Әҙәбиәт дәресе ниндәй булырға тейеш.
материал

Альфия Тимерьяновна Гайфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина

Әҙәбиәттән ҡыҙыҡлы, тәрән эстәлекле дәрес үткәрер өсөн, уҡытыусы үҙе лә эрудициялы, тәжрибәле булырға тейеш. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Педагогик концепция

Әҙәбиәт дәресе ниндәй булырға тейеш?

  Ҡайсаҡ уҡытыусыларҙан: “Балалар матур әҙәбиәт әҫәрҙәрен аҙ уҡыйҙар, уҡыуҙан эстетик ләззәт алмайҙар” кеүек зарҙарҙы ишетергә тура килә. Шундай һүҙҙәрҙән һуң:”Әҙәбиәт уҡытыуҙы яҡшы яҡҡа нисек үҙгәртергә?” тигән һорау ҡуям.

  Башта шуны асыҡлайыҡ. Матур әҙәбиәт фәнме, әллә сәнғәттең бер төрөмө? Ул әҙәби образдарҙы нәфис һүҙ, тел ярҙамында барлыҡҡа килтереү менән айырылып торған сәнғәттең бер төрө. Матур әҙәбиәт эстетика, сәнғәттең башҡа төрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыла. Тарих фәне уны тәрәнерәк аңларға ярҙам итә.

  Дәрес – мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороуҙың бер формаһы. Дәрес уҡыусылар коллективын яңы материал үҙләштереү, уҡытыу һәм тәрбиә бурыстарын, практиканың төрлө мәсьәләләрен сисеү өсөн ойошторола. Дәрескә уҡытыу, тәрбиә һәм үҫеш функцияларын башҡарыу, ижтимағи аралашыу күнекмәләре, коллективизм хисе формалаштырыу бурыстары ла йөкләтелгән. Бөгөнгө мәктәп дәресенә ҡуйылған бурыстар һәр кемгә лә билгеле: уҡыусыларҙың даими составы, төгәл билгеләнгән ваҡыт сиктәре эсендә уҡытыу, дидактик маҡсаттар менән билдәләнгән метод һәм алымдарҙың төрлөлөгө.

         Уҡытыусы дәрескә ҡуйылған талаптарҙы  ла белергә тейеш. Улар түбәндәгеләр:

  • һәр дәрестең үҙ концепцияһы, логикаһы һәм стиле бар
  • дәрестә эмоциональ атмосфера тыуҙырыу
  • дәрестең фәннилеге
  • дәрестең күргәҙмәле булыуы.

Матур әҙәбиәт фекер, хис тыуҙыра, бәхәс уята, уйландыра, уйлата… Был талапҡа яуап бирелмәй икән, әҙәбиәт тейешле дәрәжәлә уҡытылмай тигән һүҙ.

Стиль кешенең тәбиғи үҙенсәлеген сағылдыра. Ҡыҫҡаса әйткәндә, стиль ул – кеше үҙе. Бына эш нимәлә икән? Беҙ күпселек яҙыусылар, уларҙың ижады тураһында бер төрлө һөйләйбеҙ: тыуған, йәшәгән, ижад иткән, үҙенсәлекле яҙған һ.б. Дәрестә әҙиптең әҫәрҙәрен уҡырға ваҡыт та ҡалмай. “Өйҙә уҡырһығыҙ”, - тип әйтәбеҙ.

“Стиль ул – кеше үҙе” тибеҙ икән, әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусылар күпселек кемдең стиле менән танышалар: яҙыусы стиле менәнме йәки уҡытыусы стиле менәнме? Йыш ҡына уҡыусы хәтерендә уҡытыусы һәм дәреслек стиле генә ҡала. Уҡытыусы уҡыусыларҙы бик күп яҙыусыларҙың тормош юлдары, ижады менән таныштыра. Дәрес үткәреүсе -  берәү, ә яҙыусылар, уларҙың әҫәрҙәре алышынып ҡына тора.

Шуға күрә, уҡытыусы дәрескә әҙерләнгәндә, уйларға тейеш: теге йәки был яҙыусының бай, үҙенсәлекле ижадын ниндәй метод, алым, саралар менән уҡыусыларға еткерергә? Яҙыусының  үҙенсәлекле тормош юлын, ижадын өйрәнгәндә нимә ярҙам итер?

