Рәми Ғарипов ижады - өҙөлмәҫ моң
план-конспект урока (11 класс)
Р. Ғарипов тормошон һәм ижадын үҙләштереп бөткәс, теманы йомғаҡлау маҡсатында ошо дәресте ойошторорға була. Дәрес үҙ эсенә төрлө һорауҙар, эштәр, конкурстар алған. Уҡыусылар индивидуаль һәм төркөмдә эшләй ала
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
1_tema.r.garipov_tormosho_hm_izhady_-_ozolms_mon.doc | 62 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Р.Ғарипов тормошо һәм ижады - өҙөлмәҫ моң.
Маҡсат: Р. Ғарипов тормошон һәм ижадын тулыһынса ҡабатлау нигеҙендә, уҡыусылар белемен тикшереү, баһалау. Уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу:интерактив таҡта, дәреслек, хрестоматия, китаптар күргәҙмәһе, портрет, әсбаптар, телевизор, магнитофон, стендтар, гәзит-журнал материалдары.
Дәрес барышы:
I Инеш. (кабинет, таҡта Р.Ғариповтың тормошон һәм ижадын сағылдырған стендтар менән йыһазландырылған. Таҡтаға 8 конверт эленгән, конверттар эсендә хәрефтәр һәм һорауҙар һалынған. Эпиграф: Ул ғүмерен “кешеләрҙең маңлай күҙе күреп тә, күңел күҙе күрмәй үткән бөтә нәмәне терелтергә, күрерлек итергә, шуларҙы уларҙың үҙҙәренә үҙҙәренеке итеп ҡайтарып биреүгә ...”арнаны. ( Ғ. Хөсәйенов).
Хәйерле көн, уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙ дәресте бер ни ҡәҙәр икенсе йүнәлештә алып барасаҡбыҙ. Йәғни, ике командаға бүленеп дәрес-пресс-конференция ойошторасаҡбыҙ. Команданың капитандары - Ҡәҙриә һәм Гүзәл. Ә һеҙ, уҡыусылар, кем ҡайһы команда ағзаһы буласағын белер өсөн йәрәбә үткәрәбеҙ . (йәрәбә үткәрелә).
II Төп өлөш.
Белеүебеҙсә, Р. Ғариповтың тормошо, ижады йәштәргә лә, урта һәм өлкән быуын кешеләренә лә берҙәй яҡын, сөнки уның бөтә әҫәрҙәренән ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм ғәҙеллек бөркөлөп тора. Беҙҙең өсөн Рәми образы Башҡортостанға, халҡына арымай-талмай хеҙмәт итеүҙең аҫыл өлгөһө. Ул тормошта ла, ижадта ла янып йәшәгән һәм эшләгән шәхес. Ниндәй генә ауырлыҡтар торһа ла, үҙендә йәшәүгә һәм ижадҡа көс таба алған.
Р. Ғарипов талантлы шағир ғына түгел, тәржемәсе, шағир-публицист, эпистоляр жанр оҫтаһы, тип алдағы дәрестәрҙә үк белдегеҙ. Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә талантлы шағирыбыҙҙың тормошо һәм ижадына байҡау яһарға тейеш буласаҡбыҙ. Был беҙҙең төп маҡсатыбыҙ. Ә бының өсөн беҙгә таҡтаға эленгән конверттар ярҙам итәсәк. Конверт эсендә Р. Ғарипов тормошона һәм ижадына бәйле һорауҙар һәм хәрефтәр һалынған. Команда капитандары конвертты һайлағас, мин һорауҙы уҡып ишеттерәсәкмен. Яңғыраған һорау ярҙамында беҙ һеҙҙең менән әңгәмә ҡорорға, ә хәрефтәр ярҙамында иһә һеҙ Рәми исеме нимә аңлатҡанын асыҡларға тейеш буласаҡһығыҙ.
Интерактив таҡтала слайдтар менән исемдәр яҙыла
(Рәми – уҡ атыусы).
Мәҫәлән, Йәғәфәр исеме (Рәмиҙең атаһы) - йәннәт шишмәһе тигәнде аңлата.
Гөлмәрйәм(әсәһе) - иң шәп гөл.
Надежда(ҡатыны) - өмөт.
Азамат(балалары) - бөйөк, ғорур.
Салауат – доға.
Гөлнара - гранат сәскәһе.
Ә кем дә кем Рәми исеме нимә аңлатҡанын дөрөҫ билдәләйәсәк, шуға Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының шиғырҙары менән тупланған аудиокассета бүләк итәсәкмен.
