014
2). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
3). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
Программа кимәле : базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : 1). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014
2). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
3). Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2006.
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:
− Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
− Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
− Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
− Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
− Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Дөйөм характеристика
Башҡорт теле курсы Х.А. Толомбаев һ.б. программалары нигеҙендә “Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу” (башҡорт телен дәүләт тел булараҡ) эшләнелгән. Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны танып-белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата.
Уҡыу планында предметтың урыны
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шуның эсендә 3 сәғәт - тикшереү эше ҡаралған.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр.
II класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
5. Һаулыҡты нығытыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:
- тексты тыңлау,, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;
- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;
- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.
2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.
3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.
4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.
2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.
3. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.
4. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү.
III класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;
4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
5. Һаулыҡты нығытыу.
6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;
7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу.
2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.
3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.
4. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.
2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.
3. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү.
5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.
IV класс.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;
4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.
3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.
3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
II класс
Танашыу. – 3 сәғәт
Һин кем? Һинең исемең нисек? һорауҙарын бирә белеү, типик һөйләмдәр төҙөү, башҡортса иҫәнләшеү, һаубуллашыу.
Был мин - 3 сәғәт
Был кем? Был нимә? Ни эшләй? һорауҙарына яуап бирә белеү, типик һөйләмдәр төҙөү. Минең, һинең, уның алмаштарын белеү.
Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.
Минең ғаиләм - 3 сәғәт
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү.
Нимә эшләй? һорауы. Һөйләмдәр төҙөү.
Мин нимә яратам? - 2 сәғәт.
Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.
Минең мәктәбем.Минең класым – 3 сәғәт
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе һүҙҙәр. Ниндәй? Кемдеке? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.
Мин уҡыусы – 3 сәғәт
Ниндәй? Кемдеке? Ҡайҙа? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны. Типик һөйләмдәр төҙөү.
Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт Ҡ.Даян. Ҡуян. Нимә? Нимәләр? С.Әлибай. Яңы йыл йыры. А.Йәғәфәрова. Уйынсыҡтар магазины. Телмәрҙә яңы һүҙҙәрҙе
ҡулланыу. Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.
Мин уйнарға яратам - 3 сәғәт
Ф.Туғыҙбаева. Ҡар бабай. Ни эшләйбеҙ? Ҡ.Даян. Тышта ҡар яуа. Н.Иҙелбай. Беҙҙең катокта. Ни эшләйбеҙ? һорауҙарға яуап биреү.Уҡығанды аңлау, тәржемә итеү.
Мин уйнарға сығам - 3 сәғәт
Ф.Мөхәмәтйәнов. Беҙ уйнайбыҙ. Миңә нимә кәрәк? Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү.
Минең кескәй дуҫтарым - 3 сәғәт
Йорт хайуандары. Был нимә? А.Игебаев. Аҡтүш.
Мин ял итәм - 3 сәғәт
Ҡайҙа? Ҡайҙын? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Ф.Туғыҙбаева. Баш ҡала шундай матур.
Ҡабатлау - 3 сәғәт
Ш.Бикҡол. Лагерға. Күплек, килеш ялғауҙары.
III класс
Танышыу (3 сәғәт)
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. “Ҡайҙан?” һорауы,һәм шул һорауға яуап биреү.
Уҡыу материалы: Дәреслектәге диалогтар, күнегеү текстары. Уҡыусыларҙың үҙҙәре һайлаған текстары.К.Кинйәбулабова.Дуҫтарым күп..Хәлдәрен белем.
Мәктәптә ( 3сәғәт)
Уҡыусылырҙың тема буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү,һүҙлек запасын арттырыу.Уҡыу эшмәкәрлеге,уҡыу әсбаптары,уларҙы бөхтә тотоу.Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Синыфта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.
Башҡорт телендә өндәрһең,хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ялғауҙарҙың яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланылышын активлаштырыу.
Уҡыу материалы:Диалогтар,күнегеү текстары,кәңәштәр,көләмәстәр.“Ҡушымта”ла тема буйынса бирелгән материалдар.С.Әлибай.Өсөнсөләр.Ялҡау Зилә.
Һөнәрҙәр. (3 сәғәт)
Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау,белемде тәрәнәйтеү,һөйләшеү,уҡыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Һөнәр атамалары,таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре,уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр,текстар уҡыу.
Уҡыу материалы:Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары,диалогтар.“Ҡушымта”лағы материалдар,уҡыусыларҙың үҙҙәре һайлаған текстар.М.Дилмөхәмәтов.Йылы һүҙ.
Йәй миҙгелдәре. (4 сәғәт)
Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре.Тәбәғәттең төрлө күренештәре.Миҙгелдәргә бәйләнешле ололарҙың эштәре, хәстәрҙәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшҙәр,әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр,һынамыштар менән танышыу.
Көн торошына бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү.Һөйләм төрҙәре.Тасуирлау элементтары.Иғлан яҙыу.
Уҡыу материалы: Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары, диалогтар, йомаҡтар. Ш.Ғәлиев. Миҙгелдәр .Йомарт алмағас. Р.Әбүталапова. Тейен.
