Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш
классный час

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Матурлыҡ төшөнсәһен кем нисек аңлай? 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл keshel_bot_nm_l_matur_bulyrga_teyesh_.docx16.73 КБ

Предварительный просмотр:

Класс сәғәте темаһы: “КЕШЕЛӘ БӨТӘ НӘМӘ ЛӘ МАТУР БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ” (Хисаметдинова Ә. З.)

Маҡсат: тәүге сиратта уҡыусылар менән танышыу, 1 сентябрь – белем көнө менән ҡотлау. Уҡыу йылына пландар ҡороу. Аң-белемгә өндәү, тәрбиәүи эштәр алып барыу. Уҡыусыларҙа яңы шәхес тәрбиәләү.

Класс сәғәте барышы әңгәмә рәүешендә ҡорола:

  1. уҡыусыларҙы белем байрамы менән ҡотлау. Улар менән танышыу һәм үҙемде таныштырыу.
  2. тема буйынса әңгәмә алып барыу. “Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш” тигән рус яҙыусыһы Антон Павлович Чехов. Ул ошо матурлыҡ һүҙе аҫтында нәмәләрҙе күҙ уңында тотто икән? Әйҙәгеҙ әле беҙ үҙебеҙсә ошо һорауға яуап биреп ҡарайыҡ? (уҡыусылар сығышы).

Ҡәҙерле уҡыусылар! Бына һеҙ бөгөндән башлап 5-се синыф уҡыусылары. Тимәк, һеҙ инде күптән уҡый, яҙа беләһегеҙ. 4 йыл буйына үрҙәрҙән үрҙәргә алып менеүсе Рәмилә Асраровнаға ҙур рәхмәтле булырға тейешһегеҙ. Ә инде 5-сенән алып тағы ла башҡа уҡытыусылар төрлө-төрлө фән үрҙәренә алып менәсәктәр.

Әммә беҙ мәктәпкә фәҡәт уҡып, яҙып, хисаплап өйрәнергә генә килмәйбеҙ. Беҙ бында күп һөнәрҙәргә лә өйрәнербеҙ. Ә иң мөһиме – тәрбиә мәктәбе үтербеҙ. Үҙеңде нисек тоторға, һине уратҡан кешеләр менән нисек аралашырға, ҡайһылайыраҡ бәхәс - әңгәмә алып барырға. Ҡайһылай кейенһәң, матур була. Иң ҙур матурлыҡ булған һаулыҡты нисек һаҡларға өйрәнергә? Башҡорт улы-ҡыҙы булараҡ, үҙ милләтеңә хас нәмәләрҙе лә белергә өйрәнерһегеҙ.

Бына ошо һаналып киткәндәрҙең барыһын да үтәй беләһегеҙ икән, тимәк, һеҙ рухи яҡтан һәйбәт тәрбиә алған балалар. Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын.

Башҡорт халҡында киләһе быуынды тәрбиәләргә ныҡ иғтибар ителгән. Атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр төрлө юлдар менән үҙ һөнәрҙәрен балаларына ҡалдырырға ынтылғандар.

Рухи байлыҡ төшөнсәһе иһә бик киң, ә иң мөһим сифаты – изгелек. Күңелдәге матурлыҡ тойғоһо, яҡшылыҡ тойғоһо, әҙәплек – былар барыһы ла изгелек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

“Изге күңелле бул, кешеләргә изгелек ҡыл”, “Тәрбиәле бул”. Был һүҙҙәрҙе һеҙ йыш ишетәһегеҙ. Ә мәктәптә үҙебеҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ һуң? Ни тиһәк тә, мәктәп - беҙҙең икенсе йортобоҙ. Мәктәп -  беҙҙе белемгә, ғилемгә алып барыусы белем усағы.

Һорау: һин ниндәй кеше? (уҡыусылар яуабы).

Афарин, балалар. Бына ниндәй тәрбиәле, тәртипле балалар килә 5-се класҡа.

Һеҙҙең шундай һәйбәт уҡыусылар икәнегеҙҙе иҫбатлар өсөн ошо уҡыу йылында уҡытып, күреп беләсәкбеҙ инде. Әле бөгөн ниндәй яҡшы күңелле икәнһегеҙ, киләсәктә лә шундай һәйбәт кешеләр булығыҙ. Һүҙемде йомғаҡлап ошо шиғри юлдарҙы һүҙгә арнайым:

Көҙгө япраҡ әйлән-бәйлән

Моңһоу ғына ҡойола.

Хәҙер инде һәр аҙымда

Көҙ һалҡыны тойола.

Алдымда – ғәзиз мәктәбем,

Һабаҡташ дуҫ-иптәшем.

 Ҡаршы ала икенсе өй.

Киң асып ишектәрен.

Тылсымлы моңдар таратып,

Еҙ ҡыңғырау шалтырай.

Уҡыусыларҙы беҙҙә гел.

Көтөп торалар шулай.

Дин-дилләй, дин-дилләй.

Ҡыңғырау көйөн көйләй.

Шат балалар тауышынан

Бөтә Ер шары гөрләй.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Казанда яшәгән бөек кешеләр.

Рус мәктәбендә укучы татар балалары өчен 9 нчы класста бәйләнешле сөйләм үстерү дәресе....

Сәламәт булыр өчен

Памятки для родителей...

Сыйныф сәгате: "Төбәгебезнең хөрмәтле кешеләре"

Тема: Максат:              Туган ил, туган җиргә мәхәббәт тәрбияләү, укучыларны     ...

Авылымның йөзе – аңың күркәм кешеләрендә

Кереш“Яшәр өчен бетмәс көч алыргаОлысына һәм дә кечегә, -Мәхәббәтле, ямьле, мәрхәмәтлеТуган ягы кирәк кешегә.”Фәнис Яруллин...

"Кем миллионер булырға теләй?" уйыны буйынса презентация.

quot;Кем миллионер булырға теләй?" уйыны....

"Туган телен кадерләгән халык кадерле булыр..."

quot;Туган телен кадерләгән халык кадерле булыр..."...

Әҙәбиәт дәресе ниндәй булырға тейеш.

Әҙәбиәттән ҡыҙыҡлы, тәрән эстәлекле дәрес үткәрер өсөн, уҡытыусы үҙе лә эрудициялы, тәжрибәле булырға тейеш....