Мин уларҙың бер нисәһен генә һанап китәм:

1.  Яҙыусы менән уның әҫәрҙәренән танышыу. Әле уның исеме лә әйтелмәй, рәсеме лә күрһәтелмәй. Әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡып, яҙыусы тураһында күп мәғлүмәттәр алабыҙ. Уларҙа яҙыусының йәшәгән урындарындағы микротопонимика, һөйләм үҙенсәлектәре сағыла.

2.  Яҙыусының тыуған еренә барыу йәки карта буйынса сәйәхәт итеү. Уның йәшәгән урыны (ауылы, ҡалаһы, ундағы йылға, күл, урман) тураһында һөйләйбеҙ.

3. Яҙыусының шәхси, социаль, әҙәби биографияһы менән таныштырам. Ул ниндәй ғаиләлә тыуып үҫкән? Шәжәрәһе. Мөхәббәте. Кемдәр менән аралашҡан? Ҡайһы уҡыу йорттарында уҡыған? Ниндәй китаптар уҡыған?

4. Осорға ҡыҫҡаса характеристика бирәм. Яҙыусы ниндәй йылдарҙа ижад иткән? Ниндәй тормош ҡаршылыҡтарына осраған? Ниндәй ваҡиғалар, хәлдәр уның ижадын активлаштырған? Һәр яҙыусы әҫәрен “Өндәшмәй ҡала алмайым” ситуацияһында ижад итә.

5.  Әҫәрҙәге образдар системаһы менән таныштырам. Әҫәрҙәге персонаждарҙың һөйләмдәрен сағыштырабыҙ. Әҫәрҙә һөйләнгәе ваҡиғаларҙы автор нисек белә? Күрепме, ишетепме? Ул ваҡиғаларҙа автор үҙе ҡатнашҡанма?

6.  Әҫәрҙә уҡыусы өсөн ниндәй яңылыҡтар бар? Яҙыусының шәхесе, уның әҫәре уҡыусыға ниндәй тәьҫир яһай?

7.  Ҡайһы бер өҙөктәрҙе сәхнәләштерергә лә мөмкин. Был – уҡыусыларҙың эшсәнлеген, активлығын арттырыр.

8.  Айырым әҫәрҙәрҙе, оҙон әҫәрҙәрҙән өҙөктәрҙе ятлатам. Был әҫәр (өҙөк) тирәһенә яҙыусы ижады менән бәйләнгән бөтөн ваҡиға-хәлдәрҙе туплайбыҙ.

9.  Әҫәрҙә йыр булһа, уны өйрәнеп йырлайбыҙ (үҙем йырларға яратам).

Шундай эштәрҙән һуң әҫәр, ундағы ваҡиғалар, персонаждар хәтерҙә оҙаҡ ҡала.

Әҙәбиәттән ҡыҙыҡлы, тәрән эстәлекле дәрес үткәрер өсөн, уҡытыусы үҙе лә эрудициялы, тәжрибәле булырға тейеш. Тормош тәжрибәһе аҙ булған уҡытыусы яҡшы дәрес үткәрә алмай. Әҙәбиәт уҡытыусыһы күп уҡырға, эҙләнергәЭ күрергә, сәйәхәт итергә тейеш.

Дәрес өсөн уҡытыусы ентекле план-конспект төҙөй, үҙенең һөйләмен алдан уҡ яҙып әҙерләй. Һөйләм күпшәк булмаһын.

Иҫкә төшөрәбеҙ: дәрестең төп маҡсаты – балаларға яҙыусының үҙенсәлекле ижадын үҙенсәлекле еткереү. Яҙыусының әҫәрҙәре – яҙыусы үҙе.



Предварительный просмотр:

Заманса  әҙәбиәт дәрестәренә талаптар

Асҡыс һүҙҙәр: компетентлылыҡ – компетенцияларҙы билдәле шәхес тарафынан үҙләштерелгән объектив һөҙөмтә.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – яңы белем һәм һәләттәрҙе үҙ аллы үҙләштереү , шул иҫәптән ошо процесты ойоштора белеүҙе тәъмин итеүсе ысулдар йыйылмаһы.