Кейемдәр. (2 сәғәт)
Кейем исемдәрен үҙләштереү,элке өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.Кейемде һаҡлап,ҡәҙерләп тотоу,һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу.Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, кейем тыйнаҡлыҡ һ.б. тураһында һөйләшеүҙәр,текстар уҡыу.Шиғырҙар ятлау.
Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәнеү.
Уҡыу материалы: Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары, диалогтар, теләктәр, ҡотлауҙар. Магазинда. Г.Мөхәмәтдинова. Күлдәк. Ф.Туғыҙбаева. Минеке!
Ғаилә. (2 сәғәт)
Ғаилә ағзалары,уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше (практик үҙләштереү). Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.
Уҡыу материалы: Дәреслектәге диалогтар, еләктәр,мәҡәлдәр.Л.Азамат. Йәшәмеш үҫә. М.Баймөхәмәтова.Китәм,вәт! С.Сурин.Кем нимәгә өйрәтә? Р.Сөләймәнов.Йәннәт булырмы? Н.Сәлимов. Кемдәр маладис була? Ҡәләм кемгә булырға тейеш? С.Әлибай.Байрам килгән.
Тыуған көн. (2 сәғәт)
Балаларҙың тыуған көн байрамы,уға әҙерлек мәшәҡәттәре.Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы.Ҡунаҡтар саҡырыу,уларға хөрмәт күрһәтеү,мәжлестә үҙеңде тотоу һ.б. тураһында һөйләшеүҙәр,текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.
Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр.Саҡырыу ҡағыҙы,ҡотлау.
Уҡыу материалы:Дәреслектәге диалогтар,күнегеү текстары,ҡотлауҙар,саҡырыу текстары.М.Дәүләтшина.Байрам.Ф.Ғөбәйҙуллина.Беҙҙең дуҫ.“Ҡушымта”ла бирелгән текстар. Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған материалдар.
Тәбиғәт. (2 сәғәт)
Кеше һәм тәбиғәт.Башҡортостан тәбиғәте.Беҙҙә йәшәгән кейектәр.Беҙҙәге үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһынла һөйләшеүҙәр,текстар уҡыу.
Башҡорт телендәге синоним һүҙҙәрҙе,сағыштырыу,ҡылымдарҙың заман формаларын,ҡаршы-ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү.Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Уҡыу материалы: Күнегеү текстары, диалогтар, йомаҡтар, мәҡәлдәр. Тәбиғәт. Ф.Туғыҙбаева. Бер генә һүҙ. Эш табылды. Ҡуян. И.Тимерханов. Ике ҡуян балаһы. Кем батыр? Ф.Рәхимғолов. Күбәләк. Ә.Хәмәтдинова. Йәшел аптека.
Башҡортостан. (2 сәғәт)
Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы, тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары. Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.
Уҡыу материалы:Күнегеү текстары, диалогтар, мәҡәлдәр. Башҡортостан. Башҡортостандың байлығы. Музейҙар.
Сәйәхәт. (2 сәғәт)
Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һәйләшеүҙәр,текстар уҡыу. Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, “менән” бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.
Уҡыу материалы:Диалогтар,күнегеү текстары,белдереүҙәр,мәҡәлдәр.Европа-Азия.Өфө урамында.Сәфәр йөрөгәҙ – сәләмәт булырһығыҙ.М.Хисамов.Егәрле Гөлбикә.Р.Нотфуллина.Ялым күңелле үтә.Ғ.Ибраһимов.Хәйлә.
Байрамдар. (3 сәғәт)
Был темала уҡыу йылы буйынса әйрәнелгәнде ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу эштәре үткәрелә. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу ҡарала.
IV класс
1-се сентябрь – Белем байрамы - 2 сәғәт
Бөтә балалар өсөн ҙур байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (өйрнеү) . Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.
Мәктәптә – 3 сәғәт.
Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).
Ғаилә. Хеҙмәт - 3 сәғәт.
Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
Хобби. Буш ваҡыт – 2 сәғәт.
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.
Транспорт. Юл. Сәйәхәт – 2 сәғәт.
Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһөм. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.
Врачта. Поликлиникала – 2 сәғәт.
Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы , сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе.
Почтала – 2 сәғәт.
Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).
Башҡортостан тәбиғәте – 3 сәғәт.
Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар – 3 сәғәт.
Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.
Башҡортостандың күренекле шәхестәре – 3 сәғәт.
Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.
Ауыл тормошо – 3 сәғәт.
Ауыл тормошо, ауыл кешкләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы мкңеханизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Башҡорт халыҡ ижады – 3 сәғәт.
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Балалар ижады – 3 сәғәт.
Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элеменнтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Башлағыс класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.
1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;
2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;
- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.
3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;
-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;
-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.
