Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 6 класс өсөн ФДББС ярашлы төҙөлгән эш программаһы
рабочая программа (6 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ҡаралған: ММБ ултырышында _____Галина З.П. Протокол №_______ «__»_________2017 йыл | Килешелгән: директоҙың УТЭ урынбаҫары _____Мырҙакамалова З.З. «__»_________2017 йыл | Раҫлайым: мәктәп директоры _____Хизбуллина Л.Й. приказ №_______ «__»_______2017 йыл |
2017-2018 уҡыу йылына
6-сы класс өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы .
Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Башҡорт теленән 6 класс өсөн эш программаһына аңлатма.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)
2. Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )
3. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороғо” (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).
4. Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2017-2018 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы».
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле предметы буйынса белем биреү өлгө программалары» нигеҙендә төҙөлдө. Уҡытыу (туған) башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн) Төҙөүсеһе: З.М.Ғәбитова, Өфө: «Китап», 2017.
Эш программаһы 68 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 2 сәғәт).
- «Башҡорт теле» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре:
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре:
“Башҡорт теле” программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләр.
Уҡыусы белергә тейеш төшөнсәләр:
1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли –мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү:
2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
3. Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре.
1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
Уҡыусы белергә тейеш:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу, төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты үҙләштереү;
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге; төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.
стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу.
һөйләү һәм яҙыу:
Уҡыусы белергә тейеш:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;
төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
төрлө төрҙәге монологты һәм диалог үҙләштереү;
телмәр этикет нормаларын һаҡлап аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу;
үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау;
2. алынған белемде һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;
3. аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуцияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре.
Уҡыусы белергә тейеш:
1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең, башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында , тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2. гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4. тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле;функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
5. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6. Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарында ярашлы ҡулланыу;
7. Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен, һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8. Тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
9. Телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
2. Тематик план.
Бүлек | Сәғәт |
Башҡорт теле – туған телем. | 1 |
5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 3 |
Лексика | 8 |
Морфология. Исем | 10 |
Сифат | 6 |
Һан | 3 |
Алмаш | 6 |
Ҡылым | 13 |
Рәүеш | 5 |
Теркәүес | 3 |
Бәйләүес | 2 |
Киҫәксә | 3 |
Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә | 2 |
Ымлыҡ. Оҡшатыу һүҙҙәре | 3 |
5-6 кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау | 2 |
3.Йөкмәткеһе.
Башҡорт теле тураһында әңгәмә.
V кл. үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Лексика. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы. Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Исем тураһында үтелгәнде ҡабатлау. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең эйәлек заты, килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы.
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы. Сифаттарҙың яһалыу юлдары. Төп һәм шартлы сифаттар.
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары.Ябай һәм ҡушма һандар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Һан төркөмсәләре.
Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре. Алмаштың һан һәм килеш менән үҙгәреүе.
Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Ҡылым төркөмсәләре. Ҡылым йүнәлештәре.
Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре. Синтаксик вазифалары. Рәүеш төркөмсәләре, яһалышы.
Теркәүестәр. Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше.
Бәйләүестәр. Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы. Уларҙың бүленеше.
Киҫәксәләр. Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифаһы. Киҫәксәләрҙең бүленеше.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә.
Ымлыҡтар. Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифаһы. Төрҙәре.