Төп белем биреү программаларының планлаштырылған (күҙалланған) һөҙөмтәләре – белем биреүҙең билдәләнгән маҡсатын , күрһәткес һәм һөҙөмтәләрен , логикаға ҡоролған структураһын, баһалауҙың критерийҙарын билдәләүсе ысулдар йыйылмаһы.

   Рәсәй мәғарифында Яңы дәүләт белем биреү стандарттары индерелеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә, туған әҙәбиәтте уҡытыуға, заманса технологиялар ҡулланыуға ҙур талаптар ҡуя. Улар худоджестволы әҙәбиәттең  хәҙерге быуын уҡыусыларын формалаштырыуҙағы роле үҙгәреүе, үҫеүе менән бәйле. ФГОС матур әҙәбиәткә ошондай баһа бирә: “ Матур әҙәбиәт -  һүҙ сәнғәте булараҡ  ысынбарлыҡты танып белеүҙең үҙенсәлекле ысулы, донъяның художестволы моделе. Был үҙенсәлек йәшәйештең фәнни картинаһын  көслө эмоциональ тәьҫир, метафоралар, күп мәғәнәлелек, ассоциациялар, тамамланмағанлыҡ, уны ижади аңлау менән билдәләнә”. Шулай уҡ: ” Әҙәбиәттә һүҙҙәр, тел тамғалары ярҙамында һүрәтләнгән донъяның худоджестволы картинаһын беҙ эмоциональ юл менән генә ҡабул итмәйбеҙ, интеллектуаль юл менән, йәғни рациональ ысул менән аңлайбыҙ.” Тимәк, матур әҙәбиәт зауыҡ менән бергә, кешенең аңын, фекерләүен, донъяға ҡарашын формалаштырыу сараһы ла булып тора. Шуға күрә  ФГОС шарттарында белем биргәндә  уҡытыусыға ДТК, ДФК, ДХК кеүек төшөнсәләрҙе белеү кәрәк. Ҡыҫҡаса әйткәндә, донъя хәҙерге фәндә концептуаль картина тип йөрөтөлә(ДКК). Уны кеше ике юл менән танып белә- рациональ һәм иррациональ(хис – тойғо). ДФК фән ярҙамында, физика, химия, математика, механика кеүек фәнни закондар ярҙамында танып беленә. Матур әҙәбиәттә донъя – концептуаль картина һүҙ сәнғәте, образдар аша сағыла , шуға күрә уны ДХК тип атайҙар. Һәр яҙыусының үҙ художестволы донъяһы, художестволы картинаһы була. Уны индивидуаль картина тип тә атайҙар. Мәҫәлән, М. Кәрим, Н.Нәжми, Ғ.Хөсәйенов худоджестволы картиналары.

   Мәктәптә матур әҙәбиәтте  уҡытыу алдында ниндәй маҡсаттар ҡуйыла:

  • Донъяға гуманистик күҙлектән ҡараған, милли үҙаңлы, патриотик рухлы, бөтөн Рәсәй гражданы аңы булған, рухи үҫешкән шәхес тәрбиәләү.
  • Интеллектуаль һәм рухи үҫеш тәъмин итеү.
  • Этаплы, эҙмә-эҙлекле рәүештә уҡыу, комментарийлау, анализлау, интерпретациялау һәләтен үҫтереү.
  • Текстҡа һалынған мәғәнәләрҙең алгоритмын үҙләштереү.
  • Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген( маҡсат ҡуя белеү, уны планлаштырыу, библиографик, энциклопедик  эҙләнеү) булдырыу.
  • Художестволы әҙәбиәт менән танышыу, тәжрибәне үҙ эшмәкәрлегеңдә, телмәр үҫешендә файҙаланыу.

Художестволы әҙәбиәтте өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре:

Әҙәбиәтте өйрәнеүҙәге шәхси һөҙөмтәләр:

  • Шәхесте рухи яҡтан үҫтереү;
  • Танып белеү һәм коммуникатив маҡсаттарҙа  үҫешеү өсөн информатив сығанаҡтар менән файҙалана белеү;

Метапредмет һөҙөмтәләр:

а) проблеманы аңлай, гипотеза ҡуя, материалды структурлай, үҙ ҡарашыңды иҫбат итә белеү өсөн аргументтар һайлай белеү һәләте.

