Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 5 класс өсөн ФДББС ярашлы төҙөлгән эш программаһы
рабочая программа (5 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ҡаралған: ММБ ултырышында _____Галина З.П. Протокол №_______ «__»_________2017 йыл | Килешелгән: директоҙың УТЭ урынбаҫары _____Мырҙакамалова З.З. «__»_________2017 йыл | Раҫлайым: мәктәп директоры _____Хизбуллина Л.Й. приказ №_______ «__»_______2017 йыл |
2017-2018 уҡыу йылына
5-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы .
Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Башҡорт теленән 5 класс өсөн эш программаһына аңлатма.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)
2. Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )
3. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороғо” (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).
4. Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2017-2018 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы».
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле предметы буйынса белем биреү өлгө программалары» нигеҙендә төҙөлдө. Уҡытыу (туған) башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн) Төҙөүсеһе: З.М.Ғәбитова, Өфө: «Китап», 2017.
Эш программаһы 102 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 3 сәғәт).
- «Башҡорт теле» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре:
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү әсән тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
Уҡыусы белергә тейеш:
1) телмәр эшмәкәрлегенең-бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:
• телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
• төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
• төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
• төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу әсән тәғәйенләнгән компакт-дискы-лар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә әсән әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
• һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
• стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
• алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
• тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
• төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
• телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
• төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
• ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
• телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
• уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
• үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡуллалыу;
3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре.
Уҡыусы белергә тейеш:
1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
2.Тематик план
Бүлек | Сәғәт |
4-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 3 |
Синтаксис һәм пунктуация. | 13 |
Фонетика.Графика. Орфография. Орфоэпия | 10 |
Һүҙьяһалыш | 6 |
Морфология | 23 |
Үтелгәнде ҡабатлау | 5 |
3. Йөкмәткеһе
1-4 кластарҙа морфология һәм орфографиянан үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу, нығытыу. Һүҙҙең морфологик киҫәктәре: тамыр һәм ялғауҙар. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Сифат. Дәрәжәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ҡылымдар, уларҙың үҙгәреше.
Синтаксис һәм пунктуация. Телмәр мәҙәниәте. Синтаксис һәм пунктуация тураһында тәшәнсә. Һүҙбәйләнеш, Һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр. Хәбәр, һорау, өндәү, бойороҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре; эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы. Хәл. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. Өндәш һүҙҙәр. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Тура телмәр. Тура телмәрле һөйләмдә тыныш билдәләре. Диалог. Текст тураһында төшөнсә.
Фонетика. Графика. Орфография. Орфоэпия. Телмәр мәҙәниәте. Фонетика тураһында төшөнсә. Телмәр өндәре. Телмәр ағзалары. Өндәрҙең яһалышы. Һуҙынҡылар һөм тартынҡылар. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Өн һәм хәреф. Алфавит. Орфография тураһында төшөнсә. Ижек, төрҙәре.. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү. Баҫым.
Лексика. Телмәр мәҙәниәте. Лексика тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең һүҙ байлығы. Һүҙлектәр. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонидар. Антонимдар. Омонимдар.
Һүҙьяһалыш. Орфография. Телмәр мәҙәниәте . Тамыр һәм ялғауҙар. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. . Һүҙьяһалыш юлдары. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Морфология. Телмәр мәҙәниәте. Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә. Үҙ аллы һм ярҙамсы һүҙҙәр.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Исемдең дөйөм мәғәнәһе. Морфологик билдәләре һәм синтаксик вазифалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Исемдәрҙең яһалыу юлдары. Ҡылым. Ҡылымдың мәғәнәһе. Морфологик билдәләре. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Ҡылымдарҙың яһалыу юлдары. Ҡылымдарҙың затлы формалары. Һөйкәлештәре.Үтелгәнде ҡабатлау
4.Календарь-тематик план.
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ҡаралған: ММБ ултырышында _____Галина З.П. Протокол №_______ «__»_________2017 йыл | Килешелгән: директоҙың УТЭ урынбаҫары _____Мырҙакамалова З.З. «__»_________2017 йыл | Раҫлайым: мәктәп директоры _____Хизбуллина Л.Й. приказ №_______ «__»_______2017 йыл |
2017-2018 уҡыу йылына
5-се класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән эш программаһы .
Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Башҡорт әҙәбиәтенән 5 класс өсөн эш программаһына аңлатма.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)
2. Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )
3. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороғо” (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).
4. Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2017-2018 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы».
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. (Уҡытыу (туған) башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн). Төҙөүсеһе М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө: «Китап», 2017.
Эш программаһы 68 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 2 сәғәт).
1.”Башҡорт әҙәбиәте” фәнен 5-се класта өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре:
Уҡыусы белергә тейеш:
-шәхестең рухи – әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
-танып – белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүһлектәр, энциклопедиялар, Интернет - ресурс).
Төп мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре.
Уҡыусы белергә тейеш:
-проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу:
-эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү:
-төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.
Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре.