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
№ | Тема | Үткәрелеү ваҡыты | Иҫкәрмә | ||
План буйынса | Үткәрелде | ||||
1 | Башҡорт теле – туған телем | 1.09 | |||
5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау | |||||
2 | Фонетика.Орфография. Ҡабатлау. | 5.09 | |||
3 | Һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау. | 8.09 | |||
4 | Телмәр үҫтереү. Инша “Республикама дан йырлайым!” | 12.09 | |||
Лексика (8) | |||||
5 | Лексика тураһында төшөнсә. | 15.09 | |||
6 | Башҡорт теленең һүҙлек составы. | 19.09 | |||
7 | Һүҙҙәрҙең килеп сығышы буйынса төркөмләнеүе. | 22.09 | |||
8 | Телмәр үҫтереү. Инша “Мин яҡшы уҡыусы” | 26.09 | |||
9 | Башҡорт телендә дөйөм һәм тар ҡулланылышлы һүҙҙәр. | 29.09 | |||
10 | Иҫкергән һүҙҙәр. Яңы һүҙҙәр. | 3.10 | |||
11 | Фразеологик берәмектәр. | 6.10 | |||
12 | Проект эше. “Ауылыбыҙҙағы һөйләш” | 10.10 | |||
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (10 сәғәт) | |||||
13 | Исем. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 13.10 | |||
14 | Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. | 17.10 | |||
15 | 67-се күнегеү буйынса изложение “Төп ризыҡ”. | 20.10 | |||
16 | Контроль диктант “Цунами” | 24.10 | |||
17 | Исемдәрҙең эйәлек заты. Эйәлек заты ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. | 27.10 | |||
18 | Исемдәрҙең хәбәрлек заты. | 7.11 | |||
19 | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килештәрҙең мәғәнәләре. | 10.11 | |||
20 | “Исем ” темаһы буйынса грамматик уйын | 14.11 | |||
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу.(6 ) | |||||
21 | Сифат. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 17.11 | |||
22 | Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле. | 21.11 | |||
23 | Сифаттарҙың яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар. | 24.11 | |||
24 | Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙың дөрөҫ яҙылышы. | 28.11 | |||
25 | Синоним сифаттар.“Сифат” темаһын ҡабатлау. | 1.12 | |||
26 | Биремле диктант “Хыял”. | 5.12 | |||
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. (3) | |||||
27 | Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар. | 8.12 | |||
28 | Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. | 12.12 | |||
29 | Проект эше. “Башҡорттарҙа ете һаны” | 15.12 | |||
30 | Контроль диктант “Атом боҙватҡысы” | 19.12 | |||
31 | Алмаш тураһында төшөнсә. Алмаш төркөмсәләре. | 22.12 | |||
32 | Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше. | 26.12 | |||
33 | Телмәр үҫтереү. 180-се күнегеү тексы буйынса инша “Ҡурай”. | 29.12 | |||
34 | “Алмаш” темаһын ҡабатлау. | 16.01 | |||
Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. (13) | |||||
35 | Ҡылым. Ҡылым төркөмсәләре. | 19.01 | |||
36 | Исем ҡылым. | 23.01 | |||
37 | Телмәр үҫтереү. 193-сө күнегеү буйынса инша “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ”. | 26.01 | |||
38 | Уртаҡ ҡылымдарҙы өйрәнеү. | 30.01 | |||
39 | Сифат ҡылым. | 2.02 | |||
40 | Сифат ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше. | 6.02 | |||
41 | Хәл ҡылым. Хәл ҡылымдың төрҙәре. | 9.02 | |||
42 | Хәл ҡылымдарҙы нығытыу. | 13.02 | |||
43 | Эш-ҡағыҙҙарын яҙырға өйрәнеү. Мәҡәлә “Ат-башҡорттоң яуҙашы”. | 16.02 | |||
44 | Ҡылым йүнәлештәре. | 20.02 | |||
45 | Ҡылым күләмдәре. | 27.02 | |||
46 | Ҡылым рәүешлеге. | 2.03 | |||
47 | Телмәр үҫтереү. Изложение “Ғәмһеҙ ҡарт менән йылан”. | 6.03 | |||
Рәүеш (5) | |||||
48 | Рәүеш тураһында төшөнсә. Рәүеш төркөмсәләре. | 9.03 | |||
49 | Рәүештәрҙең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. | 13.03 | |||
50 | Рәүеш дәрәжәләре. | 16.03 | |||
51 | Контроль диктант “Мәҙрәсәлә” | 20.03 | |||
52 | Рәүештәрҙең яһалышы, дөрөҫ яҙылышы.Йомғаҡлау. | 23.03 | |||
Теркәүес (3) | |||||
53 | Теркәүес тураһында төшөнсә. Теркәүестәрҙең бүленеше. | 3.04 | |||
54 | Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | 6.04 | |||
55 | Телмәр үҫтереү. Инша “Яҙғы тәбиғәт” | 10.04 | |||
Бәйләүес (2) | |||||
56 | Бәйләүестәр тураһында дөйөм төшөнсә. Бәйләүестәрҙең бүленеше. | 13.04 | |||
57 | Бүлек буйынса ҡабатлау. | 17.04 | |||
Киҫәксә. (3) | |||||
58 | Киҫәксә. Киҫәксәләрҙең бүленеше. | 20.04 | |||