4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;
- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;
-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
-өйрәтеү характерындағы изложение яҙыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре
Күсереп яҙыу-1
Һорауҙарға яуап-1
Диктант- 1
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү. Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
2 | 25 - 30 | 90 - 110 | 35 - 40 |
3 | 35 - 40 | 110 - 130 | 45 - 65 |
4 | 45 - 50 | 130 - 180 | 75 - 85 |
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) һүҙлек диктанты;
3) ғәҙәти диктанттар;
4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Эш төрҙәре | Кластар | ||
2 | 3 | 4 | |
Күсереп яҙыу | 1 | 1 | 1 |
Һорауҙарға яуаптар яҙыу | 1 | 1 | 1 |
Диктант | 1 | 1 | 1 |
Изложение | 1 | 1 | |
Бөтәһе | 3 | 4 | 4 |
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:
Эш төрҙәре | Кластар | ||
2 | 3 | 4 | |
Һүҙлек диктанты | 6 - 8 | 8 - 10 | 10 - 12 |
Диктант | 15 - 20 | 25 - 30 | 35 - 40 |
Күсереп яҙыу | 25 - 30 | 35 - 40 | 45 - 50 |
Инша | 35 - 45 |
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.
Мәғлүмәт сығанаҡтары: Методтар:
- уҡыусылар эшмәкәрлеге; - күҙәтеү; -
- статистик мәғлүмәттәр; - башҡарыу процесын баһалау;
- уҡыусыларҙың эштәре; - башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;
- тест һөҙөмтәләре. - портфолио.
- яуап һайлау;
- ҡыҫҡа яуап;
Критерийҙар;
- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;
- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;
- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;
- уҡыуҙың темпы;
- әңгәмәлә ҡатнашыу;
- яуаптың дөрөҫлөгө;
- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.
I. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге.
1.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.
2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
3. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
4. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.
II. Материаль-техник ҡулланмалар.
- Ноутбук, проектор.
- Электрон белем биреү ресурстары
http://oobelor.ru/ - Отдел образования г. Белорецк
mfbl.ru – Машинный фонд башкирского языка ba.wikipedia.org – Башкирская Википедия www.virtualrb.ru – Виртуальные туры по Башкортостану www.360gu.ru – Сферические панорамы www.bashskazki.ru – Башкирские народные сказки www.3dcaves.net – Виртуальный тур по пещере Шульганташ incubator.wikimedia.org – Башкирские пословицы и поговорки
III. Төп әҙәбиәт.
1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-4 -се класы уҡыусылары өсөн дәреслектәр. – Өфө : Китап, 2010.
2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.
3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
4.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
5.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
6.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
IV. Өҫтәлмә әҙәбиәт.
1. Башҡорт теленән изложение текстар йыйынтығы. 1- 4 – се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө
2. Интеллектуаль уйындар
3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
4. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.
5.Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
6. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2007
7. Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
пояснительная записка к рабочей программе по русскому языку для 6 класса коррекционной школы 8 вида. Рабочая программа по русскому языку для 6 класса коррекционной школы 8 вида
Программа составлена для обучающихся, воспитанников с ограниченными возможностями здоровья. Русский язык является одним из основных предметов в специальной школе. В зависимости от года обучения на овл...
Рабочая программа по французскому языку для 7 классана базе учебно-методического комплекта «Французский в перспективе» автора А.С. Кулигиной и составлена на основе Федерального государственного образовательного стандарта общего среднего образования и про
Настоящая рабочая программа предназначена для обучающихся 7 класса на базе учебно-методического комплекта «Французский в перспективе» автора А.С. Кулигиной и составлена на основе Федерального го...
Рабочая программа по английскому языку во 2 классе, разработанная на основе программы курса «Английский язык. Программа для общеобразовательных учреждений 2-4 классы» (Кузовлев В.П., Лапа Н.М., Перегудова Э.Ш.)
Рабочая программа по английскому языку во 2 классе, разработанная к учебнику "Английский язык. English-2": учеб. для 2 класса общеобразоват.учреждений/ Кузовлев...
Рабочая программа по русскому языку для 5 класса составлена на основе Федерально¬го государственного образовательного стандарта основ¬ного общего образования второго поколения, Примерной программы основного общего образования по русскому языку и Рабочей п
Рабочая программа по русскому языку для 5 класса составлена на основе Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования второго поколения, Примерной программы осн...
Рабочая программа по русскому языку в 9 классе «Подготовка учащихся к выполнению тестовых заданий государственной итоговой аттестации по русскому языку»
Рабочая программа "Подготовка учащихся к выполнению тестовых заданий ГИА по русскому языку"...
Рабочая программа по русскому языку для 5 класса в соответствии с требованиями Федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования и обеспечения для 5–9 классов авторов Р.Н. Бунеева, Е.В. Бунеевой
Настоящая программа по русскому языку для основной школы является логическим продолжением программы для начальной школы (авторы Е.В. Бунеева, Р.Н. Бунеев*) и составляет вместе с ней описание непр...
Рабочая программа по русскому языку для 7 класса разработана на основе примерной программы по русскому языку основного общего образования и рабочей программы по русскому языку М.Т.Баранова, Т.А. Ладыженской, Н.М.Шанского и др.
Рабочая программа адаптирована для школы надомного обучения для учащихся с ограниченными возможностями здоровья. И расчитана на 2 часа обучения русскому языку (в неделю)....