Уҡыусы белергә тейеш:
1) танып – белеү сфераһында:
-башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында , боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;
-художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙәең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
-әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея – художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
ҡиммәт – ориентация сфераһында:
башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи – әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
-башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
-өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);
-автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
3) коммуникатив сферала:
Уҡыусы белергә тейеш:
-төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңли итер уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
-проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
-тыңлағанда йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
4) эстетик сферала.
Уҡыусы белергә тейеш:
-һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
-башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
2. Тематик план.
Сәғәттәр һаны | Дәрестең темаһы |
1 | Башҡортостан Республикаһы- ның Дәүләт гимны |
1 | Мәжит Ғафури “Нурлы мәктәп”. Рәшит Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә” |
1 | Раил Байбулатов “Ағас һәйкәл” |
1 | Мостай Кәрим “Уҡытыусыма”, Назар Нәжми “Беренсе дәрес” |
1 | Али Карнай “Урманда”. Тасуирлау тураһында. |
1 | Ғилемдар Рамазанов “Ураҡ өҫтө”. Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге” |
1 | Ҡәҙим Аралбай “Башҡорт теле”, Баязит Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”, Рәми Ғарипов “Туған тел” |
1 | Мәжит Ғафури “Балалар һәм китап”, Динис Бүләков “Яралы китап” |
1 | Инша “ Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә” |
1 | Яҡуп Ҡолмой “Ҡыҙыҡлы китап”, Нәжип Иҙелбай “Иң яҡын дуҫ” |
1 | Башҡорт халыҡ ижады. “Алпамыша батыр” ,“Әминбәк” әкиәттәре. |
1 | “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән сәлмән”. Һөнәрле кеше үлмәҫ.Дәрес әңгәмә. |
1 | Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. Таҡмаҡтар. |
1 | Салауат Юлаев ижады |
1 | Ғәбдерахим Усман “Егет булһаң”. “Һуңғы Һартай” әҫәре. |
1 | Сафуан Яҡшығолов “Дим буйында яҙғы таң”., |
1 | Инша “ Иң ҙур бүләк” |
1 | Сәрүәр Сурина “Ҡышты ҡаршылағанда” |
1 | Рәми Ғарипов “Башҡортостан”, Ирек Кинйәбулатов “Дуҫлыҡ төйәге” |
1 | Мостай Кәрим “Өс таған” әҫәре. |
1 | Рәшит Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” |
1 | Айһылыу Йәғәфәрова “Урал иле” |
1 | Кәтибә Кинйәбулатова “Әсә күңеле”. Хәсән Назар “Таҡта сәй” |
1 | Ғәйфулла Вәлиев “Әсәйем фатихаһы” |
1 | Рәшит Назаров “Яҙ башы”. Эпитет тураһында. |
1 | Динис Бүләков. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет”. |
1 | Шәриф Биҡҡол “Яҙғы уйҙар” |
1 | Рәшит Ниғмәти шиғыры, Заһир Исмәғилев музыкаһы “Еңеүселәргә дан!”Мостай Кәрим “Билдәһеҙ һалдат” |
1 | Талха Ғиниәтуллин “Миҙал”. |
1 | Рәми Ғарипов “Һабантурғай”. Али Карнай “Турғай” |
1 | Фәрит Иҫәнғолов “Хәмит күпере”. Характеристика тураһында |
1 | Абдулхаҡ Игебаев “Һыу буйында балыҡсы” |
1 | Муса Йәлил “Йырҙарым”, Дәрдмәнд “Нурый менән Зәйнәб”, Сабит Моҡанов “Минең республикам” |
4.Календарь-тематик план.
№ | Тема | Үткәрелеү ваҡыты | Иҫкәрмә | |
План буйынса | Үткәрелде | |||
1 | Инеш дәрес. | |||
2 | М.Ғафури “Нурлы мәктәп” шиғыры. | |||
3 | Р.Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә” шиғыры. | |||
4 | Р.Байбулатов “Ағас һәйкәл” хикәйәһе. | |||
5 | Р.Байбулатов “Ағас һәйкәл” хикәйәһе. | |||
6 | М.Кәрим. “Уҡытыусыма”. Н.Нәжми “Беренсе дәрес” | |||
7 | Л.Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән” хикәйәһе. | |||
8 | А.Карнай “Урманда” . | |||
9 | Тасуирлау тураһында төшөнсә. “Урманда” хикәйәһендә тасуирлау. | |||
10 | Ғ.Рамазанов “Ураҡ өҫтө” шиғыры. | |||
11 | Ф.Аҡбулатова “ Атай икмәге”. | |||
12 | Ф.Аҡбулатова “ Атай икмәге”. | |||
