Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған кластан тыш сара.
классный час

Янбаева Алсу Гаяновна

Кластан тыш сара

Тема: “Теле барҙың – иле бар”.

Маҡсат: туған телебеҙ хаҡында фекер алышыу;

уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;

оҫта, күркәм һөйләргә ынтылыш тәрбиәләү;

туған тел тураһында белемде арттырыу.

Йыһазландырыу: презентация; проектор; интерактив таҡта; тел тураһында күренекле кешеләрҙең әйткән һүҙҙәре, мәҡәлдәр яҙылған плакаттар:

ü Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем.

                                                                   (З.Биишева)

 

ü Беҙҙең телебеҙ – беҙҙең тарихыбыҙ ҙа ул.

(Я.Гримм)

ü Башҡорт телен ишеткәс тә,

Мин торомон ҡәберҙән.

                                       (Т.Йосопов)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon klastan_tysh_sara.doc64 КБ

Предварительный просмотр:

Янбаева А.Ғ.

Мортазина Э.У.

Кластан тыш сара

Тема: “Туған телем – башҡорт теле”

Маҡсат: туған телебеҙ хаҡында фекер алышыу;

уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү;

оҫта, күркәм һөйләргә ынтылыш тәрбиәләү;

туған тел тураһында белемде арттырыу.

Класс: 9

Йыһазландырыу: презентация; проектор; интерактив таҡта; тел тураһында күренекле кешеләрҙең әйткән һүҙҙәре, мәҡәлдәр яҙылған плакаттар:

  • Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем.

                                                                (З. Биишева)

  • Беҙҙең телебеҙ – беҙҙең тарихыбыҙ ҙа ул.

(Я. Гримм)

  • Башҡорт телен ишеткәс тә,

Мин торомон ҡәберҙән.

                                        (Т. Йосопов)

Эпиграф:  «Теле барҙың ғына иле бар

Иле барҙың ғына көнө бар».

Дәрес барышы

Этап.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Ойоштороу мәле.

Уҡытыусының инеш һүҙе.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
  • ...

Һаулыҡ һорашып ултыралар.

Теманы билдәләү

  • Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул - тел.

 Тел - халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың – көнө бар”,- ти сәсәндәр.

  • “Көнө бар” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
  • Дөрөҫ, балалар, “йәшәй, киләсәге өмөтлө” тигәнде аңлата. Һеҙ илебеҙ киләсәге. Башҡорт телен яратып өйрәнәһегеҙ, тырышып уҡыйһығыҙ. Тимәк, илебеҙ киләсәге өмөтлө тибеҙ.

  • Бөгөн 21-се февраль! Ниндәй көн ул? Кем белә?
  • Дөрөҫ, бөгөн халыҡ-ара туған тел көнө! Шуға күрә, һеҙ аңлауығыҙса, бөгөнгө дәрес тел темаһына бағышлана.

  • «көнө бар» тигәнде аңлаталар.

Кластан тыш уҡыу дәресенең маҡсатын билдәләү

Беҙ һеҙҙең менән Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Ә Башҡортостандың дәүләт теле булып рус һәм башҡорт телдәре тора. Һәр бер кеше үҙенең телен яҡшы белергә һәм яратырға тейеш, сөнки үҙеңдең телеңде белмәй тороп башҡа телдәрҙе белеү мөмкин түгел. Тел – халыҡтың бөйөк хазинаһы. Беҙҙең халыҡтың хазинаһы – башҡорт теле. Башҡорт теле – моңло, яғымлы тел. Һуҙыбыраҡ, көйләнеберәк, йомшаҡ итеп һөйләнелә. Башҡорттар киң далаларҙа, иркен ҡырҙарҙа, мөһабәт тауҙарҙа йәшәгәнгә шулайҙыр. Телебеҙҙең бай, музыкаль булыуы башҡорттоң тәбиғәткә яҡынлығы тураһында һөйләй. Һүҙҙәребеҙ, өндәребеҙ тәбиғи тауышҡа, тәбиғәт моңона яҡын. Юҡҡа ғына Зәйнәб Биишева башҡорт телен тәбиғәт менән сағыштырып яҙмаған.

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин.

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле.

  • Тимәк, уҡыусылар беҙҙең бөгөн үткәрелгән кластан тыш уҡыу дәресебеҙ һеҙҙең әсә телебеҙ һәм башҡа телдәр тураһында һөйләшеп китәсәкбеҙ

Төп өлөш.

  • 1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000-се йылының февраленән билдәләнә башлай. БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарандағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында  21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә. Хәҙер һеҙҙең иғтибарға һеҙҙең дуҫтарығыҙ ошо датаға айҡанлы сығыштар тәҡдим итә.