59 | Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы. Киҫәксәләрҙе йомғаҡлау. | 24.04 | |||
60 | Диктант “Әсә - һүнмәҫ ҡояш” | 27.04 | |||
Мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. (2) | |||||
61 | Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә. | 4.05 | |||
62 | “Мөнәсәбәт һүҙҙәр” темаһы буйынса контроль эш. | 8.05 | |||
Ымлыҡтар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (2) | |||||
63 | Ымлыҡ тураһында төшөнсә. Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы. | 11.05 | |||
64 | Оҡшатыу һүҙҙәре. Ярҙамлыҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлау. | 15.05 | |||
65 | Контроль диктант “Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы” | 18.05 | |||
VI синыфта үтелгәнде ҡабатлау (2) | |||||
66 | “Лексика” бүлеген ҡабатлау. | 22.05 | |||
67 | Һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау. | 25.05 | |||
68 | 6 класта үтелгән темалар буйынса контроль эш. | 29.05 |
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Ҡаралған: ММБ ултырышында _____Галина З.П. Протокол №_______ «__»_________2017 йыл | Килешелгән: директоҙың УТЭ урынбаҫары _____Мырҙакамалова З.З. «__»_________2017 йыл | Раҫлайым: мәктәп директоры _____Хизбуллина Л.Й. приказ №_______ «__»_______2017 йыл |
2017-2018 уҡыу йылына
6-сы класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән эш программаһы .
Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Башҡорт әҙәбиәтенән 6 класс өсөн эш программаһына аңлатма.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)
2. Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )
3. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороғо” (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).
4. Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2017-2018 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы».
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. (Уҡытыу (туған) башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн). Төҙөүсеһе М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө: «Китап», 2017.
Эш программаһы 68 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 2 сәғәт).
1.”Башҡорт әҙәбиәте” фәнен 6-сы класта өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре:
Уҡыусы белергә тейеш:
- шәхестең рухи—әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу,күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары. Башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
- танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре.
Уҡыусы белергә тейеш:
· проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп—эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү;
· эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны билдәләү.
Фән һөҙөмтәләре.
Уҡыусы белергә тейеш:
· танып белеү (башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренедә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау,әҫәрҙәрҙе анализлай белеү);
· ҡиммәт—ориентация сфераһында (башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уғыусыларҙың үҙ ҡараштарын булдырыу һәм уларҙы баһалау, автор позицияһын аңлау. Уға ҡаратаүҙ ҡарашыңды белдереү);
· коммуникатив сферала(төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм йөкмәткеһен ҡабул итеү, цитаталар ҡулланып һөйләү белеү, һорауҙарға яуап бирә белеү, яҙма эштәр эшләү);
· эстетик сферала(әҙәби әҫәрҙеэстетик ҡабул итеү, эстетикзауыҡ формалаштырыу).
2.Уҡыу курсының йөкмәткеһе
№ | Бүлек | Сәғәттәр һаны |
1 | Әҙәбиәт – һүҙ сәнғәте | 1 |
2 | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы | 1 |
3 | Алтын һуҡмаҡ | 1 |
4 | Уйҙың күрке –тел, телдең күрке – һүҙ | 2 |
5 | Ил ҡеүәте – икмәктә | 4 |
6 | Халыҡ һүҙен ташлама | 4 |
7 | Уҡытыусы! Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар. | 4 |
8 | Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ | 1 |
9 | Ата-олатайҙарҙың да төйәге | 2 |
10 | Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек, Салауаттай батыр юҡ икән… | 4 |
11 | Башҡортостан-Гөлбостан | 2 |
12 | Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын | 1 |
13 | Әсәй күңеле-тулы ҡояш | 1 |
14 | Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! | 3 |
15 | Тәбиғәт донъяһында | 1 |
16 | Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте | 1 |
3. Йөкмәткеһе.
