Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»
материал на тему
Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»
Маҡсат:
1. Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;
2. Милли рух, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү;
Гражданин патриот тойғоһо тәрбиәләү;
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
durtense_bot_donya_koroltayyna_arnalgan_klastan_tysh_sara.docx | 15.98 КБ |
Предварительный просмотр:
Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»
Маҡсат:
- Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;
- Милли рух, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү;
- Гражданин патриот тойғоһо тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: Башҡортостан Республикаһының гербы, гимн, ҡоролтай эмблемаһы, китаптар, күргәҙмә материалдар.
Ҡоролтай барышы:
- Башҡортостан Республикаһының гимны яңғырай.
- Монтаж.
1-се уҡыусы:
Гимназияла бөгөн байрам,
Күккә ашҡан балҡыштары.
Баш ҡорона йыйылалар
Ҡоролтай делегаттары.
2-се уҡыусы:
Тыңлағыҙ Һеҙ баш йортоғоҙ
Һеҙҙе нисек алҡышлауын.
Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ,
Ҡоролтай делегаттары!
3-сө уҡыусы:
Өймәкләшеп иләүгә,
Төйнәкләшеп биләүгә
Ил барлығын онотмай,
Тел тамырын ҡоротмай,
Йыйҙыҡ бөгөн ҡоролтай,
Ҡорҙоҡ бөгөн ҡоролтай.
4-се уҡыусы:
Ай, ҡоролтай, ҡоролтай,
Вай, ҡоролтай, ҡоролтай
Халҡым рухы ҡоростай,
Ҡурай мәңге сыңраған,
Уралтауы тыңлаған,
Халҡым рухы һынмаған.
5-се уҡыусы:
Ҡоролтайҙа – ҡор уртала,
Алдыбыҙҙа яңы быуат,
Алдыбыҙҙа яңы дәүер,
Өр-яңыса заман тыуа.
1-се алып барыусы:
Ҡәҙерле ҡоролтай делегаттары! Һеҙҙе күркәм байрам - Башҡортостан Республикаһы көнөнә, Әҙәбиәт йылына, Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған ҡоролтай менән тәбрикләйбеҙ! Был ваҡиға , ысынлап та, башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа халыҡтарының телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
2-се алып барыусы:
Ҡоролтай – башҡорт халҡының ил, ер, халыҡ яҙмышын уйлап, төрлө яҡлап самалап, һәр тарафты тыңлап, аҡһаҡалдар һәм зыялылар аҡылына таянып, фекерҙәр туплай, ҡарарҙар ҡабул итә торған изге бер йыйыны икәнен һәммәбеҙ ҙә беләбеҙ.
1-се алып барыусы:
Бөгөнгө мәртәбәле ҡорға беҙ республикабыҙҙың суверенитет яулаған көнөн билдәләр, Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын тәбрикләр, киләсәккә маҡсаттар ҡуйыр өсөн йыйылдыҡ.
2-се алып барыусы:
Һеҙҙең арала һәр кластан иң яҡшы уҡыған, мәктәптән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан 48 делегат уҡыусы, Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, райондың мәғариф бүлегенән ҡунаҡтар, гимназияның администрация етәкселәре.
1-се алып барыусы:
Әлбиттә, оло ҡорҙоң башында һүҙҙе гимназиябыҙҙың аҡһаҡалы алыуы ҙур мәғәнәгә эйә. Сөнки башҡорттар элек-электән йыйындарға фатиха һүҙен аҡһаҡалдан әйттергән. Ул ысын мәғәнәһендә аҡыллы, уйлап эш итеүсе етәксе генә түгел, төплө һүҙен әйтер аҡһаҡал да.
2-се алып барыусы:
Һүҙ гимназиябыҙ аҡһаҡалы – Хөбөтдинова Зөһрә Нуретдин ҡыҙына.
1-се алып барыусы:
а) Һәр милләт кешеһе үҙенең республикаһы тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш.. (1-се уҡыусы Башҡортостан Республикаһы тураһында үҙенең сығышында беҙгә мәғлүмәттәр бирә).
б) «Ҡоролтайға әйтер һүҙем » темаһы буйынса 2-се уҡыусы сығыш яһай.
в) “Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар” темаһы аҫтында 3-сө уҡыусы һөйләй.
г) “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре ” тураһында 4-се уҡыусының сығышы.
ғ) «Урал батыр» эпосынан бер уҡыусы өҙөк һөйләй.
2-се алып барыусы:
Ҡоролтайҙан беҙ ниндәй маҡсаттар менән ҡайтырға тейешбеҙ? Ниндәй тәҡдим , фекерҙәрегеҙ бар? (делегаттар үҙ тәҡдим-фекерҙәрен әйтәләр)
1-се алып барыусы ҡарарҙы уҡый.
Ҡоролтай шундай ҡарарға килде:
- Бер тауыштан Хәкимов Иҙелде ҡоролтай рәйесе итеп һайланыҡ.
- Йылына бер тапҡыр гимназияла ҡоролтай уҙғарыу.
- Икенсе ҡоролтайҙа секциялар эшләһен.
- Телебеҙҙе, илебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡларға.
- Мәҙәни сараға күсеү.
- Ҡоролтайҙы ябыу.
1-се алып барыусы:
Тыңлағыҙ, һеҙ йәмәғәт,
Боронғоларҙан аманат.
2-се алып барыусы: Онотмағыҙ бабаларҙың
Тарихын һәм ижадын.
Йолаһын һәм йырҙарын.
1-се алып барыусы:
Донъялар имен булһын,
Йыйындар геүләп торһон.
Тағы осрашырға яҙһын!
Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"
Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"
Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...
Кластан тыш сара "Башҡорт халыҡ ижады".
Уйын-ярыш....
Кластан тыш сара “ Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер!..”
Н.Нәжми ижады буйынса әҙәби-музыкаль кисә...
Урал -Алтай: Быуаттар аша киләсәккә. Өфө - 2011. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған IV Бөтә Рәсәй Фәнни конференцияһы.
Конференция эшендә "Ғилем күңел күҙен асыр" исемле доклад менән ҡатнаштым. Был докладта йәмғиәт тормошонда уҡытыусының роле һәм тотҡан урыны тураһында һүҙ бара....
Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған кластан тыш сара.
Кластан тыш сараТема: “Теле барҙың – иле бар”.Маҡсат: туған телебеҙ хаҡында фекер алышыу;уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;оҫта, күркәм һөйләргә ынтылыш тәрбиәләү;туған тел тураһында бел...