Тема: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ педагогикаһына ярашлы ҡулланған уңышлы алымдар
методическая разработка
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ педагогикаһына таянып эшләү тәжрибәһенән
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 19.15 КБ |
Предварительный просмотр:
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар! Слайд1.
Бөгөн һеҙҙең менән күрешеп-аралашыу бәхетенә өлгәшеүемә бик шатмын.
Слайд 2. Тел дәресе бирәм балаларға
Милли рух ул, йәшәү рәүеше.
Халҡым ынйыларын тиҫбей-тиҫбей
Бөйөкләнә сабый аҡылы.
Бөгөн, заман талабына ярашлы, белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә.
Күпме генә яңылыҡтар индерелһә лә, бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеү, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы. Телде күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға(Слайд 3) “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ педагогикаһына ярашлы ҡулланған уңышлы алымдарым” темаһына оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәм.
Слайд 4.
Маҡсатым: 1)Коллегаларым мн тәжрибә уртаҡлашыу, эшемдең һөҙөмтәле булыуын, а күрһәтеү.
2) халыҡ педагогикаһы нигеҙендә телмәр мәҙәниәте юғары булған, үҙен һәм тиңдәштәрен хөрмәт иткән, бөтә яҡлап үҫешкән, мәктәптә алған белемдәрен көндәлек тормошта, киләсәктә дөрөҫ ҡуллана белгән илһөйәр, телһөйәр,милли рухлы балалар тәрбиәләү.
Ә бөгөн минең бурысым - үҙ эшемдең кәрәклеген, актуаллеген күрһәтеү, минең ҡарамаҡҡа уңышлы тип алынған, халыҡ педагогикаһына,заман технологияларына бәйле ҡайһы бер алымдар менән таныштырыу.
Дәрестең башында уҡ уҡыусыларҙы көйләү, яйлау өсөн үҙ-ара матур теләк-алғыштар әйттерәм,өйҙә уйлап, һорашып та киләләр: Слайд 5.
5-ле алыуыңды теләйем! Дәрес күңелле үтһен! Уҡытыусыбыҙ 5-тәрҙе күп ҡуйһын!-был 5-се кластарҙың теләктәре.
Хөрмәтле коллегаларым, һеҙ бөгөн минең уҡыусыларым булып тороғоҙ әле! Әйҙәгеҙ, һеҙ ниндәй теләк-алғыштар әйтерһегеҙ!(яуаптар)Рәхмәт!
Мәҡәлдәрҙе өйрәнгәндә, ял минуттары ойошторғанда “Мәҡәлдең яртыһын тап! ” уйынын ҡулланам. Слайд 6.
Уҡыусыларға мәҡәлдәрҙең ҡағыҙға яҙылған яртыһын бирәм, ә икенсе өлөштәрен алғы партаға һалам. Улар алға сығып, мәҡәлдәрҙең яртыһын табалар, Слайд 7.
бергәләп мәғәнәһен аңлатып үтеү ҙә бик урынлы була Йәки уҡыусылар үҙҙәре белгән мәҡәлдәрҙе бер-береһенә әйтеп, яртыһын табырға өйрәнәләр. Коллегалар мн эшләү(төркөм мн карточка күрһәтеп эшләтеү)
Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләгәндә, беренсенән, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу аша баланың тормош тураһындағы аңын байытыу булһа, икенсенән, мәҡәлдәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу аша халыҡ теленең яҡшы үрнәктәрен үҙләштереү маҡсат итеп ҡуйыла. Мәҡәлдәрҙе ниндәй темаға бәйле өйрәнеүгә ҡарап, телдән хикәйә төҙөү, яҙма инша үткәреү өсөн дә файҙаланырға була.
Тел дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең башын биреп аҙағын дауам итеү, нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр ҡуйып яҙыу кеүек күнегеүҙәр эшләү бик отошло. Слайд 8.