Был эш төрөн башлар алдынан, командаларға исем бирергә кәрәк. бының өсөн мин Р. Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға мөрәжәғәт итәм. Көйләп ишеттерәм. Ҡайһы команда йырҙың исемен дөрөҫ әйтә, шул команда ошо йырҙың исемен йөрөтәсәк.
“Сыңрау торна” йыры “Аманат” ҡобайыры
Сыңрай-сыңрай осоп килде Телең барҙа илең бар,
Сыңрай торнаҡай. Илең барҙа иркең бар,
Уралыңдан сәләм, тине Иркең барҙа күркең бар,
Сыңрау торнаҡай. Ил биҙәргә дәртең бар.
Уралҡайым, Уралҡайым. Ерең, күгең-икең бар.
Тыуған Уралҡай! Утың,һыуың-дүртеңбар.
Шул дүртәүҙән башҡа заттан
Кешегә һуң ни кәрәк?
(Йырҙы уҡыусылар дөрөҫ билдәләне. Беренсе команда – “Аманат”, икенсеһе “Сыңрау торна” тип аталды. Тәүгеләрҙән булып йырҙы дөрөҫ билдәләгән команда конвертты беренсе булып асыу хоҡуғына эйә була.)
КОНВЕРТТАР:
- “У” хәрефе. Кем һин? Ниндәй йылға һыуын эстең? Ҡайҙарҙа тыуып үҫтең? Кешене яҡшы белер өсөн, уның биографияһы менән яҡшы таныш булырға кәрәк! һорау:Р. Ғарипов тормошо тураһында ни әйтә алаһығыҙ?
- “Ҡ” хәрефе. Аудиояҙма тыңлау. (CD-диск. Р. Ғарипов шиғырҙарын тыңлау). Р. Ғарипов башҡорт һүҙ сәнғәтен энәһенән ебенә тиклем ентекле өйрәнгән, донъя әҙәбиәте
менән яҡшы таныш булған төплө әҙерлекле, киң ҡарашлы шағир ине, ти Рауил Бикбаев. Һорау: Ә һеҙ уның ижады хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?
- “А” хәрефе. Йәш шағирҙың поэтик тауышының асыҡлана барыуын “Таш сәскә” исемле шиғырҙар китабы раҫлай. Һорау: һеҙ Р. Ғариповтың тағы ниндәй китаптары менән танышһығыҙ?
- “Т” хәрефе. Аудиояҙма тыңлау (“Аманат” ҡобайыры). Шағирҙарыбыҙҙың күбеһе Башҡорт халыҡ ижадының поэтик эпос традицияларына таянып әҫәрҙәр ижад итә. Асыҡ миҫал, һеҙ әле генә ниндәй ҡобайыр тыңланығыҙ? Һорау: Р. Ғариповтың хикәйәт-ҡобайырҙары нимә тураһында?
- “Ы” хәрефе. Рәми Ғарипов – бар булмышы менән лирик шағир. Ләкин уның поэзияһы лирик шиғырҙарҙан тыш, эпик поэзия киңлектәренә лә сыға, хикәйәт-ҡобайырҙарҙан тыш бер нисә поэма-балладалар ижад итә. Һорау: Р. Ғарипов поэмаларының тормошсанлығы һәм актуаллеге тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?
- “У” хәрефе. Аудиояҙма тыңлау (“Ни хәлдә генә, яҙғы аҡ ҡайын?” йыры. Роза Аҡкучукова көйө, Р. Ғарипов шиғыры). Р. Ғарипов шиғриәте – моңло һәм күп буяулы поэтик жанр. Һорау: Р. Ғарипов шиғырҙарына яҙылған
ниндәй йырҙарҙы беләһегеҙ?
- “С” хәрефе.
Елкән
Яңғыҙ елкән күренә ағарып,
Диңгеҙҙәге зәңгәр томанда.
Ни эҙләй ул алыҫ илгә барып?
Ни ҡалдырған тыуған яғында? Урыҫ әҙәбиәтенең ниндәй классик яҙыусыһының әҫәренә оҡшап тора? (Лермонтов “Парус”). “Тәржемә - иң яҡшы шиғри культура, тел һәм оҫталыҡ мәктәбе ул”,- тип яҙған Рәми Ғарипов. Һорау: Халыҡ шағирының тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлегн иҫкә төшөрөгөҙ.