Тыуған илем – Башҡортостан. Инеш дәрес. Ф.Ғөбәйҙуллина. “Башҡортостан флагы”..Алтын һуҡмаҡ. С.Әлибаев. “Мәктәп юлы”. Я.Ҡолмой. “Мәктәп”. Я.Вәлиев. “Беренсе көн”.Р.Фәхретдинов. “Мәктәп”.
Уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ. З.Биишева. “Башҡорт теле”. Ҡ.Аралбай. “ Башҡорт
ҡоролтайына”. Р.Бикбаев. “Халҡыма хат”.Ил ҡеүәте – икмәктә. Г.Юнысова.“Ер улына”. Д.Бүләков. “Ҡара икмәк”. Хикәйәләү тураһында. Ф. Чанышева. “Икмәк еҫе”. А.Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”. Хикәйә тураһында. Халыҡ ижады. “Урал батыр” Батырҙар тураһында әкиәттәр. Ҡариҙел. Легенда тураһында. Бәйеттәр. Герман һуғышы бәйеттәре. Дон далаларында. Таҡмаҡтар тураһында. Кластан тыш уҡыу дәресе. К.Кинйәбулатова. “Уҡытыусым!”. Р.Шаммас. “Уҡытыусыға” Л.Яҡшыбаева. “Уҡытыусы – ул белем биреүсе”. Ф.Иҫәнғолов. “Уҡытыусы Ғүмәров”. Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтоң матурлығы”. Табын ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында. Сәйф Сараи. Парсалар.Атай-олатайҙарҙың да төйәге . Т.Йосопов. “Ай Уралым, Уралым”. Ж.Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр”. Н.Иҙелбай. “Салауат ташы”.Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады. С.Юлаев. “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап…”. “Йырҙарҙан”. “Юлай менән Салауат”(эпостан өҙөк). М.Иҙелбаев. “Төш”. Р.Ғарипов. “Салауат батыр”. Башҡортостан – Гөлбостан. Ш.Бабич. “Башҡортостан”. Ялыҡ Бурнаҡ улы. (“Һуңғы Һартай” әҫәренән өҙөк). З.Биишева. “Башҡортостан”. Н.Нәжми. “Башҡортостан”. Кластан тыш уҡыу дәресе. Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын… Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурай”. Ҡ.Аралбай. “Йомабай ҡурайсы”. Н.Ғәлимов. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” Артист, режиссер Ғәйфулла Сарбаев. Әсәй күңеле – тулы ҡояш . А.Игебаев. “Әсәйемә”. Р.Ғарипов. “Әсәм ҡулдары”. Й.Солтанов. “Ҡәнәфер сәскәһе”.Башҡорт халыҡ әкиәте. “Бер әсәнең зарыҡҡаны”.
Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! . Ҡ.Даян. “Шайморатов генерал”. Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”.Кластан тыш уҡыу дәресе. .Килмөхәмәтов. “Турайғыр”. Тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү.
Тәбиғәт донъяһында. .Юнысова. “Талы бөгөлөп тора”. Ф.Ғөбәйҙуллина. “Умырзая”. А.Игебаев. “Сыйырсығым”. Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”. С.Яҡупов. “Ҡарабаш турғай”. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте. Ғ.Туҡай. “Шүрәле” Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт. В.Бианки. “Ҡоторған тейен”. И.Йосопов. “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”. Үтелгәнде ҡабатлау.