Эйе, беҙҙең туған телебеҙ – ул башҡорт теле, ул ата-әсәнең теле, донъяла тәү ишеткән һүҙебеҙ, асылған телебеҙ, рухи моңобоҙ. Ғайса Хөсәйенов: “Минең туған башҡорт телем әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән әсә телем – донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә, рус телен икенсе туған телдәй итергә юл асҡан. Рус теле мине бөтә кешелек ғилеменә, мәҙәниәт донъяһына алып инде, бүтән халыҡтар менән уртаҡ телдә аралашырға мөмкинлек бирҙе” – тип яҙған. Үҙ туған телеңде белмәй тороп, башҡа сит телдәрҙе төптән өйрәнеп булмай.

  • Уҡыусылар, әлеге ваҡытта беҙҙең туған телебеҙ ниндәй проблемалар кисерә?

-Эйе, күптәр үҙ туған телдәренән ояла, тартына. “Беҙ башҡортса аңлайбыҙ, тик һөйләшә генә белмәйбеҙ” – ти улар руссалап. Үҙ туған телен белмәгәс, рус телен яҡшы белә тиһегеҙме ул кеше? Вата-емерә, күп һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй, тейешле урында ҡулланмай һөйләй ул. Туған телен белмәгән, сит телде боҙоп һөйләгән кеше ниндәй милләт балаһы һуң? Үҙ әсә телен һөймәгәс, сит телде ул нисек үҙ итһен?! Был донъяла юғалып ҡалған бит был әҙәм балаһы...

        Башҡорт телен һанға һуҡмаған кеше туған халҡының үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә, киләсәген дә белмәй. Үҙ теле, үҙ милләте менән ғорурлана алмай.

        Күренекле ғалим З. Ураҡсин “Телем минең – яҙмышым” китабында: “Киләсәктә йәмғиәт күп теллелеккә әйләнә барасаҡ. Республикалағы кешеләр үҙ телен, урыҫ телен, берәй сит телде һәм башҡорт телен белһә, был юғары интеллектлылыҡтың бер билдәһе буласаҡ”, - ти. Ысынлап та, үҙ туған теленә һәм республикаға исем биргән төп халыҡ теленә ихтирам, иғтибар, һөйөү булмай тороп, кешене юғары мәҙәниәтле кеше тип булмайҙыр.

-Уҡыусылар, беҙ ул хәлгә төшмәйек, телебеҙҙе яратайыҡ!

-Телебеҙ тураһында бик күп мәҡәлдәр бар. Хәҙер һеҙҙең менән бер уйын уйнап алабыҙ. Таҡтала (слайдта) мәҡәлдәрҙең башы яҙылған, ә һеҙ аҙағын әйтеп бөтөрөрһөгөҙ.

Һөйҙөргән дә тел,     (биҙҙергән дә тел.)

Телдең күрке –     (һүҙ).

Иләк һорарға ла    (тел кәрәк).

Аҙ һөйләһәң,   (күп ишетерһең).

Аҙ һөйлә -   (күп эшлә.)

Аҡылы ҡыҫҡаның   (теле оҙон.)

Татлы тел   (таш ярыр).

Теле барҙың    (иле бар.)

1. Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошған, уртаҡ тел, һүҙ таптырған, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән, кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған.

2. Туған тел – ул ата-әсә теле. Кешенең донъяла тәү ишеткән һүҙе, асылған теле, рухи моңо. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим был турала бына нисек бәйән итә:

«Әсәм теле – иман телем,

Әгәр һине һағынмаһам,

Көн дә һиңә табынмаһам,

Телдәремдән яҙыр инем».

3. Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй.Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала.

4. Тел – милләтте милләт иткән иң мөһим шарттарҙың береһе. Беҙҙең  Башҡортостаныбыҙ – йөҙҙән артыҡ милләт вәкиленә ыуған ер йәки торған ер.

5. Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле ныҡ үҫешкән, камил формалашҡан әҙәби тел. Был телдә әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә. Фәнни китаптар, төрлө һүҙлектәр сыға.

Ул театр сәхнәһендә, радио һәм телевидение буйынса яңғырай. Гәзит - журналдар баҫыла.

Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр

Мәҡәлдәр менән эш

   Йомғаҡлау.

Уҡыусылар, Һеҙ бөгөн башҡорт теленең ниндәй мауыҡтырғыс, бай икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланығыҙ. Артабан да телде өйрәнерһегеҙ, яратырһығыҙ тип уйлайым. Туғандар, маңҡорт хәленә ҡалмайыҡ! Үҙ туған телебеҙҙе яратайыҡ, хөрмәт итәйек, һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем.

  • Уңыштар теләйем һеҙгә.

Бөтәгеҙгә лә ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт.

 “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән видеофильмды  ҡарау


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...