Шулай уҡ дәрестәрҙе йәнләндереү өсөн “Тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙме?” (Слайд 9.) әйҙәгеҙ, ярышып алайыҡ тип ҡағыҙға билдәле ваҡытта тылсымлы һүҙҙәр яҙырға ҡушам, һанап урындар билдәләйем, баһалар ҙа ҡуям.(Аҙымдар мн әйттерергә лә мөмкин!). Ошондай төрлө ситуациялар булдырып, тормош менән бәйләп, Һеҙ ошондай осраҡта нимә эшләр инегеҙ? Ниндәй һүҙҙәр ҡулланыр инегеҙ? Ни өсөн?тигән проблемалы һорау ҡуям. Уҡыусыларҙы мөмкин тиклем дәрестә күберәк аралашырға, мәҡәлдәрҙе, тылсымлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ, урынлы ҡулланырға, этикет ҡағиҙәләрен һаҡларға өйрәтәм. Коллегалар,ә йҙәгеҙ тылсымлы һүҙҙәр әйтешеп алайыҡ!(рәхмәт, зинһар, ғәфү итегеҙ һб)Рәхмәт!
5-се класта “Исем” темаһын өйрәнгәндә дарыу үләндәре исемен , Гөл һәм Ил ижегенә башланған кеше исемдәрен әйттереү, уҡылған әҫәрҙәрҙә булған исемдәрҙе хәтергә төшөрөү, ярыштырыу уҡыусыларҙа фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, халҡыбыҙҙың матур яңғырашлы исемдәренә, дарыу үләндәрен белеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. Әйҙәгеҙ, коллегалар, кемдәр ярышып күрһәтә?!Ике кеше баҫып әйтә, һанайбыҙ. Слайд 10.
6-сы класта “Һандар” темаһын өйрәнгәндә һанлы мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөү, бергәләп мәғәнәләрен аңлау –аңлатыу бик тә уңышлы була, тип һанайым. Коллегаларым,тағы ла 2 төркөмдә ярышабыҙ!(һанлы мәҡәлдәр әйтеү) Слайд 11.
Әҙәбиәт дәресендә әйтештәрҙе өйрәнгәндә төркөмдәргә “Бер тигәс тә ни яҡшы?”, “ Бер тигәс тә ни яман?” тигән әйтеш яҙырға ҡушам, бик тиҙ яҙып та ҡуялар.Коллегаларға мөрәжәғәт итеү. Рәхмәт!
Уҡыусыларҙың эшен күрһәтеү. Слайд 12-16.
Бындай эш төрө уҡыусыларҙы уйланырға, фекерләргә өйрәтә, ижади эшкә ылыҡтыра. Был эш төрҙәрен дәрестә генә башҡарып ҡалмайбыҙ, уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең “Күңел дәфтәрҙәрен” булдырып халыҡ ижадының оҡшаған төрҙәрен, дарыу үләндәрен, уларҙың файҙаһы тураһында теркәп баралар, әйтелештә һирәк ҡулланылған мәҡәлдәрҙе яҙып ҡуялар, уңышлы теләк-алғыштарын яҙалар.(Проект эше, Исем ҡушыу, биҙәү,яҡлау ойошторабыҙ). Уҡыусылар эшләгән китапсыҡтарҙы күрһәтеү.
Тағы ла 5-се класта Халыҡ йырҙарын өйрәнгәндән һуң өй эшенә таҡмаҡмаҡтар яҙырға бирәм,ошо эште уҡыусылар бик ихлас башҡаралар,ололарҙан да һорашып киләләр.
Экранға иғт, уҡыусылар ижады- еңел көйгә таҡмаҡлау. Слайд 17-18
Ағиҙелдән ағып килә
Ҡайын мн ҡарағай.
Бер күҙ ҡыҫам,ике ҡыҫам,
Ҡыҙҙар миңә ҡарамай.
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Кәримә.
Уҡы әле тырышып
Илке- һалҡы йөрөмә!
Исемдәре,исемдәре
Исемдәре Фәниә.
“2”-ле алған малайҙарға
Уның бик йәне көйә.
Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Кәримә.
Биҙәнә лә төҙөнә
Үҙе белмәй бер нәмә.
Таҡмаҡтар уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләтен үҫтерә, улар үҙ- ара хуплау, тәнҡит һүҙҙәрен дә еткерәләр, тәрбиәүи яҡтан бик әһәмиәтле.