№ | Тема | Үткәрелеү ваҡыты | Иҫкәрмә | ||
План буйынса | Үткәрелде | ||||
1 | Тыуған илем – Башҡортостан. Инеш дәрес. | 4.09 | |||
2 | Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. “Башҡортостан флагы” | 5.09 | |||
Алтын һуҡмаҡ | |||||
3 | Сафуан Әлибаев. “Мәктәп юлы”. Яҡуп Ҡолмой. “Мәктәп” | 11.09 | |||
4 | Ярулла Вәлиев. “Беренсе көн” | 12.09 | |||
5 | Ризаитдин Фәхретдин. “Мәктәп” | 18.09 | |||
Уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ | |||||
6 | Зәйнәб Биишева. “Башҡорт теле” | 19.09 | |||
7 | Ҡәҙим Аралбай “Башҡорт Ҡоролтайына” | 25.09 | |||
8 | Рауил Бикбаев “Халҡыма хат” | 26.09 | |||
Ил ҡеүәте – икмәктә | |||||
9 | Гөлфиә Юнысова. “Ер улына” | 2.10 | |||
10 | Динис Бүләков “Ҡара икмәк”. | 3.10 | |||
11 | Динис Бүләков “Ҡара икмәк”. Хикәйәләү тураһында. | 9.10 | |||
12 | Фәниә Чанышева “Икмәк еҫе” | 10.10 | |||
13 | Әнүр Вахитов “Өс бөртөк бойҙай” | 16.10 | |||
14 | Әнүр Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”. Хикәйә тураһында. | 17.10 | |||
15 | Телмәр үҫтереү. Инша “Ил ҡеүәте – икмәктә”. | 23.10 | |||
Халыҡ һүҙен ташлама | |||||
16 | Халыҡ ижады. “Урал батыр” | 24.10 | |||
17 | “Урал батыр” әкиәтен өйрәнеү. | 7.11 | |||
18 | “Урал батыр”. Батырҙар тураһында әкиәттәр | 13.11 | |||
19 | “Ҡариҙел”. Легенда тураһында. | 14.11 | |||
20 | Бәйеттәр. Герман һуғышы бәйеттәре. Дон далаларында. | 20.11 | |||
21 | Таҡмаҡтар тураһында.. | 21.11 | |||
22 | Кластан тыш уҡыу дәресе. Башҡорт халыҡ ижады томдары менән танышыу. | 27.11 | |||
Уҡытыусы!Ошо исемдән дә Бөйөгөрәк ниндәй исем бар?! | |||||
23 | Кәтибә Кинйәбулатова. “Уҡытыусым!”. Рауил Шаммас. “Уҡытыусыға” | 28.11 | |||
24 | Лира Яҡшыбаева. “Уҡытыусы – ул белем биреүсе” | 4.12 | |||
25 | Фәрит Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров” | 5.12 | |||
26 | Проект эше. “Уҡытыусы - ул . ” | 11.12 | |||
Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. | |||||
27 | Ҡол Ғәли. “Йософтоң матурлығы” | 12.12 | |||
28 | Табын ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында. | 18.12 | |||
29 | Сәйф Сараи. Парсалар. | 19.12 | |||
Атай-олатайҙарҙың да төйәге. | |||||
30 | Тимер Йосопов. “Ай Уралым, Уралым”. Жәлил Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр” | 25.12 | |||
31 | Нәжиб Иҙелбай. “Салауат ташы” | 26.12 | |||
32 | Нәжиб Иҙелбай. “Салауат ташы”. Комментарийлы уҡыу. | 15.01 | |||
Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек, Салауаттай батыр юҡ икән… | |||||
33 | Салауат Юлаев. “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап…”. “Йырҙарҙан” | 16.01 | |||
34 | “Юлай менән Салауат” (эпостан өҙөк) | 22.01 | |||
35 | Мирас Иҙелбаев. “Төш” Гөлсафия ҡарсыҡтың төшө нимә юрай? | 23.01 | |||
36 | Мирас Иҙелбаев. “Төш”. Cалауат ер һатыуҙы нисек аңлай? | 29.01 | |||
37 | Мирас Иҙелбаев.“Төш”. Образ тураһында төшөнсә. | 30.01 | |||
38 | Рәми Ғарипов. “Салауат батыр” | 5.02 | |||
Башҡортостан – Гөлбостан… | |||||
39 | Шәйехзада Бабич. “Башҡортостан” | 6.02 | |||
40 | Ялыҡ Бурнаҡ улы. (“Һуңғы Һартай” әҫәренән өҙөк) | 12.02 | |||
41 | Зәйнәб Биишева. “Башҡортостан”. Назар Нәжми. “Башҡортостан” | 13.02 | |||
42 | Кластан тыш уҡыу дәресе. | 19.02 | |||
Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын… | |||||
43 | Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурай” | 20.02 | |||