3
- “Ы” хәрефе. Һорау: Р. Ғарипов балладалары хаҡында ниҙәр беләһегеҙ?.
Үрҙә ҡуйылған һорауҙарға уҡыусылар тулы һәм дөрөҫ яуап ҡайтара алдылар. Уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу һәм теманы йомғаҡлау нигеҙендә “Алға-алға” тигән конкурс ойоштороу. Һәр командаға 10 һорау бирелә.
Викторина һорауҙары:
- Р. Ғариповтың 60 йәше ҡайһы йылда һәм айҙа билдәләнде? (1992, февраль)
- Мәктәптә уҡыған саҡта Рәмигә ниндәй ҡушамат таҡҡандар? (бабай)
- Урта һәм юғары белемде ҡайҙарҙа ала? (Арҡауыл ауылы мәктәбе, Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәбе, Мәскәүҙәге А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты)
- “Йәшлек” гәзитендә шағирҙың көндәлектәре ниндәй исем аҫтында баҫылды? (Рәми көндәлектәре/ Йәшенле йәшлек)
- Шағирҙың “Алырымҡош менән Бирмәмҡош” китабының исеме нимә менән бәйле? (уйын)
- Туған телгә арналған ҡобайыры нисек атала? (“Аманат”)
- Р. Ғариповҡа арнап кемдәр шиғырҙар ижад иткәндәр? (Н. Нәжми, Х. Назар, Ф. Туғыҙбаева һ.б. )
- “Табыныу” поэмаһы нисәнсе йылда яҙыла һәм тәү тапҡыр ҡасан һәм ҡайҙа баҫыла? (1964 й. яҙыла, 1987й. “Ағиҙел” журналында баҫыла.
- Р. Ғариповҡа ниндәй почетлы исемдәр бирелгән? (Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты).
10. Ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (1932й 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылы) .
1. Өфөләге яратҡан уҡытыусыһы (Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималова)
- “Йүрүҙән” китабына кем баһа биргән? (М. Кәрим)
- “Туған тел” шиғыры нисәнсе йылда яҙыла? (1957)
- Шағир яратҡан йыл миҙгелен, сәскәһен әйтегеҙ (яҙ, умырзая)
- Шиғырҙарында иң йыш осраған ҡош исемдәре (кәкүк, һабан турғайы, сыйырсыҡ, һандуғас)
- “Аманат” ҡобайыры кемгә арналған? (Ж. Кейекбаев)
- Шағир яҡташы, милли геройыбыҙ (С. Юлаев)
- Шағирҙың псевдонимдары (Рәми, бабай, Мөхәммәтғарипов, Рәми Салауатский)
- Үҙе иҫән саҡта нисә китабы баҫылып сыға ?(7)
10. Ниндәй әҫәре өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була? (“Табыныу”).
4
Миниатюр инша темаһы “ Рәми Ғарипов шиғриәте миңә ни өсөн оҡшай?” 1-2 минут эсендә уҡыусылар үҙ уй- фекерҙәрен дәфтәргә яҙалар, һуңынан уҡып ишеттерәләр.
III Йомғаҡлау. Һүҙ жюри ағзаһына бирелә. Уҡыусылар белеме баһалана.
Шулай итеп, Р. Ғарипов поэзияһында хх быуаттың икенсе яртыһында илебеҙ тормошонда, тарихында булған төрлө яҡтар – уңыштар, уңышһыҙлыҡтар, ҡайғылар-шатлыҡтар, хәүефтәр-борсолоуҙар, замандаштарыбыҙҙың уйланыуҙары тулы сағылыш тапты. Улар күңелдәрҙе биләрлек, кеше рухын байытырлыҡ итеп үткер һәм оҫта тасуирланды, тапҡыр һәм ялҡынлы шиғри юлдарға һалынды.
Эйе, Рәми Ғарипов ижады - өҙөлмәҫ моң.
IV Өйгә эш. “Рәми Ғарипов ижады - өҙөлмәҫ моң” тигән темаға инша яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
Туған тел Р. Ғарипов
Мин халҡымдын сәскә күңеленән,Бал ҡортондай ынйы йыямын....
“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы
Предмет: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү....
Р.Ғарипов ижады буйынса "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны. Аҫылбаева Г.Л.
Интеллектуаль уйын...
Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә
Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ...
"Кеше кешеләргә кәрәк булһын" Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес - уйланыу
ldquo;Кеше кешеләргә кәрәк булһын”(Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес – уйланыу)...