Бөгөн- яңынан яңы технологиялар заманы. Мин дә заман менән бергә атларға тырышам, яңы технологиялар ҡулланам, әммә артыҡ мауыҡмайым. Пликерс интернет технологияһын өйрәндем( Слайд 19-20),йомғаҡлау дәрестәрендә,йә алған белемде нығытыу өлөшөндә ҡулланам, хатта үҙемсә ҡулайлаштырып та алдым, бик отошло, сөнки ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡыусыларҙың белемдәрен тикшерергә, баһаларға, хаталар өҫтөндә эш ойошторорға ла була. QR код (фотоға иғтибар иттереү, асыҡ дәрестә әсәйҙәр мн бергә эшләнеләр)
Халыҡ ижадында йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе - халыҡ педагогикаһы тупланған. Халыҡ әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, йырҙарҙа һәм көләмәстәрҙә әхләҡ нормаларын сағылдырған, олоно ололау, уны ихтирам итеү, хәстәрлек күреү сағылыш тапҡан. Ошоларҙы бәләкәй йәштән тормошта ғәмәлгә ашыуын күреп үҫкән бала итәғәтле, кеселекле, нескә күңелле була.
Халыҡ ижады әҫәрҙәре изгелекте - яуызлыҡтан, батырлыҡты - ҡурҡаҡлыҡтан, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтә, балаларҙы намыҫлы, изгелекле, тоғро, батыр итеп тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Шулай итеп, уҡыусылар менән ошондай эш төрҙәрен башҡарыу халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтә, уларҙы эшкә активлаштыра, тормош һабаҡтары бирә һәм коллектив эсендә үҙ фекерен туплап әйтә белергә, киләсәктә үҙ урынын табып лайыҡлы йәшәргә лә өйрәтә, илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй.
Шулай уҡ дәрестәрҙә предмет-ара бәйләнеш булдырыуға ярҙам итә. Ә был бөгөнгө дәрескә талаптарҙан сығып ҡарағанда бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Ә хәҙер иғтибарҙы экранға йүнәлтәйек һәм бергәләп Мәрйәм апай Бураҡаеваның теләк-алғышын әйтәйек: . Слайд 28.
Ҡорайт,ҡотом, ҡорайт!
Ҡорайт, илгә Ҡотом ҡайт!
Ил именлеге булып ҡайт!
Ил татыулығы булып ҡайт!
Ҡорайт,ҡотом,ҡайт:
Аңыбыҙ яҡтырһын,
Рухыбыҙ ҡанатланһын,
Ғәмебеҙ уяуланһын,
Ырыҫыбыҙ ишәйһен,
Моңобоҙ дәртләнһен,
Аҡылыбыҙ зирәкләнһен
Быуын- быуындан күсә килгән
Затлы атыбыҙ ҡайтһын!
Ҡорайт,ҡотом, ҡорайт!
Донъяға нур булып ҡайт! Рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок физики по теме:" Расчет массы тела по его плотности"
Презентация к уроку физики в 7 классе по теме "Расчет массы и юбЪема тела по его плотности " Цель урока:продолжить формирование основных понятий(взаимодействие, масса, плотность), способности вы...

Классный час на тему "В здоровом теле - здоровый дух"
Тема сохранения здоровья в последнее время активно обсуждается в обществе. Еще больше внимания уделяется сохранению здоровья школьников. Фактические данные говорят о ее актуальности. За последне...
Классный час по теме "В здоровом теле - здоровый дух"
Открытый классный час по проблемам здоровья, правильного питания,правильной осанки. Занимательный материал для учащихся всех возрастов....

Тема 2. Строение тела животных.Урок на тему "Клетка. Ткани." биология – 7 класс
формирую знания семиклассников о единстве органического мира на основе учения о клетке, о сходстве и различии растительной и животной клеток, о взаимосвязи функций всех тканей организма; продолжа...

Конспект урока немецкого языка в 4 классе по разделу: «Bald kommen die großen Ferien». Тема урока: «Формирование НЛЕ по теме «Внешность, части тела». Ответы на вопросы по теме «Внешность, части тела». Формирование навыков письма». (УМК И. Л. Бим)
Цель урока: научить обучающихся описывать внешность, используя новый лексический материал; создание условий для совершенствования навыков устной речи, чтения вслух, орфографических...
- Мне нравится (1)