13 | Ҡ.Аралбаев “ Башҡорт теле”. Б.Бикбай “Туған тел”. “Рус теле” шиғырҙары. | |||
14 | Х.Тапаҡов “Бибинур улуәсәй” хикәйәһе. | |||
15 | Х.Тапаҡов “ Бибинур улуәсәй” хикәйәһе. М.Ғафури “Балалар һәм китап”. | |||
16 | Д.Бүләков “Яралы китап” хикәйәһе. | |||
17 | Т.Ү. Инша.” Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә”. | |||
18 | Я.Ҡолмой “Ҡыҙыҡлы китап”. Н.Иҙелбай “Иң яҡын дуҫ”. | |||
19 | Башҡорт халыҡ ижады. “ Алпамыша батыр” әкиәте. | |||
20 | “Әминбәк” әкиәте. | |||
21 | Һөнәрле кеше үлмәҫ. Дәрес - әңгәмә. | |||
22 | “Кәмән менән Сәлмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте. | |||
23 | Антонимдар. “Айыу менән бал ҡорттары”. | |||
24 | Әкиәттәр темаһын йомғаҡлау. | |||
25 | Йомаҡтар. Дәрес – уйын. | |||
26 | Мәҡәлдәр. Таҡмаҡтар. | |||
27 | С.Юлаев ижады. | |||
28 | Ғ.Усман “Егет булһаң” шиғыры. | |||
29 | “Һуңғы һартай” әҫәре. | |||
30 | С.Яҡшығолов” Дим буйындағы яҙғы таң”. | |||
31 | Инша “ Иң ҙур бүләк”. | |||
32 | С.Сурина “Ҡышты ҡаршылағанда”. | |||
33 | Р.Ғарипов. “Башҡортостан”. И.Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”. | |||
34 | М.Кәрим “Өс таған” әҫәре. | |||
35 | М.Кәрим “Өс таған” “әҫәрен йомғаҡлау. | |||
36 | Р.Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. А.Йәғәфәрова “Урал иле”. | |||
37 | К.Кинйәбулатова “Әсә күңеле”. Х.Назар “Таҡта сәй”. | |||
38 | Г.Вәлиев”Әсәйем фатихаһы”. | |||
39 | Г.Вәлиев “Әсәйем фатихаһы”. | |||
40 | Инша “ Минең әсәйем”. | |||
41 | Р.Назаров ижады “Яҙ башы”. | |||
42 | Д.Бүләков “Яҙғы ташҡын” әҫәре. | |||
43 | Д.Бүләков “Яҙғы ташҡын” әҫәре. | |||
44 | Д.Бүләков. “Яҙғы ташҡын” әҫәре. | |||
45 | Ш.Бикҡол “Яҙғы уйҙар” шиғыры. | |||
46 | Й.Мостафин “Ыласын”. | |||
47 | Й.Мостафин “Ыласын”. | |||
48 | М.Кәрим. “Билдәһеҙ һалдат” шиғыры. | |||
49 | Т.Ғиниәтуллин “Миҙал”. | |||
50 | Шиғри телмәр. Проза телмәре. | |||
51 | Р.Ғарипов. “Һабантурғай” шиғыры. А.Карнай”Турғай” әҫәре. | |||
52 | А.Карнай “Турғай” әҫәре. | |||
53 | З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы” әҫәре. | |||
54 | З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы” әҫәре. | |||
55 | Т. Йосопов “Ерән ҡашҡа” шиғыры. С.Ағиш “Турыҡай” әҫәре. | |||
56 | Изложение “Турыҡай”. | |||
57 | К.Кинйәбулатова “Барыһы ла тыуған еремдә”. | |||
58 | Ф.Иҫәнғолов Хәмит күпере әҫәре. | |||
59 | Ф.Иҫәнғолов “Хәмит күпере әҫәре”. | |||
60 | Характеристика тураһында. | |||
61 | А.Игебаев “Һыу буйында балыҡсы” шиғыры. | |||
62 | М.Әбсәлимов “Йомағужа тирәктәре”. | |||
63 | М.Әбсәлимов “Йомағужа тирәктәре”. | |||
64 | М.Әбсәлимов “Йомағужа тирәктәре”. | |||
65 | М.Йәлил “Йырҙарым”. | |||
66 | Нурый менән Зәйнәп. | |||
67 | Бер хазина. | |||
68 | Минең республикам. | |||
X7DACQC7
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
разноуровневая лабораторная работа"измерение массы тела на рычажных весах" 7 класс.
Данный урок разработан с использоанием разноуровневого подхода при выполнении лабораторной работы.На уроке используется материал из коллекции ЦОР(цифровых образовательных ресурсов), что повышает эффек...
Урок по технологии деятельностного подхода в обучении физике "Перемещение тела при равнопеременном движении" 10 класс
Познакомить учащихся с характерными особенностями прямолинейного равнопеременного движения и вывести формулу для нахождения перемещения. Научить учащихся решать задачи по формулам уравнений перемещени...
Презентация к уроку "Расчет массы и объема тела по его плотности" 7 класс.
Презентация к уроку "Расчет массы и объема тела по его плотности" 7 клас...
органы полости тела рыб. урок. биология 7 класс.
"Органы полости тела рыб". Комбинированный урок, с использованием проблемно-поискового метода, самостоятельной работы в группах....
План-конспект урока" Импульс тела.Закон сохранения импульса" 9 класс
Данный урок необходимдля того, чтобы ввести новую физическую характеристику – импульс тела, найти взаимосвязь между действующей силой, временем ее действия и изменение...
"Свободное падение. Движение тела, брошенного вертикально вверх." 9 класс
Конспект урока, презентация....