в) төрлө сығанаҡтар менән эш итә белеү.

Предметлы һөҙөмтәләр:

  1. Танып белеү сфераһында:
  • Художестволы әҫәрҙе уның яҙылыу дәүере менән бәйләү, ундағы мәңгелек ҡиммәттәрҙе асыҡлау;
  • Әҫәрҙе анализлай белеү;
  • Әҫәрҙең сюжет, композиция, тел - стиль сараларын асыҡлай алыу;
  • Художестволы анализ өсөн әҙәбиәт теорияһы терминдарын файҙалана белеү;

  1. Ҡиммәттәр ориентацияһы сфераһында:
  •  Әҙәби әҫәргә шәхсән мөнәсәбәт тәрбиәләү;
  • Автор позицияһын аңлау, уға үҙ мөнәсәбәтеңде  булдырыу; тәнҡитле ҡараш формалаштырыу;

  1. Эстетика сфераһында:
  • Әҫәрҙең һүҙ сәнғәте булараҡ образлы тәбиғәтен аңлы һәм эстетик ҡабул итеү;
  • Һүҙҙе эстетик функцияһында аңлау, тел-һүрәтләү сараларын айыра, ролен билдәләй  белеү;

ФГОС талаптарына яуап биреүсе әҙәбиәт дәрестәренә ҡуйылған ҡайһы бер критерийҙар

  1. Туған әҙәбиәт дәрестәре дидактик феномен:
  • Фәнни нигеҙле, асыҡ маҡсатлы, конструктив, раҫлаусы(утверждающий), проблемалы;
  • Теория һәм практика берҙәмлеген сағылдырыусы;
  • Уҡыусыларҙың аңлы һәм актив эшмәкәрлегенә ынтылыусы;

  1. Әҙәбиәт дәрестәре аморф булмай:
  • Проблемалы ситуация тыуҙыра;
  • Уҡыусыларҙың дәрестең маҡсатын, темаһын, эҙләнеү юлдарын билдәләүҙә ҡатнашыуы;
  • Күҙаллаған һөҙөмтәләрҙе күрһәтә белеү;
  • Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуға ынтылыу;
  • Белем алыуҙың продуктлылығы(схема, таблица, диаграммалар);
  • Метапредмет бәйләнеш;

  1. Рефлексия.  
  • Үҙ һәм коллектив УУЭ адекват баһалау;
  • УУЭ ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисереү;

  1. Туған әҙәбиәттән өлгөлө дәрес ул:
  • Стандарт булмаған;
  • Оригиналь, «көтөлмәгәнлекле»(изюминка) дәрес;
  • Донъяны танып белеү аураһы тыуҙырылған;
  • Белем биреү процесында һәр субъектты шәхес булараҡ асыу; педагогик хеҙмәттәшлек;
  • Дәрестең сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булыуы маҡсатында теманы интригалы билдәләү( “Өйрәнсектең үҙ оҫталыығы бар»),(« Любомир Зух хәрби енәйәтсе түгел”) һ.б.
  • Дәрестә ординар булмаған сығанаҡтар файҙаланыу(РФ Ер кодексы, РФ Енәйәт кодексы, ауыл шәжәрәһе, үҙ ауылыңда йәшәүсе ябай авторҙың әҫәре менән таныштырыу)  .        

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Чын дуслар нинди була?" 7нче сыйныфта ачык дәрес үрнәге

Открытый урок  в 7 классе был проведен в рамках конкурса "Учитель года -2009"...

Сәламәт булыр өчен

Памятки для родителей...

Татар теле дәресе: Кошлар - безнең дусларыбыз. (Кабатлау дәресе)

4 нче сыйныф өчен татар теле дәресе (рус подгр.)...

"Кем миллионер булырға теләй?" уйыны буйынса презентация.

quot;Кем миллионер булырға теләй?" уйыны....

Әдәбият дәресе - тормыш дәресе

Татар әдәбияты дәресләре өчен...

"Туган телен кадерләгән халык кадерле булыр..."

quot;Туган телен кадерләгән халык кадерле булыр..."...

Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш

Матурлыҡ төшөнсәһен кем нисек аңлай?...