44 | Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” | 26.02 | |||
45 | Ҡәҙим Аралбай “Йомабай ҡурайсы” | 27.02 | |||
46 | Проект эше. “Атаҡлы ҡурайсылар” | 5.03 | |||
Әсәй күңеле – тулы ҡояш | |||||
47 | Абдулхаҡ Игебаев. “Әсәйемә”. Рәми Ғарипов. “Әсәм ҡулдары” | 6.03 | |||
48 | Йыһат Солтанов. “Ҡәнәфер сәскәһе” | 12.03 | |||
49 | Башҡорт халыҡ әкиәте “Бер әсәнең зарыҡҡаны” | 13.03 | |||
50 | Телмәр үҫтереү. Инша “Әсәкәйем-наҙлы ҡояшым!” | 19.03 | |||
Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! | |||||
51 | Ҡадир Даян. “Шайморатов генерал” | 20.03 | |||
52 | Әнүәр Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә” Ротаның хөжүмгә әҙерлеге. | 2.04 | |||
53 | Әнүәр Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә” | 3.04 | |||
54 | “Бөркөт һауала үлә”. Александр Матросовтың батырлығы. | 10.04 | |||
55 | Кластан тыш уҡыу дәресе. | 11.04 | |||
56 | Тимерғәле Килмөхәмәтов. “Турайғыр”. Ғәйҙулланың әсирлектә үткән тормошо | 16.04 | |||
57 | Тимерғәле Килмөхәмәтов. “Турайғыр” “Ир-егет донъя тотҡаһы” | 17.04 | |||
58 | Тимерғәле Килмөхәмәтов. “Турайғыр” | 23.04 | |||
59 | Тимерғәле Килмөхәмәтов. “Турайғыр” әҫәрен йомғаҡлау. | 24.04 | |||
60 | Проект эше “Ул йылдарҙың даны һүнмәҫ” | 30.04 | |||
Тәбиғәт донъяһында… | |||||
61 | Гөлфиә Юнысова. “Талы бөгөлөп тора” | 7.05 | |||
62 | Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. “Умырзая”. Абдулхаҡ Игебаев. “Сыйырсығым” | 8.05 | |||
63 | Рәшит Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”. Сәлмән Яҡупов. “Ҡарабаш турғай” | 14.05 | |||
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте | |||||
64 | Ғабдулла Туҡай. “Шүрәле”. Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт. | 15.05 | |||
65 | Виталий Бианки. “Ҡоторған тейен” | 21.05 | |||
66 | Ибраһим Йосопов. “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ” | 22.05 | |||
67 | Телмәр үҫтереү. Инша “Иң иҫтә ҡалған әҫәр” | 28.05 | |||
68 | Йыл буйына үтелгән әҫәрҙәр буйынса контроль эш. | 29.05 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
разноуровневая лабораторная работа"измерение массы тела на рычажных весах" 7 класс.
Данный урок разработан с использоанием разноуровневого подхода при выполнении лабораторной работы.На уроке используется материал из коллекции ЦОР(цифровых образовательных ресурсов), что повышает эффек...
Урок по технологии деятельностного подхода в обучении физике "Перемещение тела при равнопеременном движении" 10 класс
Познакомить учащихся с характерными особенностями прямолинейного равнопеременного движения и вывести формулу для нахождения перемещения. Научить учащихся решать задачи по формулам уравнений перемещени...
Презентация к уроку "Расчет массы и объема тела по его плотности" 7 класс.
Презентация к уроку "Расчет массы и объема тела по его плотности" 7 клас...
органы полости тела рыб. урок. биология 7 класс.
"Органы полости тела рыб". Комбинированный урок, с использованием проблемно-поискового метода, самостоятельной работы в группах....
План-конспект урока" Импульс тела.Закон сохранения импульса" 9 класс
Данный урок необходимдля того, чтобы ввести новую физическую характеристику – импульс тела, найти взаимосвязь между действующей силой, временем ее действия и изменение...
"Свободное падение. Движение тела, брошенного вертикально вверх." 9 класс
Конспект урока, презентация....